«ҮҘ ӨҪТӨҢДӘ ЭШЛӘҺӘҢ, ДАИРӘҢ ТАҒЫ ЛА КИҢӘЙӘ...»

«ҮҘ ӨҪТӨҢДӘ ЭШЛӘҺӘҢ, ДАИРӘҢ ТАҒЫ ЛА КИҢӘЙӘ...»

«ҮҘ ӨҪТӨҢДӘ ЭШЛӘҺӘҢ, ДАИРӘҢ ТАҒЫ ЛА КИҢӘЙӘ...»

Бөгөн рубрикабыҙ һорауҙарына гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы һәм Хәйбулла райондары имам-ахуны, Әбйәлил районы имам-мөхтәсибе, Асҡар ауылындағы «Рәсүлиә» мәсетенең имам-хатибы Сәйфулла Әхмәтшәриф улы Ғайсин яуап бирә.

 

– Хәҙрәт, мулла ҡолағығыҙға аҙан әйтеп ҡушҡан исемегеҙ Сәйфулла, рәсми документтағыһы Сафиулла, тип бер осрашыуҙа һөйләп үткәйнегеҙ. Икеһе лә матур, мәғәнәле. Исем кешенең яҙмышына тәьҫир итәме?

– Һис шикһеҙ, тәьҫир итә, улай булмаһа, таныштарым араһында Эдуард, Роберт һәм башҡалар Әбдрәшит, Абдрахман кеүек матур мосолман исемдәрен ҡуштырып ятмаҫ ине. Эйе, миндә лә ике исем. Рәсми документта исемем әрмегә алыныр алдынан военкоматта бер урыҫ ҡыҙының хатаһы арҡаһында Сафиуллаға үҙгәрҙе. Данлыҡлы Сәйфулла мулланың исемен ҡушҡандарын үҫкәс кенә белдем. Билдәле хәҙрәт Ғайса олатайымдың һабаҡташы булған, улар бергәләп Зәйнулла Рәсүлевтың мәҙрәсәһендә белем алған. Сәйфулла тип тап шул Ғайса олатайым ҡушырға кәңәш иткәндер, тип уйлайым хәҙер.

Малай саҡта ныҡ шуҡ инем. Атайымдың исем ҡушыу тарихына ишара яһап, әйткәне хәтерҙә: «Бөйөк кешенең исемен йөрөтәһең, ныҡ шаярма!» Аҙаҡ хәҙрәт булып китеремде белгәндәй, үҫмер сағымда ауыл түрәләре лә, нишләптер, мине күрһә, гел Сәйфулла мулла, тип әйтерҙәр ине. Тәүҙә шул мулла тигән һүҙҙән тартыныңҡырай торғайным. Исем генә түгел, гендар тигәне лә тәьҫир иткәндер. Әсәй яғынан Ғәйнетдин олатайым да ғәрәпсә уҡый белгән, офицер булып хеҙмәт иткән. Атай яғынан Ғайса олатайым бәләкәйҙән етем булған. Өләсәйем ауырып киткәс, донъя хәлен белеп булмай, тип үлер алдынан уны бай кешегә хеҙмәтсе итеп биреп китә. Ә был етеш йәшәгән кеше улын Троицкиға уҡырға ебәрә. Олатайым да бәләкәй хужаһына хеҙмәтсе булып артынан эйәреп бара. Уның зирәк булғанын тойоп ҡалған Зәйнулла Рәсүлев бәләкәй Ғайсаны уҡырға саҡыра. Бәлки, мин дә олатайыма тартҡанмындыр, тим, сөнки хәтерем шәп, яҡындарым “аяҡлы энциклопедия” итеп йөрөтә.

Яңы Балапанда Мөждәбә тигән хәҙрәт була торғайны. Ул Сәйфулла мулланың шәкерте булып сыҡты. Уның менән бер Йәнекәй ауылында ниндәйҙер сарала осраштыҡ. «Егерме йыл мәсеттә имам булып торғас, йәштәрҙең дингә килеүенә ныҡ ҡыуанам. Ҡөрьәнде ҡайһылай матур һәм дөрөҫ уҡыйһың», – тип артабанғы эшемә үҙ фатихаһын бирҙе.

Тәлғәт Тажетдин менән бер осрашҡанда ике исемле икәнлегемде һөйләп биргәс, мөфтөй хәҙрәтебеҙ миңә: «Сәй-фулла ул Аллаһтың ҡылысы, еңелеү белмәгән, етмеш яуҙа еңеп сыҡҡанын беләһеңме? Сафиулла ла яҡшы исем, сафлыҡты аңлата», – тигәс, паспорттағы исемемә лә күндем.

 

– Тимәк, әрмегә киткәндә исемегеҙҙе үҙгәрткәндәр. Ҡайһы тарафта хеҙмәт иттегеҙ?

– Таштимер һөнәрселек училищеһын 1977 йылда тамамлағас, 30 октябрҙә әрмегә киттем. Украинала Днепровпетровск өлкәһендә элемтәсегә уҡып, аҙаҡ инде Сум өлкәһендә хеҙмәт иттем. Шунан һуң тимер юлында механик булып эшләгән йылдарҙа, Украинала әллә нисәмә тапҡыр булырға тура килде. Һыуытҡыс-рефрижератор поездарҙа Одесса портынан, Венгриянан төнъяҡҡа аҙыҡ-түлек ташыным.

 

– Нәсихәт тураһында һүҙ сыҡҡанда, халҡыбыҙ уны борондан әйтеш-ҡобайырҙар аша күңеленә һеңдергән һәм бөгөн дә шул нәмә булмышына хас. Патриотизм тойғоһон йыр аша тәрбиәләп буламы? Байтаҡ патриотик йырҙар ижад итеүсе Сәйфулла Ғайсин был турала ни әйтер?

– Назар Нәжми ҙә бер шиғырында, үҙеңде башҡорт тиһәң, «Уралым»ды йырлап күрһәт, тип юҡҡа әйтмәгән. Салауат Юлаевтың да шундай һүҙҙәре бар: «... Һүҙем бөтһә лә телемдә, йырым бөтмәне, Уралым...» Һәр бер башҡорттоң күңелендә йыр бар, тиҙәр. Һәм был, ысынлап та, шулай. Тормош мине төрлө ерҙә йөрөттө. Төнъяҡта, тундрала эшләнем. Ҡырыҫ яҡтар булһа ла, тап шунда күңелемдән шиғырҙар урғыла башланы. Үҙ өҫтөңдә эшләһәң, даирәң тағы ла киңәйә, тиҙәр бит. Шиғырҙарыма аҙаҡ көй тыуҙы.

56 йәшемдә мәҙрәсәгә, уны тамамлап, Рәсәй ислам университетына уҡырға ингәс, бер мәл беҙҙең алда Мысырҙағы «Әл-Әзһәр”ҙән профессорҙар килеп сығыш яһаны. Тәржемәсе аша берәүһенә: «Көйҙәр яҙам, музыкаға нисек ҡарайһығыҙ», – тигән һорау бирҙем. Был ғәрәп миңә: «Ел талғын ғына иҫһә лә, тыңлай белгән кешегә ул – көй. Ишек шығырлап асылһа ла, ишетә белгәнгә ул – көй. Ҡош һайрай, тип хәҙер беҙгә уның башын өҙөргәме? Әгәр йырығыҙ мәғәнәле булһа, уны башҡарып, кеше илһамланып йәшәргә ынтылһа, рөхсәт ителә. Насарлыҡҡа, үҙеңде юҡ итеүгә алып барған әҫәрҙәрҙе тыңларға, яҙырға ҡәтғи тыйыла», – тип яуап бирҙе.

Әлхәмдүлилләһ, ике китабым донъя күрҙе.

 

– Атай тәрбиәһенә ҡағылып үтәйек. Атай тәү нәүбәттә балаларын нимәгә өйрәтергә тейеш?

– Атайым тәрбиәгә артыҡ ҡыҫылманы. Нишләптер, ул мине бәләкәйҙән буй еткергән егет һымаҡ ҡабул итте. Үҫмер сағымда уҡ етди эштәрҙе ышанып тапшырҙы. Яҡын кешеңдең ышанысы күңелде күтәргәнен яҡшы белеп, ул мине шулай яуаплылыҡҡа өйрәтергә тырышҡандыр, күрәһең.

Үҙем бер ҡасан да ҡамсы тотманым, балаларыма бик йомшаҡ булдым. Беләм мин туҡмап үҫтергән әсәйҙәрҙе. Һуҡҡан һайын, балаң киреләнәсәк. Бындай тәрбиәнең һөҙөмтәле булыуы икеле. Әлхәмдүлилләһ, балаларым ипле, әйткәнде тыңлап үҫте, хәҙер ҙә арабыҙ татыу. Өс ҡыҙға, бер улға атаймын. Аллаһҡа шөкөр, биш ейәнем бар, яҡын арала алтынсыһы тыуасаҡ, тип көтәбеҙ. Балаларым динде, Ҡөрьәнде өйрәнә. Бәләкәй ҡыҙым менән кейәүем дә намаҙҙа, Рәсәй ислам университетында белем алалар.

 

– Әбйәлилдә бай рухлы, егәрле, тос фекерле халыҡ йәшәй, матур йолаларҙы, ошо рухиәтте һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй эштәр башҡарыла?

– Дүрт йыл эсендә яҙған йүнәлтмәм буйынса 24 кеше Рәсәй ислам университетына һәм Троицк мәҙрәсәһенә уҡырға инде. Иғтибарымды күберәк шуға бүләм. Иманлы кешеләр һәр ваҡытта ла кәрәк. Йәштәргә файҙалы лекциялар бирергә тырышам, бының өсөн йыш ҡына Өфөнән уҡытыусылар саҡырам.

 

– Хәҙер йәмғиәтебеҙҙә зар-ланған, бөтә нәмәгә тәнҡит күҙлегенән баҡҡан кешеләр күбәйгән һымаҡ. Бынан дарыу бармы ул?

– Бер бөгөн генә түгел, элек тә зарланғандар. Хатта имам әл-Ғазали ҙа бер хеҙмәтендә: «Кеше ни өсөн зарлана, тигәнгә бик оҙаҡ яуап эҙләнем», – тип яҙған бит. Барыһына ла шөкөр итергә кәрәк. Зарланған кеше зарланып тик йөрөй. Аҙаҡ мыжыуы ҡаты сиргә, рак ауырыуына әйләнеп китә. Мәсеткә яныма күп кеше, шул иҫәптән түрәләр ҙә, ултырып сыҡҡан кешеләр ҙә, ғаилә проблемалары менән ҡатындар ҙа килә, араларында ҡабат-ҡабат кәңәш-нәсихәт һорап килеүселәр бар. Аҡса алмағанымды беләләр. Ҡайһы берәүҙәр мәсеткә туҙан һурғыс йә башҡа берәй кәрәк-нәмә алып килһә, ҡыуанам, саҙаҡаларын ихлас ҡабул итәм.

Йома хөтбәһен тыңлаусы диндарҙарға, аҙна һайын кеше алып килегеҙ, тим. Әлхәмдүлилләһи шөкөр, яйлап күбәйәбеҙ, тимәк, йәмәғәтебеҙ ҙә нығына. Мәсеттәге эшем дә күбәйә башланы.

 

– Алып барған эшегеҙ шул тиклем күп, барыһына ла тигеҙ ваҡыт һәм иғтибар бүлеүҙә нимә ярҙам итә?

– Өлгөрөргә тырышам, ҡайһы саҡта төнөн дә эшләргә тура килә. Әммә күп ғибәҙәт ҡылып та, алға китмәүселәр бар. Аллаһ беҙгә уйланырға ҡушҡан бит. Ҡайһы бер кеше Ҡөрьәндең башҡортсаһын уҡып сыҡтым, тип маһая башлай. Әҙ генә лә фекер йөрөтөп, тирә-яғыңда Аллаһтың Ҡөҙрәтен күрә белмәгән көйө йөҙ тапҡыр уҡып сыҡһаң да, фәтеүә юҡ. Бөтәбеҙҙең киләсәге – Әхирәт. Был тормошобоҙ – ни бары уға әҙерләнеү өсөн имтихан урыны. Шулай уҡ, был донъяла тырышһаң, алдыңда күп мөмкинлектәр асыла.

 

– Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Сәйфулла хәҙрәт! Аллаһу Тәғәләнең сикһеҙ ризалығында булығыҙ!

– Амин. Һәр беребеҙ шуға ынтылырға тейешбеҙҙер.

 

Светлана Ғәлиуллина әңгәмә ҡорҙо

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...