«Бер-береңдең ҡәҙерен белеп йәшәү – ҙур бәхет!..»

«Бер-береңдең ҡәҙерен белеп йәшәү – ҙур бәхет!..»

«Бер-береңдең ҡәҙерен белеп йәшәү – ҙур бәхет!..»

2024 йыл Рәсәй Президенты указы менән Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаиләбеҙ – ҡәлғәбеҙ, һыйыныр урыныбыҙ, барыбыҙ өсөн тыныслыҡ һәм йылылыҡ ояһы. Ғаиләнең ҡиммәттәрен һаҡлау, уның дәрәжәһен арттырыу буйынса республикабыҙҙа күп эштәр эшләнә, матур саралар уҙа. Оҙаҡламай йыл тамамлана, уны матур итеп оҙатаһы ҡалды! Әммә, йыл бөттө − ғаиләгә иғтибар кәмене, тигән һүҙ түгел был. Уның әһәмиәтен һәр ваҡыт иҫкә төшөрөп тороу мөһим. Бөгөн рубрикабыҙҙың ҡунаҡтары – Өфө районы Жуков ауылында йәшәүсе күп балалы Тәүхетдиновтар ғаиләһе.

 

– Ләйсән Марат ҡыҙы, Ирек Фәнзир улы, әйҙәгеҙ яҡындан танышып үтәйек. Ниндәй шишмә һыуҙарын эсеп үҫтегеҙ, ҡайһы тарафта буй еткерҙегеҙ? Нисек танышып китеп ғаилә ҡорҙоғоҙ?

Ләйсән: Бүздәк районы Урҙайбаш ауылында тыуып үҫтем. Мәктәпте тамамлап, Туймазы индустриаль техникумына уҡырға индем. Бухгалтер һөнәрен алдым, аҙаҡ инде Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис институтының иҡтисад факультетын тамамланым.

Ирек: Мин баш ҡалабыҙҙың Дим биҫтәһендә буй еткерҙем. Тәүҙә Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын, шунан инде Иваново ҡалаһындағы дәүләт энергетика университетын тамамланым. Атайым сығышы менән Урҙайбаштыҡы. Йәйге ял ваҡытында мине йыш ҡына шул ауылға, Флорида апайым һәм Риф еҙнәйем янына, ебәрерҙәр ине. Шунда Ләйсәнде осратып, дуҫлашып киттек.

Ләйсән: 8 йыл дуҫлашып йөрөнөк. Ирек ауылға ҡайтһа, яныма гелән ялан сәскәләрен тотоп килә торғайны. Ирек институтты тамамлағас, өйләнештек. Шунан 2008 йылда ҡыҙыбыҙ Лия тыуҙы, быйыл ул 9-сы синыфтан һуң Ҡазан ҡалаһындағы Мөхәмәҙиә мәҙрәсәһенә уҡырға инде. Рамаҙанға – 12 йәш, 6-сы синыфта уҡый. Ҡыҙыбыҙ Әминәгә – 9 йәш. Төпсөгөбөҙ Ильясҡа – ни бары бер йәш кенә әле.

 

– Дингә ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҡасан уянды? Ғаиләгеҙҙә кем алдараҡ намаҙға баҫты?

Ләйсән: Мин иманлы мөхиттә тәрбиәләндем, дини ғаиләлә үҫтем, тип әйтһәң дә була, шуға динебеҙгә ҡыҙыҡһыныу йәш саҡтан уҡ булды. Үҙемде белгәндән әсәйем ураҙа тотто. Ҡартәсәйем дә ураҙа тотоп, иртәнге намаҙын уҡыр ине. Әсәйем беҙгә динебеҙ ҡушмай, тип бер ҡасан да сусҡа ите, колбасалар ашатманы. Балалар кибетендә эш башланым, тәү тапҡыр яулыҡлы апайҙарға шунда иғтибар иткәнмендер. Ипле кейемле ҡатындарға һоҡланыу тойғоһо уянды. Һәм күңел түрендә ҡасан да булһа, улар кеүек яулыҡлы, хижәпле йөрөйәсәгемде белдем, хыял йөрөттөм. Әммә яулыҡ ябынырға көсөм етмәне әле ул саҡта.

Ирек: Өйләнгәс, дингә ҡыҙыҡһыныуым арта башланы. Йәш саҡтан уҡ вахта ысулы менән эшләйем. Беҙҙең коллективта Октябрьский ҡалаһынан намаҙ уҡыусы бер ағай эшләне. Уға ҡарап, намаҙға баҫыу теләге тоҡанып китте күңелемдә.

Ләйсән: 2011 йылдың 8 июлендә иптәшем миңә намаҙға баҫам, тип шылтыратты вахтаһынан. Аптырап ҡалдым: ни баҫ, ни баҫма, тип әйтә алмайым. Баҫ, тиһәм, башлар ҙа ташлар, тип ҡурҡтым. Намаҙҙы бер уҡығас. ташларға ярамай бит инде. Изге эште тыйырға ла ярамай. Иреккә: баҫаһың, тик ташламайһың, тип үҙ һүҙемде әйттем. Аллаһу Тәғәлә шулай Ҡушҡандыр! Иптәшемдән бер йыл алдараҡ әсәйем намаҙға баҫҡайны. Мин иһә улыбыҙ Рамаҙан тыуғас уҡый башланым. Бала табыу йортонан сыҡҡас, сабыйымдың билирубины күтәрелде. Табип миңә: «Бына һеҙгә дарыуҙар яҙҙым, ял көндәре дауаланығыҙ, хәлегеҙ һәйбәтләнмәһә, дауаханаға һалырбыҙ», – тине. Улымдың һаулығы өсөн шул көндәрҙә нисек көйгәнемде күрһәгеҙ икән! Ҡул күтәреп, оҙаҡ итеп доға ҡылдым. Апайым миңә шунда аҡыллы кәңәшен бирҙе: «Аллаһ һине һынай, Ләйсән, һиңә тиҙ генә намаҙға баҫырға кәрәк». Яҡынымдың бер һүҙе етте миңә! Белгәнемсә тәһәрәтләнеп, йәһәт кенә намаҙға баҫтым. Аллаһ һәр кешегә үҙ сәбәбен бирә бит. Кемдер ҡайғыһы аша килә дингә. Әлхәмдүлилләһ, Аллаһ миңә еңел һынауҙар бирҙе. Оҙаҡламай билирубин да төштө, дауаханаға һалып торманылар.

Яулыҡ ябынғаныма 11 йыл, тәүҙәрәк бөтә дини ҡанундар буйынса кейенә алмай аҙапландым. Ауылдашым Рим ағай беҙгә килһә, ул намаҙ уҡығас, уның алдында яулыҡһыҙ йөрөргә ояла торғайным. Ул сығып китһә, шундуҡ сисәм. Бер ваҡыт Рим ағайҙы урамда осраттым. Уңайһыҙ булып китте һәм, улай булмай, тип ҡырҡа бер ҡарарға килеп, тейешенсә кейенә башланым.

 

– Һәр мосолман балаларына дини тәрбиә бирергә тырыша. Балаларҙы фарыз ғибәҙәткә нисек ылыҡтырҙығыҙ, һөйөү уяттығыҙ?

Ирек: Аллаһҡа шөкөр, икебеҙ ҙә намаҙҙа булғас, ылыҡтырырға ҡыйын булманы. Кескәй Ильястан тыш барыһы ла тәжүид буйынса уҡый белә. Ләйсән, өлкән ҡыҙыбыҙ Лия менән бергәләп, мәсеттәге курстарға йөрөп, белем алдылар. Рамаҙан Дим биҫтәһендәге «Дини мәктәп»тә, «Мәҙинә» мәсете янындағы йәйге лагерҙа өйрәнде. Пандемия башланғас, бөтә ғаиләбеҙ менән онлайн курстарға яҙылып уҡыныҡ. Әминә лә хәрефтәрҙе таный башланы. Мин иһә, вахтанан ҡайтҡан һайын, балаларҙы төрлө дини мәжлестәргә йөрөтөргә тырышам. Ялым балаларҙың йәйге йә ҡышҡы каникулына тура килһә, Рамаҙан улымды һәр иртә тиерлек «Мәҙинә» мәсетендәге намаҙға алып барам. Әлхәмдүлилләһ, тырыштар, ныҡыштар балаларыбыҙ!

 

– Нисек эшкә өйрәтәһегеҙ? Ғаиләгеҙҙә ниндәй матур йолалар, традициялар бар?

Ләйсән: Күмәк балалы ғаиләлә эшкә өйрәтеүҙең бер ҡыйынлығы юҡ, бер-береһе менән ярышып, сәмләнеп үҫәләр. Рамаҙан атаһына, ҡыҙҙар миңә эйәреп өйрәнәләр. Эш араһында, яйы сыҡҡанда, Пәйғәмбәребеҙ саллләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең хәҙистәрен дә иҫкә төшөрөп ебәрһәң, тағы ла һәйбәт.

Ирек: Традиция тигәндәй, Мәүлид айында Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тарихын, сира буйынса белемебеҙҙе хәтеребеҙгә төшөрөп, яңыртып алабыҙ. Ҡорбан байрамы етһә, балаларға уның тарихын һөйләйбеҙ.

 

– Хәҙер кесе быуынға туранан-тура аралашыу, иғтибар етмәй, тиҙәр. Һеҙ балаларығыҙ менән һөйләшергә ваҡыт табаһығыҙмы, ысынлап та, йәнле аралашыу кәрәкме?

Ләйсән: Кисә генә ауылға ҡайтып барғанда, юлда асфальт һалалар ине. Рамаҙанға әйтәм: «Улым, был асфальт түшәгән кешеләр күпме изгелек эшләй. Ғаиләһенә аҡса ла алып ҡайта, аҙаҡ ошо юлдан үткән кеше һаны сауабын да аласаҡ. Ошоно төҙөкләндерергә рөхсәт биргән етәксе лә ҙур сауапҡа ирешә», – тип, саҙаҡа-жәрийәнең әһәмиәтен һөйләп бирҙем.

Ирек: Эйе, юл ыңғайы, телевизор ҡарағанда ла был ғәмәлдең ни өсөн тыйылғанын, ҡырын эш менән шөғөлләнгән кешенең ни өсөн яза алғанын аңлатырға тырышабыҙ. Һәр бер ваҡиғаға ҡарата хәҙис ҡулланырға мөмкин. Махсус ултырып һөйләгән юҡ, әлбиттә, бөтәһе лә юл, эш араһында.

 

– Һауыт-һаба шылтырамай тормай, тиҙәр. Тормош булғас, ғаиләлә төрлө хәлдәр була. Уны ҙурға ебәрмәй, нисек татыу булып ҡалырға мөмкин?

Ирек: Бер-береңә юл бирергә кәрәк, шуны белһәң, тыныслыҡ та була, һөйөү ҙә арта. Әлхәмдүлилләһ, холоҡтарыбыҙ бер-беребеҙгә тура килеп тора. Ысынын әйткәндә, талашып торорға ваҡытыбыҙ юҡ. Бер ай вахтала йөрөйөм, бер ай өйҙә ғаиләм менән. Ял ваҡыты тиҙ генә үтә лә китә. Шул арала, ауылға ҡәйнәмә барып, ярҙам итеп килергә тырышабыҙ. Шунан берәй дини мәжлескә өлгөрһәк, тағы ла шәп.

Ләйсән: Донъя булғас, төрлө хәлдәр, төрлө саҡтар була. Ҡай сағында өндәшмәй ҡалырға тырышам. Ҡай ваҡытта, үтеп китәһен һиҙһәң, әйтеп тә ебәрәһең. Ҙурға китерен белһәм, тынысыраҡ торам. Иптәшем дә шулай, Ирек бик тыныс холоҡло. Өлкәнәйгәс, балалар төрлө яҡҡа таралғас, бер-беребеҙ өсөн кәрәкле булырыбыҙҙы аңлайбыҙ. Ғүмер бит былай ҙа ҡыҫҡа ғына, бер-береңдең ҡәҙерен белеп йәшәү – ҙур бәхет.

 

– Ваҡыт хәҙер ныҡ тарайҙы. Аҙна бер көн кеүек үтә. Бер нәмәгә өлгөрөп булмай. Ошондай шарттарҙа тәү сиратта нимәгә өлгөрөү мөһим? Һеҙҙең ғаилә өсөн нимә иң мөһим урында?

Ләйсән: Мин дә бының менән килешәм: ваҡыт шул тиклем тиҙ үтә. Әле имсәк бала менән өйҙә торһам да, ниәтләгән әйберҙәргә өлгөрә алмайым. Уйлаған-планлаштырған эштәрҙе атҡарып сығып булмай. Шуға ҡарамаҫтан, ахырызамандың яҡынлашыуын аңлап, намаҙҙы ваҡытында уҡырға тырышабыҙ. Иң мөһиме шул бит!

 

Светлана Ғәлиуллина әңгәмә ҡорҙо

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


«Ҡөрьән менән көнөм бәрәкәтле үтә!..»

Изге Рамаҙан – Ҡөрьән айы. «Ҡөрьәнде өйрәнгән һәм Ҡөрьәнде өйрәткән кешеләр – арағыҙҙағы иң хәйерле кешеләр», – тиелә хәҙистә. Изге Китапты уҡыу – оло ғибәҙәт. Ҡөрьән уҡыуҙың ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнлеген иҫебеҙгә төшөрөп үтәйек. Рубрикабыҙҙың ҡунағы –...


Иманлы силсәүит

«Батырҙың даны алдан йөрөй» тигән бик шәп бер мәҡәл бар башҡорт халҡында. Батырҙың ғына түгел, йүнле етәксенең дә даны алдан йөрөйҙөр, тип уйлайым. Һәр хәлдә үҙе менән осрашҡанға тиклем Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина тураһында күптән хәбәрҙар...


Ғәйет намаҙын үткәреү тәртибе

Рамаҙан-шәриф айы тамамланғас, шәүүәл айының беренсе көнөндә (ул быйыл 20 мартҡа тура килә) Ураҙа байрамын, ғәрәпсә әйткәндә, Ғийдүл-Фитрҙы, билдәләйәсәкбеҙ, ин шәә Аллаһ Рахмән! Был көндө матур итеп үткәрергә тырышырға кәрәк. Шуға күрә беҙгә байрам көнөндә ниҙәр эшләргә икәнен, ғәйет намаҙының...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Кейем кейгәндә «Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии кәсәәнии һәәҙәҫ-ҫәүбә үә разәҡанииһи мин ғайри хәүлин миннии үә ләә ҡуүүәһ». Мәғәнәһе: «Мин үҙем көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да (йәғни, ошо кейемде үҙем таба алырлыҡ көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да), миңә ошо кейемде кейҙергән һәм...


Файҙалы эликсир

Бары тик өс компоненттан торған был эсемлек бик күп ауырыуҙарға ҡаршы көслө ҡорал. Һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһенән торған ҡушымта – дауалау эликсиры. Ул иммунитетты нығыта һәм ҡанды насар холестериндан таҙарта. Күп ауырыуҙар аша һынау үткән. Ике аҙна өҙлөкһөҙ ҡулланғандан һуң, төрлө...