Бер хәҙис һәм медицина

Бер хәҙис һәм медицина

Хәҙис һүҙҙәре медицина тарафынан раҫлана.

 

Хәҙрәти Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә шулай мәрхәмәт ҡыла: «Кем үҙ тәнен май менән майларға теләй, ҡаштарынан башлаһын. Ҡаштар әҙәм заты тәненә иң беренсе булып сыҡҡан төктәрҙер» (Хаким ғән Ҡатадә радыйәллаһу ғәнһү «Рамүзүл-әхәдиҫ»).

 

Был хәҙистә ҡаштар менән баш ауырыуы араһындағы мөнәсәбәт хаҡында һәм ҡаштарҙың кеше тәненә беренсе булып сыҡҡан төк булыуы тураһында әйтелә.

Хәҙрәти Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм 1400 йыл элек әйтеп ҡалдырған был хәҡиҡәтте медицина фәне һуңғы йылдарҙа ғына асыҡланы. Ул замандарҙа был хәҡиҡәтте хәҙергеләй асыҡлау өсөн балаға уҙыуҙы махсус техник саралар ярҙамында өҙлөкһөҙ күҙәтеп барырға кәрәк ине. Әммә ул замандарҙа бындай йыһаздар булмаған.

Хәҙерге заманда профессор Uveis Maskorҙың медицина факультетында уҡыусылар өсөн яҙылған «Эмбриология» дәреслегенең 207-се битендә шундай юлдар бар: «Йөклө саҡта яралғының беренсе төктәре эмбриональ осорҙоң 4-се аҙнаһында барлыҡҡа килә, һәм беренсе булып ҡаштар үҫә (!). Life Libraru иһә «GROWTH» исемле әҫәренең 193-сө битендә асыҡтан-асыҡ «Рәсүлүллаһ дөрөҫ әйткән икән!» – тип яҙа.

 

Г. Ичаловтың “Илаһи мөғжизәләр” китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...