«Тарихты белеү – кешелек дәрәжәһен күтәрә!..»
Халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға күсеп килгән әҙәби мираҫын өйрәнеүсе ғалимдарҙың эшен – мең сауаплы хеҙмәт, тип баһалайым. Рубрикабыҙҙың бөгөнгө мәртәбәле ҡунағы − ғалим-әҙәбиәтсе, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова.
– Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы, һеҙҙең фән өлкәһендәге күп ҡырлы эшмәкәрлегегеҙ ислам донъяһы менән тығыҙ үрелеп бара, шулай бит?
– Фән өлкәһе менән ислам донъяһы бер-береһен инҡар итә алмай. Ислам йәки, икенсе төрлө әйткәндә, мосолман донъяһы – теге йәки был тарафтарҙа көн иткән һәм ислам дине ҡанундарына ярашлы йәшәү рәүеше алып барған кешеләр донъяһы. Уның килеп сығышы, артабан формалашыуы ғәрәптәр тарихынан айырылғыһыҙ. Байтаҡ башҡа халыҡтар кеүек беҙҙең ата-бабалар ҙа тарихи үҫеш осоронда йөҙәр йылдар элек ошо донъяға ҡушылған. Төрлө тарихи сәбәптәр һөҙөмтәһендә, даими үҙгәрештәргә дусар булһаҡ та, әле лә борондан килгән ислам дине ҡиммәттәре системаһында көн итәбеҙ. Ошоғаса күп кенә европалыларҙа «мосолман донъяһына, имеш, дини догмаларҙа ҡатып ҡалғанлыҡ, фанатиклыҡ һ.б. сифаттар хас» тигәнерәк дөрөҫ булмаған тәкәббер мөнәсәбәт кәмемәгән. Ә бит асылда 18-19 быуаттарҙа Европаны үҫтергән фәнни асыштарҙың нигеҙендә урта быуаттарҙа сәскә атҡан ғәрәп-мосолман мәҙәниәте ята, уның иһә төп нигеҙ концепцияһы – универсаль ғилем. Ул дини тәғлимәтте генә күҙ уңында тотмай, ә хәҙерге классик белем системаһын тәшкил иткән: астрономия, математика, алгебра, геометрия, медицина, фәлсәфә, этика, филология, әҙәбиәт, риторика, хөкөм-идара йүнәлешендәге хеҙмәттәрҙе лә бар иткән. Быуаттар буйы ғәрәп яҙмаһы, ғәрәп теле барлыҡ мосолман халыҡтарын да универсаль белем менән байытҡан.
– Иманлы мөхиткә ылығыу бала сағығыҙҙан киләме?
– «Иманлы мөхит» тигәнегеҙгә бер аҙ айырым туҡталғы килә. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа, беҙ йәшәгән мөхит ике юҫыҡтан – иманлы һәм иманһыҙ өлөштәрҙән тора кеүек. «Иман» (вера) төшөнсәһен теге йәки был урынға, конкрет датаға, хатта теге йәки был айырым халыҡтарға аныҡ итеп бәйләү мөмкин түгел. Уйлап ҡараһаң, һәр диндең дә нигеҙ ташы ул – иман. Уның ҡарар күҙгә күренгән сифаттары булмағанлыҡтан, фә-нни күрһәткестәре лә юҡ. Бөйөк Аҡмулла һүҙҙәре менән әйткәндә, «әхирәт эштәренә инаныу – ул иман». Иман, йәғни, инаныу – ул күңелдә, һәр берәүҙең булмышында, уның барлығы-юҡлығы һәр әҙәмдең ҡылғандарында күренә. Ниндәйҙер яуызлыҡ ҡылыусыларҙы ололарҙың «битһеҙ, иманһыҙ» тип орошҡандары хәтерҙә. Башҡорттарҙа «иман» төшөнсәһе һәм ислам дине борон-борондан айырылғыһыҙ бәйләнгән. Һәр берәү, иманын нығытып, дин тәртиптәрен, үҙе булдыра алғанса, үҙе өсөн башҡарған. Әле лә шулай.
Кендек инәйем Йәмилә мине «бисмиллаһ» тип усына алған, йылы һыуҙа тәүге тапҡыр ҡойондорорғанда, «әлхәм»де көйләп, мине ҡабул иткән, тимәк, яҡты донъям баштан уҡ иманлы мөхит булған.
– Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында боронғо ҡулъяҙмалар һәм китаптар коллекцияһы бар. Ул нисегерәк тупланған?
– Тарихҡа төшмәйенсә, был һорауға яуап биреп тә булмай, шунһыҙ был эштең асылы һәм беҙҙең мәҙәниәт өсөн әһәмиәте бигүк аңлашылмаҫ. Ҡулъяҙмалар бүлегенең барлыҡҡа килеүе башҡорт әҙәбиәте яҙма тарихының 6 томлығын булдырыуға туранан-тура ҡағылышлы.
Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында шәхес культы осорона бәйле сәйәси-идеологик кәртәләрҙең емерелеүе дөйөм ил кимәлендә фәндәр торошона ла ыңғай үҙгәрештәр килтерә. Һәр милли әҙәбиәттәрҙең, шул иҫәптән, башҡорт әҙәбиәтенең дә, үҙ тарихын фәнни өйрәнеү өсөн юлдар асыла. Улай ғына түгел, 1975 йылда СССР Фәндәр академияһының Президиумында ҡабул ителгән махсус ҡарар быны башҡарыуҙы бурыс итеп йөкмәтә.
Башҡорт әҙәбиәтенең революцияға тиклемге фәнни тарихын өйрәнеү айырыуса ҡыйынлыҡ тыуҙыра, сөнки ул осор йәмәғәтселектә таралған «башҡортҡа яҙыуҙы тик совет власы биргәс, уның Октябрға тиклем әҙәбиәте буламы ни» кеүегерәк фекерҙәрҙе еңергә тура килә. Уның дөрөҫ түгеллеген раҫлар өсөн, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәтселәре, башҡорттар йәшәгән төбәктәргә экспедициялар ойоштороп, ауылдан-ауылға, өйҙән-өйгә йөрөп, боронғо китаптарҙы, яҙмаларҙы йыйыу эшенә тотона. Шулайтып, институттың бер буш бүлмәһендә меңләгән ғәрәп графикаһындағы яҙма һәм баҫма байлыҡ туплана. Отчет өсөн, өлгөргәндәренсә, күпмеһелер баҫыла-баҫылыуын, әммә уларҙың араһынан кәрәген әҙләү, өйрәнеү ҡыйынлаша.
– Боронғо ҡулъяҙмалар һәм китаптар бүлеген ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнашҡан кеше булараҡ, эште ниҙән башланығыҙ?
– Башҡорт әҙәбиәте тарихын яҙыу планын етәкләүсе Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов, яңы ойоштороласаҡ бүлеккә эшсе эҙләп, БДУ-ға бара, унда мине тәҡдим итәләр. «Совет Башҡортостаны» гәзитендә тәржемәсе булып эшләп йөрөгән ерҙән үҙем уйлап та ҡарамаған йүнәлештәге фәнни хеҙмәткәр булып китергә тура килде. Ул ике яҡлы вазифа булып сыҡты.
Хәҙер иҫләп, аптырайым: нисек ике төрлө эште бер юлы башҡарып өлгөргәнем икән? Тейешенсә һаҡлауҙы булдырыу маҡсатында ҡулъяҙмалар бүлеге Фәнни архивҡа тапшырылған: ул институтҡа буйһонмай, Мәскәү алдында отчетлы. Тимәк, минең вазифам – архивист. Архив планына ярашлы йыйылған барлыҡ яҙмаларҙы дәүләт һаҡлауына алыр өсөн иң алда иҫәпкә алырға тейешмен. Һәр береһенә «дело» асам: архив талаптары буйынса биттәрен номерлайым, йөкмәткеһен асыҡлау маҡсатында, башы-аҙағы ла юғалғандарын көндәр буйы уҡыйым, каталог карточкалары тултырам, үҙем уйлаған шифр буйынса урынлаштырам, килгән ғалимдарҙы хеҙмәтләндерәм, консультациялар бирәм, күргәҙмәләр ойошторошам. Шул арала Мәскәү һәм Ленинградтағы документтарҙы һаҡлау лабораторияларында айлап стажировкаларҙа булдым, ҡулъяҙмалар өйөлөп ятҡан әлеге бүлмәне махсус йыһазландырып, химик таҙалауҙы ойоштороу һ.б. шуның кеүек бихисап эштәр өҫтәлеп кенә тора. 12 йыл эшләү дәүерендә ҡулымдан 5 меңгә яҡын берәмек үтте, тейешенсә эшкәртелеп акт-тар нигеҙендә һаҡлауға алынды. Уҡытырға күскәс, бүлек икенсе ҡулдарҙа ҡалды, яҙмышы күңелһеҙ саҡтар ҙа булды. Уныһы – башҡа тарих.
Икенсенән, был бүлектең байлығын әҙәбиәтселәр туплаған һәм улар файҙалана, минең өсөн фәнни хеҙмәткәр штатын Ғайса Хөсәйенов үҙе һорап алған, шуға ла мин тулыһынса ул ҡушҡанды үтәйем, бүлектең барлыҡ эшендә ҡатнашам, әҙәбиәт тарихының айы-рым бүлектәрен яҙам. Диссертация темаһын беркеткәс, материалдар эҙләп, төрки ҡулъяҙмалар һаҡланған Мәскәү, Ленинград, Силәбе, Омск, Ырымбур, Троицк, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Өфөнөң архив фондтарына командировкаларға, райондарға экспедицияларға ла сыҡтым. Улар минең белем даирәһен киңәйтте, шул байлығыбыҙҙың ҡиммәтен аңлап, ҡәҙерләп һаҡлаған ололарҙан бихисап рәхмәт һүҙҙәре, изге теләктәр ишеттем.
– Археографик экспедициялар барышында ниндәй ҡомартҡыларға юлыға инегеҙ?
– Күп булды инде улар. Иң ҡыҙығы, үҙемдең тыуған яғым менән бәйле. 1979 йылдың йәйендә Иҫке Монасип ауылында Сәғитов Әхмәтшәриф олатай менән осраштым. Минең боронғо яҙмаларҙы ысынлап белеүемә ышанғас, ул үҙе мине эйәртеп, зыяратҡа барып, атаһы Ильяс мулланың ҡәберенең баш осонан туҙға урап күмеп ҡуйған ҡулъяҙмалар төргәген ҡаҙып алып бирҙе. Улар араһында мин өйрәнеп йөрөгән Һибәтулла Сәлиховтың әлегәсә билдәле булмаған «Балаларға бүләк»тигән әҫәре табылды. Был коллекция хәҙер ҡулъяҙмалар бүлегендә һаҡлана.
– Һеҙ ғәрәп графикаһындағы боронғо сығанаҡтарҙы өйрәнергә теләүселәр өсөн бик уңайлы ҡулланма – «Иҫке төрки яҙмаһы» исемле китап авторы.
Эйе, хәҙер ғәрәп алфавитын өйрәнеүселәргә сығанаҡтар күп, әлбиттә. Минең ҡулланма иһә мәғлүмәткә бик бай: яҙыу тарихы, уның төрҙәре һәм айырмалары, башҡорт яҙыуы тарихы һәм оло шәхестәребеҙҙең автографтары фотокопиялары.
– Был хеҙмәтегеҙ ҙә халҡыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡлап ҡалыу һәм киләсәк быуынға еткереү маҡсатынан яҙылғандыр, тип уйлайым. Дөрөҫмө?
– Әлбиттә. Тарихты белеү, ғөмүмән, ғилемле булыу үҙеңдең дә кешелек дәрәжәһен күтәреп ебәрә, бала-сағаларың һәм таныштарың алдында ла, үҙ-үҙеңә лә хөрмәт арттыра бит ул. Хәҙерге заманда ул да бик мөһим.