Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм заман медицинаһы

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм заман медицинаһы

Был мәҡәләбеҙҙәге тәҡдимдәр ҡайһы бер уҡыусыларға беренсе ҡарашҡа бик ябай ғына булып күренергә мөмкин. Ләкин улар 1400 йыллыҡ тарихҡа сәйәхәтте шиккә алмаҫ. Сөнки һуңғы йылдарҙа яһалған асыштар медицинаны, алға ебәрһә лә, һис үҙгәртә алмай.

 

Һижрәткә ҡәҙәр Мәҙинә ҡалаһында күп һанлы биҙгәк ауырыуы таралған була. Был ауырыуҙан йөҙәрләгән кеше интеккән. Рәсүли Әкрам ғәләйһис-сәләм, Мәҙинәгә килеп, ҡала тирәһендәге батҡаҡлыҡты (һаҙҙы) күреп, был ауырыуҙың һыулы ерҙә булыуын асыҡлай. Шунан һуң ул ерҙәге кешеләр Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм етәкселегендә 30 мең хөрмә ағасы үҫентеһен ултырта.

Әбү Бәракәттең китабында яҙылғанса: «Бер ауырыу сыҡҡан ерҙә булһағыҙ, башҡа ергә бармағыҙ, башҡа ерҙә ауырыу булһа, ул ергә сәйәхәт ҡылмағыҙ», – тип бойороп, карантин ысулын беренсе булып Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең индереүе тураһында һөйләй. Бөтөн ауырыуҙарға ҡаршы диета тәҡдим итеүсе лә ул була.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Аллаһ биргән ғүмерҙе рәхәттә, хозурлыҡ эсендә үткәреү өсөн һәм Аллаһ ризалығына ирешеү өсөн түбәндәге кәңәштәр бирә:

1.Һәр ваҡыт таҙа ризыҡ ҡына аша.

2.Артыҡ эҫе һәм артыҡ һыуыҡ ризыҡ ашама.

3.Күп сәйнәп, ашыҡмайынса аша.

4.Ашар алдынан һәм һуңынан ҡулдарыңды йыу.

5.Артығы менән ашамағыҙ, гел ашағы килеп торһон.

6.Ашағанда артыҡ күп һыу эсмәгеҙ.

7.Ҡыш көндәрендә майлы, ә эҫе йәйҙә еңелерәк ризыҡтар һәм үләндәр ашарға кәрәк.

8.Хөрмәне күберәк ашағыҙ.

9.Йөҙөм, хөрмә һәм зәйтүн, Аллаһҡа шөкөр итеү өсөн һеҙгә сихәт һәм ҡеүәт бирер.

10.Арығанда, баллы ризыҡтар ашағыҙ.

11.Ватыҡ һауыттан ашамағыҙ һәм эсмәгеҙ.

12.Ашағанда, яҡшы ҡиәфәттә булып, яңғыҙ ашамаҫҡа тырышығыҙ.

13.Ашап бөткәс, һәр саҡ доға уҡып, шөкөр ҡылығыҙ.

14.Һәр айҙа бер көн ураҙа тотоғоҙ, вөжүдегеҙ (булмышығыҙ, йәғни йән һәм тәнегеҙ) таҙарһын.

15.Бал ашағыҙ, ул мең төрлө сиргә дауалыр.

Быға оҡшаш кәңәштәр бик күп.

Инде һәр ауырыуҙан дауаланыу өсөн биргән кәңәштәрҙең ҡайһы берҙәрен ҡыҫҡаса аңлатып үтәйек.

 

Пенициллин

160 (һижри) йылда вафат булған, 500-гә яҡын әҫәр авторы Тавасли Муса Ибнүә Әбү Хаййиҙың «Әл-Халис» китабында күҙ ауырыуҙары һәм ангина өсөн Рәсүлүллаһтың ошондай кәңәше яҙылған: «Бәшмәктәр алығыҙ, уларҙы ҡараңғы һәм дымлы ерҙә 3 көн һаҡлап, уларҙың өҫтө күгәреп сыҡҡансы тотоғоҙ. Тимер таяҡ алып, утта ҡыҙҙырығыҙ. Һыуынғандан һуң, шул таяҡ ярҙамында күгәргәнде алып күҙегеҙгә һәм тамағығыҙға һөртөгөҙ».

Сирек быуат элек был дауалау ысулын иҫкелек ҡалдығы тип һанаған ахмаҡтар ҙа бар ине. Ләкин Пәйғәмбәребеҙ ﷺ кәңәш иткән был «дарыу» бөгөнгө көндә XX быуаттың бер мөғжизәһе итеп ҡабул ителә. Эйе, пәйғәмбәрҙәрҙең Пәйғәмбәре беҙҙең быуаттың пенициллин мөғжизәһен 1400 йыл алдан күрһәткән.

Күҙ ауырыуҙарына ҡаршы даими рәүештә бал, хөрмә ашарға кәңәш итәләр. Бынан тыш, бәшмәк һыуы ҡулланырға ҡушалар, ә уның пенициллин икәнлеген инде юғарыла әйтеп үттек.

Тән температураһы күтәрел-гәндә, һыуыҡ һыу менән тәнде һөртөргә. Был ысулды хәҙер ҙә ҡулланалар.

Ағыуланғанда, уҡшып, ашҡа-ҙанды бушатырға һәм ҡан ебәрергә.

«Әгәр кешеләр һыуҙы аҙ эсһәләр, вөжүдтәренә сихәт килер һәм аппетиттары яҡшы булыр» тигән хәҙис тә әһәмиәткә эйә.

Яман шеш (рак). Был ауырыу менән ауырығандарҙы, Мәҙинәнән сығарып, тауҙарҙа, көтөүселәр янында ҡалдырырға ҡушҡан. Уларға күп итеп һөт эсергә кәңәш иткән. Асыҡ һауала дауа күргән был ауырыуҙар, мәғлүм бер ваҡыттан һуң Мәҙинәгә һау-сәләмәт хәлдә ҡайтып ингән. Микроб һәм лаборатория бөтөнләй мәғлүм булмаған ул дәүерҙә Рәсүл Әкрам ғәләйһис-сәләмдең был ауырыуға ҡуйған диагнозы, дауалау ысулдары иғтибарҙы йәлеп итә һәм бөгөнгө көндә яман шеш ауырыуына дусар булғандарҙы дауалау өсөн киң ҡулланылған «Senatoryum» дауалау ысулы менән тап килә.

Эйе, замана медицинаһында киң ҡулланылған карантин ысулы беренсе тапҡыр хәҙрәти Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм тарафынан кәңәш ителгән, һәм бөгөн дә был юл менән меңләгән кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалына.

Ҡөрьәндәге бер генә аят та замана ғилеменә ҡаршы килмәгән кеүек, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең кәңәштәре лә замана медицинаһына ҡаршы төшмәй.

 

 

Г. Ичаловтың “Илаһи мөғжизәләр” китабынан

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...