“Ғилем юлындағы кеше бәхетле!”

“Ғилем юлындағы кеше бәхетле!”

 

 

Бөгөн рубрикабыҙҙың ҡунағы Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы Октябрьский ҡалаһының «Нурул ислам» мәҙрәсәһе ректоры урынбаҫары Мәүлимйән Мәүлит улы Сибғәтуллин.

 

– Мәүлимйән Мәүлет улы, әйҙәгеҙ, яҡындан танышып үтәйек. Һеҙ ҡайһы төбәктән? Дингә килеүегеҙгә нимә сәбәпсе булды?

– Сығышым менән мин Татарстандан. Аҡсубай районының Яңы Ибрай ауылында күп балалы (6 малай, 2 ҡыҙ) ғаиләлә тыуып үҫтем. Әсәйем бишенсе кластан ураҙа тотҡан, намаҙын ҡалдырманы. Дингә килеүемдең нигеҙе шунда, тип һанайым. Әҙәп, әхлаҡ тәрбиәһе яҡын кешемдән.

 

– Октябрьский ҡалаһына килеп төпләнеүегеҙ ҙә тап Һеҙҙең дини эшмәкәрлегеҙгә бәйле, шулаймы? "Нурул ислам" мәҙрәсәһен етәкләүегеҙгә лә апаруҡ, яңылышмаһам, ике тиҫтәнән ашыу йыл.

– Дини кеше үҙенән әүәл яҡындарын ҡайғыртырға, дәғүәт ҡылырға, йәғни исламға өндәргә тейеш. Беҙ, дин әһелдәре, диниә назараты ҡайҙа ҡуша, шунда хеҙмәт итәбеҙ. Тәүге белемем буйынса мин тарихсы һәм тел белгесе, Ҡазан университетын тамамланым. Өйләнгәс, балаларым тыуғас, 1990 йылда Өфөгә Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә Назараты янында асылған мәҙрәсәгә уҡырға индем. Ҡабул итеү комиссияһын етәкләгән баш мөфтөйөбөҙ Тәлғәт Тажетдин маҡсатымды һорашты. Мөғәллим булғым килә, тигәс, мөфтөй миңә: "Беҙгә дини кадрҙар – имам-хатиптар, мәхәллә етәкселәре бик кәрәк", - тип был аҙымымды хупланы. Шулай итеп, Ризаитдин Фәхретдин исемен йөрөткән мәҙрәсәлә белем алдым. Уны тамамлағас, Түбәнге Камаға эшкә ебәрҙеләр, тиҫтәгә яҡын йыл йәмиғ мәсетендә имам-хатип һәм имам-мөхтәсиб вазифаларын башҡарҙым. 40 йәшем тулғас, Тәлғәт Тажетдин мәҙрәсәгә етәксе кәрәк, тип мине ошо уҡыу йортона билгеләне. Ғаиләм менән 1999 йылдан бындабыҙ. Иң һөйөнөслөһө – ошо уҡыу йортонда балаларыбыҙ ҡанатын нығытты, дини тәрбиә алды. Хәҙер инде улым Айнур хәҙрәт мәҙрәсәнең етәксеһе, Әминә ҡыҙыбыҙ – мөғәллимә булып етеште. Был ҡалаға килгән сағыбыҙҙа бында оҙаҡҡа ҡалырбыҙ, тигән уй юҡ ине. Әммә ҡаныбыҙ-булмышыбыҙ менән был ергә беректек тә ҡуйҙыҡ, был ҡунаҡсыл мөхитте ныҡ яраттыҡ.

 

 

 

Октябрьский ҡалаһындағы мәҙрәсә

 

 

 

– Ошо ғилемле мөхиттә эшләүегеҙгә сирек быуат самаһы. Мәҙрәсәнең йәше әҙ генә күберәк. Октябрьский ҡалаһында 90-сы йылдар башынан дин белемен бирәләр. Был уҡыу йортоноң үҙенсәлеге нимәлә?

– Эйе, мәҙрәсәбеҙҙең 30 йыллыҡ тарихы бар. "Нурул ислам" уҡыу йортон тамамлап, аҙаҡ белемен Рәсәй ислам университетында камиллаштырып, илебеҙҙең төрлө тарафтарында эшләй шәкерттәребеҙ. Өфө, Ҡазан, Пермь, Хабаровск, Пенза, Ульяновск ҡалалаларында, хатта йыраҡ Сахалинда эшләйҙәр. Үҙенсәлеге бар, әлбиттә. Көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттарыбыҙ бер ыңғай ике белем алыу мөмкинлегенә эйә. Төшкә ҡәҙәр улар ҡаланың берәй лицейында йә колледжында (улар Октябрьскийҙа бишәү) донъяуи ғилем алһа, ниндәйҙер һөнәргә өйрәнһә, өйлә намаҙынан һуң улар мәҙрәсәлә дин фәндәрен эстәй. Аллаһҡа шөкөрана ҡылам: ике ерҙә лә уҡығас, тырыш булыуҙары менән бергә был йәштәр бик алдынғы, үҙҙәре әйткәнсә, креатив, ике ҡанатлы ҡош кеүек була! Икенсе һәм өсөнсө курста шәкерттәрҙең махсус тәжрибә, йәғни дәрес биреү практикаһы бар.

 

– Афарин, йәштәр! Белеүебеҙсә, "Нурул ислам" мәҙрәсәһендә белем алыуҙың тағы бер нисә йүнәлеше бар: ял көндәре курсы, ҡала балалары өсөн дә айырым төркөм ойошторолған.

– Өлгөр йәштәребеҙ уҡыған көндөҙгө бүлектән башҡа, киске бүлек бар. Унда башлыса эшләгән йәки хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет белем ала. Балалар өсөн дә айырым курстар бар, әйтергә кәрәк, ял төркөмдәрендә ҡыҙҙар малайҙарҙан айырым шөғөлләнә. Мөғәллимлек тәжрибәһе тупланһын өсөн, был яуаплы эшкә көндөҙгө бүлектә уҡыусы шәкерттәребеҙҙе йәлеп иттек. Йәйге каникул осоронда үҫмерҙәр өсөн лагерь ойоштороу ҙа матур йолаға әүерелеп бара. Ситтән тороп уҡыу бүлеге лә иғтибарға лайыҡ. Унда йөҙҙән ашыу кеше белем ала. Йылына ике тапҡыр сессияға киләләр. Унда күберәк өлкән йәштәгеләр. Быға ла беҙ һөйөнәбеҙ. Сөнки уҡып ҡайтҡас, үҙҙәренең районында дингә өндәйәсәктәр.

 

– Йәш быуындың тауышын ишетеү, ихтыяж-теләген, нимә борсоғанын белеү өсөн улар менән гел һөйләшеп тороға кәрәк, ти психологтар. Дин белгестәре лә быға ҡушыла.

– Һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынабыҙ. Нотоҡ уҡыр өсөн түгел, әлбиттә. Балаға һәр ваҡыт ихлас булһаң, күңелен күтәреп торһаң, ул да асылып китә, йомолоп, үҙ проблемаһын йотоп йөрөмәй. Һәр береһе беҙҙең күҙ алдында, уйҙарын ғына түгел, маҡсат-хыялдары менән дә уртаҡлаша. Урынлы кәңәш биреүҙе, кәрәккәндә вәғәз һөйләп, уңыштарын баһалап тороуыбыҙҙы көтә улар беҙҙән! Иғтибарыбыҙ барыһына ла етә, Әлхәмдүлилләһ! Иң яҡшы миҫал – беҙ үҙебеҙ. Шуға ла коллективыбыҙ хәйриә эшендә лә, ҡалала үткән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Үҙ бинабыҙҙа ғына бикләнеп ултырмайбыҙ. Спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашабыҙ. Мәҙрәсәбеҙ бинаһы 2000 квадрат метр биләй, үҙебеҙҙең пекарнябыҙ, йәшелсә һаҡлау урыныбыҙ бар, уҡыу йортон йылытыу системаһы ла автономик рәүештә эшләй. Ихатабыҙҙа ҡорбан салыу, йыназа уҡыу өсөн бөтә шарттар булдырылған. Был да шәкерттәребеҙгә егәрле һәм ярҙамсыл булыуға ишара. Көндөҙгө бүлектә уҡыусыларҙың аш бүлмәһендәге дежурҙары ла, бүлмәләрҙе ипкә килтереүҙәре лә, һис шикһеҙ, файҙаға ғына.

 

– Күренекле башҡорт шәхесе, ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан, халҡына яҙған хушлашыу хатында, мөһим мәсьәләләрҙе билдәләп, "...дин һәм телебеҙҙе һаҡлауға ғәйрәт сарыф итеү"гә диҡҡәт итергә кәңәш итә. Мәүлимйән хәҙрәт, Һеҙ туған телегеҙҙә шул тиклем матур, хатта камил тип тә әйтер инем, һөйләшәһегеҙ. "Нурул Ислам" мәҙрәсәһендә туған телгә һөйөү тәрбиәләнәме?

– Был бик мөһим мәсьәлә бөгөн. Беҙҙә төрлө милләт вәкилдәре уҡый. Башҡорт, татар, үзбәк, тажик, мари булһынмы, уларға рус телендә – дәүләт телендә вәғәз һөйләгеҙ, шунан инде ике-өс минут булһа ла үҙ телегеҙҙә һөйләгеҙ, тип әйтәм. Әгәр дин әһеле туған телендә фекерләй һәм вәғәз һөйләй алмаһа, ниндәй мулла, ниндәй етәксе буласаҡ ул? Татарстанға ҡайтҡанда, минән: "Башҡортостанда нисек, ҡыҫмайҙармы?" – тип һорайҙар. Мин: "Өҫтәлемдә башҡорт телендәге китаптар ята. Ейәндәрем 9-сы мәктәптә татар телендә уҡыйҙар, башҡорт теле дәрестәре лә бар, Әлхәмдүлилләһ!" – тип яуап бирәм. Һуңғы арала етәкселәребеҙ осрашып, һөҙөмтәле эш алып бара. Татарстанға ҡайтһам, Радий Хәбировты маҡтайҙар. Бында килһәм – Миңлехановты. Ике республика туғандаш, ҡәрҙәш, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар булып йәшәй! Минең ике ҡустым башҡорт ҡыҙына өйләнгән.

 

– Мосолман кешеһе үҙенең ҡәрҙәшенә, ғәҙәттә, ике донъя бәхетен теләй. Һеҙ бәхетле мосолманмы, Мәүлимйән хәҙрәт?

– Һәр көнөңдө Аллаһ ҡушҡанса үткәреү – оло ниғмәт, ҙур байрам. Ғилем, йәш быуынды тәрбиәләү юлында йөрөткән Раббыма рәхмәтем сикһеҙ! Мин күп тапҡыр сит илдә булдым, әммә Башҡортостаныбыҙ, Татарстаныбыҙ, Рәсәйҙәге ҡәҙәр дин иреге бер ҡайҙа ла юҡ! Мәҫәлән, мәҙрәсәнән, мәсеттән тыш, мәктәптәргә, колледж-техникумдарға сығып, сәллә кейеп вәғәздәр һөйләй алабыҙ. Студенттар, уҡыусылар менән ғаилә ҡиммәттәре, тыуған яҡты һөйөү тураһында һөйләшәбеҙ, һорауҙарына яуап бирәбеҙ. Ошо ниғмәттән, йылылыҡтан Раббыбыҙ мәхрүм итмәһен!

 

– Фәһемле һәм матур яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт, Мәүлимйән хәҙрәт! Аллаһу Тәғәлә Һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы гел изгелек юлында йөрөтһөн!

 

Светлана Ғәлиуллина әңгәмә ҡорҙо

 

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...