“Төплө белемгә ирешеү өсөн ниәт, теләк һәм тырышлыҡ кәрәк...”

– Азат хәҙрәт, әңгәмәне традицион һорауҙан башлайыҡ. Үҙегеҙҙең үҫкән мөхит, бала саҡта күңелегеҙгә һеңдерелгән рухи тәрбиә тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Мин 1972 йылда, Учалы районы Ҡунаҡбай ауылында, күп балалы ғаиләлә туғыҙынсы ул булып донъяға килгәнмен. Бала саҡтан уҡ Ҡөрьән мәжлестәрен күреп, өйөбөҙгә килгән әбейбабайҙарҙың Ҡөрьән, намаҙ уҡығандарын күреп, ишетеп үҫтем.
Атайым яҡтан өләсәйемдең атаһы Әхмәҙулла олатайым мәҙрәсә бөткән, Ҡөрьән-хафиз да булған тиҙәр. Инәйем яғынан олатайым Троицк мәҙрәсәһен бөткән ине. Ә атайым яғынан олатайым ауыл муллаһы булды. Заманына ҡарата совет системаһының пионер, комсомол этабын үтһәк тә, ислам менән бәйле төшөнсәләр күңелемә яҡын булды. Өйөбөҙҙә олатайымдың Ҡөрьән уҡыған магнитофон кассетаһы яҙмалары ла бар ине.
Ата-әсәйем репрессия ҡорбандары балалары булыу сәбәпле, уларға уҡыу бәхете теймәгән. Икеһе лә 7-шәр синыфтан артыҡ уҡый алмағандар. Атайым тракторсы, инәйем ашнаҡсы булып эшләнеләр. Ә Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, бер ни тиклем мөмкинселектәр асылғас, беҙҙең нәҫел, ағайымдар барыһы ла юғары белем алыуға өлгәште. Миңә килгәндә, мәктәпте уңышлы тамамлап, Белорет медицина училищеһын бөтөп, фельдшер дипломын алып, бер аҙ эшләп өлгөрҙөм.
– Ҡайҙарҙа тағы ғилем алдығыҙ, кем булып эшләнегеҙ?
– Илдә үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте дингә ирек биргәс, мин үҙ теләгем менән Октябрьский ҡалаһындағы Нуруль-Ислам мәҙрәсәһенә уҡырға киттем. Мәҙрәсәнең асылған, эшләй башлаған беренсе йылы ғына ине. Бохаранан уҡып ҡайтҡан төрөк, ғәрәп уҡытыусыларынан ғилем алдыҡ. Мәҙрәсәлә күпмелер уҡығас, олатайыма Ҡөрьән китабы алып ҡайтып бүләк иттем. Шунда олатайымдың Ҡөрьәнде матур һәм тиҙ уҡығанын күреп, ныҡ ғәжәпләндем. Был миңә тағы ла артабан ғилем алырға ҙур этәргес булды. Мәҙрәсәлә шул ваҡыт тырыш, яҡшы уҡыусыларға сит илгә китеп, тәрәнерәк белем алырға форсат бар ине.
Ислам динен тәрәнерәк өйрәнер өсөн, Рәсәйҙән сит илгә киткән беренсе төркөм менән Сәғүд Ғәрәбстанына Мәҙинә Ислам университетына юлландым. Башта унда ике йылда ғәрәп теле институтын тамамланым. Һуңынан, 1999 йылда Ислам университетының дин нигеҙҙәре һәм дәғүәт факультетын уҡып бөтөп, дипломын ҡулға алып, дин белгесе булараҡ Өфөгә ҡайтып төштөм. Мәҙинәнән ҡайтҡас, Мәрйәм Солтанова мәҙрәсәһендә, Рәми Ғарипов исемендәге интернатмәктәбендә, мәсеттәрҙә лә уҡыттым, радио-телевидение, гәзиттәрҙә сығыш яһай инем.
1999 йылдан 2004 йылға саҡлы БДУның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында өлкән уҡытыусы булып эшләнем, ғәрәп теленән уҡыттым. Үҙем дә ошо факультетты ситтән тороп тамамланым. 2004 йылдан 2018 йылға тиклем Яр Саллының “Аҡ мәсет” мәҙрәсәһендә уҡытып, иманлыҡ эштәрен алып барып, башлыса Татарстан һәм Башҡортостандан килгән буласаҡ меңдән ашыу имамхатип, мөхтәсибтәргә ғилем биреү бәхете тейҙе.
Шул уҡ ваҡытта, мәҙрәсәлә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып, һәм Алабуға ҡалаһының йәмиғмәсетендә 3 йыл имам-хатип та булараҡ хеҙмәт иттем. Ҡазан ислам институты, башҡа мәҙрәсәләр өсөн ислам динен уҡытыу буйынса методиҡ ҡулланмалар әҙерләй, дәреслектәр яҙа инек, Халыҡ-ара конференцияларҙа ла сығыш яһаныҡ.
Миңә яҙмышымда шулай уҡытыусы булырға, 20 йыл буйы уҡытырға тура килде, хатта, бер нисә тапҡыр Рәсәй Диниә назараты Мәскәүгә, имам-хатип, мөхтәсибтәрҙе уҡытырға саҡыртып алды. Унда бөтә Рәсәйҙән һәм Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстандан йыйылған дин әһелдәре, төрлө дини уҡыу йорттары уҡытыусыларының квалификацияларын күтәреү өсөн лекциялар менән сығыш яһап ҡайттым.
– Һеҙ республикала ғәрәп телен, фикһ, аҡида фәндәрен һәйбәт белгән иң көслө ғалимдарҙан һаналаһығыҙ. Был камиллыҡҡа нисек ирештегеҙ?
– Төплө белемгә ирешеү өсөн ниәт, теләк һәм тырышлыҡ кәрәк. Октябрьский мәҙрәсәһендә, Мәҙинә Ислам университетында алған белемем ғилемемдең нигеҙе булды. Сәғүд Ғәрәбстанында ла миңә көслө уҡытыусыларҙа уҡыу бәхете тейҙе. Шунан, белемде нығытыр өсөн уҡытыр кәрәк. Өфөлә 5 йыл уҡытыуым, Яр Саллының мәҙрәсәһендә 15 йыл уҡытыуым быға ныҡ ярҙам итте.
Йәнә, ғилем нығынһын өсөн гел үҙ өҫтөңдә эшләргә, квалификацияны күтәреп, өҫтәлмә ғилем алып торор кәрәк. Шуға ла, миңә Ҡазан федераль университетында, Рәсәй ислам университетында һәм Мәскәү дәүләт университетының (ИСАА) Азия һәм Африка илдәре институтында 3 йыл дауамында квалификацияны күтәреү буйынса курстарҙа уҡыуым булышлыҡ итте.
– Шундай ғилемле, көслө рухлы шәхестең республикабыҙҙың баш ҡалаһында хеҙмәт итеүе, миңә ҡалһа, бик урынлы булыр ине, әммә һеҙ Янғантау ҡасабаһын һайлағанһығыҙ. Был тормош талабымы, әллә күңел талабымы?
– Егерме йыл ҙур ҡала шаушыуында йәшәгәндә, уҡытҡанда, үҙебеҙҙең республикабыҙға, халҡыбыҙға ла ғилем таратырға кәрәк тигән уй һәр ваҡыт борсой ине. Янғантауҙа имам-хатип талап ителә тигән хәбәр ишеткәс тә, оҙаҡ уйлап тормай юлға сығырға тәүәкәл иттек.
Йәнә, хәләл ефетемдең оло йәштәге ата-әсәһен ҡарашырға, уларҙың янында булырға кәрәк ине. Баш ҡалала хәҙер дини белемле кешеләр етерлек, ә райондарҙа юғары белемле дин белгестәре етмәй. Шуға ла, төбәктәрҙә лә ғилем таратыу лазым тип, Янғантауҙың “Ямал” мәсетендә 2019 йылдың июленән алып эшләйем.
– Ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине?
– Ғаиләгә килгәндә, өйләнгәнмен, ҡыҙым бар. Хәләл ефетем дә 2 юғары белемле, филология фәндәре кандидаты, күп ғилми китаптар, мәҡәләләр авторы. Шулай уҡ, дини китаптар ҙа яҙған. Күп ирҙәр юғары белемле ҡатындарҙан ҡурҡалар, ҡатындың миңә ҡарағанда наҙаныраҡ булыуы яҡшы тиҙәр. Әммә, миңә намаҙ уҡыған ғына етмәй, ә ғилемле, белемле, интеллектуаль яҡтан юғары дәрәжәләге ҡатын кәрәк ине.
Сөнки, ҡатын бит минең буласаҡ балаларымдың әсәһе. Балаларҙы, милләтте бит әсәй ҙә тәрбиәләй. Шуға ла, мин ҡатынды доға ҡылдырып, Аллаһтан һорап алдым. Өйләнер алдынан, донъяла исеме киң билдәле дин ғалимы, ғәрәп профессоры, Мөхәмәт саллалаһу ғәләйһис-сәләм нәҫеленән булған шәйехтән доға ҡылдырҙым, миңә ныҡ иманлы, юғары белемле, шундай-шундай һыҙаттары булған башҡорт ҡыҙы кәрәк тип.
– Доға ҡылғанда беҙ йыш ҡына: “Тулы иман, тулы ислам, тулы ихсан теләйем!” - тигән һүҙҙәрҙе ҡабатларға күнеккәнбеҙ. Шул саҡта: “Ә нимә ул ихсан?” - тип ҡайтарып һорағандарын ишеткән бар. Форсаттан файҙалынып, мин был һорауҙы бирәйем әле. Азат хәҙрәт, нимә ул ихсан? Шунан, иман юлына әйҙәүсе кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Ихсан – ул дини кеше ынтылған иң юғары дәрәжә, камил иманлы мөьмин була. Аллаһу Тәғәлә һине күреп, ишетеп, күҙәтеп тора, тигәнде һәр ваҡыт иҫтән сығармайынса йәшәү. Был кеше Аллаһу Тәғәләне һәр ваҡыт иҫтә тота, теле һәм күңеле менән Уны маҡтай. Тәне менән ул теләгәнде үтәй, ғибәҙәт ҡыла, йөрәге менән Аллаһу Тәғәләгә ынтыла. Ә иман юлына әйҙәүсе кеше – ул иманлы, ғилемле, ябай, йомшаҡ күңелле, йылмайыусан, кешеләргә хөрмәт менән ҡараған. Бал ҡортон үҙенә әйҙәгән яландағы сәскә һымаҡ, халыҡты үҙенә тартып торорға тейеш.
– Азат Миндияр улы, бөгөн һеҙҙең “Әс-сәләм” гәзите аша республика халҡына дәғүәт әйтергә мөмкинселегеҙ бар. Рәхим итегеҙ!
– Бөгөнгө көндә белем алырға мөмкинселектәр киң. Ғалимдар бар, мәҙрәсәләр етәрлек. Өйҙә ултырып та интернет аша дин өйрәнергә була. Форсаттан файҙаланып ҡалайыҡ. Мәгәр барыһы ла үҙгәрергә мөмкин. Заман ахырында йәшәгәнебеҙҙе онотмайыҡ. Аллаһу Тәғәлә беҙгә биргән барлыҡ ниғмәттәренә, сикһеҙ бәрәкәтенә шөкөр итәйек, аяҡҡулдарыбыҙ иҫән, күҙҙәребеҙ күрә, ҡолаҡтарыбыҙ ишетә. Ашарға ризығыбыҙ, кейергә кейемебеҙ бар.
Йәшәргә йорттарыбыҙ бар, Ватаныбыҙҙа – тыныслыҡ. Аллаһу Тәғәлә беҙгә барыһын да биргән. Шуға ла, әле иҫән, тере сағыбыҙҙа Раббыбыҙға шөкөр итәйек, Аллаһҡа ҡайтып ҡалайыҡ! Донъянан киткән саҡта иманлы булып китәйек, аҙаҡ үкенерлек булмаһын. Ә ауырлыҡтар, ҡайғыхәсрәттәргә Аллаһ ризалығы өсөн сабыр итәйек. Яуап көнөндә Аллаһ алдында нисек яуап бирербеҙ тип, хәҙерҙән уйланайыҡ. Динебеҙҙе өйрәнәйек, Раббыбыҙ ҡушҡанса йәшәргә тырышайыҡ! Аллаһу Тәғәлә һәммәбеҙҙе лә тура юлынан алып барһын, көфөрлөккә төшөрмәһен!
Әмин!
ЗӨЛФИӘ ХАННАНОВА ӘҢГӘМӘЛӘШТЕ