“Ата-бабаларҙан – һәләт, китаптарҙан – хикмәт...”

“Ата-бабаларҙан – һәләт, китаптарҙан – хикмәт...”

Аллаһтың Рәхимлеге менән Кешелекте яҡлау һәм һаҡлау бурысы көслө зат – ҡәҙерле ир-егеттәребеҙ иңендә булды, һәм был яуаплылыҡ донъя бөткәнсе дауам итәсәк. Беҙҙең бөгөнгө ҡунағыбыҙ – Мәләүез ҡалаһы мәсете имам-хатибы Рәфис хәҙрәт Сафин.

 

– Рәфис хәҙрәт, үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып китһәгеҙ ине.

– Күгәрсен районының Ялсы ауылында тыуып үҫтем. Бөтә ауыл малайҙарыныҡы кеүек, бала сағым күңелле, хатта экстремаль үтте, тиһәң дә була. Мәктәп, ауыл, колхоз тормошонда ҡайнаныҡ. Ата-әсәйем эштән бушаманы, шуға күрә мин күберәк өләсәй янында булдым. Ул мәктәптә мейес яғып, шунда уҡ йыйыштырыусы ла булып эшләне. Өләсәйгә эйәреп, ярҙам итә инем. Эш араһында мәктәп тарихын һөйләй. Баҡтиһәң, ҡартатайымдың атаһы Әхмәтсафа һәм уның улы Ҡорбанғәле 19 быуатта ағастан мәсет һалып, шунда имам булып хеҙмәт иткән. Революциянан һуң ҡыҙылдар манараһын емереп төшөргән дә унан мәктәп яһағандар. Өләсәй тәрбиәһендә үҫкәс, ул миңә аҙым һайын: бисмиллаңды әйтергә онотма, уң ҡулың менән аша, ашағандан һуң шөкөр ит һәм башҡа бик күп кәңәштәрен биреп, бар белгән ғилемен һеңдерергә тырышты. Шулай булғас, өләсәйҙән ишеткәнде башҡаларға ла еткерергә тырышҡанмындыр инде. «Кит әле бынан, суфыйланып йөрөмә», – тип ҡыуалап та ебәрә торғайнылар. Әлбиттә, ул саҡта суфый һүҙенең ни аңлатҡанын аңлап етмәй инем. Заман да башҡасараҡ ине шул. Октябрят, пионер, комсомол, хатта комсомол ойошмаһының секретары булдым. Замандың ыңғай яҡтары ла күп булды. Хоҙайбирҙе урта мәктәбендә лә рухи һәм патриотик тәрбиәгә ныҡ иғтибар бирелде. Шуға ла хәрби хеҙмәттең ауырын һайлағанмындыр инде. 1988-1990 йылдарҙа Кавказ аръяғы Кировобад ҡалаһында һауа десанты ғәскәрендә разведротала хеҙмәт иттем. Әрме хеҙмәтен атҡарып сығыуҙа ҡәҙерле өләсәйем биргән тормош һәм дин һабағы ярҙам итте лә инде. Аллаһ унан риза булһын!

Стәрлетамаҡ медучилищеһын уҡып сығып, теш табибы-техник булып эшләй башлағас та, һаман рухи аҙыҡҡа ынтылдым. Дини ғилемде тәүҙә өс йыл Мәләүездә мәҙрәсәлә алдым, һуңынан инде Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһен уңышлы тамамлап, төп һөнәрем менән бер рәттән имам-хатип булып хеҙмәт башланым. Әммә белем тауына үрмәләүҙе туҡтатманым. Ғилемемде Кум (Иран), Бурса (Төркиә) ҡалаларында, Өфөлә РИУ-ла үҫтерергә тырыштым.//БДПУла юғары ғилем алырға насип булды, Әлхәмдүлилләһ!

– Бөгөнгө көндә хәрби-патриотик тәрбиәгә иғтибар ныҡ артты. Динебеҙҙең дә ошо йәһәттән әһәмиәте ҙур, шулаймы?

– Әлбиттә, тәрбиә һәр кемгә мотлаҡ һәм фарыз. Тирә-йүнгә иғтибар итһәк, мәҫәлән, бесәй балаларына сысҡан тоторға, ағасҡа үрмәләргә өйрәтә, күнһәләр, тамаҡтары туҡ була, ағас башына менеп, хәүефтән ҡасып ҡотола алалар. Кешенең тормошо һәләк тә ҡатмарлы. Аллаһу Тәғәлә был донъяға беҙҙе һынау өсөн ебәргән һәм – Ирадаи джүзиә – һайлау хоҡуғын биргән. Һайлау мөмкинлеге лә күп түгел, ике төрлө: йә Йәннәткә, йә Тамуҡҡа илтә торған ғәмәлдәр. Беҙ үҫкәндә әҙәп, әхлаҡ тәрбиәһен беҙгә Коммунистик партия күндерергә тырышты. Фиҙакәр йөрәкле Павел Корчагин, Александр Матросов, йәш гвардиясылар, Юрий Гагарин кеүек шәхестәр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хеҙмәт батырҙары беҙгә матур үрнәк булды. Башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрендә һәр егет үҙен ил һаҡсыһы итеп тойорға өйрәнде. Башҡа тормошто күҙ алдына ла килтермәй инек. Һәм бер ваҡыт Көнбайыш һәм Америка илдәрендәге иблис ҡотҡоһо беҙҙең идеалдарҙы емерә башланы... Ниндәйҙер төшөнкөлөк һәм рухи бушлыҡ барлыҡҡа килде, халыҡ аптырап ҡалды. Артабан беҙгә ни эшләргә, нимәгә таянырға? Әлхәмдүлилләһ, беҙ Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ сәхәбәләренән ислам динен ҡабул иткән халыҡ түгелме ни? Беҙҙең арҙаҡлы Салауат, Ҡараһаҡал батырҙарыбыҙ, башҡорт халҡының хазинаһы – Зәйнулла Рәсүлев, Мөжәүир хәҙрәт, Шәмиғол хәлфәләребеҙ бар бит. Улар беҙҙең өсөн рухи маяҡ, күркәм үрнәк булып тора. Тик Аллаһу Тәғәләнең Хаҡ дине беҙҙе ошо донъяның ҡараңғылығынан сығарып, Илаһи нурға сорнай ала. Әлбиттә, мәктәп балаларынан башлап, барыһына ла – йәштәребеҙгә лә, ололарға ла дин, әхлаҡ тәрбиәһе бирергә тейешбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Ватанды һаҡлау – имандан». Ошо аксиома һәр ир-егеттең йөрәгендә булырға тейеш.

– Имамлыҡ – ул ҙур яуаплылыҡ. Дәғүәт эше, Аллаһ ҡушҡанға саҡырыу ҡатмарланды түгелме хәҙер?

– Шулай шул, ҙур яуаплылыҡ! Имам булам тигән кешене имам итеп ҡуймағыҙ тигән һүҙ бар. Пәйғәмбәрҙәр тарихын өйрәнгәндә, һәр береһенең иң башта көтөүсе, мал менән идара итергә өйрәнеүе, һуңынан өммәтенә дәғүәтсе итеп ебәрелгәне бәйән ителә. Шөкөр, мәсет-мәҙрәсәләр, юғары дини уҡыу йорттары, унда белем биргән ғалимдар, хәҙрәттәр ҙә, мөғәллимәләр ҙә күбәйҙе. Ғилем ал да, ғәмәлеңде, ғибәҙәтеңде Аллаһ ризалығы өсөн башҡар! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мосолмандарҙың араһын бутаусы ваххабизм һәм башҡа секталар ҙа етерлек. Был бик ауыр хәл.

Аллаһтың арҡанына тотоноғоҙ һәм айырылмағыҙ, тигән әмер үтәлмәй.

Әлбиттә, йома көнөндә вәғәз һөйләп кенә кешеләрҙең күңеленә үтеп булмай. Үҙемә килгәндә, миңә тыныс мөхиттә әңгәмә рәүешендә һорауға яуап биреү күберәк оҡшай. Кеше, әлбиттә, хәҙер Интернет һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары арҡылы мәғлүмәт ала. Ә унда бит ҡапма-ҡаршылыҡлы һәм кешенең башын бутаусы мәғлүмәттәр тоҙағына эләгеп, аҙашып ҡуйыуың бар! Шуға ла дәғүәт мәсьәләһе бик еңелдән түгел.

Йәмғиәтебеҙ кескәй йөрәккә төрлө яҡтан һөжүм иткән заманда нисек яңылышмаҫҡа, иң әүәл нимәгә өйрәтергә балаларҙы?

– СөбхәнАллаһ, биш бала атаһы булырға насип булды. Бер яҡтан, ҡыуаныс, икенсе яҡтан – оло яуаплылыҡ. Бала тәрбиәләү – оло хеҙмәт. Тамағы туҡ, ризығы хәләл булһын, тип тырышыу менән бергә аҡ менән ҡараны айырыу, йәмәғәт менән яҡшы мөғәмәлә-мөнәсәбәттә булыу һәм башҡа күп мәсьәлә буйынса һабаҡ бирергә кәрәк. Иң мөһиме – дин буйынса әхлаҡ, әҙәп тәрбиәһе биреү. Ояһында ни күрә, осҡанында шул, тигән мәҡәл бар. Балаңды тәрбиәләмә, барыбер һиңә оҡшар, тигәндәр. Шулай булғас, тәүҙә үҙебеҙҙе тәрбиәләп, балаға һәйбәт үрнәк булырға кәрәк.

 

– Ҡайһы саҡта итәғәтле ата-әсәнең балаһы ла, ололарҙың йөрәген утҡа ялмап, ибәтәйһеҙ ҡылана, тырышып-тырмашып ҡаршылаша...

– Тормош булғас төрлө хәлдәр була. Тараҡтың теше генә тигеҙ, тиҙәр бит. Һәр бала үҙ ризығы, үҙ тәҡдире менән килә донъяға. Бөтәһен дә бер ҡалып буйынса тәрбиәләү – мөмкин булмаған эш. Тарихҡа мөрәжәғәт итеп, матур үрнәк алып, ихлас доға ҡылыу – тәрбиә алымдары ошолор, тип уйлайым.

 

– Мосолмандың ғибәҙәтен, тормошон, йөрәген нимә шымартып һәм сафландырып ебәрә?

– Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән, сәфәр ҡылығыҙ, тип.

Әлбиттә, өйөңдә генә ултырып үҫеш алып булмай. «Мин һеҙҙе бер ата, бер ананан барлыҡҡа килтерҙем бер-берегеҙҙе таныһын өсөн», – тигән Раббыбыҙ. Мөмкинселек булһа, күрше ауылға булһа ла сәйәхәт ҡылып, ниндәйҙер ғилем, яңы һөнәр өйрәнер кәрәк.

“Ғилемде Ҡытайҙан булһа ла барып ал”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. Һәр мосолман һәм мөслимәгә ғилем алыу фарыз. Донъя ғилеме йәшәү, ризыҡ хәстәрләү өсөн кәрәкһә, дини ғилем – Әхирәт өсөн. Был ғәмәлдәрҙе кеше алдында маһайып маҡтаныр өсөн түгел, бәлки ихлас итеп фәҡәт Аллаһ ризалығы өсөн башҡарырға кәрәк.

 

– Беҙҙең гәзитте уҡыусы ир-азаматтарға, буласаҡ һал-даттарға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

– Тарихҡа иғтибар итһәк, һәр быуынға һуғыш афәтен кисерергә тура килә. Беҙгә уяу булырға кәрәк. Шайтан вәсвәсә ҡылып, кешелекте ыҙғыштырып тора. Көслө мосолман көсһөҙ мосолманға ҡарағанда хәйерлерәк, тигән Аллаһ Рәсүле ﷺ. Шуның өсөн айыҡ аҡыл менән тормош көтөү өсөн физик һәм рухи яҡтан сынығырға тырышығыҙ. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ икәнен онотмайыҡ. Ата-бабаларҙан – һәләт, китаптарҙан – хикмәт.

Аҡыл көсөбөҙҙө тыныс тормош ҡороуҙа ҡулланырға насип итһен. Ҡан-ҡойоштар туҡтаһын!

 

Светлана Әбсәләмова әңгәмә ҡорҙо

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...