Шөбһәгә урын юҡ

Шөбһәгә урын юҡ

Шөбһәгә урын юҡ

Бөгөнгө көнгә ҡәҙәр Исламдың хаҡ дин икәнлегенә, Аллаһтың берлегенә һәм Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең Аллаһ илсеһе булыуына шөбһә белдереүселәр күптер. Әммә Аллаһ ﷻ уларҙың шөбһәләренән пактыр. Ул Үҙенең берлеген үҙ ҡөҙрәте менән донъялағы һәр бер бөртөктә, ғилемдең һәр бер тармағында иҫбатлап тора.

 

Анкара университетының фән көллийәте студенты Йософ Керкуклу үҙенең бер иҫбатын былай аңлатты: «Жәнәби Хаҡтың берлеген иҫбатлаусы «Ихлас» сүрәһендә бер тәжрибә үткәрҙем. Әүәл сүрәләге хәрефтәр һанын асыҡланым. Төрлө 13 хәреф ҡатнашҡан был сүрә 47 хәрефтән ғибәрәт ине. Был 13 хәрефте сүрәләге тәртибенә күрә линейканың вертикаль һыҙығы буйлап теҙеп сыҡтым. Һуңғараҡ, был хәрефтәрҙең сүрәлә нисә тапҡыр ҡабатланыуын иҫәпләп, был һандарҙы Ҡөрьән-Кәримдең уҡылышы буйынса тәртип менән горизонталь буйынса теҙҙем. Һандарҙы һәм хәрефтәрҙе үҙ-ара киҫештергәс, бер нисә нөктә хасил булды. Был нөктәләрҙе берләштереп, ғәжәпкә ҡалдым, сөнки линейкала «Ихлас» сүрәһе иғлан иткән Илаһи Берлектең исеме асыҡ пәйҙә булған ине!

«Әйтегеҙ: Ул – Аллаһ берҙер» («Ихлас» сүрәһе, 1-се аят).

XIV быуат түгел, XIV мең быуат үтһә лә, хәҡиҡәт хәҡиҡәт булып ҡалыр. Үҙенең барлығын иҫбатлап тороусы Аллаһты инҡар итеп, кешеләрҙе хаҡ юлдан яҙҙырыусы ҡайһы бер кешеләр өсөн ғилми, тәбиғи дәлилдәр һанһыҙ.

Иң мөһиме, кешелә үҙен танырға теләк булһын. Шул саҡ уны һис ҡасан иман ситләтеп үтмәҫ.

 

Г. Ичаловтың “Илаһи мөғжизәләр” китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...