«Әүлиәлекте кирамәттәр билдәләмәй!..»

«Әүлиәлекте кирамәттәр билдәләмәй!..»

Үҙ-үҙеңде тәрбиәләргә, насар ҡылыҡтарҙан арынып, ыңғай сифаттарыңды камиллаштырырға бер ҡасан да һуң түгел, әммә быға нисек ирешергә? Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы дин ғалимы Мөхәммәт хажи Мансуров менән ошо хаҡта һөйләштек.

 

– Мөхәммәт хажи, беҙҙең гәзитте киң ҡатлам уҡыусылар уҡый, уларҙың барыһының да тәсаууф фәне тураһында белеп бөтөрмәүе бар. Ябай тел менән аңлатҡанда, нимә һуң ул тәсаууф?

– Ҡыҫҡаса әйткәндә, тәсаууф – ул нәфесте (эго) таҙалау юлы. Зәкәриә әл-Ансари (рахимуллаһ) был хаҡта: тәсаууф – нәфесте (нәфсене) насар сифаттарҙан арындырырға өйрәтеүсе фән, тигән. Динебеҙ өс өлөштән тора бит инде: иман, ислам һәм ихсан. Нимә һуң ул ихсан? Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҡудси хәҙисендә былай тиелгән: «Ихсан – ул, Аллаһты күрмәһәң дә, Уны күргән кеүек ғибәҙәт ҡылыу. Һин Уны күрмәһәң дә, Ул һине, һис шикһеҙ, күрә». Билдәле дин ғалимы Ибне Хәжәр Һәйтәми (рахимуллаһ): «Ихсан ғилеме – ул тәсаууф фәне тигән». Бынан 1000 йыл элек йәшәгән дин ғалимы Әбүл-Ҡасим әл Ҡушайри үҙенең «Рисәләтүл Ҡушайриәт» китабында бик күп билдәле суфыйҙарҙың тәҡүәле сифаттарын миҫал итеп килтерә.

 

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр тәсаууфты диндәге бер ағым (течение), тип кенә иҫбатларға тырыша.

– Был һис кенә лә улай түгел. Быны һәр кем белергә тейеш: тәсаууф – ниндәйҙер бер ағым түгел, ул – фән. Мәҙрәсәләрҙә, башҡа дини уҡыу йорттарында белем алған шәкерттәр, мәҫәлән, ғәрәп грамматикаһын өйрәнә. Ни өсөн? Ғәрәп телендә дөрөҫ һөйләшер өсөн. Һүҙҙәрҙе уҡығанда хәрәкәләрҙе бутамаҫ өсөн, ялғауҙарҙы дөрөҫ әйтер өсөн. Уҡығанда, яҙғанда яңылышмаҫ өсөн, беҙ ғәрәп грамматикаһын нисек итеп өйрәнәбеҙ, тәсаууф фәнен дә тап шулай өйрәнер кәрәк. Йөрәгебеҙ яңылышмаһын, хаҡ юлда булһын өсөн!

 

– Ә йөрәкте нимә яңылыштыра?

– Рухи сирҙәр: тәкәбберлек, көнләшеү, дәрәжә һөйөү, хөсөт, асыу, ғәйбәт, һүҙ йөрөтөү һәм башҡалар.

 

– Диндә ни өсөн Остаз кәрәк?

– Ислам тарихына күҙ һалһаҡ, беҙ төрлө осорҙа бик көслө дин ғалимдарының булғанлығын күрәбеҙ. Улар тураһында Пәйғәм-бәребеҙ ﷺ: «Аллаһ һәр йөҙ йыл һайын динде күтәрер өсөн ергә бер кеше ебәреп торасаҡ» – тип әйткән.

V быуатта динебеҙҙе яңыртыусы кеше Имам әл-Ғазали (рахимуллаһ) булған. Уның мөжтәһид – Аллаһ юлында тырышлыҡ һалыусы шәхес булыуына бер дин ғалимының да шиге юҡ. Имам әл-Ғазалиҙың тормош юлын өйрәнһәң, уның Мөхәммәт әл-Бәзиғани исемле остазы булғанлығын күрәһең. Тағы ла бер ғалим Ғизетдин ибне Ғәбдесәләмде алайыҡ. Уны Хәл ғалимы тип тә йөрөткәндәр. Уның остазы Әбү Хәсән Шәҙәли булған. Ҡыҫҡаһы, ислам донъяһының бөйөк аҡыл эйәләренең ҡайһыһын ғына алма, уларҙың һәр береһенең тәриҡәт остазы булған.

Аллаһ юлында ике төрлө көрәш билдәле. Кешеләр ҡорал тотоп һуғыша икән, был джихадүл-әсхал, бәләкәй йыһад. Ә үҙеңдең нәфсеңә, насар һыҙаттарыңа ҡаршы көрәш – ул джихадүл-әкбәр, оло йыһад. Яу яланында мотлаҡ рәүештә ғәскәр башлығы кәрәк. Командирһыҙ һөжүм имәйҙәр. Аллаһ юлындағы изге һуғышта, бәләкәй йыһадта яу башлығы кәрәк икән, оло йыһадта – үҙеңдең кире сифаттарың менән көрәшкәндә, ул тағы ла нығыраҡ кәрәк. Был осраҡта һине етәкләр кеше ул – Остаз.

 

– Ни өсөн дошманға ҡаршы көрәш бәләкәй йыһад, үҙ нәфсеңә ҡаршы көрәш оло йыһад тип атала?

– Айырма шунда: дошман менән һуғышҡанда, ул һинән йырағыраҡ урынлашҡан икән, һин уға алыҫтан тороп ата алаһың. Икенсе бер момент: һин уның менән килешеү-солох төҙөй алаһың. Мәҫәлән, 10 йылға һуғыштарҙы туҡтатып торорға. Ә нәфсе ул һәр саҡ беҙҙең эргәбеҙҙә, ул бер ҡасан да беҙҙән йыраҡ йөрөмәй. Нисек итеп күңелгә шик һалырға, беҙҙе аҙаштырырға, юлдан яҙҙырырға уйлап ҡына йөрөй. Һәм нәфсе менән килешеү төҙөү мөмкин булмаған хәл. Шуның өсөн дә үҙ нәфсеңә, булмышыңдағы насар сифаттарға ҡаршы көрәш ул мөһимерәк, шуға ла ул оло йыһад тип атала һәм был йыһадта остазыңдың булыуы бигерәк тә мөһим.

Дүрт мәҙһәбте лә бик һәйбәт белгән Имам Шәғрани ҙа камил шәйех бағыусылығы аҫтында булыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Дағстан ғалимы Ғәли Чохи үҙенең ғәрәп телендә яҙылған «Фәтәүил Чохи» китабында былай тип яҙа: «Әгәр һин йәшәгән ерҙә тәриҡәт остазы юҡ икән, һин, хажға барғанда, күпме аҡса кәрәк була, шундай      сығымды ҡулланып булһа ла, ундай остазды эҙләп табырға тейешһең».

Дағстанда йәшәгән Сәйфулла ҡаҙи ҙа (ҡуддисә сирруһу) бит, үҙенең хаҡ остазын табыр өсөн күп аҡса түккән. Ул уны донъяның төрлө тарафтарында, хатта Марокко, Мысыр (Египет) яҡтарында эҙләгән һәм Зәйнулла әш-Шәрифиҙе (ҡуддисә сирруһу) Троицкий ҡалаһында эҙләп тапҡан.

 

– Мөхәммәт хажи, нәфсенең тәбиғәте тураһында ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине.

– Нәфес тураһында ике төрлө аңлатма бирергә була. Беренсеһе: нәфес беҙҙең тәнгә ингәнсе «рух» тип аталған һәм ул бары тик Аллаһу Тәғәләне генә белгән. Ә кеше тәненә күскәс, ул башҡа әйберҙәрҙе лә күрә башлаған: һауаны, ерҙе, үҙен уратып алған мөхитте, төрлө-төрлө кешеләрҙе. Ул Аллаһтан иғтибарын ситкә борғас, «нәфес» тип атала башлаған. Икенсе төрлө аңлатма былайыраҡ: нәфес һәм рух икеһе ике төрлө әйбер. «Рух» – ул беҙҙәге яҡшы сифаттарҙы үҙ эсенә ала. «Нәфес»тә иһә насар һыҙаттарыбыҙ йәшеренгән һәм беҙ нәфесте уларҙан таҙаларға тырышырға тейешбеҙ. Кешенең бер генә нәфсеһе була. Икәү, өсәү, етәү түгел. Ләкин нәфсе – ул үҙгәреүсән. Аллаһу Тәғәләгә яҡын йәки алыҫ тороуына ҡарап, уны бер нисә дәрәжәгә бүләләр. Беренсеһе: әл-әммәра – насарлыҡҡа этәреүсе нәфес. Күп кешеләрҙә тап ошондай нәфес. Ул кешеләрҙе асыуланырға мәжбүр итә, ғәфү итмәҫкә бойора. Көнләшеү, ғорурлыҡ тойғоһо кисереү, маҡтағандарын яратыу, кеше алдында һәйбәт булып күренер өсөн генә изгелек эшләү – барыһы ла ошо нәфсегә бәйле.

Әгәр тәриҡәт юлындағы кеше үҙ өҫтөндә эшләй икән, нәфсеһе лә үҙгәрә бара. Мәҫәлән, ниндәйҙер ярамағаныраҡ эш ҡылһа, ул уны шелтәләй. Бындай нәфес әл-ләүүәмә тип атала. Өсөнсө төр нәфес – әл-мүхлимә кешене тик һәйбәт эштәр эшләргә саҡыра, изгелеккә өндәй. Кеше камиллашыуын дауам иткән һайын нәфсе лә үҙгәрә бара. Дүртенсе төр нәфес: әр-радыя Аллаһу Тәғәләнең бар ҡарарҙары менән тулыһынса риза. Нимә генә күрһә лә, бының Аллаһтан икәнлеген белеп ҡабул итә. Бына беҙҙең ҡайсаҡ ниңә кемгәлер асыуыбыҙ килә, йәнебеҙ көйөп китә? Сөнки беҙ кәйефебеҙҙең боҙолоу сәбәбен кешеләрҙә күрәбеҙ, ә беҙ уны Аллаһтан күрергә тейешбеҙ. Кемдер, мәҫәлән, һеҙҙең менән осрашыуға бик һуңлап килде икән, ти, тимәк, Аллаһ уға шулай тотҡарлана торған сәбәптәр тыуҙырған. Бар нимәнең Аллаһтан икәнен аңлаһаҡ, төрлө ҡыйын хәлдәрҙе ҡабул итеүе күпкә еңелләшә. Нәфсенең тағы бер дәрәжәһе – әл-мәрдыя. Был инде Аллаһу Тәғәләнең хөрмәтенә һәм ризалығына ирешкән нәфес. Һәм иң һуңғыһы: әл-мүтмәиннә – был иң юғары дәрәжә. Аллаһу Тәғәләнең һөйөүенә ирешкән нәфес. Ул бар нәмәне, хатта тамуҡты ла тыныс ҡабул итә.

 

– Был, әлбиттә, әүлиәләр дәрәжәһе. Күп кеше кирамәттәре булған бөтә кешеләрҙе әүлиә тип һанап хаталана. Әүлиәлекте ниндәй сифаттар билдәләй?

– Әүлиәләрҙе бөтөнләй инҡар иткән кешеләр ҙә бар. Әммә Аллаһу Тәғәләнең оло һөйөүенә ирешкән кешеләр юҡ түгел. Аллаһу Тәғәлә юҡҡа ғына Үҙенең ҡудси хәҙисендә, минең яратҡан ҡолдарыма яу асҡан кешеләргә Мин Үҙем яу асырмын, тимәгән. Ибне Хәжәр Әл-Ғәсҡаләни әүлиәләрҙе Аллаһты танып белгән, шәриғәт ҡанундарын, Аллаһтың ҡушҡандарын ныҡ тотоусы диндарҙар, тип билдәләй. Ниндәйҙер кирамәттәр әүлиәлекте билдәләмәй. Эйе, Аллаһ Үҙенең ҡайһы бер яратҡан бәндәләрен бындай хикмәттәр менән бүләкләй, шуға күрә кирамәт күрһәтә торған әүлиәләр ҙә, кирамәтһеҙ әүлиәләр ҙә булыуы мөмкин. Әммә был тәүгеләре икенселәренән өҫтөнөрәк тигәнде аңлатмай. Сәйет Әфәнде (ҡуддисә сирруһу) әйтер ине: иң ҙур кирамәтем – истиҡәмәт булды, йәғни шәриғәт ҡанундарын теүәл үтәү. Һеҙ ниндәйҙер хикмәткә эйә булған кешеләрҙе күрәһегеҙ икән: һыу өҫтөнән атлап йөрөймө ул, йәшерен серҙәреңде белеп ултырамы, әгәр ҙә ул намаҙ уҡымай, шәриғәт ҡанундарын тотмай икән, ул – әүлиә түгел. Джүнәйд әл-Бәғдәди (ҡуддисә сирруһу) фекеренсә, бөтә тәсаууф Ҡөрьән һәм хәҙистәр менән нығытылған. Тәсаууф − ул шәриғәттең хеҙмәтсеһе. Әгәр ҙә Ҡөрьән һәм хәҙистәргә ҡаршы килә икән – ул инде тәриҡәт түгел.

Әүлиәлекте лә кирамәттәр түгел, ә көслө диндарлыҡ һәм күңел таҙалығы билдәләй.

 

 

Зөлфиә Ханнанова әңгәмә ҡорҙо

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...