«Күкрәгемдә балҡыған иман да бар, Аллам да бар!..»

«Күкрәгемдә балҡыған иман да бар, Аллам да бар!..»

«Күкрәгемдә балҡыған иман да бар, Аллам да бар!..»

Атаҡлы Троицк мәҙрәсәһе дин әһелдәрен, халыҡ табиптарын ғына әҙерләмәгән, был алдынғы уҡыу йортонда белем алыусы шәкерттәр араһынан башҡорт мәғрифәтселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ижад әһелдәре лә үҫеп сыҡҡан. Шағир, телсе-ғалим, фольклорсы, драматург Хәбибулла Ғәбитов та тап шундайҙар рәтендә.

 

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы менән бөгөн беҙҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай таныштыра.

 

– Ҡәҙим Әбделғәлим улы, әйҙәгеҙ әле һүҙебеҙҙе Хәбибулла Ғәбитовтың бала сағынан башлайыҡ.

– Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы Ғәбитов 1884 йылдың октябрендә Түңгәүер волосында, хәҙерге Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында донъяға килгән. Уға ярты йәш булғанда – атаһы, өс йәш тигәндә, әсәһе үлеп китә. Етем балаға йән аҫырар өсөн байҙарға ялланып, уларҙың балаларын бағырға, йорт тирәһендә ярҙам итеп, йән аҫырарға тура килә.

Тарихсы Юнир Минишев үҙенең “Ғабитовтар ғаиләһенең ырыу шәжәрәһе” хеҙмәтендә килтергән 1922 йылдағы Х. Ғәбитовтың автобиографик яҙмаһына иғтибар итһәң, Хәбибулла 9 йәшенән төрлө ауылдарҙа көтөү көтә: Ишбирҙелә, Үрге Мәмбәттә, Әбсәләм ауылында, Сәлимдә. Бөтәһендә лә ул тамаҡ-яллыҡ өсөн, йәғни бушлай тиерлек көтә. Шунан һуң Юлыҡ ауылындағы танышы Мәхмүтйән Әҙеһәмовтың кәңәше менән ул түләүле көтөүсе булып китә, һәм Әҙеһәмов уны киләһе йылда Иҫәнғол ауылының (хәҙерге Хәйбулла районы Мәмбәт ауылы – Ҡ.А.) бер байының малын көтөргә алып бара. Эш хаҡы 8 айға 12 һум тәшкил итә.

Ошо Иҫәнғол ауылында көтөү көтә башлағас, Хәбибулланы өс туған ағаһы танып-табып ала. Малайға, үҙе әйтеүенсә, был ваҡытта 13-14 йәштәр була. Ноябрь айынан Хәбибулла, көтөүҙән ҡотолоп, әлеге ағаһында йәшәп, мәҙрәсәлә уҡырға тотона.

 

– Хәбибулланы “табып” алған ағаһы Урал аръяғында киң билдәле Аҡмалетдин хәҙрәт булып сыға, шулай бит?

– Тап шулай. Аҡмалетдин мулла ул осорҙа ана шул Иҫәнғол (Мәмбәт) ауылында йәшәгән, мәҙрәсәлә мөҙәрис (уҡытыусы-мөғәллим) булып хеҙмәт иткән. Ул заманында Троицк ҡалаһында Зәйнулла ишандың атаҡлы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған булған.

Аҡмалетдин хәҙрәт Кәлимулла улы Ғәбитов өс туған ҡустыһы тейеш Хәбибулла Ғәбделҡаһир улына үҫмер сағынан алып атайҙарса хәстәрлек күргән, уны мәҙрәсәлә үҙе уҡытҡан, ғилемгә үә нәфис һүҙгә һөйөү уятып, төплө белем биреп, тарихҡа, мәғрифәткә, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә киң юлдар асҡан һәм донъяға ҡарашын формалаштырған. Ул бер ваҡытта ла ҡустыһы Хәбибулла менән бәйләнеште өҙмәгән, форсаты сыҡҡанда, осрашып-күрешепторған. Ил-донъя күреп, халыҡ менән аралашып күп йөрөгән. 1906 йылда хаж сәфәрендә йөрөп ҡайтҡан. Хажға киткәнендә үҙ урынына мәҙрәсәлә Хәбибулла Ғәбитовты ҡалдырған.

Аллаһу Тәғәләнән әмер булып, 1933 йылда 73 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Аҡмалетдин хажи хәҙрәт Хәйбулла районының Мәмбәт ауылы зыяратында ерләнгән.

 

– Тимәк, Хәби-булла Ғәбитов-тың донъяуи ғи-лемгә лә, дини ғилемгә лә ынтылышы көслө булған?

– Башланғыс белемде Баймаҡ районының Юлыҡ мәҙрәсәһендә ал-ған була. Троицк ҡалаһындағы “Рә-сүлиә” мәҙрәсәһен-дә бер нисә йыл белем алғас, Хә-бибулла 1909 йылда Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсә-һенә уҡырға ки-лә. Бында ул тырышып уҡый, әҙәби түңәрәктә шөғөлләнә. Йыр-моңға, бейеүгә маһир булыуы менән дә таныла. Тап ошонда ул Шәйехзада Бабич, Нуриәғзәм Таһиров кеүек алдынғы шәкерттәр менән таныша. Әммә өс йыл уҡығас, мәҙрәсәнең уҡыу-уҡытыу программаһы менән риза булмаған шәкерттәр хәрәкәтендә ҡатнаша һәм илле шәкерт менән бергә мәҙрәсәләге уҡыуын ҡалдыра.

 Унан инде Верхотурье, Иркутск, Верхнеурал ҡалалары мәҙрәсәләрендә балалар уҡыта.

1917 йылда Беренсе башҡорт хөкүмәтенең Башҡорт үҙәк шураһы ағзаһы итеп һайлана. “Башҡорт” газетаһының мөхәррире итеп тәғәйенләнә.

 

– Атабанғы фажиғәле яҙмышы Шәйехзада Бабич яҙмышы менән ауаздаш һымаҡ.

– Яҙмышы ғына түгел шиғритәте лә ауаздаш был ике бөйөк шәхестең. Мәҫәлән, «Ҡаһарман башҡортҡа» тигән шиғырын ғына алайыҡ:

«Тор! Ҡанатлан, талпынып ос!

Әй, башҡорт, һөйгән ирек!

Әйтһә лә дошман «үлек» тип....

Үлмәгәнһең һин – терек!» –тигән юлдар менән башланып китә ул. Шағир булараҡ һис икеләнмәй әйтәм, Хәбибулла Ғәбитовтың ижады ҙур иғтибарға лайыҡ. Әҫәрҙәрендә күҙәтелгән һүрәтләү алымдары, образдар системаһы уның өлгөрөп еткән шағир икәнлеген билдәләй:

Әй, ҡара күҙ, әй, ҡәләм ҡаш, әй, фәрештә осҡоно!

Ул зифа буй... нескә ҡәлбең (ы)сын тамуҡҡа төштөмө?

Ҡалды артыңда һинең моңһоуланып тыуған илең,

Ҡалды... йырлап шишмәһендә керҙәрең йыуған ерек.

Түктереп күҙ йәштәреңде ғиззәтеңде һаттылар.

(Ы)сын Хоҙайһыҙ таш йөрәктәр ҡәлбеңә ут яҡтылар.

Көтмә инде, бел, фәрештәм! Һис әҙәмдән мәрхәмәт!

Ҡайҙан алһын мәрхәмәт һуң? Боҙолған, һалҡын йөрәк.

Саф мөхәббәт, мәрхәмәт, һис кемдә юҡ... тик миндә бар!

Күкрәгемдә балҡыған иман да бар, Аллам да бар.

Һыҙланып, хәлең күреп, эстән көйөп, эстән янып,

Күҙ йәшемә шиғырымды яҙҙым ҡәләмемде манып.

 

– Ысынлап та, күркәм шиғриәт! Хәбибулла Ғәбитовты ғалим булараҡ та, телгә алғайнығыҙ.

– Күп кенә ғилми әҫәрҙәре билдәле. Мәҫәлән: “Башҡорттарҙың кәмеүенең сәбәбе ниҙә?”, “Башҡорт тауышы”, “Башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәтенән ләүхәләр”, “Халыҡ поэзияһы тураһында”. Хеҙмәттәрҙең исеменән үк күренеп тора: ысын мәғәнәһендә башҡорт мәғрифәтсеһе ул.

 

– Был хеҙмәттәр өйрәнелгәнме?

– Әлбиттә! Ғөмүмән, Хәбибулла Ғәбитовтың шәхесен, хеҙмәттәрен, шиғриәтен өйрәнеүҙә көс һалған күп кенә ғалимдарыбыҙ бар. Улар араһында: Фуат Сөләймәнов, Миңлеғәли Нәҙерғолов, Рәшит Аҡкөбәков, Әхәт Сәлиховтарҙың исемдәрен атап үтергә була.

Х. Ғәбитовтың “Башҡорттар-ҙың кәмеүенең сәбәбе ниҙә?” тигән хеҙмәте буйынса Әхәт Сәлиховтың яҙған мәҡәләһенән өҙөк килтерәм: “Автор башҡорттарҙың һан яғынан кәмеүенең сәбәптәренә анализ яһарға тырыша һәм башҡорттоң үткәнен идеаллаштыра: “Аллаһу Тәғәлә тарафынан һибә ителгән иркенлектән теләгәндәренсә файҙаланып, донъяның Ожмахы булған киң Урал тауҙарының йәмле баҡсаларында гүзәл һәм борғоланып, иркәләнеп ағып ятҡан шишмәләре буйҙарында, бал ҡортондай наҙланып, күсеп-күсеп йөрөгән был Хоҙай бәндәлә-ре заманында ҡәүемдәрҙең, бәлки, иң бәхетлеһе булғандарҙыр”.

... Әммә быларҙың бөтәһен дә “сит көстәр” боҙҙо. “Сит йоғонто” төшөнсәһен ентекле итеп аңлатмайынса, ул былай ти: “Ана шул тышҡы тәьҫир кергәндән башлап башҡорттарҙың тормош һәм әхүәлдәре икенсе төҫкә керә... Уларҙа йәмле, изге тормош ҡутарыла... Аҡ күңелдәре керләнә... Саф выждандары таплана башлай. Киң далала утлап йөрөгән һәм хаҡһыҙ ризыҡ ташыған хайуандарын ҡулдарынан ысҡындырғас, Башҡортостанды фәҡирлек һәм меҫкенлек ҡаплай”.

 

– Хәбибулла Ғәбитовтың икенсе бер «Халыҡ ижадында ислам дине шауҡымы» исемле мәҡәләһендә дин тураһында ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер әйтелеүе бер килке ғәжәпләндергәйне.

– Күҙ алдына килтерегеҙ. Илдә репрессиялар бара. Бер Хәбибулла Ғәбитов ҡына түгел, бик күптәр үҙҙәренең инаныстарынан баш тартырға мәжбүр ителә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Хәбибулла Ғәбитовтың ғүмере фажиғәле тамамлана. Ул 1935 йылда ҡулға алынып, 1938 йылдың апрелендә Магадан ҡалаһында атып үлтерелә. Башҡарған эштәрендә һис ниндәй ғәйеп табылмағас, 1964 йылдың 31 июлендә СССР Юғары суды ҡарары менән ғалим, әҙип, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәбибулла Ғәбитовтың исеме аҡлана, реабилитациялана.

– Ҡәҙим Әбделғәлим улы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Аллаһу Тәғәлә халҡыбыҙҙың аҫыл улдарының рухын шат ҡылһын, уларҙы юғары Йәннәттәре менән бүләкләһен!

– Амин. Шулай булһын!

 

Зөлфиә Ханнанова әңгәмә ҡорҙо

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...