«Кеше үҙ халҡының тарихын белергә тейеш!..»
Шундай кешеләр була: уларҙың бар булмышынан юғары мәҙәниәтлек, тәрән интеллект аңҡып тора. Һин уларҙы яҡындан аралашып белмәһәң дә, күңелдә уларға ҡарата һоҡланыу һәм ихтирам тойғоһо йөрөтәһең. Ундайҙар, ғәҙәттә, төрлө ваҡлыҡтарҙан юғары, сәбәләнмәй, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай. Шундай шәхестәрҙең береһе – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы, Өфө сәнғәт институтының режиссура һәм актерлыҡ оҫталығы кафедраһы мөдире Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева – гәзитебеҙҙең бөгөнгө ҡунағы.
– Таңсулпан Даһи ҡыҙы, кешегә әҙәп-тәрбиәнең нигеҙе, ғәҙәттә, ғаиләлә һалына. Һеҙ ниндәй ғаиләлә тәрбиәләндегеҙ?
– Мин Дәүләкән ҡалаһында тыуып үҫкәнмен. Әсәйем дә, өләсәйем дә (атайымдың әсәһе) – уҡытыусылар, атайым да һөнәре буйынса уҡытыусы булған. Мин 12 йәшкә тиклем өләсәйемдә үҫтем. Сөнки, миңә өс йәш булғанда, 29 йәшлек атайым Волга йылғаһында һыуға батып үлгән, ә әсәйем туберкулез менән ауырып киткән, һәм уға табиптар балалар менән аралашмаҫҡа ҡушҡан. Һеңлемде Ғөбәйҙә нәнәйем (әсәйемдең әсәһе) алған.
Мине тәрбиәләүсе өләсәйем Мәдхинур Хәйрулла ҡыҙы
(тыумышы менән Мишкә ра-йоны Ҡыйғаҙытамаҡтан) ул сағында данлыҡлы Дәүләкән педучилищеһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан, бик көслө, талантлы уҡытыусы булған. Ә мине ул бәләкәйҙән рус классикаһы, драматургия менән таныштырҙы. Киноларға йөрөттө. Евгений Онегин, Анна Карениналарҙы шул ваҡытта уҡ белә инем. Шуға күрә спектаклдәрҙә классик ролдәрҙе уйнау миңә еңел бирелде. Мәктәптә уҡығанда ла, әҙәбиәт, тарих дәрестәре минең өсөн иң яратҡан дәрестәр ине. Өләсәйемдең әҙәбиәткә, сәнғәткә, шиғриәткә һөйөүе улына ла күскән. Атайым Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый, шиғырҙар, пьесалар яҙа, Рәми Ғарипов менән бер ятаҡта йәшәй, дуҫ булалар.
Тормош һабаҡтарын Мәдхинур өләсәйемдән алдым. Ул үҙе күп ауырлыҡтар үткән көслө шәхес ине. Уның ҡыҙ фамилияһы ла Бабичева, һәм шул уҡ Бабичевтар тоҡомонан булған ҡартатайыма кейәүгә сыҡҡан. 1930 йылда 82 йәшлек атаһын һәм дүрт ағаһын, кулак мөһөрө тағып, ҡулға алалар, береһе лә төрмәнән сыҡмай, үлеп ҡала. Ире, һуғышҡа китеп, хәбәрһеҙ юғала. Берҙән-бер улы ла янып йәшәр сағында вафат була. Ләкин мин өләсәйемдең илап ултырғанын күрмәнем. Көслө рухлы шәхес ине. Ул мине лә үҙаллылыҡҡа, тормошта ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, бирешмәҫкә өйрәтте. 30-сы йылдарҙа Бабичевтарҙы ауылдары менән һөргөнгә оҙаталар, ҡайһылары фамилияларын үҙгәртә, ләкин өләсәйем фамилияһын ғорурлыҡ менән йөрөтә. Уҡыусылары ла уға «Бабичева апа» тип өндәшә торғайны.
Мәдхинур өләсәйем вафат булғас, мин әсәйемдәр менән йәшәй башланым. Әсәйем, оҙаҡ дауаланғандан һуң, Ғөбәйҙә нәнәйемдең доғалары менән, шулай уҡ кәзә һөтө эсеп, ауырыуын еңеп сыҡҡайны. Башҡаса мин әсәйемдән уның вафатына тик-лем айырылманым, Аллаһҡа шөкөр. Ғөбәйҙә нәнәйем миңә дини яҡтан һабаҡтар бирергә тырышты. Доғалар өйрәтте һәм: «Һин быларҙы, кешеләр ишетмәҫлек итеп, эстән генә уҡы», – ти торғайны. Ғәжәп, мин бер ҡасан да атеист булманым, Аллаһтың барлығын, Уның берәү генә икәнен баштан уҡ белә инем. Ҡайҙан белгәнмендер, әйтә алмайым. Үҙемдең генә доғам да булды: «Аллаһым, мин беләм, Һин Берәүһең, һәм Һиңә ниндәй генә телдә өндәшһәм дә, мине ишетәһең, сөнки минең һүҙҙәрем ысын йөрәктән...»
– Һеҙ сағыу образдар тыуҙырған, тамашасылар яратҡан сәхнә йондоҙо булдығыҙ һәм ҡапыл ғына, сәхнәне ҡалдырып, уҡытыу эшенә күстегеҙ, 40 йыл инде студенттарға актерлыҡ оҫталығы дәрестәре бирәһегеҙ. үҙегеҙҙең мәктәбегеҙҙе булдырҙығыҙ. Уҡытыусылыҡ ул һеҙҙең ҡандан килгән күңел талабы булдымы әллә?
– Был эҙмә-эҙлекле килде. Актриса булып эшләгән саҡта уҡ мине уҡытыу эшенә йәлеп итә башланылар, бәлки, ҡандан да килгәндер, һәр хәлдә, был минең өсөн тәбиғи хәл ине – бер баҫҡыстан икенсе баҫҡысҡа күтәрелеү, йәғни, үҙемдең актерлыҡ тәжрибәм нигеҙендә студенттарҙы сәхнә тормошона әҙерләү. Был, минеңсә, күпкә файҙалыраҡ.
– Һеҙ үҙегеҙҙең халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры нәҫеленән икәнегеҙҙе белеп үҫтегеҙме?
– Миңә алты йәш ине. Беҙгә Фәсәхәт исемле апай килде, шағирҙың бер туған һеңлеһе булғанын аҙаҡ белдем. Ул, эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, Пермь өлкәһенә киткән булған. Өләсәйем менән оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Ул Әхнәф Харисовтың «Шәйехзада Бабич» тигән китабын алып килгәйне. Мин үҙемдең, нишләп уның фамилияһы минеке кеүек, кем ул, тип һорағаным иҫемдә. Өләсәйем бер нәмә лә аңлатманы: «Һин мәктәптә, ҡәрҙәшем, тип һөйләнеп йөрөмә тағын», – тип, китапты йәшереп ҡуйҙы. Аҙаҡ, Фәсәхәт апай Әсән ауылына (Дүртөйлө районы) күсеп ҡайтҡас, уның менән осрашырға тура килде. Беҙ нисек ҡәрҙәшбеҙ, тип һорағас, ул: «Бик яҡын ҡәрҙәшбеҙ, беҙҙең ҡартатайҙар бер туған бит», – тине. Шунан миңә үҙ ҡулы менән шәжәрәне яҙып бирҙе. Мин уның аша Бабич тураһында күп нәмәләр белдем. Һәм был ғүмер буйы артымдан эйәреп йөрөнө. Ғәзим Шафиҡовтың Бабич тураһындағы спектаклен дә ҡуйырға теләгәйнем. Рөхсәт булманы, сөнки уны аҡтар түгел, ҡыҙылдар үлтергән бит – совет осоронда бындай нәмә үтмәй ине. Шунан инде, уҡыта башлағас, уның шиғырҙарын студенттарыма бүлеп биреп, уның ижадын, бигерәк тә уның кемлеген уларға аңлатырға тырыштым.
– Һеҙ буласаҡ актерҙар өсөн «шиғри театр» булдырған кеше. Бабичтың ижады һәм яҙмышына арналған шиғри-драматик спектаклдәрҙе институтта ғына түгел, башҡа урындарҙа ла күрһәттегеҙ. Халыҡ нисек ҡабул итте?
– Бабич тураһында тәүге шиғри спектаклде Йылайырҙа, уны язалап үлтергән урында күрһәттек. Унда ошондай хәл булған. Туғандар ҡәберлегенә ҡуйылған шағирҙың бюсы ҡыйшая башлағас, уны йүнәтергә булып, эргәһенән ҡаҙа башлайҙар һәм ике кешенең һөйәктәре килеп сыға. Уларҙы йыйып, Мәскәүгә экспертизаға ебәрәләр. Ярты йылдан яуап килә: ебәрелгән өлгөләрҙең ДНК мәғлүмәттәре (билдәләре) буйынса, береһенең Ш.Бабич менән тап килеүе асыҡлана. 2007 йылдың 18 ғинуарында шағирҙың һөйәктәрен рәсми рәүештә яңынан ерләү ойошторола. Мин, шунан алдараҡ, ул турала белмәйенсә, «Бабич» спектакле менән һеҙгә киләбеҙ, тип, районға шылтыраттым. Шулай итеп, көтмәгәндә, алдан әҙерләнгән һымаҡ, Аллаһтың әмере булғандыр инде, беҙгә ошо оло ваҡиғала ҡатнашырға тура килде. Халыҡ үҙенең бөйөк улын, ысын милли геройын һуңғы юлға оҙатҡандай оҙатты... Траур митингыһынан һуң мәҙәниәт һарайында спектаклде күрһәттек. Халыҡ, аяғүрә тороп, артистарҙы сәхнәнән сығармай, бик оҙаҡ алҡышланы.
Һуңынан миңә тағы ла бер ғәжәп хәлде һөйләнеләр: тап шул көндө шағирҙың ата-бабаларының төйәге Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында ҡыш уртаһында яртылаш туңған күл өҫтөнә ике аҡҡош осоп төшә. Әйтерһең дә, уның «Ике аҡҡош» тигән шиғыры яңынан терелә... Был да Хоҙайҙың бер хикмәтелер, тим.
Артабан уның «Ғазазил» һәм башҡа әҫәрҙәре буйынса, унан тыш башҡорт халҡы тарихындағы фажиғәле мәлдәрҙе (улар бит мәктәптә лә, вуздарҙа ла өйрәнелмәй) сағылдырған композицияларҙан диплом спектаклдәре ҡуйҙыҡ. Былар бит студенттарға актерлыҡ оҫталығын ғына түгел, рухи, әхлаки тәрбиә лә бирә, халҡы яҙмышына битараф булмаған ижади шәхес тәрбиәләй.
– Ә «Бабич» фильмын эшләү идеяһы нисек тыуҙы?
– 2012-2013 йылдарҙа үҙем менән бер кафедрала эшләгән башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсәсәк Саламатова менән республика сәнғәте һәм мәҙәниәтенә нигеҙ һалыусы тәүге быуын интеллигенцияһына арналған әҙәби-документаль композиция өсөн материал йыйҙыҡ. Ошонда беҙ 1937 йылда Башҡортостандағы репрессия ҡорбандары тураһындағы мәғлүмәттәргә юлыҡтыҡ. 1938 йылдың 10 июлен беҙ башҡорт халҡының «ҡанлы йәкшәмбеһе» тип атаныҡ – тап ошо көндөң төнөндә 44 кешене – башҡорт зыялыйҙарының иң аҫылдарын – сығарып атҡандар. Беҙҙең өсөн был ҡот осҡос, тетрәндергес асыш булды. Диплом спектаклен «10 июль – бер көн һәм бер быуат» тип атаныҡ.
Ләкин диплом спектаклдәренең ғүмере ҡыҫҡа. Һәм, кинорежиссер Булат Йосоповтың тәҡдиме менән, уларҙан фильм эшләргә булдыҡ. Һәм беҙ, Гөлсәсәк менән бергә, ете сериялы тарихи-нәфис фильм өсөн сценарий яҙҙыҡ. Ул, архивтарҙа ултырып, ғәрәп алфавитындағы текстарҙы башҡортсаға әйләндерҙе.
Тарих фәндәре кандидаты Азат Ярмуллин, консультант булараҡ, ныҡ ярҙам итте. Ләкин быларҙы фильм итеп эшләү күп сығымдар талап иткәнлектән, башта «Бабич»ты эшләргә булдыҡ, ҡалған алты серияны бер серияға ҡалдырҙыҡ. Эш дәүерендә күп тарихи факттар беҙҙең өсөн асыш булды: мәҫәлән, Башҡортостан республикаһының 1919 йылда түгел, ә 1917 йылда барлыҡҡа килеүе. 1917 йылдың 20 декабрендә Ырымбурҙа үткән Башҡорттарҙың Өсөнсө Ҡоролтайында Үҙаллы Башҡортостан Республикаһы иғлан ителә. Тап шул ваҡытта Бабич Башҡорт шураһының сәркәтибе һәм «Башҡорт» гәзитенең мөхәррире була.
Шул ваҡиғаға теүәл бер быуат тигәндә, 2017 йылда беренсе Башҡорт хөкүмәтенең ағзаһы, бөйөк шағир Шәйехзада Бабичҡа арналған тулы метражлы тарихи нәфис фильм донъя күрҙе. Бик күп рәхмәт һүҙҙәре ишеттек – ижади шәхестәрҙән генә түгел, ябай халыҡтан, йәштәрҙән, уҡыусыларҙан. Халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып, юғары баһаларға лайыҡ булдыҡ. Төркиәлә, халыҡ-ара фестивалдә саҡта, Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә ханым менән осраштыҡ. Фильмдың дискыһын бүләк иттем. Аҙаҡ ул: «Балалар, туғандар менән фильм-ды ҡат-ҡат ҡарайбыҙ һәм үҙебеҙҙе атайыбыҙҙың тыуған яғында булып ҡайтҡан кеүек тоябыҙ», – тип рәхмәттәрен белдерҙе.
– Эйе, «Бабич» фильмы халҡыбыҙ йөрәгенә тереһыу булып барып инде. Уның артынса – «Беренсе Республика» фильмы – башҡорт халҡы тарихындағы шулай уҡ быға тиклем асыҡтан-асыҡ һөйләнмәгән, фажиғә менән тулы йәшерен биттәрҙе асып һалған тарихи нәфис фильм. Ул да, ҙур экранға сығып, тамашасылар, тарихсылар, сәнғәт һәм мәҙәниәт белгестәре тарафынан бик юғары баһа алды. Был фильмды иламайса ҡарау мөмкин түгел. Ә бит Һеҙ нисәмә йыл шуның менән йәшәгәнһегеҙ, эсендә ҡайнағанһығыҙ. Шул ваҡыттағы кисереш-тойғоларығыҙҙы аңлата алаһығыҙмы?
– Табип операция ваҡытында ауырыуҙы йәлләмәй. Шуның һымаҡ, әгәр хис-тойғоға бирелеп, илап ултырһаң, эшеңде эшләй алмайһың. Әммә был тема минең күңелдең төбөндә бәләкәйҙән үк йәшәп килгән, күрәһең. Мәдхинур өләсәйем Дәүләкән педучилищеһында Мөхәммәтша Буранғолов менән бергә эшләгән. Уны 1937 йылда алып китәләр. Уға тиклем, башта әйткәнемсә, өләсәйемдең атаһын, дүрт ағаһын төрмәгә ултыртып, юҡ итәләр. Был «ҡурҡыныс теманы» мин белеп үҫтем. Артабан миңә Зәйтүнә Бикбулатова менән бергә эшләү бәхете тейҙе, гастролдәрҙә саҡта мин унан репрессия тураһында һораштым, ул бик һаҡ ҡына һөйләне. Ғәзим Шафиҡовтың әҫәре буйынса ҡуйылған «Һәҙиә» фильмында (режиссеры Ренат Нуруллин) Һәҙиә Дәүләтшина ролен башҡарырға тура килде. Бер һүҙ менән әйткәндә, был тема мине бер ҡасан да тыныслыҡта ҡалдырманы. Ул мине ҡурҡытһа ла, Аллаһу Тәғәлә мине ошо темаға тотонорға әҙерләгән, тип уйлайым. Кәрәк урында кәрәкле кешеләрен дә килтереп ҡуйған. Фильмды эшләгәндә лә, нисектер, бөтәһе лә уңай тура килеп торҙо.
«Бабич» һәм «Беренсе Республика» фильмдары миңә ни өсөн йәшәгәнемде, тормоштағы төп вазифамды аңларға ярҙам итте. Кеше үҙ халҡының тарихын белергә тейеш. «Үҙ тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ» тип, юҡҡа әйтелмәй бит.
Беҙ фильмда берәүҙе лә ғәйепләмәнек, берәүгә лә янаманыҡ. Беҙ фәҡәт ысын-барлыҡта булған тарихты күрһәттек. Фәһем булһын, башҡа бындай хәл ҡабатланмаһын, һәм шәһит киткәндәрҙең йәндәре тынысланһын өсөн. Беҙ уларҙы оноторға һәм доғаларыбыҙҙан ҡалдырырға тейеш түгелбеҙ, тип уйлайым.
– Уҡытыусылыҡ эшегеҙҙе әле лә ошо йүнәлештә дауам итәһегеҙме?
– Әлбиттә. Тарихи шәхестәребеҙ, әҙиптәр тураһында, уларҙың әҫәрҙәре буйынса студенттар өсөн композициялар эшләйбеҙ, диплом спектаклдәре ҡуябыҙ. Сөнки, мин уйлайым, беҙҙең бурыс – сәхнә оҫталары әҙерләү генә түгел, ә үҙ халҡын ихтирам иткән, уның яҙмышына, тарихына, теленә битараф булмаған, аңлы фекер йөрөткән, рухлы шәхес тәрбиәләү.
Уҙған йыл беҙ, студенттарҙың диплом эше итеп, 19-сы быуаттың билдәле дин әһеле, ғалим һәм шағир Ғабдрахим Утыҙ Имәниҙең тормошо һәм ижады буйынса әҙәби-шиғри спектакль әҙерләп, «Нур» театрында күрһәттек.
– Таңсулпан Даһи ҡыҙы, әсәйегеҙ яғынан Һеҙҙең тамырҙарығыҙ тап ошо затлы нәҫелгә барып тоташа. Кем ул Утыҙ Имәни? Был турала гәзитебеҙҙең киләһе һанында яҙырбыҙ. Әле иһә, фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт белдереп, шуны ғына өҫтәге килә: шағир Ирек Кинйәбулатовтың Һеҙгә арналған шиғырында ошондай юлдар бар:
«Ялҡындарың һис һүнерлек түгел,
Һин – ялҡынлы Бабич тоҡомо...»
Беҙҙең теләк: затлы тоҡомдар ялҡыны һеҙҙән һуң килер быуындарығыҙға ла күсһен.