Кеше киләсәкте белә аламы?

Кеше киләсәкте белә аламы?

Кеше киләсәкте белә аламы?

Киләсәкте белеү, яҙмышты алдан әйтеү кеше затын бик боронғо осорҙарҙан уҡ ҡыҙыҡһындырған. Ҡайһы берәүҙәр был эшкә шул ҡәҙәр инеп китеп, ғүмерҙәрен заяға үткәргән. Сөнки аятта әйтелгән (мәғәнәһе):

«Күктәге һәм ерҙәге серҙәргә төшөнөү Аллаһу Тәғәләгә генә хас» («Нәхел» сүрәһе, 77-се аят).

Йә иһә икенсе аят (мәғәнәһе):

«Әйт (эй Мөхәммәд):

– Һеҙ бик тиҙ килеүен теләгән нәмә (яза) минең ихтыярымда булһа, эш шунда уҡ, һеҙҙең менән минең арала хәл ителер ине, залимдарҙы иң яҡшы белеүсе бер Аллаһтыр» («Әнғәм» сүрәһе, 58-се аят).

Был аят бөтөн мәхлүктәрҙе үҙ эсенә ала. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер кешеләр, ендәр серҙе беләлер, тип ышана. Шул сәбәптән булһа кәрәк, Раббыбыҙ уларға, Үҙ һүҙҙәренең хаҡлығын белдереү өсөн, Сөләймән ғәләйһис-сәләмдең вафаты менән бәйле аятты иңдерә (мәғәнәһе):

«Сөләймәнде үлемгә хөкөм иттек; ләкин уның үлгәнен берәү ҙә белмәне, фәҡәт, уның таянған таяғын ҡорт ашап бөткәндән һуң, йәнһеҙ кәүҙә йығылып киткәс кенә, ендәр уның үле икәнен аңланы. Әгәр ҙә ендәр йәшерен эштәрҙе белеүсе булһалар, хурлыҡлы ғазапҡа ҡалмаҫтар ине» («Сәбә» сүрәһе, 14-се аят).

«Йәшерен серҙәрҙе бары тик Ул ғына белә. Һәм Аллаһ йәшерен серҙәрҙең асҡысын бер кемгә лә бирмәй» («Ен» сүрәһе, 26-27-се аяттар).

Ләкин кешелек тарихында һәр заман шундай кешеләр булып торған, улар үҙҙәрен пәйғәмбәрҙәр кеүек тотоп, киләсәкте белеүгә дәғүә иткән. Европала Нострадамус шундай кешеләрҙән. Ул XVI быуатта йәшәп, күрәҙәсе булараҡ танылған кеше. Сихырсы булған тип әйтергә лә була. Уның замандаштарының береһе Чарльз Уардтың һөйләүенсә, Нострадамус киләсәктәге афәт һәм бәләләр тураһында хәбәрҙар булған.

Ысынлап та, киләсәкте әйтеп биреүселәр ҙә булған, әммә улар – пәйғәмбәрҙәр. Пәйғәмбәрҙәр мөғжизәле рәүештә киләсәк тураһында хәбәр биргәндәр һәм һәр ваҡыт хаҡлы булып сыҡҡандар. Сөнки белгәндәре – үәхи, йәғни илаһи ғилем булған. Аллаһу Тәғәлә, Үҙ илселәрен ҡабул иттереү өсөн, уларға киләсәктең ҡайһы бер яҡтарын белдергән.

Ҡайһы берҙәр иһә был эште үҙҙәренә кәсеп итеп алған. Үәхи аша илаһи ғилемгә таянмаған кешеләргә киләсәкте белеү бирелмәгән. Ҡайһы берҙәр, кешеләрҙең ышаныуынан файҙаланып, шул юл менән шөһрәт һәм байлыҡ арттырған.

Беҙҙең замандашыбыҙ, материализм золмәтенән (ҡоллоғонан) ҡотолоу юлдарын эҙләгәндә, ҡайһы бер осраҡта ялғанлыҡ ҡорбанына әйләнә.

Мәшһүр ғалим П.Уитмор: «Астрология − үткән замандарҙа ла, хәҙерге көндә лә “киләсәкте күҙаллауҙың” иң көслө ысулдарының береһе» − тигән ине. Америкала һәр дүрт кешенең береһе астрология менән мауыға. Нострадамус кеүек «күрәҙәсе»ләрҙең бөгөнгө көндә лә иғтибар үҙәгендә булыуҙары шуның һөҙөмтәһе. Был проблема буйынса тикшеренеүҙәр алып барған ғалим Эрик Руссел яҙа: «Быуат башында Европала астрологтар яҡын арала буласаҡ бер һыу баҫыу тураһында хәбәр бирҙе. Йәғни, «планеталар балыҡ йондоҙлоғо аҫтында бер сафҡа теҙелгәс, донъяны һыу баҫасаҡ». Кешеләр хафаға төштө. Тыныслыҡтарын юйҙы. Һаҡланыу сараларын күрә башланы. Ниһайәт, әйтелгән ваҡыт килеп етте, әммә һыу донъяны баҫманы. Иң ҡыҙығы: ваҡыт уҙыу менән был ялған онотолдо. Һуңғараҡ астроном ғалимдар был хәбәр менән ҡыҙыҡһынып: «Балыҡ йондоҙлоғо аҫтында планеталарҙың бер сафҡа теҙелеүе ғилми яҡтан мөмкин булмаған хәл» тигән асыҡлама индерҙе».

Нострадамус кеүектәрҙең иң яҡшы ярҙамсыһы һәм бындай ялғандарҙы оноттороусы сара – ваҡыттыр. Мәҫәлән, ул, фәлән ваҡытта фәлән кешене үлтерәсәктәр, тине. Ысынлап та, ул кешене үлтерһәләр, был хәбәр сенсация була. Ғәмәлгә ашмаған осраҡта иһә был ялған аҙ ваҡыт эсендә үк онотола.

Нострадамустың 946 «күрәҙәселеге»нән бары 70-е генә раҫланған, йәғни 7%. Уның күбеһен еңел күҙаллау рәтенә индерергә мөмкин. Нострадамус үҙ күрәҙәлектәрендә, «мөҡәддәс китаптарҙан файҙаланып, астрономик хисап ярҙамында һығымталар сығарғаны» тураһында әйтеп ҡалдырған. Чарльз Уард Нострадамус тураһында: «Башватҡыстар менән һөйләргә ярата. Ҡарап торғанда – христиан, күңелендә – мәжүсиҙер. Янғын сығыуы тураһында күрәҙәлек ҡылған Поузин ҡалаһын ул үҙе яндырған», – ти.

Бернард Каппнинг иһә: «Ул һүҙҙәрҙе ҡайғылы бер абстракт ҡабыҡҡа төрөп бирә ине. Шул сәбәптән уның күрәҙәлектәре бөгөн дә иғтибар үҙәгендә», – тип әйтә. Ҡыҫҡаһы, Нострадамус – типик ялғансы. Әммә был проблеманың тағы бер ҡыҙыҡ яғы бар. Аллаһ, Әхирәт һәм тәҡдир кеүек шикһеҙ хәҡиҡәттәрҙе танырға теләмәгән материалистар ялғандарға, уйҙырмаларға бик тиҙ ышана.

Һүҙебеҙҙе йомғаҡлап, Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙҙең (ғәләйһис-сәләм) һүҙен килтерге килә: «Бөтөн йондоҙсолар ялғансыларҙыр» (хәҙис).

 

 

Г. Ичаловтың «Илаһи мөғжизәләр» китабынан

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...