Инжил дәлилләй

Инжил дәлилләй

Хәҙрәти Ғайса ғәләйһис-сәләмдең үлеменән һуң бер нисә «Инжил» яҙыла. Мөҡәддәс китап шәхси фекерҙәр менән тулыландырылды, айырым ерҙәре алып ташланды. Эйе, илаһи китапҡа булған мөнәсәбәт әсенер әхүәлдә ине. Һығымтала, Изникта тупланған бер комиссия, оҙаҡ дауам иткән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә, был заманғаса яҙылған Инжилдәрҙең 396-һын уҡымаҫҡа, тигән фекергә килде.

 

Был Инжилдәрҙән береһе тураһында бигерәк тә күп һөйләнде һәм, уны уҡыған кешеләргә яза биреләсәк, тиелде.

Миләдигә ҡәҙәр 42 йылда папа булған Жаласюс-1 тарафынан уҡылыуы тыйылған был Инжил «Варнава Инжиле» тип аталған, һәм ул башҡа Инжилдәрҙә табылмаған бер үҙенсәлеккә эйә булғаны өсөн «тыйылған китаптар» башында тора ине.

Шулай итеп, тыйылған Инжилдәр йәһәт кенә йыйылып алынды. Бер өлөшө язанан ҡурҡҡан халыҡ тарафынан юҡ ителде.

Бары тик динле поп Варнава Инжилдең береһен алып ҡаса. Бер аҙ ваҡыт үткәс, был Инжил Вияналағы Император китапханаһына еткерелә һәм инглиз теленә тәржемә ителә.

Ләкин сиркәү Варнавалағы Инжилдең эҙенә төшә. Бер аҙна дауамында был Инжилдең бөтөн нөсхәләре табылып юҡ ителә башлай. Әммә тырышлыҡтар бушҡа була, сөнки был арала Варнаваның ике Инжиле урлана, быларҙың береһе Британия музейында, икенсеһе иһә Америка Конгресы Китапханаһына ебәрелгән.

Ул ерҙә ни өсөндөр хәрби комиссар вазифаһын үтәгән Пакистан генералы Абдуррахим, был Инжилдең микрофильмдарын йәшерен һүрәткә алып, Пакистанға алып китеүгә ирешә. Күпмелер ваҡыттан һуң, микрофильмдар Пакистандағы «Бегим Ойша Бавани Вәкдәл» фонды ярҙамында китап итеп сығарыла һәм был ваҡиға Ислам донъяһында ҡыуаныслы бер ваҡиға итеп ҡабул ителә.

Был Инжилдә яңы Пәйғәмбәр – Мөхәммәд Мостафа салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм киләсәге тураһында бик күп йылдар алдан һөйләнә.

Ғәрәп донъяһының Реставрация осоро икенсе быуаттарына хас бер көс менән Инжилде юҡҡа сығарырға теләүҙәре лә, күрәһең, шуның менән аңлатыла.

Эйе, Варнава Инжиле, үҙгәрештәр индерелеүгә ҡарамаҫтан, үҙендә бер нисә хәҡиҡәтте һаҡлап ҡалған. Варнава Инжиленән бер нисә өҙөк килтереп үтәйек.

Әҫәрҙең 44-се битендә хәҙрәти Ғайса ғәләйһис-сәләм үҙенән һуң киләсәк Пәйғәмбәр хаҡында былай тигән: «Һеҙгә әйтәм, Аллаһтың рәсүле аҡыллы, һәләтле, көслө, шәфҡәтлелер; йөрәге Аллаһҡа булған мөхәббәт һәм ҡурҡыу менән тулы йомшаҡ рухлылыр. Уның йәне ярҙамсыл, ғәҙел, сабырҙыр. Хаҡ Тәғәлә бөтөн сифаттарҙы уға өсләтә биргән. Ул донъяға киләсәк дәүер Сәғәҙәт дәүерелер. Быға ышанығыҙ. Мин уны Аллаһтың Пәйғәмбәрҙәренә биргән күңел күҙе менән күрҙем. Һәм уны күреп, йәнемә рәхәт таптым. «Эй (Аллаһтың рәсүле) Мөхәммәд ﷺ, Аллаһ һинең менән бергә булһын һәм мине һинең аяҡ кейемеңдең бауы булыу бәхетенә ирештерһен. Әгәр мин был мораҙыма ирешһәм, Аллаһтың иң мөбәрәк бер ҡоло һәм бөйөк бер Пәйғәмбәре булам». Һәм хәҙрәти Ғайса ғәләйһис-сәләм шул һүҙҙәрҙе әйтеп, Аллаһҡа шөкөр итте».

Шул уҡ китапта башҡа бер эпизод та килтерелә: хәҙрәти Ғайса ғәләйһис-сәләм бер ҡатындың «Көтөлгән Ҡотҡарыусыбыҙ һин түгелме?» тип һорауына шундай яуап бирә: «Мин бары тик Исраил улдарына ебәрелгән ҡотҡарыусы бер пәйғәмбәрмен. Ләкин минән һуң Аллаһ бөтөн ғаләмгә Мөхәммәд исемле Рәсүл ебәрәсәк».

Варнава Инжилендә хәҙрәти Ғайса ғәләйһис-сәләм йәнә шулай мәрхәмәт ҡыла: «Бөтөн ер йөҙөндәгеләр көткән ҡотҡарыусы – мин түгел».

163-сө бүлектең 7-се һөйләмендә хәҙрәти Ғайса ғәләйһис-сәләм былай ти: «Хәҙрәти Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм, ғәрәп далаларында йәшәп, мәжүсиҙәргә ҡаршы көрәшәсәк».

«Эй мөғәллим, донъяға килеүенән бәхәс ҡуптарған кеше кем ул?» – тип һорағандарға хәҙрәти Ғайса ғәләйһис-сәләм бындай яуап биргән ине: «Ул Мөхәммәд Рәсүлүллаһтыр».

«Шуның менән бергә мин һеҙгә яңы бер хәҡиҡәт тә әйтә алам: минең китеүем һеҙҙең өсөн хәйерлелер, сөнки мин китмәһәм, һеҙгә йыуаныс биреүсе Рәсүл килмәйәсәк».

Инжилдәрҙән алынған юғарылағы өҙөктәрҙә һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләй-һис-сәләм тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр тупланған. Эйе, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм-дең хаҡ пәйғәмбәр икәнлегенә ай ҙа, ҡояш та, үҫемлектәр ҙә дәлил булған. Һәм, әлбиттә, Ҡөрьәндән башҡа мөҡәддәс китаптар ҙа был мөбәрәк зат тураһында һүҙ йөрөтә.

Һүҙебеҙ ахырында шуны әйтке килә: хәҡиҡәтте күпме генә йәшерергә теләһәләр ҙә, хәҡиҡәт өҫкә сыға.

 

 

Г. Ичаловтың “Илаһи мөғжизәләр” китабынан

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Кейем кейгәндә «Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии кәсәәнии һәәҙәҫ-ҫәүбә үә разәҡанииһи мин ғайри хәүлин миннии үә ләә ҡуүүәһ». Мәғәнәһе: «Мин үҙем көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да (йәғни, ошо кейемде үҙем таба алырлыҡ көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да), миңә ошо кейемде кейҙергән һәм...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ Таифҡа барыуы

Әбүталип менән Хәҙисәнең үлеменән һуң ﷺ Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡорайыштарҙың ҡыҫымы көсәйә. Шуға күрә Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәнән йыраҡ булмаған, әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Таиф ҡалаһына барырға ҡарар итә. Ул Таиф халҡынан ҡорайыштарҙан яҡлау һәм ислам таратыуҙа ярҙам һорарға уйлай.   Һәм Пәйғәмбәр ﷺ...


Иремде юғалттым

Ауыр хәлгә дусар булдым – ҡапыл ғына ҡәҙерле иремде юғалттым. Беҙ 30 йылдан ашыу бергә йәшәнек, бер-беребеҙҙе аңлап, пландар төҙөнөк. Барлыҡ хыялдар бер мәлдә өҙөлдө. Артабан нисек йәшәргә икәнен аңламайым.   Р., Колпино ҡалаһы   Дин белгесе яуабы Был донъяға килгән һәр кеше Аллаһу Тәғәлә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ни өсөн фарыз намаҙын уҡып бөткәс, сөннәт намаҙын уҡыр алдынан икенсе урынға күсәбеҙ? Бер урындан икенсе урынға күсеү мотлаҡ түгел, әммә фарыз намаҙҙан һуң, сөннәт йәки нәфелдәрен уҡыр өсөн, үҙ урыныңды алыштырыу яҡшыраҡ. Йәмәғәт менән уҡыған намаҙҙы яңғыҙ уҡығандан айырыр өсөн шулай эшләйҙәр,...


Мәзин олатай

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙ менән уны, Мәзин олатайыбыҙ, тип кенә йөрөттөк. Ғәлимйән Абдулла улы 1881 йылда Йылайыр районының Аралбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Абдулла Аблаевтың өс улы: Ғәлимйән, Ахунйән, Хәкимйән һәм Кинйәбикә исемле ҡыҙы була. Уландары ла, аталарына оҡшап, дин юлын яҡын...