ИЛАҺИ МӨҒЖИЗӘЛӘР

ИЛАҺИ МӨҒЖИЗӘЛӘР

ИЛАҺИ МӨҒЖИЗӘЛӘР

Бал ҡортоноң зекере

Ниһайәт, бына ул мөғжизә – һәр бер кеше йөрәгенә һәм хатта бал ҡорто ояһына ҡуйылған гүзәл имза.

Иң бөйөк яҙыу оҫталарын да ғәжәпләндерер дәрәжәлә асыҡ һәм күҙ ҡамаштырырлыҡ дәрәжәлә гүзәлдер.

1984 йылдың май айында күрһәтелгән был илаһи имзаны 10 меңләп кеше үҙ күҙе менән күрҙе.

1982 йылдың авгусы. Төркиәнең Кайсари виләйәте Ҡаракөй ауылында бер мөғжизә булды. Был мөғжизә бөтәбеҙҙең йөрәгенә яҙылған илаһи имзаның бал ҡорттары кәрәҙендә тасуирланыуы ине.

Бал ҡорттары үҙҙәренең балдарын кәрәҙҙәргә шул ҡәҙәр оҫталыҡ менән һалғандар, нәтижәлә "Аллаһ" һүҙе пәйҙә булған!

Умартасы был мөғжизә тураһында хәбәрҙар түгел ине, әммә бал ҡорттарының үҙ-үҙҙәренең тотошонда үҙгәрештәр һиҙҙе. Бал ҡорттары үҙҙәрен бөтөнләй икенсе төрлө тота һәм умартасыны яҡын килтерергә теләмәй ине.

"Умартаға яҡын килгәс, – тип иҫкә ала умартасы, – күрҙем: бал ҡорттары мине яҡын килтерергә теләмәй. Оҙаҡ ҡына төтөн ебәргәс, бал ҡорттары, теләмәйенсә генә, умартанан ситкә китте".

Бал ҡорттарындағы үҙгәреш осраҡлы түгел ине. Улар, "Нәхел" сүрәһендә әйтелгәнсә, Аллаһ һыҙған юлдан барып, илаһи имзаның бер шәкелен (формаһын) яҙғандар ине. Бәлки, Хоҙай шуның өсөн уларға ояларынан сығып китергә мөмкинлек бирмәгәндер.

Эйе, Ҡаракөй ҡышлағы (ауы-лы) кешеләре был мөғжизәгә таң ҡалды. Хатта умартасынан "Һин яҙҙыңмы ул һүҙҙе?" тип һораусылар ҙа табылды.

Был һорауға яуап Ҡөрьән-Кәримдә бирелгән (мәғәнәһе): “Эй, Мөхәммәд, Аллаһтан бал ҡорттарына әмер килде: "Тауҙарға, ағастарға һәм (әҙәмдәр) күрмәгән ерҙәргә оя һалығыҙ", ("Нәхл" сүрәһе, 68-69-сы аяттар).

Унан һуң Ҡөрьәндәге сүрәләрҙең береһе "Нәхел", йәғни "Бал ҡорто" тип аталыуы ла мөғжизәне иҫбатлай түгелме һуң? Бал ҡорттарының үҙҙәренең дә бер мөғжизә булыуҙарын аңлау өсөн, улар тарафынан Аллаһ һүҙе яҙылыу шарт инеме һуң?!

Бал ҡорттары – камил халәттәргә эйә булған зат. Бал ҡортоноң күҙе әйберҙәрҙе бик алыҫтан күп тапҡыр ҙурайтылған итеп күрә.

Һиҙеү ағзалары сәскә еҫен бер километрҙан тойоп ала.

Осоу ваҡытында бал ҡортоноң ҡанаттары секундына 500 тапҡыр хәрәкәт яһай.

Бал ҡортоноң мөғжизәле тәнендәге компьютер системаһы, уның ҡайҙарға һәм ни ҡәҙәр алыҫҡа осҡанын хатаһыҙ билгеләп барып, эш бөткәс, һис аҙаштырмайынса, бал ҡортон йәнә ояһына ҡайтара.

Бал ҡорто йыйған шифалы бал бер ҡасан да янбашында яйлашҡан көслө ағыуы менән ҡушылмай. Шул уҡ ваҡытта бал ҡорто "бал кәрәҙе фабрикаһы"на әйләнә һәм эшләп сығарылған кәрәҙҙәрҙән ҡараңғылыҡта уникаль шәкелгә "ағыҙыла". Был кәрәҙҙәргә тултырылған бал иһә илаһи сифатта беҙгә тәҡдим ителә.

Эйе, кескәй генә бер ҡорт башҡарған был эштәр ни ҡәҙәр бөйөк! Уның өҫтөндә "Аллаһ" һүҙе булмаһа ла, уның булыуы үҙе мөғжизә.

Бал ҡорто ояһы – ысынлап та, илаһи архитектура әҫәре. Иң аҙ материал ярҙамында бик ҙур майҙанды ҡулланыу сәнғәтенә бөйөк миҫал. "Бал ҡорто мәсьәләһе" исеме менән майҙанға сыҡҡан оҫта математик мөғжизә был.

 

Бал

Бал – баллылыҡ һәм шифалылыҡ символы.

Бал – микроптар үрсемәй торған берҙән-бер ризыҡ. Бал – һыуҙа бөтөн витаминдарҙы үҙ эсенә йыйған шифалы минерал. Һәм, ниһайәт, бал – үҙ составында, башҡа һис бер ризыҡта табылмаған Б-13, Б-4 һәм Бт витаминдарын берләштергән ризыҡ.

Йән эйәләре эшкәртеп сығарған иң серле матдәләрҙең береһе булып һаналған бал ҡорто һөтөнөң ҡаймағы күп кенә ҡурҡыныс ауырыуҙарҙан дауа: мәҫәлән, бауыр ауырыуы, йүтәл, ашҡаҙан йәрәхәте, аҙ ҡанлылыҡ һ.б.

Йөрәк һәм йөрәк менән бәйле нервы системаһын һәм баш мейеһен туҡландырыусы сығанаҡ та ул бал. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә былай тип өйрәтә: "Бал ашағыҙ, сөнки ул мең дәрткә (ауырыуға) дауалыр".

Айға кеше мендергән XX быуат тәрәҡҡиәте (прогресы) бал ҡортонан башҡа бал булдырыу ысулын тапманы.

Үҙенән-үҙе һоралып тора: шул ҡәҙәр күп балды бал ҡорто фәҡәт үҙе өсөн туплаймы? Юҡ, әлбиттә. Бал ҡортона үҙе туплаған балдың 100-ҙән бере лә етә. Улар, Аллаһ тарафынан хәрәкәткә килтерелеп, кеше өсөн эшләйҙәр.

Ҡулһыҙ бер ҡорттан ебәк туҡытып, беҙгә кейем кейҙергән йәки ағыулы бер бал ҡортонан бал ашатҡан бөйөк Раббыбыҙ беҙгә тәҡдим ителгән аҡыл ниғмәте менән үҙен танытырға теләй.

Уны танып, уға итәғәт ҡылғандар ни ҡәҙәр бәхетле!

Һәм уларға бал ҡорттары яҙған илаһи имзаны күреү, уҡыу ни ҡәҙәр еңел һәм ҡулайлы!

Уға ышанғандарға бал ҡортоноң ағыуы ла, балы ла гүзәлдер.

Һәм Уның ҡөҙрәтен күрә алғандарға ерҙә Аллаһ имзаһы барҙыр.

Күҙҙәребеҙ күрергә генә теләһен!

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Г. Ичаловтың

“Илаһи мөғжизәләр” китабынан

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...