«Һəр шəкерт – ерҙəге фəрештə!..»
Мин əле Рәсәй ислам университетының икенсе курсында ғына уҡыйым. Был уҡыу йортондағы һəр уҡытыусы – беҙҙең өсөн үҙе бер бейеклек. Беҙ уларҙың ғилеменə, ихласлығына, фиҙакәрлегенə һоҡланабыҙ. Мәхрадж һәм тәжүид дәрестәрен алып барыусы Динар хәҙрәт Ғәлиев та ана шундайҙарҙан.
«Һеҙ – динде өйрәнеү юлына баҫҡанһығыҙ икəн – һеҙ иң бəхетле кешелəр. Йәмғиәттә бындайҙар бер процент ҡына. Һеҙҙе был изге юлға Аллаһу Тәғәлә Үҙе һайлап алған, – тип беренсе дəрестə үк беҙгә ҡанаттар ҡуйҙы яратҡан уҡытыусыбыҙ.
– Динар хәҙрәт, ә һеҙ үҙегеҙ Ислам диненə ниндәй юлдар менән килдегеҙ? Һеҙ ҡайҙарҙа ғилем алдығыҙ?
– Бисмиллəһир-рахмəнир-рахиим. Мин намаҙға 13 йәштә баҫтым. Намаҙ уҡырға өйрәнеү менән, мин бер ҙə намаҙҙы ҡалдырмайса, көнөнə биш тапҡыр укый башланым. Хəтеремдə, кес кенə саҡтан уҡ намаҙ уҡығым килгəнгə, мин остазды айырым бер ныҡышмалылыҡ менән эҙлəнем. Лəкин беҙҙең ауылда ла, яҡын-тирə ауылдарҙа ла ул ваҡыттарҙа мəсет юҡ ине. Ныҡлап дин юлына баҫыуым туғыҙынсы синыфта уҡығанда булды. Беҙҙең ауылдан 5-6 саҡрымдағы Благовар районы Уҙыбаш ауылы мәсетенə Рәсәй ислам университеты студенттарының практикаға килгəнен ишеттем дə, велосипедҡа атланып, шунда елдерҙем. Уларҙан бер аҙна тирəһе һабаҡ алдым, лəкин намаҙ уҡырға өйрəнергə өлгөрмəнем. Һуңыраҡ үҙебеҙҙə, Языковола, ошо университет студенты бар, тип ишеттем һəм уға, намаҙ уҡырға өйрəтеүен үтенеп, мөрəжәғәт иттем. Ике көн эсендә ул мине намаҙ уҡырға өйрəтте. Беренсе көндө мин кәрəкле сүрәләрҙе һəм доғаларҙы ятлап өлгөрҙөм, ə икенсе көндө остазым мине намаҙ хəрəкəттəренə өйрəтте. Бына шул көндəн башлап, мин намаҙҙа. Артабан Ислам университеты шəкерттəре кәңəш иткəн дини əҙәбиәтте өйрəнергə йәбештем, ҡулға элəккəн гəзит-журналдарҙан мәғлүмәт туплай башланым. Йома намаҙҙарына, сəпитемə атланып, беҙҙең ауылдан 25 саҡрым алыҫлыҡтағы Балышлы ауылы мәсетенə йөрөй торған булдым. Сөнки был яҡын-тирəлəге бар шартына тура килтереп йома намаҙы уҡыла торған берҙəн-бер ауыл ине. Туғыҙынсы синыфты һəм һөнəри уҡыу йортон тамамлағас, яҙмыш мине Татарстандағы Ютазы районы «Фəнис» мәҙрәсәһенə алып килде. Уны тамамлағас, Рәсәй ислам университеты шəкерте булыу бəхетенə ирештем. Бында, магистратура менән йәмғеһе, алты йыл уҡыным. «Хəмзə» мәсетендə Абдулкəрим хәҙрәттəн өҫтəмə дəрестəр алдым. Дин юлына баҫҡан шəкерт өсөн белем алыуҙан да ҙурыраҡ лəззəт булмайҙыр, моғайын. Уҡыуымды Башҡорт дəүлəт университетының Теология факультетында дауам иттем. Əлеге юғары уҡыу йортон тамамлағас, юғары белем биреү психологияһы һəм педагогикаһы буйынса БДПУ-ның магистратураһында уҡый башланым. Бына шулай итеп, бер үк ваҡытта дини белем буйынса ла, педагогика буйынса диплом алыу бəхетенə ирештем, әлхəмдүлиллəһ.
– Һеҙҙең бөтөн ғүмерегеҙ ғилем алыу, белемегеҙҙе тәрəнəйтеү һəм камиллаштырыуҙан тора кеүек. Шəкерттəр күңеленə бик тиҙ юл табыуығыҙ шунан киләме, əллə һеҙ уҡытыусылар династияһынанмы?
– Юҡ. Мин ябай крəҫтиəн ғаилəһенəн, педагогтар династияһынан түгел. Ислам университетынан, һəр курсты тамамлау менән, беҙҙе йəйге практикаға ебəрəлəр ине. Ошо практика ваҡытында уҡ шəкерттəрҙе уҡытыу миңә бик оҡшаны, мин бөтөн күңелем менән һөйөнөп, үҙемдə булған ғилемде шәкерттәремə бирергə тырыштым. Эргә-тирəмдə бик күп балалар тупланды. Йәйге каникулдар тамамланыу менән, һəр аҙнаның йәкшəмбеһендə, шәкерттәрҙе уҡытырға рөхсəт алдым. Шул уҡ ваҡытта университетта уҡыуымды дауам иттем. Мине, шулай итеп, шәкерттәрҙе уҡытыу эше тулайым йəлеп итте, бигерəк тə балаларға мөкиббəн киттем. Артабан ололарҙы ла уҡытырға алындым, уларҙы ла бик яраттым. Үҙеңдең яратҡан эшең менән шөғөлләнгәндә, эске мөмкинлектəр тағын да нығыраҡ асыла бит ул. Уҡытыу методикаһына, әлбиттә, үҙемдең остаздарҙан өйрəндем. Ислам университетында ла практика алдынан махсус курстар үткəрəлəр. Йәғни, беҙҙе имам булырға ғына түгел, уҡытыусы булырға ла етди əҙерлəнелəр.
– Динар хәҙрәт, һеҙ шәкерттәреҙгə ныҡ иғтибарлы һəм шул уҡ ваҡытта талапсан уҡытыусы. Был сифаттар ҡайҙан, кемдəн килə?
– Әлбиттә, Ислам университетынан. Беҙ сүрәләрҙе, доғаларҙы, салауаттарҙы яттан тапшырғанда, остаздарыбыҙ шундай дəфтəр йөрөтə һəм билдәлəп бара ине. Шуның өсөн бер кем дə бурысынан ҡаса йәки оноттора алманы, барыһы ла өйгә бирелгән эште тулыһынса үтəп барҙы. Минеңсə, был бик тə яҡшы, былай иткəндə, бер кем дə наҙан ҡалмай. Күңелемдə бөтөн шәкерттәремə ҡарата ла ҙур мөхəббəт хисе бар. Сөнки минең өсөн һəр шəкерт – ул «ерҙəге фəрештə» һəм улар Аллаһу Тәғәлəнең иң яратҡан бəндəлəре. Мин быны һəр ваҡыт иҫтə тотам. Ниндәй шəкерт булһа ла: мәсеттə ғилем алыусымы, көндөҙ йәки кис, ситтəн тороп уҡыусымы – минең өсөн улар айырым бер кешелəр. Аллаһ уларҙы ошо изге юлға баҫтырған, фи сабилиЛлəһ, шуның өсөн һəр шəкерт минең өсөн бик ҡәҙерле. Ә инде минең бурыс – үҙемдə булған ғилемде уларға тапшырыу. Əгəр ҙə шəкерт бер генə доғаны йәки хəҙисте үҙлəштерһə лə – минең өсөн был əйтеп бөтөрмəҫлек ҙур шатлыҡ. Мин быны ысын ихласлыҡ менән əйтəм.
– Һеҙҙең кеүек оҫта мөғәллимдәр ҡалаға күсеү яғын ҡарай. Һеҙ һаман үҙегеҙҙең тыуған төбəккə йәбешеп ятаһығыҙ. Йөҙəр саҡрымдар йөрөп уҡытаһығыҙ. Улай ғынамы, Благовар районы ауылдарында шəкерттəрҙе уҡытыуҙы ойоштораһығыҙ, студенттарығыҙ ҙа шунда практика үтә. Был ҡәҙəрле мəшəҡәт хатта башҡа һыймай... Һеҙҙе фанат мөғәллим тип атарға буламы?
– Эйе, мине «үҙ эшенең фанаты» тиергə булалыр. Мин Благовар районы Таң ауылы мәсетенең имамы булып хеҙмəт итəм. Шул ук ваҡытта Рәсәй ислам университетында укытам, Өфөгә көн дə тиерлек барам. Бер үк ваҡытта ауылда ла, ҡалала ла эшләйем. Эйе, миңә лә баш ҡалала йылы урындар, яңы эштəр тəҡдим итəлəр, лəкин мин үҙ мәсетемə, минəн ғилем ала торған ауыл халҡына, бигерəк тə кес кенə шәкерттәремə йәнем менән ныҡ береккəнмен шул. Ғилем юлындағы балалар минһеҙ тора алмай, дәрестәремде көтөп алалар. Гонаһһыҙ сабыйҙар, ысындан да – ошо ерҙең фəрештəлəре. Улар янына ҡабат-ҡабат килəһе, белем бирəһе, улар эргәһендə күберəк булаһым килə. Быға – баһа юҡ, был халəтте бер ни ҙə алыштыра алмай. Сабыйҙарҙа бит – айырым бер ихласлыҡ, сафлыҡ. Улар үҙ диндəре, имандары өсөн бик ҡайғыралар. Донъялағы бер ниндәй дəрəжə лə, байлыҡ та быны алмаштыра алмай.
– Эйе шул, өҫтəүенə һеҙ бәләкәй шәкерттәрегеҙгә ҡарата шул тиклем түҙем, сабыр. Бала-сағаға ир-ат кеше лə шул ҡәҙəр түҙем булыр икəн, тип шаҡ ҡатабыҙ.
– Һəр уҡытыусыла сабырлыҡ, шəфҡәтлелек сифаттары булырға тейеш. Университетта укытамы ул, мәсеттəме, остаз шəкерткə күп яҡлы ярҙам күрһəтергə бурыслы. Əйтеүемсə, мин төрлө быуын кешелəрен уҡытам, һəм һəр ҡайһына яҡшы, ғәҙел мөнəсəбəттə булырға тырышам. Улар ғилем алһын өсөн, ҙур тырышлыҡ һалабыҙ. Берəр шəкерт, уҡыу ниәтенəн һыуынып, дәрестәргə килмәй башлаһа, уны ҡайтарыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ.
– Ислам университетындағы күп ҡырлы эшмәкәрлегегеҙҙә һеҙҙе нимә бәхетле итә? Нимә борсоуға һала?
– Университетта студенттарға дәрестәр биреүҙəн башҡа, мин поизводство һəм уҡытыу практикаһы етәксеһе булып торам, шулай ук ғилми етәксе булараҡ, курс, диплом эштəре яҙҙырам. Студенттар яҡшы һөҙөмтәлəргə ирешһə, мин ныҡ һөйөнəм. Шәкерттәр үҙҙəре башҡаларҙы уҡытыуға тартылһа, ниндәйҙер файҙалы яңы йүнəлеш тапһа – был минең өсөн ҙур еңеү. Башта ҡайһы бер шәкерттәр (айырыуса балалар) бер ни белмәй, таҙа ҡағыҙ бите кеүек булалар. Бына улар хəрефтəрҙе, тəжүид ҡағиҙəлəрен өйрəнə, намаҙға баҫа. Бына шундай гүзəл əүерелештəргə сəбəпсе булыуым менән мин бəхетле. Ə инде ҡайһылыр студенттарҙың дəрес ҡалдырыуы, университетты ташлауы, документтарын кире алыуы – улар өсөн мин бик ҡайғырам. Сəбəптəр төрлө булырға мөмкин: үҙҙəре əйтеүенсə, ваҡыт етмəү, ауырып китеү, һабаҡташтары йәки уҡытыусылар менән уртак тел тапмау, аҡса етмəү һəм башҡалар. Ҡайһылыр шəкерт уҡыуын ташлаһа, ныҡ хəсрəтлəнəм.
– Алдағы көнгə ниндәй план-ниәттəр менән йәшәйһегеҙ?
– Ин шəə Аллаһ, БДПУ-ның аспирантураһына керергə һəм уны кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлау менән тамамларға ниәтләйем. Шулай уҡ минең Хажға бараһым килə. Əлегə ҡәҙəр мин бер тапкыр ҙа был изге ерҙə булманым.
– Динар хәҙрәт, Ин шəə Аллаһ, барыһы ла булыр. Ошолай асылып һөйлəшкəнегеҙ, ихлас əңгəмəгеҙ өсөн ҙур рəхмəт һеҙгə!