Ә һеҙ беләһегеҙме?

Ә һеҙ беләһегеҙме?

Психология фәненең маҡсаты – кешегә үҙ-үҙен аңларға ярҙам итеү.

 

Мәҫәлән:

  • Күҙҙәрҙе йомған хәлдә беҙ мәғлүмәтте еңелерәк үҙләштерәбеҙ.
  • Мейе һәм ашҡаҙан тығыҙ бәйләнештә. Бигерәк тә кире эмоциялар ашҡаҙан торошонда сағылыш таба.
  • Кешенең образын һәм кешене, нисек бар, шулай яратыу – ике төрлө нимә.
  • Хыялдарыбыҙҙы ҡағыҙға яҙһаҡ, уларҙы нығыраҡ формалаштырабыҙ.
  • Еҫ һиҙеү, тойомлау хәтер менән нығыраҡ бәйле.
  • Уйлай белеү һәләте – юғары интеллект күрһәткесе.
  • Һәр кешелә өс шәхес: үҙен кем тип уйлай, башҡалар уның тураһында нисек уйлай, ысынында ул ниндәй.
  • Хыялға бирелеүселәр күберәк төш күрә һәм иҫендә ҡалдыра.
  • Бәхетлеләр араһында рәхмәт әйтеүсәләр күберәк.
  • Ике телдә аралашыусылар араһында Альцгеймер менән сирлеләр һаны әҙерәк.
  • Һәр 30-50 минут һайын 10 минутлыҡ тәнәфес мәғлүмәтте еңел үҙләштереүгә булышлыҡ итә.
  • Йоҡо туймау депрессияға, көйһөҙлөккә килтерә.

 

Гөлзәминә Кәримова әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...