«Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..»

«Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..»

«Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..»

Исҡужа – Урал аръяғында иң йәмле ауылдарҙың береһе. Ялан Йылайыры йылғаһы буйында урынлашҡан был төбәктә, ҡайҙа ҡараһаң да – бөхтәлек, йорттары төҙөк, кәртә-ҡуралары буяулы, әммә был балҡыш күҙгә салынып торған етеш тормоштан ғына түгел. Оҙайлы совет осоро дәүерендә Исҡужаның диндар ҡарттары тарафынан күҙ ҡараһылай һаҡланған иман нурының яҡтылығы был. Раушан нурҙы ҡурсыусыларҙың береһе – Фазылйән олатай Һөйөндөков була. Баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә апаруҡ – 34 йыл үтеп китһә лә, Урал аръяғында уның исемен халыҡ һаман да ҙур йылылыҡ менән телгә ала!

 

Йәнкәй-йәнәше Фазила инәй менән татыу ғүмер кисергән кескәй йорттары ла һүтелмәгән, үҙ урынында. Һигеҙ балаһын да Һөйөндөковтар ошо өйҙә бағып үҫтергән. Ғәмәле – сауаплы, тормошо бәрәкәтле үткән изге күңелле мулла, халыҡ табибы Фазылйән олатай хаҡында бөгөн балалары – 74 йәшлек Ҡаһарман һәм 69 йәшлек Сәлмән ағайҙар һөйләй.

 

– Фазылйән хәҙрәтте бик белемле булған тиҙәр?

Сәлмән Һөйөндөков: Белемде ул Исҡужа мәҙрәсәһендә атаһы Шаһишәриф хәҙрәттән алған. Бик ғилемле була ҡартатайым, Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлай. Улы Фазылйәнгә һәм уның тиҫтерҙәренә дин тәғлимәтенән тыш, география, математика кеүек теүәл фәндәрҙән дә төплө белем бирә. Мин белгәндәрҙән унлап кеше уҡыған. Сабирйән, Абдрахман олатайҙар, атайым һәм башҡалар – күп булғандар. «Уҡыу буйынса иң яҡшыһы кем булды?» – тип уларҙан һорай торғайным. Атайым миңә: «Абдрахман менән икебеҙ ярышып уҡыныҡ», – тиер ине. Бик зирәк булды ул. 20-се йылдарҙа Ырымбурға барып уҡырға уйлаған, тик заманалар боҙолоп китеп, ҡартатай атайымды ебәрмәгән. Хәтере шәп ине атайҙың, Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын гел яттан һөйләне. Шул турала академик Ғайса Хөсәйеновҡа ла яҙғаны хәтеремдә. Атай һөйләй, ә беҙ, балалары, уны кинәнеп тыңлайбыҙ. Айырыуса мин Әмир Ҡарамышевҡа бағышланған шиғырҙы тыңларға яраттым, шул әҫәрҙе һәр ваҡыт айырыуса тулҡынланып һөйләне ул. Шулай уҡ «Ҡыҙыл ғәскәр», «Башҡортостан» шиғырҙарын. Мунсанан ҡайта ла, урындыҡҡа ятып, шул шиғырҙарҙы көйгә һалып һөйләп алып китә торғайны. Аҡмулланы ла яттан белде. Оҙаҡ йылдар сәйәси эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйырһытылыу һәм кәмһетелеүҙәргә дусар булған бөйөк юлбашсыбыҙ Зәки Вәлиди хаҡында ла бай хәтирәләргә эйә ине ул.

 

– 30-сы йылдарҙағы репрессиялар Фазылйән хәҙрәтте лә урап үтмәгәндер?

Сәлмән Һөйөндөков: Эйе. Ҡот осҡос афәттән уны атаһы Шәһишәриф хәҙрәт ҡотҡарып ҡала, улын хеҙмәт әрмеһенә ебәреп өлгө-рә. Атайым өс йыл Алыҫ Көнсығыш-та булған. Ә ул ҡайтҡансы 1933 йылда Шаһишәриф ҡартатайым 48 йәшендә мәрхүм булып ҡала. Бала сағымда ҡартатайымды, бик  иртә киткән, тип йәлләй башлаһам, атайым: «Иртә китеүе хәйерле булған, сөнки уны 1937 йылда барыбер алып китерҙәр ине», –  тиер булды. Ҡартатайымдың береһенән-береһе кесерәк балалары тороп ҡалған. Атайымдың дүртәүме-бишәүме ҡустылары аслыҡтан үлгән. Заһитулла ағай һуғышта һәләк була. Мөхәмәтйән сплавҡа барып 17 йәшендә мәрхүм була. Бөтә ғаиләнән – ун баланан – атайым менән Төхвәтулла ағайым ғына тороп ҡала. Төхвәтулла ағайым Баймаҡ яғында төпләнде. Уның балалары бик билдәле, мәҫәлән, Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков – биология фәндәре докторы.

 

– Фазылйән Шаһишәриф улы Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнашҡан, шулаймы?

Ҡаһарман Һөйөндөкөв: Һуғыштың башынан аҙағынаса яу юлдарын үтә. Ауыр яранан һуң икенсе төркөм инвалиды булып тыуған ауылына ҡайтҡас та, эшһеҙ ултырмай, хат ташыусы, һатыусы һөнәрҙәрен үҙләштереп, оҙаҡ йылдар ауыл халҡына хеҙмәт итте. Эш ыңғайы дини йолаларҙы үтәне, яҡташтарын дауаланы.

 

– Дауалау алымдары ниҙән ғибәрәт ине?

Сәлмән Һөйөндөков: Ҡәләм менән сынаяҡ төбөнә аяттар яҙып бирә лә, ҡайтҡас, сирлеләр шул яҙманы сайҡап, һыуын эсә инеләр. Шул рәүешле дауаланы. Кеше кәсә, сынаяҡ тотоп килер ине.

Ҡаһарман Һөйөндөков: Эйе, дауалауы килешкәндер. Килеш-мәһә, йөрөмәҫтәр ине. Үҙем дә һынаным уның дауалау көсөн. Көрәштем дә, танауым ҡанай ҙа ҡанай, бер аҙна, ике аҙналап йөрөнөм, туҡтарға уйламай ҙа! Ҡайтып, атай менән сәй эсеп ултыра инек, яныма килеп, мине өшкөрҙө. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, баяғы ыҙалатҡан нәмә бөттө лә ҡуйҙы, бүтән бер ҡасан да улай йонсоманым.

 

– Атайығыҙ Мөжәүир хәҙрәт менән таныш инеме?

Сәлмән Һөйөндөков: Улар яҡшы таныштар ине, атайым гел Манһырға барып йөрөнө. Ул бит үҙе лә  Мөжәүир олатай һымаҡ кеше ине. Бохарала уҡыған мәлендә, каникул ваҡытында Нурмөхәмәт мөфтөйөбөҙ гел беҙгә килә торғайны. Сибай мәсете имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт тә атайҙа уҡыны, төрлө дини һорауҙар буйынса кәңәшләште.

 

– Һеҙ үҫкәндә мулла балалары, тип ҡыйырһытыусылар булманымы?

Ҡаһарман Һөйөндөков: Булды, әлбиттә, йыш ҡыйырһыттылар. Комсомолға алыуын алдылар. Атай беҙгә бер ҡасан да бер ни ҙә өндәшмәне, бер нигә лә ҡыҫылманы, нисек һәм ҡайҙа барып уҡыйбыҙ, бер ваҡытта ла ҡаршы килмәне. «Һеҙҙең теләктәрегеҙгә ҡаршы булманым, нисек теләнегеҙ, шулай уҡынығыҙ, белем алдығыҙ, тик ул белем менән эш бөтмәй. Әхирәттә кәрәкле буласаҡ ғилемде уҡығыҙ, өйрәнегеҙ», – тип, беҙгә, балаларына, васыят яҙып ҡалдырҙы. Күҙ ҡараһылай һаҡлайбыҙ, тормошҡа ашырырға тырышабыҙ атай һүҙен.

 

– Атайығыҙ Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөкөв тураһында тағы ниндәй иҫтәлектәр күңелегеҙҙә һаҡлана?

Сәлмән Һөйөндөков: Һәр бер кешегә Ҡөрьән сығалар бит. Сәғәт төнгө икеләргә тиклем ут һүнмәй, Ҡөрьән уҡый торғайны, таңғы бишкә тиклем дә уҡығаны булды. Кемгә бағышлағанын яҙып барған, һанап сыҡтым – 400-гә яҡын кешегә Ҡөрьән сыҡҡан.

Ул бер ваҡытта ла алдаманы. Үҙенең тормошон Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең ﷺ йәшәү рәүешенә тиңләргә тырышҡанмы икән? Һәр хәлдә үрнәк алған! Урманға барабыҙ, ағасты ҡырҡырға итһәң, ҡырҡма, ярамай, ти торғайны. Ҡороған ағасҡа ғына тейергә рөхсәт итте. Был да тәрбиә бит!

Ҡаһарман Һөйөндөков: Бер нәмәне лә әрәм-шәрәм итмәгеҙ, тине. Белгәндәр уны әүлиә тиҙәр. Белмәгәндәр, фотонан ҡарап, нурлы олатай, тип һоҡлана. Күршелә йәшәгән бер малайҙың: «Матур олатай», – тип өндәшеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй…

 

Яҡты донъяларҙа 81 йыл ғүмер иткән Фазылйән Шаһишәриф улын 1990 йылда һуңғы юлына оҙаталар. Динебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа ла Ҡөрьәндән, намаҙ-ураҙанан, сөннәт ғәмәлдән, зекерҙән айырылмайса, һәр ваҡыт Раббыһына һыйынып йәшәгән, йөрәге гел Аллаһтың хозурында булған Фазылйән олатайҙың васыяты үтәлде, әлхәмдүлилләһ. Донъялыҡта яҡты эҙ, матур хәтирәләр ҡалдырған Фазылйән, Сабирйән хәҙрәттәрҙең һәм башҡа аҡһаҡалдарҙың балалары, ырыу-заттары, күп ауылдаштары − бөгөн диндә, доғала, хаҡ юлда!

 

Светлана Әбсәләмова әңгәмә ҡорҙо

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...