Рамаҙан Оморҙаҡов: «Үҙемде бәхетле мосолман тип һанайым»

Рамаҙан Оморҙаҡов: "Үҙемде бәхетле мосолман тип һанайым"

Рамаҙан Оморҙаҡов: «Үҙемде бәхетле мосолман тип һанайым»

Бынан ике йыл элек ауылдашым Ғәлиә Ғәниева мине дини темаға әүҙем яҙышҡан, шиғри күңелле, көслө рухлы Рамаҙан Оморҙаҡов менән таныштырҙы.

 

"Рамаҙан тәүҙә беҙҙең институтта (Ғәлиә Бөрөлә уҡыта -авт.) уҡыны, аҙаҡ ситтән тороп уҡыу бүлеге ябылғас, Өфөгә күсте. Күҙ генә теймәһен, ныҡыш егет, бакалавриатты тамамлау менән, М.Аҡмулла исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университетының магистратураһына уҡырға инде", – тип элекке студентын маҡтап телгә алды яҡташым. Рамаҙан менән телефондан танышҡас, уның Ҡариҙел районы Магинск ауылы мәсетенең имам-хатибы икәнлеген белеп ҡалдым. Күптән түгел хәҙрәт Магинскиҙан баш ҡалабыҙға күсеп, бөгөн Өфө кешеһе булып киткән. Һөйләшеүебеҙ уның яңы фатирында булды.

 

Рамаҙан, яңы фатирығыҙ ҡотло булһын, гел аҙан тауышына сафланып, Ҡөрьән аяттары яңғырап торһон! Ҙур ҡалаға, етмәһә, юғары тиҙлек менән төҙөлгән шау-шыулы яңы микрорайонға өйрәнеп китеп буламы?

– Өс тиҫтәгә яҡын йыл ғүмерем үткән яҡын мөхиттән, Ҡариҙелдең Павловка һыуһаҡлағысы буйында ултырған иң йәмле ауылдарҙың береһе – Магинскиҙан айырылыуы, әлбиттә, еңел түгел. Әммә ауыл шарттарын үҙегеҙ беләһегеҙ, минең кеүек беренсе төркөм инвалидына анһат түгел, шәхси йортта көн һайын тиерлек төрлө көтөлмәгән мәсьәләләр менән айҡаша торғас, ҡала мөхитенә күсенергә кәрәк, тигән ныҡлы ҡарарға килдем. Йәшем дә бара бит − был бер. Шулай уҡ магистратуралағы уҡыуымды ла ослап ҡуйырға кәрәк. Ин шәә Аллаһ, киләһе йылдың яҙында тамамларға йыйынам. Яҡын булғас, сессияға йөрөүҙәре лә күпкә еңелерәк.

 

Телефондан һөйләшкәндә, Һеҙ үҙегеҙҙе Әйле ырыуынанмын, шулай уҡ һүҙ ыңғайында Тажикстанда тыуып үҫтем, тигәйнегеҙ. Әйле егете нисек йылы яҡтарға барып сыҡты, шуны беләһе ине.

– Атайым сығышы менән Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәттеке, 50-се йылдар аҙағында армиянан һуң Тажикстанға Нурек ГЭС-ын төҙөргә килгән. Әсәйем, Рауза Сәхәбетдин ҡыҙының тамырҙары Бәләбәй яғынан булһа ла, репрессия шауҡымы арҡаһында уның ата-әсәһе был тарафҡа, Термез ҡалаһына күсенеп килгән. Татыу ғаиләлә яҡындарымдың һөйөү-наҙына төрөнөп үҫкән төпсөк малаймын. Советтар Союзы тарҡалғас, бөтәбеҙ ҙә Ҡариҙел районы Магинск ауылына ҡайтыҡ. 2022 йылдың октябренә тиклем шунда йәшәнем.

Ислам ҡанундары ниндәйҙер кимәлдә һаҡланып ҡалған мөхиттә үҫтем, бәлки, шуға ла дин менән бала саҡта ла, үҫкәс тә, һәр ваҡыт ҡыҙыҡһындым. 80-се йылдарҙа Тажикстанда мәҙрәсәләр булманы, ғалим кешеләр, балаларҙы өйөнә саҡырып, уҡытыр ине. Әммә бөтә ерҙә әҙәп булды. Рамаҙан айының етеүе һиҙелә ине, сөнки күп кеше ураҙа тотто. Тыумыштан церебраль паралич менән яфаланғас, ул саҡта минең кеүектәргә махсус балалар баҡсаһы юҡ ине әле. Шуға мин өйҙә, өләсәйем Бибикамал Низаметдин ҡыҙы Мәүлетованың тәрбиәһендә үҫтем. Бик динле кеше ине, иман орлоғон ул һалды: иң башта иман шарттары: кәлимәи-шәһәҙәтте әйтергә, шуға инанырға, Аллаһтан башҡа ғибәҙәт ҡылырға зат юҡ, тип, ихлас күңелдән ышанырға өйрәтте. Ялған һөйләмәгеҙ, кеше әйберенә теймәгеҙ, мосолман икәнлегегеҙҙе бер ҡасан да онотмағыҙ, тип һәр ваҡыт тыҡый торғайны, ҡыҫҡа сүрәләр ятлатты. Ҡәҙерле өләсәйем менән аҙаҡ бергәләп ҡайттыҡ Башҡортостанға. Мәрхүмә Мөҫкилде ауылы зыяратында ерләнгән, ер йөҙөндә изгелектән башҡа нәмәне белмәгән өләсәйемдең рухын шат ҡылһын Раббым!

 

Динебеҙгә тәрән һөйөү менән һуғарылған мөхиттә, күркәм тәрбиә алып үҫкәнгә лә тыумыштан яфалаған сиргә бирешмәгәнһегеҙҙер, Рамаҙан, шулаймы?

– Эйе, тап шулай. Ҡөрьәндең «Бәҡара» сүрәһендә: «Һеҙҙе төрлө һынауҙар менән һынармын», тигән аят бар. Был донъя – һынау йорто, тип өйрәтеп килде беҙҙе өлкәндәр. Фани донъя – Йәннәт түгел, беҙ теләгәнсә генә булмай. Был тәрбиә хәҙерге йәштәргә етмәй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ауырлыҡҡа тарыу менән бирешеп баралар.

Церебраль паралич тигән диагнозым тыумыштан булғас, был сирҙе ҡабул итеүе әллә ни ауыр булманы. Кинйәһен аяҡҡа баҫтырам, тип әсәйем ныҡ тырышты инде: биш тапҡыр Ҡурған өлкәһендәге, дүрт тапҡыр Ленинабад ҡалаһындағы шифаханаларға алып барҙы, минең менән дауахана юлын тапаны. Ҡәҙерлемдең тырышыуы бушҡа булманы: колясканан тора алмаһам да, күп эштәрҙе үҙ аллы эшләргә өйрәндем, мускулдарым нығынды.

 

Һөйләшеүҙән үк дини ғилемле кеше икәнлегегеҙ күренеп тора. Ҡайһы уҡыу йортонда белем алдығыҙ, Рамаҙан хәҙрәт?

– Ҡариҙел районына ҡайтҡас, ул саҡта уҡымышлы кешеләр бик булмағас, мине, йәш егетте, төрлө ергә – йыназаға, исем ҡушырға, никах уҡырға саҡыра башланылар. Шунда белемемдең һай икәнлеген аңлап,  ситтән тороп уҡырға инергә ҡарар иттем. Аллаһтың киң рәхмәтендә булһын әсәйем. Коляскамды этеп, ул йөрөттө мине сессияларға! Оло йәштә булһа ла: «Кешегә мәшәҡәт тыуҙырып йөрөмә», – тип әйтеү ҡайҙа ул, өс йыл ҡышҡы һәм йәйге сессияларға бергәләп йөрөнөк. Ризаитдин Фәхретдин институтының тәүге курсында хатта Туҡай урамындағы мәсеттең иҙәнендә ҡунып йөрөргә тура килде. Уҡыу йортон тамамлап ҡайтҡас, егерме йыл Магинск мәхәлләһендә имам, мәсетебеҙ төҙөлгәс, имам-хатип вазифаһын алып барҙым.

 

Имам эше ҡатмарлы ла, ныҡ яуаплы ла. Халыҡты дингә өндәү буйынса ниндәй эштәр алып барҙығыҙ?

– Имам булараҡ, халыҡтың иманын, аҡыдаһын нығытыу буйынса вәғәздәр һөйләргә тырыштым. Шунһыҙ кеше ғибәҙәттең асылын аңламай, намаҙ уҡыуҙың да файҙаһы булмай. Бынан 16 йыл элек Магинскиҙа, мәсет асылған мәлдә, балалар төркөмө йөрөп алғайны, аҙаҡ таралдылар. Әлеге көндә мин М.Аҡмулла исемен йөрөткән БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының магистратураһында уҡыйым. Бакалавриатым башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса булһа, хәҙер мин төрөк телен өйрәнәм. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисе бар: «Һәр кем яратылғанда уҡ, Аллаһу Тәғәлә уға еңел бирелә торғанды тәғәйенләп ҡуя». Миңә Аллаһу Тәғәлә тел өйрәнеүгә маһирлыҡ биргән. Башҡорт, татар, урыҫ, үзбәк, тажик, төрөк, ғәрәп һәм төрки телдәрендә иркен аралаша алам, шулай уҡ немец телен өйрәнәм.

Сессияға килгәндә, мине Рәсәй ислам университетында үткән ифтарға саҡырҙылар. Шунда ҡасандыр Магинскиҙа балалар төркөмөндә уҡыған Илдус исемле малайҙы, хәҙер инде дин нигеҙҙәрен институтта өйрәнгән егетте осратып, исмаһам, шул үҫмерҙәрҙән берәүһе булһа ла дин юлынан киткән, тырышыуҙарым бушҡа булмаған икән, тип һөйөндөм һәм Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәләгә шөкөрана ҡылдым. Даланым, бәхетем бар минең! Әле Өфөлә лә ауылдаштарым менән көн һайын тиерлек аралашып торам, кәңәштәремде бирәм. Имам-хатип вазифаһына мәхәлләбеҙҙең иң әүҙем ағзаһы Вәли Нурисламовты һайланыҡ. Уның менән телефон аша даими бәйләнештәбеҙ.

 

Иң шатлыҡлы мәлдәрегеҙ ниндәй ваҡиғаларға бәйле?

– Иң әүәл Аллаһу Тәғәлә менән бәйләгән бөтә ғибәҙәт, тәүге намаҙ, тәжүид буйынса тәүге аяттар уҡыу, тәриҡәт юлына баҫыу. Әлбиттә, ихласлыҡҡа етеү бер көндә генә булмай, бәлки, ғүмер ҙә етмәй ҡалалыр ул кимәлгә етеү өсөн. Ләкин һәр ваҡыт ынтылырға тейешбеҙ. Диндән, тәриҡәттән, остаздан айырмаһын, тигән уйҙар менән әхирәткә күсһәк, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ менән бергә Йәннәткә керергә насип булһын, тип туҡтауһыҙ доғаламын. Шуны әйтер инем: мосолмандың эше намаҙ уҡып, ураҙа тотоу, зекер итеү генә түгел, һәр береһе дөрөҫ ниәт менән башҡарылһын ул.

 

Ислам динендә алған белемдән 100 процент зәкәт биреү хәйерле, йәғни алған ғилемеңде башҡаға өйрәтеү фарыз, тиҙәр. Магистратурала уҡыуығыҙҙы ҡайһы өлкәлә файҙаланырға уйлайһығыҙ?

– Бөгөнгө көндә башҡорт телендә дини әҙәбиәт юҡ дәрәжәһендә, тип әйтергә була. Иҫке төрки, төрөк, ғәрәп телдәрендәге китаптарҙы башҡортсаға ауҙарып баҫтырыу – төп ниәтем. Бының өсөн, әлбиттә, күп көс һәм ваҡыт кәрәк! Ә көс – Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәләнең Үҙенән генә. Шуға Унан ғына ярҙам һорайым. Диплом алһам, ваҡытым да күбәйер, Ин шәә Аллаһ!

 

– Маҡсатығыҙ шул тиклем матур һәм изге, Рамаҙан! Бойомға ашһын, Аллаһ бойорһа! Күңелегеҙҙә гелән шундай матур күтәренке уй-ниәттәр генә балҡыһын. Фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

 

Светлана Ғәлиуллина әңгәмә ҡорҙо

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...