«Һәр һүҙебеҙ – доға, һәр ғәмәлебеҙ ғибәҙәт булһын!..»

«Һәр һүҙебеҙ – доға, һәр ғәмәлебеҙ ғибәҙәт булһын!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө геройы Светлана Ғәлиуллина – республикабыҙҙа билдәле шәхес. Светлана Мөслим ҡыҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Йома» дини тапшырыуын әҙерләй һәм шулай уҡ «Әс-Сәләм» гәзитенең хәбәрсеһе булып тора. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тырыш, уңған коллегабыҙҙы етеп килгән юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ, уға яңы үрҙәр һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.

 

– Светлана, Һеҙҙең нәҫел шәжәрәгеҙҙе барлаһаң, бик диндар атай-олатайҙарығыҙ барлығы күренә. Әйҙәгеҙ һөйләшеүҙе шул аҫыл заттарҙан башлайыҡ.

– Туғанлыҡ ебе Аллаһ рәхмәте менән бирелә. Дөрөҫөн әйткәндә, Асҡын тарафтарындағы тәҡүәле ата-олаталарым хаҡында тәү тапҡыр ата-әсәйемдән түгел, ике, өс туған апай-ағайҙарымдан ишеттем. Шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһынып алып китеп, улар данлыҡлы олатайҙарыбыҙға арнап очерктар яҙып сығарҙы, телевидениенан һөйләнеләр, әле һаман да ошо теманы күтәреп конференцияларҙа сығыш яһайҙар.

«Дөрөҫөндә, минең өммәтемдә элекке динһеҙлек заманынан ҡалған дүрт һыҙат бар: үҙенең сығышы һәм дәрәжәһе менән маҡтаныу, кешене нәҫеле (ырыуы, милләте) һәм хәле менән абруйын төшөрөү, ямғырҙы йондоҙҙарҙан һорау һәм мәйетте оҙатҡанда ҡысҡырып, өҙгөләнеп илау», – тип киҫәткән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ. Шуға күрә атай-әсәйемдең ғаилә тарихына әллә ни әһәмиәт бирмәгәненә хәҙер аптырамайым, мәрхүмкәйҙәрем маһайырға яратманы. Уйлап ҡараһаң, диндар атай-олатайҙарымдың тырышлыҡ һалып яулаған ҡаҙаныштарында минең тамсы ла өлөшөм, ҡатнашлығым юҡ. Шуға күңелдең иң төпкөлөндә маһайыу, ғорурланыу урынына сикһеҙ һөйөнөү генә! Үткәне яҡты булғандың бөгөнгөһө ҡояшлы, киләсәге өмөтлө була, тиҙәр. Тап нәҫелебеҙҙең тәҡүәлеләре арҡаһында тормошобоҙ көйлө, бәхетле, доғалы икәнлеген барыбыҙ ҙа аңлаһаҡ ине. Үҙ сиратыбыҙҙа, беҙ ҙә вайымһыҙ ҡалмайыҡ, яҡтылыҡ күперен емермәй-һындырмай ғына, беҙҙән һуң да килгән быуындарға ла барып етһен, тоташтырылһын беҙҙе һөйөндөргән ата-олаталарыбыҙҙың нурҙары!

 

– Атайығыҙ ҙа республикабыҙҙа билдәле шәхес – яҙыусы Мөслим Әбсәләмов. Һеҙҙең ғаиләлә атай тәрбиәһе нисегерәк ҡуйылғайны?

– Атайым бер ҡасан да бөтмәҫ кәңәш биреп, нәсихәт уҡып ултырманы. Уның буш ваҡыты бөтөнләй булманы тиерлек: ауылда бөтә эш уҡытыусылар иңендә ине бит, бөтә нәмәгә, бар ергә нисек өлгөрҙө икән, тип һаман да ғәжәпкә ҡалам. Ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө мәшәҡәт араһында, уны эшенән бүлдереп, нисәмә тапҡыр һорау бирһәм дә, һәр береһенә яуап ала инем, бер үтенесемде лә кире ҡаҡманы, ике-өс көндә уҡырға, һанарға өйрәтте, ятыр алдынан гелән матур, ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйләне. Бесәнде бергәләп әҙерләнек, еләк-бәшмәккә йөрөнөк. Тәрән ихтирам итеп, йомшаҡ итеп һөйләшер ине, һәр һүҙен самалап, һәр фекерен нигеҙләп әйтер ине, нескә юморға эйә булды.

Булмышы изге ине атайымдың. Бер хеҙмәттәше яңыраҡ ҡына уны иҫкә алғанда: «Әүлиә ине Мөслим ағайыбыҙ», – тигәйне. Ул бер ҡасан да кешенең йөҙөн йыртманы, бер ваҡытта ла кеше тураһында насар һүҙ һөйләмәне. Иң яҡшы тәрбиәсе – үҙ ҡылығың, тиҙәр. Уның әйткәндәренән бигерәк (тормошта әҙ һүҙле булды ул) миңә, башҡаларға, хатта баҡҡан малына ҡарата илтифатлы мөнәсәбәте, ҡарашы әле булһа күңелемде йылыта, шулай булғас, тәрбиә – атай менән әсәйҙең мәңгелек бүләге, мәңгелек һөйөүе. Беҙҙең аранан китеүенә апаруҡ булһа ла, яҡындары, шәкерттәре, яҡташтары күңелендә уның изгелеге, ҡото, нуры ҡалды. Айырыуса ҡыҙым Ләйлә уны юҡһына: «Яҡшы сифаттарым булһа, уларҙың бөтәһен дә ҡартатай һалды», – ти ул. Иң яҡшы атай янында үткән 34 йыллыҡ бәхетле ғүмерем өсөн Аллаһҡа мең рәхмәт!

 

– Һеҙ ниндәй әсәй?

– Балаларым менән мөғәмәләмде ситтән күҙәтеүсе таныштарым, туғандарым: «Ныҡ йомшаҡһың, балаларыңды артыҡ иркәләйһең», – тиҙәр. Баланы йәлләй торған ғәҙәтем бар. Ҡай саҡта талапсан әсәй булайым әле, тип, ҡәтғилекте тауышымда, фиғелемдә, телмәремдә сағылдырырға тырышып ҡарайым да, күп тә үтмәй, шундуҡ йомшаҡлығым ҡалҡып сыға. Әсәйем дә шулай ине, ауырып китһәм, минең өсөн дер ҡалтырап, янымдан китмәй ине. Эх, ҡайһылай бөтөрә үҙен, үлеп бараммы икән әллә, тигән яман уйҙар башыма килә торғайны шул мәлдәрҙә. Ғәзиз балаң өсөн һәр ваҡыт нығыраҡ көйәһең инде ул! Ғөмүмән, әсәй булғас, күңел үҙенән-үҙе йомшара башлай, күңел офоҡтарың киңәйә, донъяға икенсе күҙлектән баға башлайһың.

 

− Ваҡыттың да ҡәҙерен белә башлай-быҙ, шулай бит?

− Бөгөнгө эште йәренгә, аҙаҡҡа ҡалды-рыу, вайымһыҙлыҡ ныҡ ҡамасау итә. Үҙебеҙҙе мәңге йәшәр кеүек хис итеп, буш хыялдар менән алданып, был донъяға әүрәп, эшләр урынға һаман да ниҙер көтөп, ваҡытыбыҙҙы исраф итәбеҙ. Оҙон-оҙаҡ буш хыялдар иһә кешене Әхирәт донъяһы тураһында уйланыуҙан йырағайта.

 

– Аллаһу Тәғәлә Һеҙгә шул тиклем сауаплы вазифалар насип иткән. Һәр эшегеҙ – дәғүәт. Был үҙенә күрә яуаплылыҡ та талап итәлер?

− Күптән түгел «Мәҙәниәт» телеканалында бер интервью ҡараным. Тамашасылар «Мәскәү күҙ йәшенә ышанмай» фильмы буйынса киноактриса Вера Алентоваға һорауҙар бирҙе. Бер ваҡиғаны тулҡынланып иҫкә төшөрҙө ул. Әлеге фильм экранға сыҡҡас, актрисаға, уның тормош иптәше – режиссер Владимир Меньшовҡа тоҡ-тоҡ хаттар килә. Шуларҙың береһе ижади ғаиләне айырыуса ныҡ һөйөндөрә. Исемен яҙмаған бер ҡатын бер нисә генә юл яҙған: «Рәхмәт! Үҙ-үҙемә ҡул һалырға теләгәйнем... Әммә, картинағыҙҙы ҡарағас, был уйымдан кире ҡайттым, йәшәйәсәкмен!» «Исмаһам, бер кешене генә булһа ла, аяуһыҙ үлемдән алып ҡалдыҡ», – тип, ныҡ һөйөндө актриса.

Шуның һымаҡ, «Әс-сәләм» гәзитендә сығарған материалдарыбыҙ, «Йома» тапшырыуындағы яҙмаларыбыҙ, исмаһам, бер кешенең булһа ла күңеленә үтеп инһә, ыңғай яҡҡа үҙгәрергә этәргес көс-илһам бирһә, дингә әйҙәһә, беҙ ниәтебеҙгә ирештек, тип әйтергә була. Бөтә ниғмәттәрҙе биреүсе Аллаһ ҡына, беҙ сәбәп кенә ҡылабыҙ, шуны онотмау мөһим.

 

– Яңыраҡ «Әс-Сәләм» гәзите тулы составта кесе хаж-ғөмрә ғәмәлен үтәп ҡайтты. Тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

– Бөтә редакциябыҙ менән Сәғүд Ғәрәбстанына барып, кесе хаж ғәмәлен бергәләп үтәү, һөйөклө Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ зыярат ҡылыу күптәнге хыялыбыҙ ине. Ниһайәт, ниәтебеҙ тормошҡа ашып, рухыбыҙ байып, күңелебеҙ булып ҡайттыҡ. Бер ниндәй икеләнеүһеҙ әйтәм: тормошомдағы иң шәп сәйәхәтем ошо ғөмрә сәфәре булды. Ғүмеремдең иң бәхетле ваҡыты изге ерҙәрҙә үтте. Беренсенән, етәксебеҙҙән уңдыҡ, ғалим Мөхәммәт Мансуров кешелек тарихына, исламға нигеҙ һалынған урындар буйлап ҡыҙыҡлы экскурсиялар ойошторҙо, фәһемле дәрестәр алып барҙы. Ул беҙҙе диндәштәребеҙгә ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға өйрәтте. Етәксебеҙҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалып, һәр ваҡыт иптәштәребеҙҙең мәнфәғәтен өҫтөн ҡуйҙыҡ, татыу, берҙәм булдыҡ, Әлхәмдүлилләһи шөкөр!

Икенсенән, Мәҙинә Менәүәрәнең төп ғибәҙәтханаһы – «Ән-Нәбәүи» мәсетендә 8 көн дауамында, имамға ойоп, ҡырҡ намаҙ уҡыныҡ. Сахих хәҙискә ярашлы, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мәсетендә ҡырҡ намаҙ уҡыған мосолманды Аллаһу Тәғәлә йәһәннәм утынан һәм монафиҡлыҡтан һаҡлай икән. Шулай ғына була күрһен инде, ин шәә Аллаһ! Мәккәи Мөкәррәмәлә Рәсүлебеҙ Мөхәммәдтең ﷺ сөннәтен – ғөмрә ғәмәлен үҙебеҙ, аҙаҡ инде (иң тулҡынландырғаны!) ҡәҙерле атай-әсәйебеҙ исеменән үтәнек.

Шуныһы ҡыҙыҡ: унда көн оҙоно йөҙәрләгән мең мосолман араһында йөрөһәң дә, арымайһың. Аллаһҡа, Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ һөйөүен белдерер өсөн төрлө илдәрҙән, ҡитғаларҙан йыйылған имандаштар менән бергәләп ғибәҙәт ҡылыу, зекерҙәр әйтеү, телде белмәһәң дә, йөрәк менән аралашыу ҡыуанысын, күңелдәрҙе үҫтерә торған бәхетте бөтәһе лә татыһын ине!

 

– Нисек уйлайһығыҙ, ҡатын-ҡыҙҙы нимә биҙәй?

− Һис шикһеҙ, йомшаҡлыҡ, мәрхәмәтлек, ихласлыҡ кеүек сифаттар биҙәй. Күркәм ҡатын күп һөйләмәй, үҙенең тормошон, балаларын, йәшәү шарттарын башҡаларҙыҡы менән сағыштырмай, кеше бәхетенә көнләшмәй, ҡайғылы хәбәргә битараф ҡалмай, һүҙ менән булһа ла, ярҙам итә. Бер кемгә лә күрһәтмәйсә, башҡалар өсөн ихлас доға ҡыла ул, кешене уңайһыҙ хәлгә ҡуйыуҙан ҡурҡа, саҙаҡаларын йәшерен бирә. Бөтәбеҙгә лә шундай ихласлыҡ бирһен Раббыбыҙ! Һәр һүҙебеҙ – доға, һәр ғәмәлебеҙ ғибәҙәт булһын!

 

Зөлфиә Ханнанова әңгәмә ҡорҙо

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...