ИЛАҺИ МӨҒЖИЗӘЛӘР

ИЛАҺИ МӨҒЖИЗӘЛӘР

ИЛАҺИ МӨҒЖИЗӘЛӘР

Йөрәккә ҡуйылған имза

Донъяның иң мәшһүр сәнғәт әҫәрҙәренә ҡарағыҙ. Уларҙың бөтәһендә лә сәнғәт әһеленең имзаһын күрәбеҙ. Һәр сәнғәт эйәһе үҙ әҫәренә имзаһын ҡуя. Кеше – шулай уҡ бөйөк сәнғәт әҫәре, ул үҙен яратҡан Бөйөк Хаҡтың имзаһын йөрөтә.

Ысынлап та, был имза ҡуйылған, һәм кеше заты уны йөрәгенең иң ҡиммәтле ерендә һаҡлай.

Забита атласын ҡарағанда, бер рәсемгә күҙем төштө һәм тетрәнеп киттем – унда Раббыбыҙ исеме яҙылған ине. Миңә шулай тойолғандыр ғына тип, рәсемгә йәнә диҡҡәт менән баҡтым. Күҙҙәрем алдаманы: яҙыу асыҡ һәм оҫта яҙылған ине. Шик ҡалмаһын өсөн, өй диуарында аҫылынып торған бер һауытҡа яҙылған «Аллаһ» һүҙенә ҡараным һәм рәсемдәге имза менән сағыштырҙым. Шикләнер ер ҡалманы: яҙыуҙар бер ине.

Йылдар буйы эҙләгәнемде Көнбайыш ғалимдары тарафынан эшләнгән атласта таптым. Атлас-ты ҡулымдан төшөрмәйенсә, хыялымда булған һорауҙарға яуап эҙләнем.

Был имза осраҡлы була аламы? Йәғни, фәҡәт был рәсемдә сағылыш тапҡан булырға мөмкинме? Тынғылыҡ бирмәгән был һорауға яуап табыу өсөн, операция ваҡытында кешенең йөрәген үҙ күҙем менән күреп, ышанырға тейеш инем.

Мин башҡарған хирургик операциялар һөҙөмтәһе һәр йөрәктә был имзаның барлығын күрһәтте... Бәлки, был һүҙҙәремдән көлөүсе лә табылыр. Әммә илаһи имза бөтә кешеләргә хас бер тамға, һәм ошо хәҡиҡәтте инҡар итеүселәрҙең йөрәгендә лә был имза бар. Ҡыҙыҡлы, иғтибарға лайыҡлы урын ул, сөнки йөрәк селтәр кеүек үрелгән мускулдар туҡымаһынан тора, ә был өлөштә ундай мускулдар юҡ. Йөрәктең был өлөшө, әйтерһең дә, махсус рәүештә, имза асыҡ күренһен өсөн, шулай яратылған.

Ҡыҫҡаһы, кеше йөрәге һәр яҡлап камил һәм илаһи имзаның был хазина өҫтөнә ҡуйылыуы осраҡлы түгел. Был имза «Аллаһ» тип тибә һәм, Яратыусының исемен бер дәрүиш кеүек ҡабатлап, бөтә ғаләмгә ауаз һала.

 

Йәнә шул имза

Беҙ бөтәбеҙ ғаләмдең аҡыл етмәҫ киңлектәрендә гиҙеп йөрөгән бер кәмәне хәтерләтебеҙ. «Донъя» исемле был кәмә мәңгелек илгә юлсылар ташый. Шуға күрә, кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, Ер йөҙө Ғаләмгә тиң һанала. Беҙҙе Ғаләмдә гиҙҙергән Ҡөҙрәт үҙ сәнғәтенең иң нескә гүзәллектәрен күрһәтә һәм беҙҙе шул гүзәллекте һәм сәнғәтсене күреп танырға саҡыра. Шул сәнғәтте күрә-күрә белгәндәр һәм сәнғәтсене тапҡандар ни ҡәҙәр бәхетле!

Әммә кеше тигән мәхлүҡ, йән сәнғәтенең иң бөйөгө булыуына ҡарамаҫтан, үҙ Яратыусыһын (бар итеүсеһен) табыуҙа нисә шаһиты булыуына ҡарамаҫтан, Уны һәм шаһиттарҙы инҡар итергә тырыша.

Ышанамы ул ышанмаймы, бынан һис нимә үҙгәрмәй. Бындай кеше ахыр сиктә үҙе алданған булып ҡала.

Кеше ышанһа-ышанмаһа ла, гөлдәр, мең төҫтә асылып, үҙен Яратыусының ҡөҙрәтен таный бирә.

Нәҙек кенә үҫемлектәрҙең, зәғиф тамырҙары менән таштарҙы ярып, үҫеп сығыуы уларҙың ҡайҙан, кемдән көс алыуын күрһәтмәйме ни? Йәки нөктә тиклем генә бер орлоҡ, ҙур ағас булып үҫеп, үҙен Яратыусы Заттың әмерен үтәүе тураһында хәбәр бирмәйме ни?

Бал ҡорттары иң оҫта сәнғәтселәргә лә илһам бирә, ебәк ҡорттары иһә Йәннәт кейемдәрен хәтерләткән ебәк бирә – былар бөтәһе Аллаһ мәрхәмәтен белдермәйме ни?

«Йәғни, кеше Раббыһын таба алмаһа, уның өсөн ҡояш та, бал ҡорттары ла, балыҡтар ҙа «Аллаһ» тиҙәр...».

Әгәр бал ҡорттары үҙ кәрәҙҙәрендә «Аллаһ» һүҙен яҙһа, ә ер аҫтында тишелеп сыҡҡан һуған «Аллаһ» һүҙе яҙылған ҡабыҡҡа уралһа, мөғжизә булмаҫмы ни? Йә иһә бер балыҡ үҙ тәнендә Раббы имзаһы менән йәшәһә һәм унан башҡа илаһ юҡлығын бөтөн ғаләмгә иғлан итеп торһа! Улайһа, ни өсөн беҙҙе бар иткән Аллаһты танырға теләмәйбеҙ һуң?

Үҙ йөрәктәрендә асыҡ һыҙыҡтар менән «Аллаһ» һүҙе яҙылған кешеләр, әгәр аҡылдары камил булһа, Аллаһты танып, уға ышанырға мәжбүр. Эйе, ғаләмдә күп кенә заттар үҙ тәндәрендә Аллаһ имзаһы күтәреп йөрөй. Шуға ҡарамаҫтан, был имзалар гел күҙгә ташланып тормай. Был имтихан серенә хас булған үҙенсәлектәрҙең береһе.

Инде донъяның бер ерендә – Зенгибарҙа тотолған бер балыҡ хаҡында америка ғалимы Ж.Р. Нормандың яҙмаһына күҙ һалайыҡ:

«Ғәрәп яҙыуын хәтерләткән ишаралар менән биҙәлгән был балыҡ Зенгибарҙағы бер күлдә табылды. Балыҡ ҡойроғоноң бер яғына «Ләә иләәһә иләә Аллааһу» ( Аллаһтан башҡа илаһ юҡ), икенсе яғында иһә «Шану Аллаһ» (Аллаһтың шаны, бөйөклөгө) тигән яҙыу яҙылған ине. Был ваҡиға ҙур шау-шыуға сәбәпсе булды һәм бер нисә центҡа (долларҙың 100-ҙән беренә) һатыла торған был балыҡтарҙың баһаһы бер башҡа 5000 рупиға күтәрелде.

Шулай итеп, был балыҡтар үҙ тәндәренә яһалған сәнғәт менән йәки тәндәренә яҙылған имза менән ғаләмдәр солтаны булған Аллаһҡа ишарат итә. Быны күреү өсөн йыһанға, донъяға асыҡ күҙ менән генә ҡарау кәрәк».

 

Г. Ичаловтың “Илаһи мөғжизәләр” китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...