«Изгелек ҡылырға ашығайыҡ!..»

«Изгелек ҡылырға ашығайыҡ!..»

«Әс-сәләм» дин-мәғрифәт гәзите ошо көндәрҙә 5 йәшен билдәләй. Яратҡан баҫмабыҙҙың һәр һаны – татыу коллективыбыҙҙың уртаҡ хеҙмәте, йөрәк емеше. Ошо түңәрәк дата айҡанлы бөгөн һорауҙарыма гәзитебеҙҙең ете хеҙмәткәре яуап бирә.

 

– Бөгөнгө йәмғиәттә һеҙҙе борсоған һорауҙар.

Зөлфиә Ханнанова (мөхәррир): Улар күп. Динһеҙлек, әхлаҡи ҡиммәттәрҙең үҙгәреүе, донъябыҙҙың тыныс булмауы һөҙөмтәһендәге ауыр юғалтыуҙар, хатта ауыл ерендә лә туған телендә һөйләшмәгән, йәки вата-емерә һөйләшкән быуындың үҫеп килеүе, ата – ҡыҙҙы, әсә улды танымаған заманда йәшәүебеҙ... Ә иң ҡурҡынысы – кешеләрҙең күңел торошо: бер-береһенә ҡарата битарафлыҡ, уҫаллыҡ, тәкәбберлек. Быны төҙәтеү юлдары бармы? Бар, әлбиттә! Билдәле дин әһеле Әхмәд хажи Абдулаевтың «Тәҡүәлеләр әҙәбе» исемле китабында былай тиелгән: «Сер түгел – яҡшы әҙәп имандың терәге. Әхлаҡ төҙөк булһа, йәмғиәт тә төҙөк була, әҙәп-әхлаҡ юҡҡа сыҡһа – йәмғиәт бәлә-ҡазаға дусар була. Өммәттең төҙөклөгө айырым кешеләрҙең тәртибе менән бәйле. Шул сәбәпле, айыҡ фекер йөрөткән, халҡының әҙәпле булыуын теләгән һәр кеше үҙенең әхлағын ҡарарға һәм кәмселеген төҙәтергә тейеш...»

Тимәк, йәмғиәттең яҡшы яҡҡа үҙгәреүен теләһәк, эште иң тәүҙә үҙ-үҙебеҙҙән башларға кәрәк.

 

 

 

 

– Кешенең күңелен үҫтерә торған һүҙҙәр.

Әлфиә Батталова (хәбәрсе, корректор): Бәндә һәр ваҡытта ла йылы һүҙгә мохтаж, шуға күрә кешегә уның күңелен үҫтерә торған һүҙҙәр һәр саҡ кәрәк. Мәҫәлән: «Һин булдыра алаһың!» Ошо ябай ғына һүҙҙәр ҙур көскә эйә. Кеше ниндәйҙер эште башларға ҡурҡып торғанда йәки ниндәйҙер насар ғәҙәттән ҡотолорға үҙендә ихтыяр көсө етмәгәндә, әйтеп ебәрелгән ошо ябай ғына һүҙҙәр уның күңелен үҫтереп ебәреүе, үҙ-үҙендә ышаныс уятыуы ихтимал. Һин ул һүҙҙәрҙе кешенең күҙенә ҡарап әйтәһеңме, үтеп барышлай ғынамы, ҡысҡырыпмы, шыммы − айырма юҡ, иң мөһиме, ихлас күңелдән әйтеү, һәм мотлаҡ һин үҙең дә был һүҙгә ышанырға тейешһең. Шунда ғына һөҙөмтә була. Кешенең күңеле төшкән мәлдә, хәлең нисек, тип белешеү ҙә уға еңеллек бирә. Әммә ул, хәлем насар, тип яуап бирә ҡалһа, уның хәлен еңеләйтерлек һүҙ йәки әмәлен таба алыр булһағыҙ ғына, ундай һорауҙы бирегеҙ, тип әйткәйне остаздарыбыҙҙың береһе. Ниндәйҙер бәләгә тарыған кешегә ярҙам итә алмаҫыңды белә тороп, хәлең нисек, тип һорау, ысынлап та, яҡшы түгелдер. Ундай осраҡта, Аллаһ ярҙамын бирһен, тип әйтеп, йылы мөнәсәбәтеңде һиҙҙереү етәлер.

Күңелен үҫтереү өсөн, кешене маҡтап ебәреү ҙә яҙыҡ түгел, минеңсә. Ә бына баланы маҡтау − мотлаҡ. Ләкин бында сикте белеү кәрәк. Гел генә шаштырып маҡтау, башҡаларҙан уҙҙырырға тырышыу балала маһайыу, тәкәбберлек, башҡаларҙан көнләшеү кеүек рухи сирҙәрҙе тыуҙырыуы ихтимал. Маҡталыуға өйрәнгән бала, олоғайғас та, маҡталыуға бәйлелек ғәҙәтенән ҡотола алмаҫҡа мөмкин. Юҡҡа ғына Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең сәхәбәләренә, кем һеҙҙе маҡтай, уның йөҙөнә ҡом (тупраҡ) һибегеҙ, тимәгән бит. Маҡтау һүҙен ишетеү күңелле, әммә был нәфсене үрләтә. Ә нәфсе ул − беҙҙең дошманыбыҙ, ул беҙҙе гел аҫҡа табан тарта. «Нәфсе − шайтан», тиҙәр бит. Беҙҙең халыҡта, кешенең күҙенә ҡарап, уны маҡтау ғәҙәте бик юҡ. Быны ул, кешене уңайһыҙ хәлгә ҡуйыу, тип уйлай, хатта әҙәпһеҙлек һымаҡ күрә. Мин быны юғары интеллигентлыҡ тип иҫәпләйем. Шулай ҙа урыны менән, самаһын белеп маҡтау ҙа кәрәк икәнлеген онотмайыҡ. Бер-беребеҙҙең күңелен үҫтерәйек, йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек.

 

 

 

 

– Ҡайһы саҡта өндәшмәү ҡалыу насар?

Абдулла Айҙаров (ҡануни мөхәррир): Кешегә һәм йәмғиәткә зыян килтерә торған берәй насарлыҡ күрһәк, быға күҙ йомоп ҡалырға ярамай. Айырыуса белемле, үҙенең өлкәһендә бай тәжрибә туплаған кешегә. Сетерекле мәсьәлә һаулыҡҡа ҡағылһа, табип кеше ситтә йәшенеп-боҫоп ҡалырға тейеш түгел. Динебеҙгә ҡағылышлы һорауҙар килеп тыуа икән, ғалимдар шымып ҡалмаһын! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белемле кеше өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрһә, наҙаны тик тормай, һөйләп ҡалайым, тип ауыҙ аса. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Яҡшы һүҙҙәр генә һөйлә, улай эшләй алмаһаң – өндәшмә!» – тип әйткән. Шуға ла, әгәр һинең һүҙҙәрең кешеләргә файҙа һәм яҡшылыҡ килтерә икән, өндәшмәй ҡалыу кәрәкмәҫ. Әммә белемең хаҡ булған осраҡта ғына уның файҙаһы буласаҡ. Белеме булмаған кешенең өндәшмәй ҡалыуы хәйерлерәктер.

 

 

 

 

– Яратҡан хәҙисегеҙ?

Светлана Ғәлиуллина (хәбәрсе): Хикмәт һәм аҡыл хазинаһы – хәҙистәрҙең барыһы ла күңелгә яҡын һәм ҡәҙерле, һәр береһе тормошобоҙҙо байыта, иманыбыҙҙы ҡеүәтләй. Әлбиттә, хәҙис-шәрифтәр араһында иң яратҡаным да бар: «Имандашыңдың үтенесен бойомға ашырыу өсөн тырышлыҡ һалыу − мәсетемдә ике йыл дауамында иғтиҡафта булып, ғибәҙәт ҡылыуҙан хәйерлерәк». Мәғлүм булыуынса, Мәҙинә-Мөнәүәрәлә урынлашҡан мөбәрәк Ән-Нәбәүи мәсетендәге бер намаҙ башҡа мәсеттәрҙәге (Мәккәләге «Әл-Хәрәм» һәм Бәйт әл-Мөҡәддәстәге «Әл-Аҡса»нан тыш) ҡылынған мең ғибәҙәткә торошло. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мәсетендә ике йыл дауамындағы иғтиҡафты күҙ алдына килтереүе лә ауыр, бындағы ғибәҙәт өсөн кешегә һанап бөтөргөһөҙ, биниһая әжер-сауаптар яуа Аллаһтан! Иҫ китмәле бит! Кешенең ябай ғына, кескәй генә йомошон үтәргә ихласлыҡ белдереп, ярҙамға мохтаж кешене ҡыуандырып, күңелен күтәреп кенә ҡалмайбыҙ, үҙебеҙгә яҡшыға үҙгәрер һәм бәхетле булыр өсөн сәбәп ҡылабыҙ. Бер нигә лә ваҡыт етмәгән, ваҡыт ҡыҫҡарған, тарайған заманда йәшәгән бөтәбеҙ өсөн дә ныҡ әһәмиәтле был хәҙис. Яҡшылыҡ эшләп ҡалайым, тигән күңелгә ул ҙур өмөт бирә, сикһеҙ бәхетле итә! Изгелек ҡылырға ашығайыҡсы, ҡәҙерлеләрем!

 

 

 

 

– Шөкөр итеп йәшәргә өйрәнеп буламы?

Ләйсән Бәхтиева (хәбәрсе): Аллаһу Тәғәләгә рәхмәтле булып йәшәргә өйрәнеү өсөн беҙгә Уның мәрхәмәтен бөтә тулылығында аңларға тырышыу, шуның өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләү мөһим. Был һәр көндөң, һәр һулышыбыҙҙың, йәшәүебеҙҙең ҡәҙерен төшөнөүҙән башлана. Һау-сәләмәт, имен булыуыбыҙ өсөн дә, үҫергә ярҙам иткән мөмкинлектәр өсөн дә һәм хатта һынауҙар өсөн дә һәр ваҡыт рәхмәт белдерәйек! Доғала булыу, фекерләү ҡеүәһе һәм тормошто ысын күңелдән ҡабул итеүебеҙ беҙгә Аллаһтың барлығын тойорға ярҙам итәсәк.

Ҡөрьәндә шөкөр итеүҙең оло фазиләттәрен асып биргән бер нисә аят бар. Мәҫәлән: «Әгәр һеҙ рәхмәтле булһағыҙ, Мин һеҙгә, һис шикһеҙ, тағы ла арттырырмын» («Ибраһим» сүрәһе, 7-се аят).

Шулай уҡ «Ән-Нәхл» сүрәһендә (16:18) былай тип әйтелә: «Әгәр шөкөр итһәгеҙ, шөкөр итеүегеҙҙе арттырырмын. Әгәр шөкөр итмәһәгеҙ, Минең ғазаптарым бик ҡаты булыр».

Был һүҙҙәр рәхмәтле булыуҙың мөһим булыуын һәм был сифат аша рухи дәрәжәләргә ирешеү мөмкинлеген күрһәтә.

Рәхмәт – ҡоро һүҙ генә түгел, ә йәшәүгә мөнәсәбәтебеҙ, Аллаһу Тәғәләнең биргәненә, ниғмәттәренә иғтибарлы булыуыбыҙ.

 

 

 

 

– Һәр көндө нимәләр хәйерле итә?

Гөлзәминә Кәримова (хәбәрсе): Яҡшы-яман, файҙалы һәм зарарлы нәмәләрҙең бөтәһе лә Аллаһ ихтыяры менән бар ителгән. Ләкин эштәрҙең хәйерлеһе менән ул риза, яманына ризалығы юҡ, тип өйрәтә динебеҙ. Ысынлап та, Аллаһты танып, ғүмер буйы әҙәп, әхлаҡ сиктәрендә йәшәргә тырышыу – бәндә өсөн ауыр хеҙмәт. Үҙеңде тәрбиәләү, ярай-ярамай, хәләл-хәрәм, гонаһ-сауап – бөтәһе лә ихтыяр көсө, иман ныҡлығы талап итә. Динһеҙлектең генә юлы анһат. Аҡты ҡаранан айыра алыр өсөн бәндәгә аҡыл, ғилем байлығы, уйлай белеү һәләте бирелгән. Көнөң хәйерле үтһен тиһәң, һәр атҡан таңды һөйөнөс менән, рәхмәт доғалары менән ҡаршы ал. Үҙеңдең эске донъяңды, уй-фекерҙәреңде ыңғай яҡҡа көйлә. Эстәге торош, һис шикһеҙ, тышта, һине уратҡан мөхиттә сағылыш табасаҡ. Иҫәпле генә ғүмерҙе, ваҡытыңды әрәм-шәрәм итеп, бушҡа үткәрмәҫ өсөн көнөңдө тик файҙалы шөғөл менән тулыландырырға кәрәктер. Аллаһу Тәғәлә ризалығын өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылыу һәм ғилем алыу, ғаиләлә хеҙмәт, балалар тәрбиләү, туғандарың, ҡәрҙәштәрең, күрше-күлән менән яҡшы мөнәсәбәт, тел, күҙ, ҡолаҡ гонаһтарынан һаҡланыу, мохтаж, бәләгә тарығандарға доға, саҙаҡа, йылмайыу – һәммәһе лә изге ғәмәл. Бары тик ниәтең дөрөҫ, әҙәбең күркәм булһын. Яҡшы холоҡлоноң иманы ла яҡшы. «Хәрәкәт итегеҙ, тырышлыҡ һалығыҙ. Тырышлыҡ тәҡдирҙә яҙылғандың яҡшыһына барыу юлын еңеләйтәсәк», – тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.

 

 

 

 

– Мосолман һәр урында файҙалы булырға тырышырға тейеш. Йәмғиәт өсөн беҙ ниндәй файҙа килтерә алабыҙ бөгөн?

Зөбәржәт Утарбаева (хәбәрсе): Ысынлап та, мосолман кешеһе йәмғиәттә барыһы өсөн дә ниндәйҙер кимәлдә өлгө булып тора. Уның һәр әйткән һүҙе, эшләгән эштәре күҙ алдында. Күптәр, уға ҡарап, башҡа мосолмандар хаҡында фекер йөрөтә. Шуның өсөн дә мосолман кешеһендә файҙанан, яҡшынан башҡаның булмауы – тәбиғи күренеш.

Йәмғиәттә ысын мосолман кешеһе тәрбиәле, хоҡуҡ боҙоуҙан алыҫ, эшендә – яуаплы, ғаиләһендә – ышаныслы, тоғро кеше.

Йәмғиәткә беҙ шөғөлөбөҙ, башҡарған эштәребеҙ, яңы проекттарыбыҙ менән файҙа килтерә алабыҙ.

Шулай уҡ ныҡлы, татыу ғаиләләр ҙә йәмғиәттең көс-ҡеүәтен арттыра. Тәрбиәле, күркәм холоҡло, маҡсатлы балалар үҫтереп, беҙ йәмғиәтебеҙҙең киләсәген хәстәрләйбеҙ, ҙур эштәр атҡарабыҙ.

 

«Әс-сәләм» гәзитенең татыу коллективына ихлас яуаптары өсөн ҙур рәхмәт. Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр йөрәккә етә! Беҙҙе артабан да бай йөкмәткеле, фәһемле мәҡәләләрегеҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ!

 

 

Светлана Әбсәләмова әңгәмә ҡорҙо

Светлана Әбсәләмова әңгәмә ҡорҙо

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...