“Һәр кешенән һабаҡ алырға мөмкин!..”
“Һәр кешенән һабаҡ алырға мөмкин!..”
Бер осрашыу – бер ғүмер, ти халыҡ мәҡәле. Айырыуса рухташ, фекерҙәштәрең менән аралашыу күңелле. Күптән түгел Махачкалала уҙған кәңәшмәлә ҡатнашыу – иҫтәлекле һәм матур ваҡиға булды. Сара барышында баҫмабыҙ уҡыусыларына яҡшы таныш "Әс-сәләм"дең үҙәк гәзите журналисы Әминә Евпатова менән дә аралашып өлгөрҙөк.
– Әминә, Һеҙҙең күп кенә мәҡәләләрегеҙ башҡорт теленә тәржемә ителеп, беҙҙең гәзиттә донъя күрҙе. Әйтегеҙ әле, танылған журналист Әминә Евпатова ҡайҙа тыуып үҫте, был һөнәрҙе һайлауға нимә сәбәпсе булды?
– Һүҙемде кешегә файҙа килтереү форсатын биргән Раббыма шөкөр итеүҙән башлағым килә. "Әс-сәләм" гәзите өсөн яҙышыу — оло бәхет ул. Мин ҡояшлы Абхазияла, Гудаута ҡалаһында уҡытыусы әсәйем һәм төҙөлөштә эшләгән атайымдың татыу ғаиләһендә буй еткерҙем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Абхазиялағы һуғыш тыныс ҡына барған тормошобоҙҙо пыран-заран килтерҙе, атайҙы юғалттыҡ, илебеҙ емерек хәлдә ҡалды... Әсәйем, балаларыма тейешле белем бирәм, кеше итәм, тип беҙҙе Дағстанға күсереп килтерҙе.
Шулай итеп, беҙҙең өсөн өр-яңы тормош башланды. Башта ҡуртымға алынған кескәй генә бүлмәлә көн күрҙек. Әсәй ике эш араһында йүгерҙе, уға ныҡ ҡыйын булһа ла, бер ҡасан да зарын һиҙҙермәне, күҙ йәштәрен күрһәтмәне, балаларын лайыҡлы шәхес итеп тәрбиәләп үҫтереүгә бар тырышлығын һалды. Яңы урында беҙгә һәр береһе ярҙам итергә тырышты. Бында киң күңелле, изгелекле халыҡ йәшәй. Уларҙың яҡшылығын һис тә оноторлоҡ түгел.
Мәктәптән һуң барыбыҙ ҙа Дағстан дәүләт университетына уҡырға индек. Апайым сит телдәрҙе өйрәнде, ағайым биология фәнен һайланы, мин инде бәләкәйҙән ғашиҡ журналистика даирәһенә сумдым.
– Һеҙ урыҫ ҡыҙы, Исламды ҡабул итеүгә нимә сәбәпсе булды?
– Шулай килеп сыҡты ки, Дағстандың изге еренә ғаиләбеҙ менән Ураҙа байрамы алдынан килдек. Һәм беҙҙе шундуҡ тиҫтерҙәребеҙ етәкләп, күрше-тирәне ҡотлап киләйек, тип өйҙән алып сығып китте. Ҡапсыҡ тулы тәмлекәс менән ҡайтып индек ул көндө! Шулай итеп, ғаиләбеҙҙең мосолмандар һәм ислам дине менән танышыуы йомартлыҡтан, тәм-томдан башланды! Үҫә килә был дин менән нығыраҡ таныша барҙыҡ, саф, хаҡ икәнлеген белеп буй еткерҙек. Ислам динен ҡабул иткәндә миңә 19 йәш ине. Өсөнсө курста телевидениела практика үтеп йөрөгән саҡта булды был шатлыҡлы ваҡиға.
Миңә сюжет төшөрөргә ҡушылды. Ул осорҙа ислам дине менән етди ҡыҙыҡһынғанға күрә, мосолман ҡатын-ҡыҙының тормошо, хижәбе һәм ошоға бәйле теманы һайланым. Оператор менән ислам кейеме кибетенә юлландыҡ. Һәм эш барышында героиням миңә бөйөк ғалим Сәид әл-Чиркавиҙың "Бәрәкәтле белем хазинаһы" китабын бүләк итте. Аллаһҡа мең шөкөр, зиннәтле хеҙмәтте уҡып сығыу менән барыһы ла үҙ урынына баҫты. Кәлимәи-шәһәҙәт һүҙҙәрен әйтеп, мосолман булдым. Тәү тапҡыр тәһәрәт алып, беренсе намаҙымды уҡығанда йөрәгемде биләп алған сихри хис, тулҡынланыу, рәхәтлек, хозурлыҡ бөгөнгөләй иҫемдә! Оҙон еңле күлдәктә, башыма яулыҡ ябынғас ҡына үҙемде ҡурсыулы һәм ысын мәғәнәһендә ирекле итеп хис иттем! Шуға ҡәҙәр ғүмеремдә лә бындай рәхәт булғаны юҡ ине! Исламдың гүзәллеген тойоп, яҡындарым да әкренләп ошо ысын дингә ҡайтты. Аллаһу Тәғәләнең Бөйөк Мәрхәмәте менән тормошомда булған иң ҙур мөғжизә һәм бәхет был.
− Журналистиканың Юғары мәктәбе деканы, профессор Юрий Соломонов был һөнәрҙе тере һәм амбициоз тип ҡылыҡһырлаған. Эйе, беҙҙең һөнәрҙе үҙ итеүсе һәр кем үҙ өлкәһендә иң яҡшыһы булырға теләй. Әминә, ҡәләмде шымартыу өсөн амбицияларҙан тыш тағы ла нимә кәрәк? Геройҙың эске донъяһын тойомлау, һәр күренешкә анализ яһау һәләтенә өйрәнеп буламы?
− Беҙҙең эштә амбициялар түгел, кешене яратыу мөһим. Һәр эштә талап ителгәнсә үҙ өҫтөңдә эшләү, һүҙ ярҙамында фекереңде еткереү маһирлығы кәрәк. Бәләкәйҙән китап яраттым. Тел байлығы уҡыусының күңелендә матур образдар тыуҙырырға ярҙам итә.
Геройҙарымдың эске донъя-һын аңларға миңә үҙемдең кисерештәрем ныҡ ярҙам итә. Юлымда осраған һәр кеше минең өсөн уҡытыусы. Ғөмүмән, беҙҙе уратып алған һәр нәмәнән, һәр кешенән һабаҡ алырға мөмкин. Һәр бер асышын, дәресен күңеленә һалған журналистың аң даирәһе лә үҫә, стиле камиллаша, үҙе лә һиҙмәҫтән иғтибарын әһәмиәтле әйберҙәргә йүнәлтә башлай.
– Әминә, һеҙ бик ҡыйыу журналист, көн ҡаҙағында торған ҡыҙыу мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан эштәрегеҙ бихисап. Әһәмиәтле материалға ниндәй ниәт менән тотонаһығыҙ?
– Хеҙмәттәштәрем ҡай саҡта ниндәй темаға яҙырға икән, тип баш вата. Бар хикмәт — тормошобоҙҙа, уның күп ҡырлылығында. Мин иһә ябай булмаған темаларҙы яҡтыртырға яратам. Был да һөнәри уңышҡа илтеүсе сәбәптәрҙең береһе. Яҙыр алдынан тәү нәүбәттә үҙемә уҡыусым был мәҡәләмдән ниндәй файҙа аласаҡ, тигән һорау бирәм. Һәм аҙаҡ инде ыңғай баһа ишетһәм, мәҡәләмдән ниндәй ҙә булһа фәтеүә күргәндәрен белеп ҡалһам, минән дә бәхетлерәк кеше юҡ был донъяла! Тимәк, мин маҡсатыма ирешкәнмен, тип һөйөнәм.
– Әминә, Һеҙ шулай уҡ уҡыу йорттарының береһендә үҫмер ҡыҙҙарға "Рухи гүзәллек дәрестәре"н бирәһегеҙ икән.
– Йәш ҡыҙҙарҙы яҡшы әсәй, яғымлы ҡыҙ, хәстәрлекле һеңле итеп тәрбиәләү маҡсатын күҙ уңында тотҡас, ошо курсты тап шулай атаныҡ. Халыҡ педагогикаһына таянып, нисек итеп төҫ-башыңды ҡарарға, әҙәпле әңгәмә ҡорорға, төҙ йөрөргә, хатта нисек матур итеп ултырырға тигән бик күп ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле темаларға һөйләшә-беҙ ҡыҙҙар менән! Күп ата-әсәләрҙең быға ваҡыты ҡалмай бит. Мине был үҫмерҙәр ҡәтғи, талапсан уҡытыусы итеп түгел, үҙенең серҙәше, өлкән апаһы тип ҡабул итә. Шуға ла йыш ҡына ҡыҙҙар миңә яҡындарына һөйләй алмаған эс серҙәрен бүлешеп, минән кәңәш һорай. Әлбиттә, яҡын кешеһе итеп күреүҙәре минең өсөн ҡыуаныслы Шунда уҡ яуап бирә, ярҙам итә алмаған осраҡтарымда психолог, дин белгестәре менән һөйләшеп, уларҙың кәңәшен балаға мотлаҡ рәүештә еткерәм. Туҡ, ҡупшы итеп кейенгән баланың бер проблемаһы ла юҡ, тип әйтеү төптән дөрөҫ түгел. Бала күңеле — ҙур донъя. Нимәлер уның йөрәген өйкәй, ниҙер борсой, тынғылыҡ бирмәй. Шуға ла, ҡыйын саҡтарҙа үҙеңә нисек ярҙам итергә, тигән һорауға балалар менән ипләп кенә яуап эҙләйбеҙ. Кескәй йөрәк менән һәр ваҡыт аралашып торорға кәрәк!
– "Башҡортостан" һүҙе Һеҙҙә ниндәй тойғолар уята?
– Башҡорт телендә сыҡҡан "Әс-сәләм"дең ҡыҙҙары менән осрашҡанға ҡәҙәр Башҡортостанды матур тәбиғәтле тауҙар иле, хуш еҫле бал төйәге, тип баһалай инем. Яғымлы башҡорт ҡыҙҙары менән танышып, аралашып алғас, республикағыҙ тәү сиратта ихлас матур кешеләре менән гүзәл, тип әйткем килә. Ҡасан да булһа, илегеҙгә барып, бәрәкәтле башҡорт ере менән яҡынданыраҡ танышҡы килеп китте әле! Раббыбыҙ һәр ваҡыт Башҡортостан халҡына Рәхимле һәм Йомарт булһын!
– Изге ниәтегеҙҙе Аллаһ бойомға ашырһын, Әминә! Һөйләшеүебеҙ һуңында лайф-хаҡ менән бүлешегеҙ. Дини бурысыбыҙ бар, ғаиләгә лә ваҡыт бүлергә, балалар тәрбиәләргә кәрәк. Барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ?
– Һәр мөслимәлә ундай һәләт бар (йылмая)! Аллаһ күп нәмәгә өлгөрөү талантын һәр бер ҡатынға өләшкән. Әммә ваҡиғалар өйөрмәһендә ҡайнашып, бер кеше генә беҙҙең иғтибарҙан гел ситтә ҡалып килә, ул кеше беҙ үҙебеҙ. Һүҙ эгоизм (үҙ-үҙеңде яратыу) хаҡында бармай, әлбиттә. Аллаһ Үҙе Яратҡан бар нәмәне һөйөргә ҡушҡас, беҙ ҙә шулар араһында бит. Шуның өсөн үҙебеҙҙе тейешле кимәлдә ҡарап, яратып, Уның исеме менән, Уға һыйынып башлаған көнөбөҙ иң хәйерлеһе беҙҙең өсөн.
– Әминә, ихлас яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙең Башҡортостанға ҡунаҡҡа килеүегеҙҙе ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ. Тағы ла күрешеп, туйғансы һөйләшергә насип булһын!