Астронавтар ни һөйләй?

Астронавтар ни һөйләй?

Астронавтар ни һөйләй?

Американың өсөнсө астронавы Жан Клан шундай мәғлүмәттәр менән бүлеште:

«Миңә орбиталь фәнни-тикшеренеү эштәре алып барыу вазифаһы тапшырылған ине ул заман. Ҡулыма йыһан үлсәмдәре тураһында һөйләй торған бер китап-ҡулланма инде һәм ундағы икенсе бүлек иғтибарымды йәлеп итте. Был бүлектәге һүҙҙәрҙе аңлар өсөн, «бер яҡтылыҡ йылы» терминының мәғәнәһенә төшөнөргә кәрәк ине.

 

Мәғлүм, яҡтылыҡ бер секундҡа 30 000 км тиҙлек менән хәрәкәт итә. Башҡаса әйткәндә, бер секунд эсендә Ер тирәләй 7 тапҡыр әйләнеп сыға.

Инде бер яҡтылыҡ киҫәксәһенең бер йылда түңәрәк буйынса түгел, тура һыҙыҡ буйлап хәрәкәт итеүен күҙаллап ҡараным. Был юлдың оҙонлоғо 9,5 млн. километрҙы 1 000 000-ға тапҡырлауға тиң була.

Әгәр йыһан сиктәре тураһында яҙылған бүлеккә күҙ ташлаһаҡ, ғәжәпләнеүебеҙ арта ғына, сөнки Галактиканың оҙонлоғо 300 000 яҡтылыҡ йылына яҡын һәм ул үҙ күсәре тирәләй 250 млн яҡтылыҡ йылы әйләнә.

Белмәйем, Ҡояш системаһының ни ҡәҙәр киң хәрәкәт майҙаны икәнлеген күҙ алдығыҙға килтерә алаһығыҙмы икән?!

Һүҙ йондоҙҙар һәм планеталар араһындағы алыҫлыҡ тураһында ғына тип уйламағыҙ. Бәлки, галактикабыҙҙа башҡа миллионлаған галактикалар булыуы тураһында әйткебеҙ килә. Телескоптан дүрт тарафыбыҙға ҡарап, йыһан үлсәмен белмәксе булһаҡ, дөрөҫөрәге, беҙгә күренгән яҡтарын хисапламаҡсы булһаҡ, ғаләм иң кәмендә 2 миллиард яҡтылыҡ йылы оҙонлоғона тиң икәнен әйтергә мөмкин.

Йә, Раббым, аҡылға һыймаҫ ҙур майҙан бит был!

Эйе, беҙ асыҡ эшләнгән план ҡаршыһында. Ғаләмдең бөйөклөгө һәм аҡылға һыймаҫ тәртибе Аллаһтың барлығын күрһәтә миңә. Һәр аҡылға эйә булған кеше был бөтөнлөк менән идара иткән һәм уны мәғлүм бер план буйынса башҡарған, хәрәкәткә килтергән сикһеҙ бер ҡөҙрәттең барлығын инҡар итә алмаҫ.

Йәнә уйланым... Бер Ерҙән йыһанға осорған юлдаштарыбыҙҙы (спутниктарҙы) Ерҙә тороп идара иткән көстө, бөтәһен дә күҙебеҙ менән күреп торғаныбыҙ өсөн ҡабул итәбеҙ, әммә ни өсөн Ҡояшты һәм бөтөн йондоҙҙарҙы сикһеҙ бушлыҡта күбәләктәй әйләндергән Ҡөҙрәт Эйәһен инҡар итергә тырышабыҙ һуң?!

Үҙем иһә шундай һығымтаға киләм:

 – Ғаләмгә сығып, был ғәжәп ҙур хәрәкәт майҙанын күргәндән һуң, «былар бөтәһе лә осраҡлыҡ» тигән уйҙы башыма индергән өсөн оялам мин!

 

***

Ғалимдарҙың иҫәп-хисаптарының аныҡлығына, теүәллегенә хайран ҡалаһың. Ғаләмгә осоролған караптар, күҙ асып йомғансы, Айға ҡуна ала. Әммә беҙ Айҙың был нөктәлә тап үҙ ваҡытында барлыҡҡа килеүе тураһында ни өсөн уйлап ҡарамайбыҙ?

Беренсе тапҡыр Ғаләмгә сыҡҡан Юрий Гагарин «Ғаләмгә сыҡтым, әммә бер ниндәй Яралтыусыны күрмәнем» тигән инҡар һүҙҙәрен асыҡтан-асыҡ бәйән итте. Шуның өсөн язаһын да алды: бер авиаһәләкәттә янып, йән тәслим ҡылды. Эйе, «Яралтыусы юҡ» тигән астронавты Аллаһ шулай юҡ итте.

 

***

«Аполло-11»ҙең астронав-тарының береһе Эдвин Олдрингтың һүҙҙәре иһә түбәндәгеләр ине: «Күгеңә, яралтҡан нәмәләреңә, Ай һәм йондоҙҙарыңа ҡарап: «Эй, Бөйөк Раббым! Кеше нимә ул? Ул ғаләм эсендә бер бөртөк, башҡа нәмә түгел, ләкин Һин уға ни ҡәҙәр әһәмиәт биргәнһең...»

 

 

Г. Ичаловтың “Илаһи мөғжизәләр” китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...