Хәләл ризыҡ ашау – ғибәҙәткә тиң

Хәләл ризыҡ ашау – ғибәҙәткә тиң

“Кешенең ҡарынына хәрәм керһә, көн буйы ҡылған доғаһы, уҡылған намаҙы ҡабул булмаҫ”, – тип әйтеп ҡалдырған Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Бөгөнгө көндә һатыу кәштәләренә сығарылған аҙыҡ-түлек хәләл стандарттарына тап киләме?

 

Редакция ҡунағы Хәләл продукцияһын сертификациялау буйынса халыҡ-ара эксперт-аудитор Рәмилә Игзәзетдин ҡыҙы Әмирова менән ошо һорауға яуаптар эҙләнек.

 

− Рәмилә Игзәзетдин ҡыҙы, һеҙ ҡайҙа тыуып үҫтегеҙ?

− Мин 1970 йылдың 8 мартында Ауырғазы районының Ишле ауылында донъяға килгәнмен.

 

– Юғары белемле технолог булараҡ, аҙыҡ-түлек сертификацияһы өлкәһен һайлағанһығыҙ. Хәләл стандарттары буйынса белемегеҙҙе ҡайҙа камиллаштырҙығыҙ?

– Ишле урта мәктәбен тамамлағас, мине колхоздан Өфө механико-технологик техникумына уҡырға ебәрҙеләр. Унда һөнәр алғас, кире ауылға ҡайтып, икмәкханала эшләргә тейеш инем. Әммә 90-сы йылдарҙа үҙгәртеп ҡороу башланды, вәғәҙә ителгән икмәкхана төҙөлмәй ҡалды. Шулай итеп, 2-се Өфө кондитер фабрикаһында технолог булып хеҙмәт юлын башланым. Бер ыңғай ситтән тороп Мәскәү дәүләт аҙыҡ-түлек сәнәғәте институтын тамамланым.

2000 йылда Госстандарт тигән ойошмаға эшкә күстем. Аллаға шөкөр, һаман шунда хәҙерге көнгәсә егерме өс йыл тырышып эшләйем. Эш барышында төрлө йүнәлештә белемемде камиллаштырҙым. Шулай уҡ «хәләл» стандарттарын да өйрәндем.

Бөгөн мин аҙыҡ-түлекте сертификациялау, ИСО 22000 аҙыҡ-түлек продукцияһы хәүефһеҙлеге менеджменты системалары һәм ИСО 9001 сифат менеджменты системаһы буйынса эксперт.

2019 йылда Төркиәлә Ислам илдәре өсөн стандарттар һәм метрология институтында уҡыным, бер нисә йылдан белемемде камиллаштырып, хәләл продукцияһын сертификациялау буйынса эксперт-аудитор сертификатына эйә булдым. Был сертификат Үҙәк Азия төбәгендә хәләл продукцияһын сертификациялау буйынса аудиттар уҙғарыу хоҡуғы бирә.

 

− Бөгөнгө көндә хәләл продукциялар менән сауҙа итеү көндән-көн үҫешә. Рәсәй һәм республикабыҙ кимәлендә хәләл баҙар нисегерәк көйләнә?

– 2017 йылдың декабрендә Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ (РОССТАНДАРТ) стандартлаштырыу буйынса 704-се Проект техник комитетын булдырҙы. ПТК 704 «Продукция һәм хәләл хеҙмәтләндереү» тип атала. Был комитеттың секретариатын бойомға ашырыу Ҡазан Рәсәй ислам институтына йөкмәтелде. Уның төп бурыстары – хәләл продукция етештереү үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыусы һәм баҙарҙа хәләл талаптарына яуап бирмәгән ялған продукцияны һатыуға сығармауға йүнәлтелгән норматив-техник база булдырыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә дәүләт яғынан аҙыҡтың хәләл талаптарына тап килеүен күҙәтеү һәм ялғанды асыҡлау маҡсатында эшләгән күҙәтеү органдары юҡ.

 

– Хәҙерге заманда төрлө аҙыҡ өҫтәмәләре хәүеф тыуҙыра. Әммә етештереүселәрҙең бөтәһе лә аҙыҡ составын тулыһынса яҙмай. Ризыҡ һайлағанда нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

– Ысынлап та, бөгөн һатыуҙа хәләл ризыҡтарҙың күп төрлөлөгөн күҙәтергә мөмкин: ит, һөт, кондитер аҙыҡтары һәм башҡалар. Әлбиттә, хәләл аҙыҡ һайлаған саҡта, күп һорауҙар килеп тыуа. Күпселек ҡулланыусылар, хәләл ул тик иткә генә ҡағыла, тип иҫәпләй һәм бөтөн кондитер ризыҡтары рөхсәт ителгән, тип уйлайҙар.

Әммә бында бик иғтибарлы булырға кәрәк. Мәҫәлән, сыр, эремсек етештергәндә сычуг ферментен ҡулланалар. Ул фермент ике төрлө була. Хайуандарҙан алынған йәки микроб ярҙамында етештерелгән. Хайуандарҙың сычуг ферменты быҙау, бәрәс, кәзә, сусҡаларҙың ашҡаҙандарынан сығарыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етештереүселәр ул ферментты ниндәй хайуандан алғандары тураһында тулыһынса асыҡлап яҙмайҙар. Шуға күрә лә микроб ферментенан эшләнелгән сырҙы алыу хәйерлерәк буласаҡ.

Бөтөн ит, һағыҙ, какао, кондитер, шоколад аҙыҡтарына ҡушылған ароматизаторҙар составында глицерин булыуы мөмкин. Глицерин да хайуан йәки үҫемлек майынан етештерелә. Бында ла үҫемлек майынан эшләнгәнен ҡулланырға була.

Желатин – ул хайуандан эшләнелгән аҙыҡ төрө. Желатин хәрәм хайуандан (сусҡа) йәки дин ҡанундары буйынса салынмаған хайуандан эшләнгән булhа, ул ҡулланылған ризыҡтарҙы мосолмандарға ашарға ярамай.

Кармин-кошениль тигән инә бөжәктәрҙең янсығы етештергән кармин кислотаһынан эшләнелгән ҡыҙыл буяу. Шәриғәт буйынса ул матдә тыйыла.

 

– Хәләл стандарттары иттән башҡа тағы ниндәй аҙыҡтарға ҡағыла?

– Хәләл аҙыҡ-түлек етештереүгә дөйөм талаптарҙы үҙ эсенә алған документ 2023 йылдың 1 июнендә ҡулланышҡа инәсәк. Һуңғы стандарт түбәндәге аҙыҡтарға ҡарата талаптар билдәләй:

Аҙыҡ-түлек һәм хәләл сеймал:

– ит һәм ит аҙыҡтары, балыҡ һәм балыҡ аҙыҡтары;

– һөт һәм һөт аҙыҡтары;

– ҡош ите һәм ҡош итенән эшкәртелгән продукция;

– ҡош йомортҡаһы һәм йомортҡанан эшкәртелгән продукция;

– иген һәм иген продукцияһы, икмәк һәм макарон изделиялары;

– үҫемлек һәм хайуан майы аҙыҡтары;

– емеш-еләк, йәшелсә, бәшмәк һәм уларҙан эшкәртелгән продукция;

– шәкәр, шәкәр ҡушылған аҙыҡ-түлек һәм кондитер изделиялары;

– һыу һәм минераль эсемлектәр;

– бал һәм умартасалыҡ продукт-тары;

– сәй, ҡәһүә һәм какао эсемлектәре, тәбиғи сеймалдан татлы өҫтәмәләр;

Шулай уҡ был яңы стандарттар хәләл продукция етештереү процестары, етештереү биналары, технологик ҡорамалдар, инвентарь, аҙыҡ тараһы, төргәге һәм ярҙамсы материалдарға ҡағыласаҡ.

 

– Ниндәй хәләл билдәләренә (знактарына) бөгөн тулыһынса ышанырға була?

– Донъяла йөҙҙән ашыу хәләл сертификация ағзаһы бар. Ҡайһы берҙәре дәүләт кимәлендә эшләй, ҡайһылары халыҡ-ара ойошма ҡарамағында аккредитация үткән коммерция структураһы булып тора, шулай уҡ үҙ стандарттары буйынса эшләгән шәхсән компаниялар ҙа бар.

Рәсәй хәләл баҙарында берҙәм стандарттар булмау сәбәпле, аҙыҡтың хәләл талаптарына тап килеүен билдәләүсе төрлө маркалы тауарҙарҙы осратырға мөмкин. Ғөмүмән алғанда, хәләл стандарттары бер үк, йәғни, аҙыҡта алкоголь, сусҡа ите, үле мал ите һәм майы, шулай уҡ кеше һаулығына зарарлы матдәләр ҡушылмауы мотлаҡ күҙәтелергә тейеш. Әммә хәләл аҙыҡты етештергән саҡта ҡайһы бер нескәлектәре бар, шуның өсөн төрлө стандарттар араһында килешмәүсәнлек булыуы ихтимал.

Рәсәйҙә 40-тан ашыу хәләл сертификация системаһы бар. Бынан тыш төрлө төбәктәрҙәге мосолман ойошмалары дини ҡанундарға тап килеүҙе раҫлаусы таныҡлыҡ тапшыра. Теркәлгән системаларҙың реестрын Росстандарт сайтында ҡарарға мөмкин.

Сертификациялау органы тәү сиратта рәсми юридик статус, шулай уҡ аккредитация булыуы менән билдәләнә. Бөтөн Рәсәй хәләл сертификация ағзалары аккредитация үтеү менән ҡыйынлыҡтарға осрай.

Асылда, бындай ойошмаларҙың барыһы ла үҙ-үҙҙәренә аккредитация үткәрә. Йәғни, үҙҙәре стандарттар булдыра, үҙҙәре раҫлай һәм шуның буйынса сертификация үткәрәләр.

Шуға күрә киләсәктә 704-се стандартлаштырыу проект-техник комитетының Рәсәй кимәлендә берҙәм хәләл стандарттарын булдырыу мәсьәләһе тора.

Быйыл май айында «Рәсәй – Ислам донъяһы: «KAZANFORUM 2023» тигән XIV Халыҡ-ара иҡтисад форумы уҙғарыласаҡ. Унда хәләл продукттарын сертификациялау буйынса актуаль һорауҙар күтәреләсәк. Кемдәр теләй, ойоштороусыларҙың сайттарына инеп теркәлергә мөмкин.

 

– Ниндәй хәләл-кафе һәм ресторандарҙа шикләнмәй ри-зыҡланырға була?

−Беҙҙең Башҡортостан мосолман диниә назараты эргәһендәге «Хәләл» стандарты комитеты сайтында хәләл кафеларҙың исемлеге бар. Әгәр ҙә кафе ошо исемлеккә индерелмәһә, унда барыу шикле.

 

− Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Аллаһу Тәғәлә яуаплы эшегеҙҙә уңыштар насип итһен!

 

 

 

Ләйсән Бәхтиева әңгәмә ҡорҙо

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...