«Риба бөтә йәмғиәтте, иҡтисадты боҙа!.»
«Риба бөтә йәмғиәтте, иҡтисадты боҙа!.»

Финанс белеме, айырыуса шәриғәт ҡанундары буйынса финанслау нескәлектәре тураһында хәбәрҙар булыу һәр ерҙә лә кәрәк. Апрель һанының ҡунағы – хәләл финанстар буйынса белгес Айгөл Шәфиева.
Айгөл, иң башта Һеҙгә, хәләл йәғни шәриғәт буйынса финанслау нескәлектәренә ҡайҙа уҡыталар бөгөн, Рәсәйҙә ундай уҡыу йорттары күпме, тигән һорау бирге килә.
– Һөнәрем буйынса математикмын. Финанстарға һөйөүем Ютубтағы «Алтын һандыҡ» каналына һалынған роликтарҙы ҡарауҙан башланды. Әйтергә кәрәк, ныҡлап ҡыҙыҡһынып алып киттем, ошо турала күп итеп уҡыным, өйрәндем. Хәләл финанстар буйынса консультация бирә башлағас, төплө белем алыу кәрәклеген аңланым! Былтыр мин Ҡазан федераль университетының магистратураһына уҡырға индем. Ситтән тороп белем алам, ошо йүнәлешкә бағышланған бөтә конференцияларҙа ҡатнашып, фәнни хеҙмәттәрҙе уҡып барырға тырышам. Әйтергә кәрәк, илебеҙҙә ислам финанстары тураһында Федераль закон ҡабул ителеү менән, күп ҡалаларҙа, шул иҫәптән, Өфөлә лә курстар ойошторола. Төрлө эксперттар онлайн- рәүештә дәрес үткәрә. Өйҙә ултырып ҡына белем алыр өсөн мөмкинлек күп хәҙер.
– Әйҙәгеҙ, иң башта беҙ һаҡланырға тейеш рибаға туҡталып китәйек. Уны хәҙерге заман сире тип тә атайҙар. Рибаға нимәләр инә?
– Рибаның нимә икәнен белер өсөн, беҙгә бер хәҙис тә етә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ бурыс биргәндән килгән файҙаны риба тигән. Мәҫәлән, беҙ кемгәлер бурысҡа 1000 һум биреп, шул аҡсаны беҙгә 1010 тәңкә итеп ҡайтар, тип әйтһәк, ун һумы риба була. Ул кеше беҙгә өҫтәмә аҡса урынына күстәнәс алып килһә, ул да риба булып сыға. Шундай бүләктең риба булмаһын өсөн түбәндәге ҡағиҙәләре бар: ул күстәнәсте бурыс биреүсе көтмәһен һәм уның турала алдан белмәһен, шулай уҡ ошондай «бүләк» йолаға әүерелмәһен. Әлбиттә, ихлас йөрәктән бирелгән күстәнәс риба булмай! Әммә, кешегә ярайым, тип, риба гонаһына юл бирмәҫкә ине. Ошондай кескәй генә әйберҙәрҙә һаҡ булған кешене Аллаһу Тәғәлә оло бәләнән ҡотҡарыр. Аллаһу Тәғәлә беҙгә рибаны алыу ғына түгел, рибаны биреү ҙә гонаһ, тигән. Шулай уҡ ошо гонаһҡа процентҡа ҡағылған килешеүҙе төҙөгән һәм ошоға шаһит булыусы ла бата. Шулай уҡ, Аллаһу Тәғәлә, рибаны биргән һәм алған кешегә яу асам, тигән. Рибанан башҡа бер ниндәй гонаһҡа ла Ул яу асмаған! Күп кеше, процентҡа инеп, үҙемдән башҡа бер кемгә лә зыян килтермәйем бит, тип бара. Тәү ҡарашҡа ғына ҡурҡыныс түгел ул! Әммә риба бөтә йәмғиәтте, иҡтисадты боҙа. Кредит проценттары арҡаһында, йәмғиәт көрсөккә барып терәлә. Мәҫәлән, 2008 йылда күп кеше өйһөҙ, эшһеҙ ҡалды.
– Кредит шул уҡ риба булғас, фатир йә өй алырға теләгән мосолмандар ни эшләргә тейеш? Рәсәйҙә хәләл ипотека ғәмәлгә индерелгәнме?
– Хәҙер Сбербанк һәм Аҡ Барыҫ Банкында бар. Күбеһе хәләл ипотека менән танышҡас, уның хаҡы бик күп сыға бит, тип ризаһыҙлығын белдерә. Льготалы ипотека отошлораҡтыр, проценты ла түбән, тимәк, гонаһы ла әҙерәк, тип уйлаусылар ҙа бар. Был төптән дөрөҫ түгел! Бынан 10- 15 йыл элек ҡайһы бер имамдар, йәшәргә урының, аҡса менән ярҙам итеүсе туғандарың булмаһа, ипотекағыҙ хәләл, тиҙәр ине. Хәҙер, хәләл ипотека була тороп, башҡа төр ипотека аша өйлө булырға тырышыу − шул уҡ рибала ҡатнашыу, тигән һүҙ.
– Мәҫәлән, кемдеңдер ярты миллион аҡсаһы бар икән, ти. Банкҡа һалам тиһә, проценты өҫтәлгәс, ярамай! Был аҡсанан хәләл килем алып, инвестицияға әйләндереп буламы?
– Илебеҙҙә аҡсаны инвестиция ярҙамында үҫтерергә ярҙам итеүсе ислам финанс компаниялары бар. Ҡазанда ғына улар өсәү- дүртәү, «Амаль»тигәнен яҡындан беләм. Уның хужалары ныҡ белемле, ихлас мосолмандар. Ислам компанияларында һәр бер тиндең ҡайҙа барғаны тикшерелә. Аҡсаның үҫеше әллә ни ҙур түгел – ете- һигеҙ процент булыуы мөмкин. Инвестицион ойошма менән килешеү «мудараба»тип атала. Бындай компанияға аҡса һалыу банк депозиты һымаҡ түгел. Банк беҙгә проценттар менән ҡайтарам, тип вәғәҙә итә. Ислам компанияһы күпме аҡса бирә алғанын әйтмәй, аҡсаны инвесторҙары менән эшенә һәм килеменә ҡарап бүлешә.
Кеҫәңдәге мең тәңкәне лә инвестиция итеп була. Әммә, компанияның эшмәкәрлеге менән танышҡас ҡына, килешеү төҙөргә кәңәш итәм. Сөнки ундай ойошмалар араһында хәмер һатыу менән булышҡандары ла етерлек.
Шәриғәт ҡанундары буйынса эшләгән инвестицион компания банк системаһынан нимәһе менән айырыла, тиһәгеҙ, бик ҙур айырма бар. Мәҫәлән, бер эшҡыуар бизнесын башлар өсөн банктан кредит йә ссуда ала, ти. Эше уңышһыҙ булһа, ул аҡсаһыҙ ҙа, банкҡа бурыслы ла булып ҡала. Шәриғәт буйынса «мушарака», «мудараба» килешеүе буйынса инвестицион компанияға һалынһа, бындай эшмәкәрлек ғәҙел – ике яҡ та бергәләп йә килем ала, йә икеһе лә юғалта. Ә банк системаһында улай түгел. Эшебеҙ килемле йә уңышһыҙ булһа ла, беҙ банк алдында бурыслы булып ҡалабыҙ. Шулай булғас, банктар илдәге тигеҙлекте боҙа: кемдең аҡсаһы күп, шул байый, һәм киреһенсә.
– Өйҙә һаҡланған йәки шул уҡ инвестицияға һалынған аҡсанан зәкәт түләнергә тейешме? Ниндәй күләмдән бүленергә тейеш ул бөгөн?
– Күбеһе зәкәттең исламдың төп терәге икәнен белә. Мосолмандар уны Рамаҙан айында бирергә тырыша, сөнки изге айҙа башҡарылған һәр эштең сауабы ҙурыраҡ! Эшләгән аҡсанан ай һайын һалым түләйбеҙ. Зәкәт иһә байлыҡтан бүленә. Мәҫәлән, бер йыл эсендә күпмелер миллион һум аҡса эшләнек тә уны төрлө эштәргә тотоноп бөтһәк, унан зәкәт түләнмәй. Тотонолмаған, тик ятҡан йә бизнеста әйләнешкә керетелгән аҡсанан бүленергә тейеш. Кибеттәге тауарҙарҙан да бирелә. Ул бөтәһенә лә фарыз түгел. Уның нисабы булырға тейеш. Нисаб – тотонолмаған аҡсаның 85 грамлыҡ алтын күләмендә булыуы. Аҡсаға күсергәндә, уның күләме 500 мең һум килеп сыға инде. Аллаһҡа шөкөр, республикабыҙҙа зәкәт түләрлек кешеләр йылдан- йыл арта.
– Айгөл, лекцияларығыҙҙа Һеҙ шулай уҡ «финанс яҫтығы», йәғни запас аҡса туплау хаҡында ла һөйләйһегеҙ. Аллаһҡа тәүәккәлләгән мосолманға аҡса йыйыу килешәме?
– «Финанс яҫтығы» ул сөннәт, тиһәң дә була. Аллаһ Рәсүле ﷺ хәҙистәренең береһендә, кешенең бер йылға етерлек аҡсаһы булырға тейеш, тигән. Һәр бер кеше зәкәт түләрлек кимәлгә ынтылырға тейеш. Нисек итеп? Мәҫәлән, Аллаһу Тәғәлә биргән һәләтеңде егеп, мөмкинлегеңде файҙаланып, ниндәйҙер эш асырға, йәмғиәткә файҙа килтерергә! Шулай итеп, нисаб күләмендәге 500 меңлек аҡсабыҙ ҙа булһын! Шул була ла инде «финанс яҫтығы»! Нисабыбыҙ булһа, сауапҡа ирешеп, үтескә лә биреп тора алабыҙ. Халҡыбыҙҙа матур бер мәҡәл бар: Алған ҡулдан биргән ҡул артыҡ! «Хәүефһеҙлек мендәре»беҙ булмаһа, нисек инде ярҙам итәһең?
Күп кеше, ғорурлығы арҡаһында, аҡса һорағым килмәй, тип карта ала. Йәнәһе, процентһыҙ ваҡыты бар, тип, «финанс яҫтыҡ» урынына шул картаны ҡулланалар. Ике айҙан һуң картаны тотонһа, процентҡа инә һәм уйламаған ерҙән гонаһлы була.
– Артыҡ аҡсаны өйөндә тоторға ҡурҡып, банкта ныҡ түбән (0,01) процент менән һаҡлаусы ҡәрҙәштәр ҙә бар. Ныҡ түбән булһа ла, аҡсаһы йыйыла. Шул проценттан йыйылған сумманы ҡайҙа файҙаланырға мөмкин?
Көтөлмәгән проценттар картабыҙға төшөүе бар. Шуға ла аҡсабыҙҙы уларҙан таҙартып тороу зарур. Ул аҡсаны сығарып, берәй яҡшы эшкә ҡулланырға мөмкин. Балалар ойошмаһына туалет ҡағыҙы йә подгузниктар алып бирергә йә юл төҙөү эштәрендә файҙаланырға мөмкин. Әлбиттә, был осраҡта проценттан йыйылған аҡсаны саҙаҡа тип һанарға ярамай, иң мөһиме – кешенең ризығына эләкмәһен ул! Аллаһҡа шөкөр, хәҙер кешеләр ни ашағанын ҡарай, хәләлде хәрәмдән айыра башланы. Ләкин ошондай проценттар карта аша кеҫәгә килеп инһә, алған ризығыбыҙҙың хәрәмгә әйләнеүе бар. Бөтәбеҙгә лә үҙебеҙҙең аҡсаны яңылыш эләккән рибанан таҙартып торорға кәрәк.
Хәҙер аҡсаны хәләл счетта һаҡлау мөмкинлеге бар. Күптән түгел Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди урамындағы Сбербанкта ислам офисы асылды. «Аҡ Барс» банкында ла шундай мөмкинлек бар. Мәҫәлән, мин үҙемдең запас аҡсаны – «финанс яҫтығы»мды шунда һаҡлайым. Бик уңайлы әйбер, сөнки хәләл счетта ятҡан аҡсаны хәрәм процентлы операцияларға тотонмайҙар.