«Ватанды һөйөү – имандан!..»

«Ватанды һөйөү – имандан!..»

 

Ғәҙәттә, февраль айы һанында беҙ көслө зат вәкилдәре менән әңгәмә ҡорабыҙ. Бөгөн дә беҙ был йолаға тоғролоҡ һаҡлап, Рәсәй ислам университетының уҡытыусыһы, Өфө районы Булгаков ауылының «Мираҫ» мәсете имам-хатибы Булат Ғафуров менән һөйләшәбеҙ.

 

– Әңгәмәбеҙҙе танышыуҙан башлайыҡ. Булат хәҙрәт, Һеҙ нисек дингә килдегеҙ? Ҡайҙа белем алдығыҙ?

– Дүртөйлө районы Әсән ауылы егетемен, туғыҙынсы синыфта намаҙға баҫтым. Барыһы ла өйөбөҙҙә үткән Ҡөрьән ашы мәжлесенән башланды. Тап шул саҡта районыбыҙҙың имам-хатибы Рәмил хажи Иҫәнбирҙин мине дини курстарға саҡырҙы. Мәсеткә бармайым, тип ҡырталашып ҡараным, әммә һиҙгер йөрәкле хәҙрәт шул мәлдә күңелемә асҡыс табып, мине изге йүнәлешкә күндерә алды. Һәм, мәсеткә йөрөй башлағас, күп тә үтмәне, был ғилемгә ғүмерлеккә ғашиҡ булдым. Гүзәл динебеҙ кешенең күңелен боҙған рухи ауырыуҙарҙан һауыҡтыра, унда мутлашыуға, кешене төп башына ултыртып йәшәүгә урын юҡ икәнлеген аңлағас, ғилемгә ынтылышым тағы ла көсәйҙе. Бөгөн тирә-яғыбыҙға ҡараһаҡ, күбеһе алдаша, аяҡ салып, арҡаға бысаҡ ҡаҙарға әҙер, вәғәҙәһендә тормай. Аллаһу Тәғәлә менән даими әңгәмәлә булған кешенең генә рухи таянысы бар. Барыбыҙға ла ошо хаҡ юлдан тайпылмайса барырға яҙһын, тип туҡтауһыҙ доғалабыҙ. Илаһи әмин.

Мәктәптән һуң Рәсәй ислам университетына уҡырға инеп, уны тамамлап, ошо уҡ уҡыу йортонда эшкә ҡалдым, һәм был өлкәлә 2006 йылдан эшләйем. Киске бүлектә тәфсир – Ҡөрьәндең төп мәғәнәләрен аңлатыу фәненән уҡытам.

 

– Шулай уҡ Булгаков ауылының «Мираҫ» мәсетенең имам-хатибы ла Һеҙ. Бер таныш хәҙрәттең дин нигеҙҙәрен аңлатыу бер ни ҙә түгел, ә бына кешеләрҙе бер коллективҡа, йәмәғәткә туплау – иң ҡыйыны, тигәне хәтерҙә. Был ысынлап та, шулаймы?

– Ғибәҙәтхана төҙөлөшөн билдәле шәхесебеҙ Марат Хәлил улы Шәймәрҙәнов етәкләне. 2015 йылда асылған көнөнән был мәсеттең имам-хатибымын. Эйе, халыҡты туплау анһат түгел, әммә унан алдараҡ ғибәҙәтханаға алып килеү тағы ла ҡатмарлыраҡ.

Асылда мәсеткә төҙөлөш эшендә ҡатнашҡан, саҙаҡа өләшкән халыҡ килә. Бәлки, шуғалыр ҙа бер яңғыҙы ғына мәсет һалған кешенең эше тамамланғас, башҡалар ярҙам итә алмау сәбәпле, мәсете буш тора, сөнки кеше, был мәсеткә бара алмайым, бында тырнаҡ ҡәҙәр ҙә көсөм инмәне, ти. Ә изге эштә ҡатнашып, берәр кирбес, бер һауыт буяу булһа ла, килтергән кеше: бәләкәй генә булһа ла, был мәсеттә минең өлөшөм бар, тимәк, бында һис ҡурҡыуһыҙ инә алам, – ти ҙә килә. Мәсет һалырға ниәтләгәндәргә кәңәшем: яңғыҙ төҙөмәгеҙ.

Тарихҡа күҙ һалғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ янында Әбү-Бәкер әс-Сиддиҡ, Ғүмәр, Ғуҫман һәм Ғәли кеүек ышаныслы, тәҡүәле сәхәбәләр туплана. Әлхәмдүлилләһ, ун йыл эсендә беҙҙә лә шундай татыу ун ике йәш кешенән торған төркөм коллектив тупланды, һәр береһенең үҙ вазифаһы бар. Ойоштороу һәм дәрес биреү бурысы минең өҫтә, мәсетебеҙҙә дежур итеүҙе ойоштороу өсөн яуаплы кешеләр бар. Берҙәм команда тупланғас, дәрескә, намаҙға килеүселәр һаны ла артты.

Кешенең күңелендә СССР дәүеренән ҡалған бер пәрҙә – ҡурҡыу бар. Һаман да мәсеткә килергә ҡурҡалар, күп осраҡта динебеҙҙе йыназа, исем ҡушыу рәүешендә генә күрәләр. Шуның өсөн беҙ мәсетебеҙҙә дини курстар алып барабыҙ: шишәмбе көнө – Ҡөрьән дәресе, шаршамбы пәйғәмбәрҙәр тарихын өйрәнәбеҙ, әйткәндәй, уны мин түгел, мәхәлләбеҙҙең иң әүҙем егете алып бара, шул дәресте кинәнеп, шәкерт рәүешендә тыңлайым, был минең өсөн бик ҡыҙыҡ тәжрибә. Кесе йома имам Раббаниҙың «Мәктүбәт» китабын уҡыйбыҙ. Йома көндө салих кешеләрҙең тормошон байҡайбыҙ, уларҙан фәһем алабыҙ, үҙ өҫтөбөҙҙә эшләйбеҙ. Әлхәмдүлилләһ, ғилемгә ынтылған имандаштарыбыҙ шулай ҙа күбәйә, дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәре тағы ла нығына.

 

– Мосолмандарға ике донъяны ла тигеҙ алып барырға ҡушылған. Быға нисек ирешергә мөмкин?

– Әхирәт донъяһын йәмләндерер ғибәҙәт, дини ғилем, саҙаҡа өләшеү менән донъяуи эште лә алып барырға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаның ﷺ тормошонда килем алыу юлы ун өс булған. Йөрәге аҡсаға бәйле булмағас, ул килеп торған байлыҡты таратҡан, ярлыларға өләшкән.

Донъялыҡтағы тормош өсөн тырышып та, әхирәт ғәме тураһында онотмаған ҡәрҙәштәребеҙ даланлы. Мин быны уҡыусыларымдан сығып әйтәм. Иренмәйсә, мәсетебеҙгә иртән-иртүк йыйылған имандаштарыма дәрес үткәреп, ҡыуанып эш урындарына оҙатам. Кисен эштән һуң дини ғилемгә һыуһап килгән студенттарымды ҡаршы алыуыма һөйөнәм. Ғалимдар әйтә: «Кем дә кем ваҡыттың хужаһына ваҡытын бағышлаһа, ул кеше өсөн ваҡытын киң ҡыла Аллаһ. Кем ваҡытым юҡ, тиһә, уның өсөн Аллаһ тар ҡыла, шунан инде был кеше бер нигә лә өлгөрмәй».

 

– Хәҙрәт, улдарыбыҙҙы нисек ысын ир итеп үҫтерергә кәңәш бирегеҙ.

– Бөйөк шәхес имам Шамил: «Әгәр ҙә ир үҙ урынын белһә, ҡатыны ла үҙ урынын белер», – тип әйткән. Ә беҙҙә ир ҡатынына, урыныңды бел, ти, ҡатын да иренә ҡаты итеп әйтә. Һөҙөмтәлә, ул ир ҙә, ҡатыны ла үҙ урынын белмәй, бер-береһенән тәнҡит кенә ишетә. Шуны күреп, бала, атайҙың бурысы нимәлә, әсәйҙең урыны ҡайҙа икәнлеген аңламай үҫә, буй еткерһә лә, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмаҫҡа тырыша. Аҙаҡ инде ул өйләнә алмай йөрөүенең, фатир алмауының сәбәбен үҙендә түгел, башҡаларҙа күрә башлай, йәнәһе, илебеҙ, Ватаныбыҙ ғәйепле, ә бына сит илдә рәхәт, – тип яуап ҡайтара. Әлбиттә, тәрбиә эшендә сабырлыҡ, дөрөҫ фекерләү, доға кәрәк.

«Ватанды һөйөү – имандан», – тип әйтә мөфтөйөбөҙ Тәлғәт Сафа улы. Башҡа кешеләр, билдәле шәхестәребеҙ Ватан һүҙен ни өсөндөр бик һирәк ҡуллана һуңғы йылдарҙа.

 

– Һеҙҙең ғаиләгеҙҙә ниндәй ҡағиҙәләр бар?

– Төп ҡағиҙәләр ашауға бәйле. Атайҙан алда өҫтәлгә ултырмау. Атай торғансыға ҡәҙәр, берәү ҙә тормай. Был беренсе ҡағиҙә, икенсеһе: бер һыныҡ икмәкте лә, бер һауыт һыуҙы ла бүлешеү. Шул ваҡытта өҫтәл артында ултырған ғаиләлә мәғәнәүи бер бәйләнеш барлыҡҡа килә, был күп нәмәгә, күңел торошона, татыулыҡҡа ҙур йоғонто яһай. Ғаиләләр берҙәм булһа, Ватаныбыҙ ҙа тыныс була.

 

– Күп мосолмандар Һеҙҙе хәләл турҙар, хәләл сәйәхәттәр ойоштороусы хәҙрәт тип белә. Был шөғөлөгөҙгә нимә этәргес бирҙе?

– Республикабыҙ буйлап матур сәйәхәттәр ойоштороуыбыҙ әлеге-баяғы мәсеткә халыҡты туплау эшенән башланып китте. Изге йортҡа килегеҙ, тип кенә саҡырыу һөҙөмтә бирмәне, сөнки, бая әйткәнемсә, кешенең күңелендә һаман да ниндәйҙер ҡурҡыу, шөрләү барлығын һиҙҙек. Был турала оҙаҡ уйландым, доғалар ҡылдым, һәм Рәхимле Аллаһ уңышҡа ирештерҙе! Тәбиғәт ярҙамында дингә ылыҡтырыу юлын күрһәтте. Әҙәм балаһы тупраҡтан яратылған бит. Таш ҡаланан, уның шау-шыуынан йырағыраҡ китеп, ергә ҡағылып, балсыҡҡа ултырғас ҡына кешенең күңеле йомшара башлай, ирей. Шул мәлдә мөһим төшөнсәләр тураһында һөйләшеү өсөн йөрәге асыла. Урман-тауҙар ҡыҙырып ҡайтҡас, күбеһе мәсетебеҙгә килде, дәрескә йөрөй башланы. Әммә яҡын һәм алыҫ райондарға һаман да йөрөйбөҙ, изге урындарға сәфәр ҡылабыҙ. Рухи һәм физик яҡтан сынығырға теләгән һәр кеше «Хәләл тур» төркөмөнә ҡушылып, ял көндәре беҙҙең менән юлға сыға ала.

 

– Булат хәҙрәт, студенттары-ғыҙҙан, тәү сиратта, нимә талап итәһегеҙ? Дини ғилемде үҙләштереү, төшөнөү өсөн ниҙәр кәрәк?

– Нимә ул Аллаһ Ризалығы, тигәнде аңлатып, уға ирешеү юлдарын күрһәтә белеү. Бер генә кешенең булһа ла, Аллаһ Нәсихәтен ҡабул итеп, хаҡ юлға баҫыуына сәбәпсе булыу. Матур өлгө күрһәтеп, барыһын да хаҡ юлға әйҙәп йәшәргә тырышыу. Яҡындарыбыҙҙың, имандаштарыбыҙҙың рухи үҫешенә этәргес булыу, илһамландырыу. Артабан инде имандашыңды яҡшы холоҡҡа ирешергә, насар сифаттарҙан арынырға ярҙам итеүсе остазға, тәҡүәлеләр янына йүнәлтеү.

 

 

Светлана Ғәлиуллина әңгәмә ҡорҙо

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...