«Уландарыбыҙҙы фәрештәләре һаҡлап йөрөтһөн!..»
Олуғ Еңеү байрамы яҡыная. Шуның өсөндөр ҙә май һанын батыр йөрәкле, илһөйәр кешеләргә арнағы килә. Был юлы беҙҙең һорауҙарға махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам ойоштороуҙы етәкләгән күркәм шәхес яуап бирә. Таныш булығыҙ: Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы старостаһы Гүзәлиә Ариян ҡыҙы Кәримова.
– Ауыл халҡын ойоштороу анһат түгел, сөнки бөгөн һәр кем үҙе тураһында йышыраҡ уйлай, йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға бик талпынып тормай. Старостаға иһә ауыл проблемаларының уртаһында ҡайнарға тура килә. Үтә лә яуаплы эш йөкмәткәс, унан баш тартыу теләге булманымы Һеҙҙә, Гүзәлиә ханым?
– 2022 йылдың октябрендә ауылдаштарым мине ауыл старостаһы итеп һайлап ҡуйҙы. Бөтә илдә мобилизация иғлан ителгән ауыр осорға тура килде был. Әлбиттә, башлап ебәреүҙәре еңел булманы. Ауылыбыҙҙа мәктәп тә, клуб та эшләмәгәс, таяныр етәкселәр ҙә юҡ бит инде. Күпселек халыҡ – оло йәштәге пенсионерҙар, өлкән кешеләр. Улар төнгө өстә, дүрттә лә ярҙам һорап киләләр, шылтыраталар. Ут һүнгән саҡтарҙа ла, быҫҡаҡлап ямғыр яуып торғанда ла, ярҙам итмәйенсә булмай: һәр ваҡыт бер-береңә терәк булып йәшәргә кәрәк!
Староста эше анһат түгел, бер-ике ҡабат булдыра алмаҫмын, тип баш тартып ҡараным, халыҡ ышанысын белдергәс, был вазифаны дауам итергә ниәтләп, ҡулымдан килгәнде эшләргә тырышам. Ауыл старостаһына төрлө проблемаларҙы хәл итергә, төрлө ойошма етәкселәренә мөрәжәғәт итергә тура килә. Ултырып илаған саҡтар ҙа булғылай. Һәр эш алдынан Аллаһтан ярҙам һорайым. Барыһы ла – Уның ихтыярында. Аллаһ һәр ваҡыт ярҙамдарын ебәрә.
– Танылған шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың тамырҙары Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында. Ауылығыҙҙа хатта ике тапҡыр булырға тура килде миңә, һәм, ҡайҙа ҡарама, бөтә ерҙә Бабич рухы сағыла, тип хәҙер ҡыйыу рәүештә әйтә алам. Бай ҡомартҡылы музей ҙа, мәсетегеҙ ҙә тарих һөйләгән кеүек.
– Беҙ, ҡыйғаҙытамаҡтар, Бабич нәҫеленән булыуыбыҙға ғорурланабыҙ. Сит төбәктәрҙә йәшәгән Бабичтар ҙа һынатмай, ауылға ҡайтып, хөрмәт йөҙө күрһәтеп, мәсетебеҙҙә төрлө саралар үткәрә, музейға ла килеп етәләр. Аллаһтың Рәхмәте менән 2017 йылда «Бабич нуры» мәсете, ике йыл үткәс, Шәйехзада Бабич исемен йөрөткән музей асылды. Музей – кешелек донъяһы, халыҡ хәтере. Музейыбыҙ ҙур булмаһа ла, бай тарихлы: данлыҡлы яҡташыбыҙ ғаиләһенең бик күп уникаль ҡомартҡылары, шәжәрәләре һаҡлана. Музейҙың мөдире Әлфиә Зарипова бик яҡшы етәкселек итә.
«Бабич нуры» мәсетендә иһә арҙаҡлы шәхесебеҙгә Ҡөрьән уҡып, доғалар бағышлайбыҙ, Аллаһ ҡабул ҡылһын! Мәсетебеҙ асылғанға тиклем хәйерҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәй йонсой торғайныҡ. Инде хәҙер ғибәҙәтханалы булғас, ауылыбыҙ икенсе төрлө. Ауылдаштар хәләл менән хәрәмде айыра башланы, айыҡ тормош менән йәшәй, беҙ быға бик шатбыҙ.
– Ошо көндәрҙә Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тула. Белеүемсә, барыбыҙ өсөн ғәйәт ҙур, мөһим байрамға ҡыйғаҙытамаҡтар бик етди, төплө әҙерләнгән.
– Еңеү байрамын һәр ваҡыттағыса тулҡынланып көтәбеҙ. 80 йыллығына күптән әҙерләнә башланыҡ: 2023 йылда «Атайсал» проекты буйынса Хәсән шишмәһе төҙөкләндерелде. 2024 йылдың 20 июлендә «Реаль эштәр» проектына ҡушылып, район хакимиәте беҙгә 200 мең аҡса бүлде. Ошо һәм йомарт күңелле ауылдаштарыбыҙ йыйған аҡсаға Еңеү паркын заманса – плитәләр түшәп, ағастар ултыртып – төҙөкләндереп ҡуйҙыҡ, күркәм иттек. Ауыл эсендә иҫке йорт-һарайҙарҙы һүтеп, урамдарҙы таҙартып, ихаталарҙы тәртипкә килтерҙек. Ауылыбыҙ күҙгә күренеп матурайҙы, яңы һулыш алды. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ таҙалыҡты, бөхтәлекте яратҡан. Ҡыйғаҙытамаҡтар ҙа сөннәт буйынса йәшәргә тырыша. Аллаһу Тәғәлә изге эштәребеҙҙе ҡабул итһен. Бар нәмә лә Уның Ризалығы өсөн эшләнгән булһын!
– Аллаһу Тәғәлә, кем үҙенең яҡындарына һәм таныштарына ярҙам итә, шуларҙы ярата. Махсус хәрби операция башланған көндәрҙән алып бөтә ауыл халҡы һалдаттарыбыҙ хаҡында хәстәрлек күрә. Селтәр үреү, яугирҙарға кәрәк-яраҡтар тегеү эшен бер тигеҙ уңышлы алып бараһығыҙ. Ауылығыҙ, бәләкәй генә булһа ла, берҙәм. Был татыулыҡтың сере нимәлә?
– Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, беҙҙә татыу, тырыш халыҡ йәшәй. Илебеҙҙә махсус хәрби операцияһы башланғас та, яугирҙарға ярҙам йөҙөнән ауылыбыҙ халҡы ла әүҙем ҡушылды, бер йоҙроҡ булып ойошто, ике йылдан ашыу инде илһөйәрлеген, егәрлеген ғәмәлдә иҫбатлай: берәүҙәр аҡсалата, икенселәр ҡул көсө менән ярҙам күрһәтә. Сит ерҙәрҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа тос өлөш индерә.
Беренсе көндәрҙән үк селтәр үрә башланыҡ. Ошо эштә һикһән йәшен уҙып киткән апайҙар ҙа ҡатнаша, Әлхәмдүлилләһ! Ололар ғына түгел, йәш балалар, шәкерттәрбеҙ ҙә селтәр үрергә йөрөй. Былтырҙан беҙҙә швейбат – тегенселәр батальоны эшләй, татыу коллективыбыҙҙа дипломлы белгестәребеҙ ҙә бар. Тегә алмаған апайҙар йөндән йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй, төрлө консервылар, турамалар әҙерләй. Ғөмүмән, бөтә ауыл ҡулынан килгәнсе ярҙам итә!
Ватсап чаттарына иғлан яҙыуыбыҙ була, шул уҡ мәлдә дин ҡәрҙәштәребеҙ аҡса күсерә башлай, оло саранан бер ғаилә лә ситтә ҡалмай, Әлхәмдүлилләһи шөкөр! Тупланған аҡсаға кәрәк-яраҡ алабыҙ ҙа йәнә эшкә тотонабыҙ. Берҙәмлектә көс икәнен яҡшы беләбеҙ. Йәмғеһе, 83 селтәр үрҙек һәм туҡтарға йыйынмайбыҙ ҙа!
– Әсә күңеле – ғәзиз балаһында. Гүзәлиә ханым, Һеҙ үҙегеҙ яугир әсәһе. Көслө рухлы булыуҙары еңел түгел. Һеҙгә күңел борсолоуҙарын баҫырға нимәләр ярҙам итә? Улдарын хәрби операцияға оҙатҡан ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
– Сабырлыҡ, түҙемлек – мосолман халҡының иң ҙур ҡоралы. Әсә кешенең доғаһы – иң көслөһө. Халыҡтың изге доғала булыуы – илебеҙҙең бәрәкәтен ишәйтә. Селтәр үрергә, посылка йыйырға кәрәкһә, кешеләргә ҡушып ҡына ултырмайым, әлбиттә, оло эште үҙем башлайым, башынан аҙағынаса ҡатнашам, ҡыҙҙарҙы өйрәтәм, эш араһында ҡатын-ҡыҙҙарға һәр ғәмәлегеҙ көслө доғалар менән һуғарылһын, тим. «Әсә менән бала араһында пәрҙә юҡ, Аллаһу Тәғәлә әсә доғаһын тиҙ ҡабул итә. Аллаһҡа тапшырып, йә Раббым, эшләгәндәребеҙҙе ҡабул ит!» – тип, бөтәбеҙ ҙә изге доғала эшләйбеҙ.
Минең улым да хәрби операцияла. Әлбиттә, бик ауыр, ниндәй генә эшкә тотонһам да: «Уландарыбыҙҙы фәрештәләре һаҡлап ҡына йөрөтһөн, эй, Аллаһым, ярҙамыңдан, мәрхәмәтеңдән айырма!» – тип, туҡтауһыҙ доға ҡылам.
– «Бабич нуры» мәсетендә мөғәллимә лә Һеҙ, Гүзәлиә Ариян ҡыҙы. Ауыл балалары дин менән ҡыҙыҡһынамы, улар өсөн ниндәй дәрестәр үткәрәһегеҙ?
– Балалар мәсеттәге бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, өндәш кенә. Дини белем алғылары килә, Ҡөрьәнде уҡырға өйрәнергә теләктәре ҙур, Аллаһтың Рәхмәте! «Мөғәллим ҫәни» китабы буйынса уҡыуҙар ойоштороп ебәрҙек. Рузәл хәҙрәт менән бергәләп дәрестәр үткәрәбеҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ намаҙға баҫты, берәүһе, мәҙрәсәгә уҡырға инәм, тигән маҡсат ҡуйған, әҙерләнә, беҙ быға шат ҡына. Шәкерттәрем шартына килтереп иҫәнләшәләр, бер-береһенә ихласлыҡ күрһәтәләр. Уҡыусыларым өсөн һәр ваҡыт доғаламын: «Йә Аллаһым, тура юлыңдан ғына алып бар, ҡушҡаныңды үтәп, тыйғандарыңдан тыйылып йәшәт», – тим.
– Ваҡыт ҡәҙере хәҙер бигерәк тә мөһим. Баштан ашҡан эшебеҙ, күп осраҡта бөтәһен дә йырып сығырлыҡ түгел. Нисек уйлайһығыҙ, Гүзәлиә Ариян ҡыҙы, бөгөнгө заманда иң тәү сиратта беҙ нимәгә әһәмиәт бирергә тейеш? Ә нимәне ҡалдырырға мөмкин?
– Туған телебеҙҙе, тамыр-ҙарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы һаҡ-ларға, белем алып, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға, тәбиғәтебеҙҙе ҡурсырға кәрәк! Мөмкинлегем булһа, ауылыбыҙҙа мәктәп һәм клуб асып, һәр өйгә газ үткәрер инем, ул саҡта күп кеше тыуған еренә йәшәргә ҡайтыр ине. Кеше тикшереүсе телевизор, телефондарҙы ситкә ҡуйып, изге эштә йышыраҡ ҡатнашырға ине, игелеккә өлгәшергә ярҙам итеүсе дини белем алырға, Ҡөрьән уҡырға кәрәк беҙгә! Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә барсабыҙға иманлы ғүмер насип итһен!