«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме Әхмәт Вәлиев яуап бирә.

 

– Әхмәт хәҙрәт, һеҙ дини мөхиттә тәрбиәләнгәнһегеҙ. Тәүге ураҙағыҙ хәтерегеҙҙәме, ул ваҡытта Һеҙгә нисә йәш ине?

– Мин Татарстандың Баулы ҡалаһында тыуып үҫтем. Башланғыс синыфтарҙа уҡыған саҡта беренсе тапҡыр ураҙа тоттом, миңә ул саҡта ун йәштәр тирәһе булғандыр. Өләсәйем һәм Әнәс ҡартатайым менән бергәләп сәхәргә тороуым хәтеремдә матур бер иҫтәлек булып һаҡлана. Ә бына тотоуы ауыр булдымы, еңелме − уныһы ниңәлер иҫтә ҡалмаған.

 

– Шәфҡәтлелек һәм рухи таҙарыныу осорона нисек әҙерләнергә?

– Ураҙаға, һис шикһеҙ, әҙерләнергә кәрәк. Иң ҡулайлы осор – Рәжәп һәм Шәғбән айҙары. Пәйғәмбәребеҙ cалләллаһу ғәләйһи үә сәлләм ошо айҙарҙа ураҙа тотоуҙың фазиләттәрен әйтеп ҡалдырған. Шәғбән айын ҙурлаған бәндәһенә Аллаһу Тәғәлә әжер-сауабын мул бирә.

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ иң күп ураҙа тотҡан айы шәғбән булған (Рамаҙанға инер алдынан ғына бер нисә көндө ураҙаһыҙ үткәргән). Бының сәбәбен һорағас, ул былай тигән: «Рәжәп менән Рамаҙан айҙары араһындағы Шәғбән айының фазиләтенән кешеләр ғафил, йәғни, ошо айҙың әһәмиәтен белмәй. Тап шәғбән айында ғәмәлдәр хисабы (кешеләрҙең) Ғаләмдәр Раббыһына еткерелә. Һәм мин ғәмәлдәремдең ураҙала сағымда Аллаһҡа тапшырылыуын теләйем».

Бигерәк тә, кемдең ҡазаға ҡалған ураҙалары булһа, ошо айҙа тотоп ҡуйырға мөмкинлек бар. Сөнки беҙ Раббыбыҙ алдында иң башта фарыз ураҙабыҙ өсөн һорау тотасаҡбыҙ. Шуға, кисекмәҫтән, иңебеҙгә йөкмәтелгән бурысыбыҙҙы Рамаҙан айына тиклем, оҙаҡҡа һуҙмайса үтәп ҡуйһаҡ, яҡшы булыр.

 

– Изге Рамаҙан айын файҙалы үткәрер өсөн кәңәш бирһәгеҙ ине.

– Иң башта изге айыбыҙҙың йылына бер тапҡыр ғына килә торған ҡунаҡ икәнен онотмаҫҡа тейешбеҙҙер ул. Уның бер мәлен дә кире ҡайтарып булмай. Һәм Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисендә: «Рамаҙан айында, кисерерлек сәбәбе булмай тороп, ураҙаһын бер көнгә генә лә ҡалдырған кеше, аҙаҡ, хатта бөтә ғүмере буйына ураҙа тотһа ла, шул көндөң фазиләтен, сауабын ҡайтара алмаҫ», – тиелгән. Шуға күрә башынан аҙағынаса матур итеп тотоп ҡуйырға тырышырға кәрәк. Тағы бер хәҙистә былай тиелә: «Аллаһ юлында бер көн ураҙа тотҡандың тәнен Аллаһу Тәғәлә йәһәннәмдән 70 йылға йырағайтыр». Мөбәрәк айыбыҙға матур ниәттәр бағлап, һәр көнөн планлаштырып ҡуйһаҡ, тағы ла һәйбәт. Изге Китабыбыҙ төшөрөлгән ай булғас, күберәк Ҡөрьән-Кәримде асып уҡырға, тәрауих намаҙҙарын йәмәғәт менән ҡылырға, ауыҙ астырырға тырышырға кәрәк. Айҙарҙың солтаны – Рамаҙан-шәрифтә имандарыбыҙ нығына, гонаһтарыбыҙ кисерелә, һәр мәленә ҡыуанып, ваҡытты бушҡа исраф итмәйсә, изгелекле, кеселекле булайыҡ, күберәк ғибәҙәт ҡылайыҡ. Сәхәбәләр мөбәрәк айҙы ярты йыл алдан көтә башлаған, уға ныҡлап әҙерләнгән, имен-һау барып етеүен һораған. Ә инде Рамаҙан айы үтеп киткәс, ярты йыл буйы Раббыбыҙҙан ураҙаларын ҡабул итеүен һорап ялбарған. Шулай уҡ Рәжәп айы башланғас, Аллаһ Рәсүле ﷺ шулай итеп доға ҡылған: ( «Йә Аллаһ, Рәжәп менән Шәғбән айҙарын бәрәкәтле ҡыл, һәм Рамаҙан айын ҡаршы алырға насип ит»).

 

– Кемгә ураҙа тотоу фарыз, ә кемдәргә тотмаһа ла ярай? Ураҙа тота алмаған кеше ни эшләргә тейеш?

– Аҡылы камил, бәлиғлеккә ирешкән һәр бер мосолманға – мүкәлләф кешегә − ураҙа тотоу фарыз. Сәләмәтлеге булмаған, ауырыу кешегә ураҙа тотоу фарыз түгел. Ауырлы, бала имеҙгән ҡатын-ҡыҙҙарға тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Балаға уҙыу һәм имеҙеү йә ауырыу сәбәпле тота алмағандар ҡазаға ҡалған ураҙаларын башҡа ваҡытта тултырып ҡуя, йәғни, ҡаза ҡыла алалар. Әгәр кеше төҙәлмәй торған дауамлы ауырыу менән йонсоһа йәки ҡартлыҡ буйынса ураҙа тота алмаған булһа, бындай осраҡта фиҙиә саҙаҡаһы түләргә тейеш була. Хроник ауырыу, ҡартлыҡ һәм башҡа сәбәптәр менән ураҙа тота алмағандар көнөнә бер мохтажды ашата, йә шул ризыҡ хаҡын түләй. Быйыл ураҙа утыҙ көндән торһа, тимәк, утыҙ кешене, йә бер кешене утыҙ тапҡыр ашатырға була.

Кеше, йыш ҡына, аҡсаһын түләйем, ти. Уның күләмен назараттарыбыҙ билдәләй. Бер юлы биреүе ауыр булһа, был саҙаҡаны Рамаҙан айынан һуң да, йә иһә өлөшләтә бирергә мөмкин.

 

– Тәмәке тартҡан кешенең ураҙаһы боҙоламы? Намаҙ уҡымаған кешенең ураҙаһы ҡабул буламы?

– Нимә ул ураҙа? Ул тәнебеҙҙе, башыбыҙҙы, ағзаларыбыҙҙы төрлө еҫтәрҙән һаҡлау. Тәмәке тартҡан кешенең ураҙаһы боҙола, сөнки тартҡан һайын яман төтөн еҫкәй. Намаҙ уҡымаған кеше шулай уҡ ураҙа тоторға тейеш, сөнки һәр бер ғибәҙәт өсөн айырым – намаҙыбыҙ өсөн дә, түләгән зәкәтебеҙ, ҡатын-ҡыҙ булһа – хижәпле булып йөрөгәнме-юҡмы − Аллаһ алдында яуап бирәсәкбеҙ. Әлбиттә, намаҙ уҡымағандың да ураҙаһы ҡабул ителеүе мөмкин, әммә ошо изге айҙа ураҙа тотоу менән бергә намаҙға баҫып китергә лә тырышлыҡ һалырға кәрәк.

 

– Гүзәл динебеҙгә өндәүсе – дәғүәт ҡылыусыларҙан һеҙ, Әхмәт хәҙрәт. Кешенең күңеленә асҡыс табыу серен дә беләһегеҙҙер, моғайын.

– Аралашҡанда, үтә лә иғтибарлы булырға, кешенең күңеленә асҡыс табыр өсөн, уны тыңларға кәрәк. Йөрәгендәге хис-тойғоларын, нимә тураһында уйлай, ни өсөн борсола – барыһын да ҙур ихтирам менән тыңлап, ҡулыңдан килгәнсе ярҙам итергә тырышыу зарур һәр бер мосолманға.

 

– Әлхәмдүлилләһ, Һеҙҙең ғаиләлә ике матур ҡыҙ, бер егет үҫеп килә. Баланың күңелен һындырмай ғына динебеҙгә һөйөү тойғоһон иң башта атай-әсәй уятырға тейеш, тибеҙ ҙә ул, әммә кесе быуын өлкән кешенең өгөт-нәсихәтен әллә ни тыңлап бармай хәҙер, илтифат күрһәтмәй. Ни эшләргә һуң беҙгә?

– Иң тәүҙә Аллаһтың Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек. Бар нәмә – Уның Ҡөҙрәтендә, Ул беҙҙең ҡәлебтәребеҙҙе үҙгәртә һәм беҙ бирә алған иң яҡшы тәрбиә – ул үҙебеҙҙең миҫал аша: нисек итеп балалар алдында Раббыбыҙҙың әмерҙәрен үтәйбеҙ, ғибәҙәт ҡылабыҙ, сөннәткә таянып йәшәйбеҙ – барыһын кесе быуын күрә, беҙҙе ҡабатлай. Намаҙға бала сағыбыҙҙан уҡ баҫмаһаҡ та, тәүбәләр ҡылып, хаталарыбыҙ-гонаһтарыбыҙ өсөн Аллаһтан ярлыҡау һорап, яман яғыбыҙҙы төҙәтеп, шулай уҡ балаларыбыҙ өсөн даими доға ҡылыуҙан башларға кәрәк. Әгәр ҙә үҙебеҙ булдыра алмаһаҡ, баланы мәҙрәсәләрҙә, дини курстарҙа белем биргән мөғәллимдәр янына ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ ышаныслы сайттарҙа, чаттарҙа онлайн-дәрестәр, вәғәздәр тыңларға мөмкин, дини газеталар ҙа тәрбиә эшендә ҡулай. Башҡалар менән бүлешә белергә, йомартлыҡҡа ла өйрәтеү мөһим.

Исламда кешенең ҡәҙере ҙур булғанға күрә, бала ла – бик ҡәҙерле, әлбиттә. Һәм Пәйғәмбәребеҙ ﷺ быға күп тапҡыр ишара иткән, сәхәбәләргә үрнәк күрһәткән. Күп хәҙистәр был турала һөйләй.

Әнәс ибне Малиҡтан риүәйәт ителә: был сәхәбәнең ун йыл ғүмере Аллаһ Рәсүле ﷺ янында үтә, яҡын дуҫы, серҙәше, ышаныслы ярҙамсыһы була. Оҙайлы ваҡыт арауығында миңә бер ауыр һүҙ әйтмәне, бер тапҡыр, ҙа ни өсөн, нишләп шулай эшләнең, тип йөҙөмдө йыртманы, тип һөйләгән ул аҙаҡ. Беҙгә лә, шул сәхәбәнең кәңәшен тотоп, балабыҙҙың бәҫен төшөрөрлөк һүҙҙәрҙән һаҡланырға кәрәк.

Ни тиклем арыһаҡ та, йоҡлар алдынан Ҡөрьән аяттарын, әкиәт урынына Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сираһын, әнбиәләр тарихын уҡып, фәһемле хикәйәт һөйләп, балала матур сифаттар тәрбиәләргә мөмкин. Аллаһу Тәғәлә һәр беребеҙгә тәүфиҡ, иман ныҡлығы бирһен!

– Әңгәмә өсөн рәхмәт, Әхмәт хәҙрәт! Барлыҡ айҙарҙың солтаны булған изге Рамаҙан айын иҫән-имен, матур итеп үткәрергә яҙһын! Бәрәкәтле булһын һәр көнөбөҙ!

 

Светлана Ғәлиуллина әңгәмә ҡорҙо

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...