Илаһи мөғжизәләр

Илаһи мөғжизәләр

Илаһи мөғжизәләр

Беҙҙә шул ҡәҙәр артыҡ "байлыҡ" күбәйҙе. Унан ни ҡәҙәр тиҙерәк арынһаҡ, шул ҡәҙәр яҡшыраҡ булыр. Сөнки хәҡиҡәткә төшөнөр өсөн, беҙ бөтөн сүп-сарҙан арынып, рухыбыҙҙы сафландырырға тейешбеҙ. Хәҡиҡәт беҙҙе үҙ-үҙебеҙҙе танырға өйрәтә. Ә үҙ-үҙеңде таный белеү – кешене Аллаһҡа яҡынайтыусы юл ул.

 

Йәләлетдин Руми былай тигән: "Беҙҙең осорҙоң белемле ирҙәре үҙ-үҙҙәренә ҡағылышлы булмаған бар нәмәгә лә камил рәүештә төшөндөләр. Әммә иң яҡындары тураһында, үҙ-үҙҙәре тураһында бер нәмә лә белмәйҙәр..."

Бөтәбеҙгә лә мәғлүм: кешене бар итеүсе – Аллаһу Тәғәлә. Беҙ иһә йыш ҡына был хәҡиҡәтте онотоп, үҙебеҙҙе йыуатыу ниәте менән, Аллаһу Тәғәләне төрлө фекер эйәләренең мәғәнәһеҙ китаптарынан эҙләйбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙең Аллаһ тарафынан яратылыуыбыҙ тураһында һис кенә лә онотмаҫҡа тейешбеҙ. Был турала уйлап ҡарайыҡ әле: нисек инде кеше тарафынан яҙылған әҫәр башҡа берәүгә йыуаныс була алһын ти? Ул кеше үҙе лә йыуатыуға мохтаж бит, нисек инде ул башҡа берәүгә үҙендә булмаған нәмәне бирһен?!

Кем генә булмаһындар, фекер эйәләре тап беҙҙең кеүек үк кешеләр; һәм тормош тураһында ла тап беҙҙең ҡәҙәр генә хәбәрлеләр; уларға Хәҡиҡәткә төшөнөү бирелмәгән. Хәҡиҡәткә бары тик бөйөк Аллаһ ҡына төшөндөрә ала! Был хәҡиҡәтте таныу өсөн, беҙ Раббыбыҙ тарафынан индерелгән Ҡөрьәнгә күҙ һалайыҡ.

Әйтелгәндәрҙән сығып, беҙ һис тә түбәндәге һығымтаға килергә тейеш түгелбеҙ: "Тимәк, бары тик үлем һәм әхирәт тураһында ғына уйларға кәрәк?"

Бөйөк фекер эйәләре раҫлауынса, «Был тормошта мәңгегә килгән кеше кеүек йәшә, ә үҙеңде әхирәткә иртәгә үлергә дусар булған кеше кеүек әҙерлә".

Кеше һәр ваҡыт ике донъя тураһында уйланып, ике донъя өсөн йәшәргә тейеш. Шул осраҡта ғына беҙ ике донъяла ла рәхәт күрербеҙ. Әммә беҙҙең эштәребеҙ, тырышлығыбыҙ Аллаһ күрһәткән, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм аша еткерелгән йүнәлештә барырға тейеш. Был – кешелекте һаҡлап ҡалыр өсөн берҙән-бер юл. Аллаһу Тәғәлә бөйөк һәм ҡөҙрәтле! Донъяла бар нәмә лә уның ҡарамағында. Беҙгә был юлдарҙы илһамланып яҙыу өсөн дә көс биреүсе Бөйөк зат Ул.

Беҙ – тормош сытырманлығында аҙашҡан быуын, һәм беҙ үҙебеҙ тураһында бик аҙ беләбеҙ әле. Бынан ҡотолоу юлы – бөтә уйҙарыбыҙҙы ҡөҙрәтле һәм шәфҡәтле Раббыбыҙға йүнәлтеү.

 

"Ә хәҙер кеше үҙенең нимәнән яратылғанына күҙ һалһын!"

"The Gazette" һәм "The Globe and Mail" исемле Канадала баҫыла торған гәзиттәрҙе уҡыусылар 1984 йылдың 22 һәм 23 ноябрендә сыҡҡан мәҡәләләрҙе уҡып ғәжәпләнде. Унда мосолмандарҙың изге китабы Ҡөрьәндә ауырға ҡалыу һәм эмбриондың әсә ҡарынында үҫеше хаҡында тасуирлап яҙылыуы тураһында һүҙ бара ине. Ә бит ғалимдар был асыштарҙы XIV быуаттан һуң яһаны!

Ғалимдар, бигерәк тә гинекологтар, был хәбәрҙәргә ышанырға теләмәйенсә, уны хата тип баһаланы. Әммә "The Globe and Mail" гәзитендә урынлаштырылған һүрәттең эйәһе күренекле Канада гинекологы, профессор Кейс Моор ине. Ҡөрьән аяты яҙылған ҙур ҡағыҙҙы ҡулына тотҡан Кейс Моор фотоһүрәте ысын-ысынлап ҙур сенсацияға әйләнде.

"The Globe and Mail" гәзитенең 22 декабрҙә сыҡҡан һанында "Мосолман ғалимдары ғәжәпкә ҡалды. Гинекология буйынса белгес Ҡөрьән серҙәренә комментарий бирә" тигән исем аҫтында мәҡәлә баҫыла. Был сенсацияның ҡаһарманы Кейс Моор "ғалимдар тарафынан 1940 йылда яһалған асыштарҙы үҙ эсенә алған Ҡөрьән аяттарын уҡып, ғәжәпләнеүе" тураһында яҙа.

Кейс Моор был өлкәләге тикшеренеүҙәрен "Ҡөрьән хәҙис-тәрендә кеше тоҡомо тураһында әйтелгән мөғжизәләр" тигән исем аҫтында баҫтырып сығара. "Билгеле булғанса, гинекология өлкәһендә беренсе тикшеренеүҙәр беҙҙең эраға ҡәҙәр IV быуатта үткәрелә. Боронғо ғалимдар эксперименттар ярҙамында (себеш эмбрионын ҡулланып) ниндәй ҙә булһа нәтижәләр яһарға ынтыла. Шунан һуң 2 мең йыл дауамында гинекология өлкәһендә күҙгә ташланырлыҡ алға китеш күҙәтелмәй. Микроскоп уйлап табылғас, бары тик XVII быуатта ғына әсә ҡарынында эмбрион үҫеше этаптарын өйрәнеү мөмкинлеге тыуа. Күп йылдар дауамында мин Ҡөрьәнде һәм хәҙистәрҙе өйрәндем һәм ғәжәпләндем: кешеләргә әле VII быуатта уҡ индерелгән Изге Китапта һуңғы йылдарҙа фәнни эҙләнеүҙәр нәтижәһендә әйтелгән фекерҙәр урнаштырылған", – тип яҙа Кейс Моор.

Ә хәҙер мин үҙем һайлап алған Ҡөрьән аяттарын гинекология өлкәһендәге һуңғы фәнни асыштар менән сағыштырып күрһәтәм. Эмбриондың әсә ҡарынында периодик рәүештә үҫеше тураһындағы гипотеза 1942 йылда тәҡдим ителде, ә 1974 йылда был гипотеза бөтәһе тарафынан ҡабул ителде. Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә яралғы (эмбрион) 3 ҡараңғы бүлекте үтә тиелгән. Бының фәнни мәғлүмәткә тура килеүен күреү ҡыйын түгел. Был 3 бүлек түбәндәгеләр: 1 – эмбриондың тән тышсаһында үҫеүе, 2 – эмбриондың әсә ҡарынында үҫеүе, 3 – амниокорионик мембрана.

Был 3 бүлек эмбрионды тышҡы факторҙарҙан һаҡлап килә. Ҡөрьән аяттарында, эмбриондың беренсе аҙналарҙа үҫеше тураһында һүҙ барғанда, ул "йәбешкән һөлөк" менән сағыштырыла һәм был "һөлөктөң" ваҡыт үҙыу менән "ит киҫәгенә" әйләнеүе тураһында әйтелә. Ысынлап та, ауырға ҡалыуҙың 23-сө көнөндә яралғының ғәрәп һөлөгөнә оҡшауын күреп ғәжәпләнеп ҡалдыҡ. Бынан тыш периодтың тән тышсаһына йәбешеү периоды икәнен дә иҫтән сығармайыҡ (күрәһең, "йәбешкән һөлөк" термины ла шунан килә)".

Доктор Моор үҙ фекерҙәрен дауам итә. "Тикшеренеүҙәр күрһәткәнсә, йомортҡа әсә ҡарынына аталандырылғандан һуң 10 көн уҙғас ҡына эләгә. 8-се аҙнала яралғы кеше ҡиәфәтен ала. Әммә күҙҙәре һәм ҡолаҡтары гөманлы булыуының 4-се аҙнаһында уҡ барлыҡҡа килә һәм 6-сы аҙна ахырында формалашып бөтә.

Ә хәҙер өҫтә әйтелгәндәрҙе хәҙистә бирелгән фекерҙәр менән сағыштырып ҡарайыҡ. "Гөманлы (ауырлы) булыуҙың 42-се көнөндә Аллаһу Тәғәлә яралғы янына фәрештә ебәрер, яралғыға һиҙеү бирер (күҙҙәр һәм ҡолаҡтар), тәнен һәм һөйәктәрен булдырыр. Шул саҡ фәрештә һорар: «Йә Раббым, был малаймы, әллә ҡыҙ баламы?" Был хәҙистә яралғының үҫешен теүәл, көнләп һәм сәғәтләп һүрәтләүгә иғтибар итегеҙ. Мөғжизә булмаһа, нимә һуң улайһа?"

Был хәҙистең тағы бер мөһим яғы бар. Ни өсөн Раббынан фәрештә яралғының ҡайһы енестән булыуын һорай? Был һорауға ла яуап шаҡ ҡатырлыҡ. Сөнки был ваҡытта яралғының инде тәне, һөлдәһе һәм һиҙеү органдары формалашыуға ҡарамаҫтан, уның енси билдәһе әле билгеһеҙ ҡала".

Үҙен ғәжәпкә ҡалдырған тағы башҡа хәҙистәргә туҡталып, Моор былай тип яҙа: "Ни өсөн Ҡөрьән аятында яралғының 4 аҙналыҡ үҫеш осоро "ит киҫәге" менән сағыштырыла? Сөнки ауырға ҡалып, 2 көн үткәндән һуң, яралғы өҫтөндә теш эҙҙәрен хәтерләткән рәсем хасил була. Йомшаҡ бер матдәнән яралғының был осорҙағы формаһын яһаныҡ та, уның өҫтөндә теш эҙҙәре ҡалдырып, "В" рәсеме итеп урынлаштырҙыҡ. Әлеге рәсем 4 аҙналыҡ яралғы күрһәтелгән "А" рәсеме менән ғәжәп оҡшаш булып сыҡты. Беренселә Ҡөрьәндәге 4 аҙналыҡ яралғыны "ит киҫәге" менән сағыштырған аят шул рәүешле аңлатыла ала (дөрөҫөрәк әйтһәк, "ит киҫәге" түгел, ә "тешләнгән ит" (русса: кусок, откушенный).

Һүҙебеҙҙе йомғаҡлап, иғти-барығыҙҙы тағы бер тапҡыр Моор һүҙҙәренә йүнәлткебеҙ килә: "Беҙ белемебеҙҙе камиллаштырыу юлында фәнни прогресҡа ҡараған Ҡөрьән аяттарында бирелгән тәфсирҙәрҙе һәм хәҙистәрҙе тағы ла тәрәнерәк, тулыраҡ өйрәнергә тейешбеҙ. Быуаттар дауамында дин һәм фән араһына ҡуйылған кәртәләр бөтәһе лә Ҡөрьән һәм хәҙистәр нурынан емерелер, тип ышанам".

        

(Дауамы бар)

 

Г. Ичаловтың “Илаһи мөғжизәләр” китабынан

 Әлисә Ниғмәтуллина тәржемәһе

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...