«Юғары әҙәп, күркәм холоҡ − диндең нигеҙе!..»

«Юғары әҙәп, күркәм холоҡ − диндең нигеҙе!..»

«Юғары әҙәп, күркәм холоҡ − диндең нигеҙе!..»

«Әс-Сәләм» гәзите хеҙмәткәре Әлфиә Батталова ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Тормош иптәше, химия фәндәре докторы Эдварт Миндиәхмәт улына тоғро ҡатын, балалары Гүзәл менән Ильясҡа һөйөклө әсәй булған был нәзәкәтле, юғары зауыҡлы ханым үҙенең күркәм иманы, рух ныҡлығы менән ил инәһе дәрәжәһенә күтәрелгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе.

 

 

– Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы, Һеҙ заманында Мораҙым ишан, Уйылдан мәзин кеүек аҫыл диндарҙар йәшәгән төйәктә донъяға килгәнһегеҙ, бала саҡтан дини мөхиттә тәрбиәләнгәнһегеҙҙер, шулаймы?

– Улай уҡ тип әйтә алмайым. Беҙ бит дәһрилектең (атеизмдың) сәскә атҡан осоронда тәрбиәләнеп, уның аяуһыҙ емешенән ауыҙ итеп йәшәгән замандың кешеләре. Һеҙ әле әйтеп үткән дин әһелдәре тураһында ла бөтөнләй тиерлек белмәй үҫтек. Ул ваҡытта бөтә китаптарҙа ла муллалар тик кире образдарҙа ғына һүрәтләнде бит. 1936 йылда атып үлтерелгән ауылдашым Уйылдан мәзин тураһында ла әсәйем, вафатына бер нисә йыл ҡалғас ҡына һөйләгәйне. Шулай ҙа дини мөхит бөтөнләй булманы түгел. Бәләкәстән Аллаһтың барлығын, беҙҙе күҙәтеп торғанлығын, тыңлашмаһаң, «башҡа таяҡ менән һуғырын» ишетеп үҫтек. Бисмиллаһыҙ аҙыҡҡа тотоноу, «әппәр»һеҙ аш янынан тороп китеү булманы. Атайым ул яҡтан тәртипте ҡаты тотто. Атайымдың апаһы Фатима әбейем йыл һайын, йәйге эҫе селләләрҙә лә, ураҙаһын ҡалдырманы, һуңғы йылдарҙа намаҙ ҙа уҡыны. Ауылдағы бөтә дини йолаларҙы әсәйемдең атаһы Мәһәҙи ҡартатайым башҡарҙы. Ғәлимә ҡәртнәйем менән улар беҙҙән бер нисә өй аша ғына йәшәне. Оҙон, дәү кәүҙәле ҡартатайым, ғәҙәттә, тышта эшен бөтөрөп ингәс, түрҙәге һикегә барып, стена эргәһендә йыйып ҡуйылған юрған, мендәрҙәргә терәлеп, яртылаш ята,. Бер аҙҙан ҡартатайым, күҙҙәрен йомоп, әкрен генә көйләп Ҡөрьән уҡый башлай. Шул тиклем моңло итеп уҡый ине ул! Ҡәртнәйем иһә беҙгә төрлө ҡиссалар, хикәйәттәр һөйләй торғайны. Нух, Муса, Әйүп, Йософ ҡиссаларын иң элек унан ишеттем. Һуңғараҡ, дин дәрестәрендә Пәйғәмбәрҙәр тарихын өйрәнә башлағас, уларҙың байтағы миңә таныш булып сыҡты. Их, мин әйтәм, шул ваҡытта уҡ дини белем алырға, ғәрәпсә уҡырға, Ҡөрьәнде өйрәнергә уҡытыусыларым янымда булған да бит... Заман башҡа − заң башҡа булған шул. Тарихыбыҙҙы ла һорашып, яҙып алырға баш етмәгән. Ҡартатайымдың: «Беҙ − меркеттәр», − тип һөйләгәне генә хәтерҙә ҡалған.

 

– Башҡортостан телевидение-һында Һеҙ алып барған «Ҡуласа» тапшырыуын бөгөн дә һағынып иҫкә алалар. Һәр тапшырыу – рухи хазина кеүек ҡабул ителде. Күренекле диндарҙарыбыҙ тураһындағы мәғлүмәттәр халыҡ күңеленән онотолмаһын өсөн, уларҙы китап итеп туплау теләге тыуманымы?

– Уларҙың бер нисәһе Салауат Килдин әҙерләгән «Башҡортостан − әүлиәләр иле» китабында «Өршәк буйы әүлиәләре» тигән исем аҫтында нәшер ителде. Ҡайһылары гәзит-журналдарҙа баҫылды. Ҡайһылары тураһында башҡа авторҙар яҙып сыҡты. Шуға күрә айырым китап сығарыу уйы булманы.

 

– Бындай тапшырыуҙар өҫтөндә эшләгәндә. дини ғилем дә кәрәк булғандыр, моғайын?

− Ғөмүмән, дингә килеүемдә тапшырыуҙарымдың роле булды, тиер инем. «Ҡуласа» тапшырыуының геройҙары ла тәрән фекерле, үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы яҙмышлы, ғәжәйеп көслө рухлы кешеләр булды. Был донъя − һынау урыны, һәм ул һынау һәр кемгә көсө еткән ҡәҙәр бирелә. Аллаһу Тәғәлә үҙенең яратҡандарына һәм көслөрәктәргә һынауҙарҙың ауырырағын бирә. Ошоларҙы аңлап, Раббының һынауҙарына риза булып, зарланмайса, йәмғиәткә файҙалы эштәр менән шөғөлләнгән был кешеләр тураһында уйланыу мине Аллаһҡа, дингә яҡынайта барҙы. Тапшырыуҙы әҙерләгәндә, геройҙарыбыҙ йәшәгән ауыл, ундағы изге урындарҙы ла төшөрәбеҙ, тарихи мәғлүмәттәр туплайбыҙ. Һәм һәр барған ауылда тиерлек әүлиә ҡәберҙәре, әүлиә шишмәләре булғанлығы асыҡлана. Күрәһең, Аллаһу Тәғәлә, борон һәр халыҡҡа айырым пәйғәмбәрҙәр ебәргән кеүек, һәр ауылға ла әүлиә заттарын ебәргәндер. Улар ауылдың рухи тотҡаһы булған, улар − тәрбиәсе, уҡытыусы, дин белгесе һәм табип ролен башҡарған. Шулай итеп, мине әүлиәле ауылдар үҙенә тарта башланы. Үҙемдә лә үҙгәрештәр башланды. Намаҙға баҫтым, Ҡөрьәнде өйрәнә башланым. Мәғлүмәттәр туплағанда, ҡулъяҙма, архив материалдар күберәк ғәрәп яҙмаһында булғанлыҡтан, миндә, ғәрәпсә уҡырға өйрәнергә кәрәк, тигән фекер тыуҙы. Һәм «Ихлас» мәсетенә Фатима абыстайға уҡырға йөрөй башланым. Был минең тормошома яңы боролош бирҙе. Миндә дини ғилем алыуға ынтылыш уянды. Артабан мин уҡыуымды Тулҡын хәҙрәттә дауам иттем. Ғөмүмән, Өфөлә, ҡайҙа, ниндәй уҡытыусыға йөрөргә мөмкинлек бар, бөтәһенән дә белем алырға тырыштым. Аҙаҡ Дим биҫтәһендәге «Мәҙинә» мәсетендә йәш мөғәллимә Ләйсән Бәхтиевала өс йыл уҡыным. Иң һуңынан Күгәрсен районының Етеболаҡ ауылы имамы, ҙур ғилемле Илнур хәҙрәт Сарбулатовтан, ҡулдан килгәнсә, бер аҙ онлайн-дәрестәр алдым. Шуныһы ҡыҙыҡ, уҡыған һайын үҙеңдең «шыр наҙан» икәненде аңлайһың. Шуға әле лә, мөмкинлеккә ҡарап, уҡырға тырышҡан булам.

 

– Бөгөнгө көндә «Әс-Сәләм» гәзитендә хеҙмәт һалыуығыҙ ҙа Аллаһу Тәғәләнең бер бүләгелер?

– Тап шулай. Аллаһ юлында ниндәйҙер эш башҡарыуыма шул тиклем ҡыуанам, үҙемде ныҡ бәхетле тоям. Раббыма мең шөкөр!

 

– Ошо көндәрҙә Һеҙҙең тәржемәлә Әхмәд хажи Абдулаевтың «Тәҡүәлеләр әҙәбе» («Благонравие праведников») исемле китабын ҡулға алыу бәхетенә ирештек. Тәржемә эшенә тотонорға нимә этәргес бирҙе?

– Китапты уҡып сыҡҡас, уның кешегә үҙ-үҙен аңлау, эске булмышын, рухи сифаттарын, холҡон тәрбиәләү өсөн шул тиклем мөһим икәнлеген аңланым һәм «Әс-сәләм» гәзитендә баҫтырыу өсөн тәржемә итә башланым. Ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов − башҡорт телен дә, ғәрәп телен дә яҡшы белгән дин ғалимы − руссанан башҡортсаға тәржемә ителгән тексты ғәрәпсә оригинал менән сағыштырып тикшерҙе. Өс йыл баҫылды гәзиттә. Аҙаҡ уны китап итеп тупланыҡ.

 

− Тәҡүәле кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

− Ниндәй генә хәлдә лә Аллаһу Тәғәлә менән риза булған, сабыр, киң күңелле, башҡаларға ихтирамлы, йомшаҡ мөнәсәбәтле кешене генә тәҡүәле, тиҙәр. Ундайҙарҙың эргәһендә тороуы ғына ла күңелгә еңеллек, ниндәйҙер яҡтылыҡ бирә. Юғары әҙәп, күркәм холоҡ − диндең нигеҙе, тиелә. Тупаҫ, асыулы, һаран, башҡаларҙан етешһеҙлек эҙләүселәрҙе, дини ғәмәлдәрҙе үтәһәләр ҙә, уларҙы тәҡүәле, тип әйтеп булмай Иң юғары әҙәп, иң яҡшы холоҡ Пәйғәмбәребеҙҙә булған. Уның янында булған һәр кем, Пәйғәмбәр мине бөтәһенән дә нығыраҡ ярата, тип уйлаған. Мәҫәлән, ауылдаштарым Уйылдан мәзинде, йыуаш ҡына кеше булды, насар һүҙ ишетһә лә, ҡайтарып ҡаты һүҙ әйтмәне, торғаны бер әүлиә ине, тип һөйләгәйнеләр. Ә бит мәзиндең «йыуашлығы», уның Аллаһты танып белеү кимәленең камил булыуынан килгән: Яҡшыһы ла, яманы ла − Аллаһтан, шуға күрә кемгәлер асыуланыу − Аллаһ менән риза булмау. Бындай «йыуашлыҡ» − әүлиәләргә хас сифат. Был кимәлгә һәр кем дә етә алмай. Һәм беҙ ундайҙарҙы аңлап та етә алмайбыҙ. Йәнә бер миҫал: Ибраһим ибне Әҙһәм тигән дәрүиште, уның ниндәйҙер һүҙе өсөн, бер үткенсе һуғып осора. Ләкин уның билдәле әүлиә икәнен белгәс, ул ғәфү үтенергә килә. «Мин доға ҡылдым инде, − ти дәрүиш, − Аллаһтан һиңә Ожмах һораным. Сөнки һин миңә һуҡҡан өсөн ул миңә мул итеп әжер-сауабын бирәсәк, ә һиңә − яза. Мин һинән бүләк алып, һинең минең арҡала язаға дусар булыуыңды теләмәнем», − ти. Ә беҙҙең өсөн дәрүиштең был ҡылығы сәйер һымаҡ. Шуға күрә халыҡ ундайҙарҙы «диуана» тип тә атаған.

 

–Рухи сирҙәрҙе күҙ уңында тотҡанда, Һеҙҙең ҡарамаҡҡа, уның ҡайһыһы менән көрәшеүе иң ауыры?

− Миңә ҡалһа, бигерәк тә асыу килгәндә тыйылып ҡалыу ҙур көс талап итә. Халҡыбыҙ «Асыу − ағыу, йотһаң − дарыу» тип юҡҡа әйтмәгән.

Беҙҙең күбебеҙ әхирәткә ҡарағанда, донъяны нығыраҡ һөйә, донъя малын ярата. Мохтаж кеше ярҙам һораһа, кәйефе төшә. Аллаһ юлында саҙаҡа бирергә һаранлана. Әгәр кеше мәңгелекте был донъянан артыҡ күрһә, һаранлыҡтан да, башҡа рухи сирҙәрҙән дә ҡотола ала.

 

Зөлфиә Ханнанова әңгәмә ҡорҙо

2026-04-01 (Шәүүәл, 1447 йыл.) №4.


Рабиға әл-Ғәдәүиә тураһында ҡисса

Аҡыл үә нәфсе кимәле Хорасан шәһәрендә бер егет бар ине. Үҙе бик ғалим ине. Рабиға тигән ҡатындың көндәрҙән бер көн ире вафат булып, ҡатын тол ҡалды. Был ғалим егет үҙе өсөн Рабиғаның өйөнә яусы булып барҙы һәм әйтте: – Йә, Рабиға! Мин һиңә үҙем өсөн яусылыҡҡа килдем, һин мине ҡабул...


Ауылым муллаһы – ҡыҙылдар ҡорбаны

Әбелғата Ишемов (1865 - 13 ғинуар 1917)     Ауылыбыҙҙың инҡилабҡа тиклемге муллаларының береһе, ата- бабаһының төп сығышы ҡотанлы. Указлы мулла исеме Назараттың 2492-се Указы менән 1893 йылдың 12 майында раҫланған.   Төпкөлдә лә әленән-әле аҡтар, ҡыҙылдар, ҡоролтай, иҫкелек...


Асығауыҙ

Кәрәк була: 230 г он 100 г ҡаймаҡ 70 г аҡ май 50 г шәкәр 1 йомортҡа 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) ванилин семтем тоҙ   Әҙерләү: Иләнгән онға ҡоро ингредиенттарҙы ҡушып болғатығыҙ. Һалҡын аҡ майҙы ҡырғыстан үткәрегеҙ ҙә он менән бер массаға ингәнсе ыуығыҙ....


Халыҡ әйтһә – хаҡ әйтә

Намыҫлы кеше – ырыҫлы кеше. Яҡшы менән юлдаш булһаң – эшең бөтөр, Яман менән юлдаш булһаң – башың бөтөр. Нәфсе шайтан – аҡыл иман Иҫән саҡта йөрөп ҡал, был донъяны күреп ҡал. Аҡсаң булмаһа ла, выжданың булһын. Сәләм бирмәгән бер оятлы, яуап бирмәгән мең оятлы. Күлдең...


Балаларға ҡағылышлы им-том йолалары

Әйтеп киткәнебеҙсә, хәҙерге ваҡытта бүҫер (өс йән), күкрәк шешен (мастопатия), тимерәү, күҙгә сыҡҡан арпаны һәм сөйәлде имләү, ҡот ҡойоу, мейе үлсәү кеүек йолаларҙы белгән кешеләр юҡ кимәлендә. Яңы тыуған сабый балалар өсөн бик кәрәкле был йолаларҙы белгән, балаларға шуның менән ярҙам күрһәткән...