«Һуңлап булһа ла, дөрөҫ юлды табыу – бәхет ул!..»

«Һуңлап булһа ла, дөрөҫ юлды табыу – бәхет ул!..»

«Һуңлап булһа ла, дөрөҫ юлды табыу – бәхет ул!..»

 

Хәҙисә Гөнәш Голландияның Амстердам ҡалаһында тыуған. Ижтимағи академия белгесе. 21 йәшендә бер төрөк егетенә тормошҡа сыҡҡан. 30 йәшендә Голландияла Ислам динен ҡабул итә. Хәҙер Истамбулда йәшәй. Өс бала әсәһе.

 

Һеҙҙең иғтибарға уның менән әңгәмәнән өҙөк тәҡдим итәбеҙ:

– Ислам ҡабул иткәнсе, һеҙ христиан булғанһығыҙ. Ул дин ҡайһы яҡтары менән ҡәнәғәтләндермәне һеҙҙе? Ул динде ҡасандыр тотҡан кеше булараҡ, христианлыҡ тураһында бөгөн нимәләр әйтә алаһығыҙ?

– Миһырбанлы һәм рәхимле Аллаһҡа шөкөр. Үҙе был юлды күрһәтеп, мине иман ниғмәте менән һыйланы. Эйе, быға ҡәҙәр мин христиан инем, әммә, беләһегеҙме, ул диндә Ғайса ғәләйһис-сәләм Аллаһтың улы сифатында ҡабул ителәгәнгә күнегә алманым. Дин дәрестәрен үткәргән бөтә поптар был фекерҙе раҫларға, быға ышандырырға теләне. Мин хәҙрәти Ғайса ғәләйһис-сәләмде бары тик пәйғәмбәр булараҡ ҡына ҡабул иттем. Шуға күрә был диндән сығырға уйланым.

− Исламды өйрәнә башлағас, был диндең ҡайһы яҡтары һеҙҙе бигерәк тә тәьҫирләндерҙе?

– Хәҙрәти Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең башҡа тәбиғи бер кеше түгел, беҙҙең кеүек үк бер кеше икәнлеге, Исламда уның бары тик Аллаһтың илсеһе тип ҡабул ителеүе һәм быларҙың бөтәһе Ҡөрьәндә асыҡ бәйән ителгән булыуы миңә оҡшаны. Бынан тыш элек тотҡан динемдең ҡайһы бер нигеҙҙәре Ислам дине менән тура килеүенә шатландым. Иң мөһиме: ҡайһы бер диндәрҙәге кеүек Аллаһтың ниндәйҙер есеми шәкелдә тәҡдим ителмәүе миңә ҡаты тәьҫир итте.

– Һеҙҙеңсә, был быуатта Ислам ҡанундары буйынса йәшәү ҡыйын түгелме?

– Күпселек өсөн, бәлки, ҡыйындыр. Минеңсә, бының асыл сәбәбе был кешеләрҙең Исламды белмәүенән. Был – ҙур хата. Ысынлап та, Ислам ҡанундары бөтәбеҙҙең тормошон еңеләйтергә һәм кешеләрҙе һаҡлауға ҡоролған. Мәҫәлән, уҡырға, аҡыл менән эш йөрөтөргә кәңәш итә. Хатта белем һәм аҡылға ҡоролған дин дә кешене кәрәкмәгән ҡурҡыуҙарҙан ҡотҡара. Һуңлап булһа ла, дөрөҫ юлды табыу – бәхет ул. Сөнки кеше, инде йылдар уҙыу менән, тормош тәжрибәһе туплап, хәҡиҡәт һәм хаят, ғәҙеллек тураһында үҙ фекерен әйтә ала.

Быларҙан кинәт кенә ваз кисеү мөмкин түгел. Мәҫәлән, мин йәшлегемдә ғибәҙәт ҡылырға ярата инем. Тиҙ-тиҙ сиркәүгә барып, ғәҙәт буйынса, оҙаҡ хәрәкәтһеҙ тороп доға ҡыла инем. Ошо тәртиптә ғибәҙәт ҡылырға күнеккәнгә, намаҙ уҡыу миңә бер аҙ ҡыйынға тура килде...

Һуңғараҡ, Бөйөк Аллаһ ярҙамы менән был ғибәҙәттең етдилегенә төшөнөп, һәр көн башта бер ваҡыт, бер аҙҙан ике, өс, дүрт һәм, ниһәйәт, биш ваҡыт намаҙ уҡый башланым. Биш ваҡыт намаҙ уҡый башлағас, был ғибәҙәттең ни ҡәҙәр бөйөк һәм камиллыҡҡа илтеүсе ғибәҙәт икәнен белдем. Үткән көндәремә ҡараш ташлап, христиан динендәге ғибәҙәттең ни ҡәҙәр мәғәнәһеҙ һәм мәнтыҡһыҙ икәнен күрҙем.

– Намаҙ уҡығанда тыуған ҡыйынлыҡтар ураҙа тотҡанда ла урын алдымы?

– Рәхимле һәм миһырбанлы Аллаһҡа хисапһыҙ шөкөрҙәр. Ул бөтә нәмәне тормошобоҙға яраҡлаштырып, кешегә еңеллек биреү ниәте менән булдырған.

Намаҙ уҡыу баштараҡ миңә ҡыйын булһа, беренсе Рамаҙан ураҙаһын һис ҡыйынлыҡһыҙ тоттом. Ураҙаны беренсе тапҡыр Европала башланым. Ул ерҙә көндәр Төркиәгә ҡарағанда оҙонораҡ. Ифтар киске сәғәт 10-да була ине. Шуға ҡарамаҫтан, ураҙа тоттом. Был беренсе Рамаҙандағы ҡыуанысымды һис онота алмайым. Инде Аллаһ беҙҙе үҙ хәлебеҙҙә яңғыҙ ҡалдырмаһын, аҙаштырмаһын.

 

 

Г. Ичаловтың “Илаһи мөғжизәләр” китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....