«Ҡатын-ҡыҙға туҡһан төрлө һөнәр ҙә аҙ!..»

«Ҡатын-ҡыҙға туҡһан төрлө һөнәр ҙә аҙ!..»

«Ҡатын-ҡыҙға туҡһан төрлө һөнәр ҙә аҙ!..»

Ҡорама элементтары менән үҙемә бер йоҡа ғына мынаят тектерергә тигән ниәтем бар ине. Ошо турала ауылыбыҙ ағинәйе Рәмилә Кәүсәр ҡыҙына аңғартыуым булды, ул шунда уҡ таныш тегенсеһе барлығын, ҡайҙа йәшәгәне тураһында бер тынала теҙеп тә ҡуйҙы... Иртәгеһен, хәләл ефетем менән Яңы Байрамғол ауылындағы Хөснә Сибәғәт ҡыҙы Динисламова ғүмер кисергән йорт янына килеп тә туҡтаныҡ.

 

Әллә нисәмә төҫлө иҫертерлек хуш еҫле сәскәләр донъяһынан ҡарашымды көскә айырып, хужабикә артынан ыңғайлайым.

Ә йорт эсендә тәмле май еҫе таралған. Кухня өҫтәлендә тәм-томдар кемделер көтә кеүек. Моғайын саҡырылмаған ҡунаҡтар өсөн был ниғмәт.

– Тәңре ҡунаҡтарын көтәһегеҙме?

– Эйе, әлхәмдүлилләһ, саҡырылмаған, әммә үҙ йомошо менән килеүселәрҙе сәй эсермәйенсә сығармау ғәҙәтемә һеңгән... Был юлы ла тәм-том ауыҙ иткәс, хужабикәнең эш бүлмәһенә инәбеҙ. Ә унда инде ғәжәйеп бер донъя: түшелдеректәр, милли кейемдәр, камзулдар... кемделер сабыр ғына көтә кеүек.

– Ошо арала хужалары килеп алырға тейештәр, – тине Хөснә ханым, минең һораулы ҡарашымды тойғас. Шул арала үҙе таҫмаһын ала һәм минең билдән юғарғы яҡты, буйымды үлсәп тә ала. Нисегерәк күҙаллайһығыҙ, төҫтәрҙе нисек һайлайһығыҙ тип, клиентын һөйләндереп, үҙенә кәрәкле мәғлүмәт ала һәм дәфтәренә теркәп тә ҡуя.

Теүәл бер аҙнанан ҡорама пальто әҙер ине. Яңы кейем шул тиклем күңелгә ятты, тегенсе ханымға бихисап һорауҙар яуҙырам ғына:

 

 

Ҡул эштәре

 

– Халыҡ телендә, әсәһенә ҡарап, ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап, улын ҡос, тигән мәҡәл йөрөй...

Ни һорарға теләүемде аңлаған Хөснә Динислам ҡыҙы, һүҙемде эләктереп алып, дауам итте: «Атай тағы әйтә торғайны: егет кешегә 70 һөнәр ҙә әҙ, ә ҡыҙҙарға 90 һөнәр ҙә әҙ. Өйрәнегеҙ, үҙләштерегеҙ, тип, йыш ҡабатлар булды. Үҙе балта төйҙәһе менән ишек яңағына әле генә ҡағылған биҙәктәрен, кәштәләге семәрле ваҡ ҡына сәскәләрен ҡапшап ала. Ысын атҡа оҡшатып эшләгән уйынсығын, хатта уның санаһын беҙгә этәреп ҡуя. Йәнәһе, күрегеҙ атайығыҙҙың эшен...

Дин тыйылыуға ҡарамаҫтан, беҙгә ғәрәп әлифбаһын йәшерен рәүештә өйрәтергә тырышты. Сораман ауылы янындағы Әүлиә ҡәберен тәрбиәләп тотто. Ниндәй генә нахаҡ һүҙ ишетһә лә, һынманы, бөгөлмәне...

Әсәйем ауылда оҫта тегенселәрҙең танылғаны ине. Төндәр буйы келтер-келтер тегеү машинаһын әйләндерә. Беҙ, ҡыҙҙар, әсәй ҡушҡан эштәрҙе барлағас, шымышып уның янында торабыҙ... Уйыбыҙ бер генә: эх, ҡасан ғына инәй кеүек, шулай тегенергә рөхсәт итерҙәр... Әлегә йөн иләйбеҙ, уны сиратыу менән мәшғүлбеҙ...

Атай беҙҙең ниәтебеҙҙе һиҙеп йөрөгәндер. Бер ваҡыт, туғаныма ла, миңә лә, бөтәһе ике теген машинаһын йөҙ егермешәр һумға, Верхнеуралдан һатып алып килтерҙе. Ҡыуаныстың иге-сиге юҡ... Әмәлгә ҡалғандай, шул мәл, күрше ҡыҙы ҡурсағын күрһәтергә урамға алып сыҡҡан бит. Ҡарап торҙом да, уны бит тегергә мөмкин үҙемә лә, тигән фекер яралды. Тектем бит. Аяғы-ҡулы, кәүҙәһе сепрәктән. Ҡашын буяным, ирене лә ҡып-ҡыҙылға буялды.

Ниәт иткән-моратына еткәнде белгәс, әсәй, крепдешин тауарын тотонған өсөн тауыш күтәреп ҡараны, ә атай уның һалпы яғына һалам ҡыҫтырып ҡотолдо.

 

 

Сарыҡтар

 

Был яғына эштәр көйләнде. Пәрҙәләр, юрған тыштары – заказдар ҡабул итәбеҙ туғаным менән. Элек әйбер дефицит ине. Эшкә лә өйрәндек. Әсәй әйтмешләй, эшләгән-тешләгән. Ғүмер буйы ошо эшемә тоғромон. Ә минең даным артты. Ҡуян, һарыҡ тиреләрен эшкәртергә өйрәндем. Бүректәр, тундар тегеү алымдарын үҙләштерергә башланым. Тауарҙар дефицит саҡта яҡындарымды килтергән ҡуян-төлкө тиреләренән кейем-һалым менән тәьмин иттем. Мунса соланын тегеү цехына үҙгәрттем. Төнгө өскә тиклем, шунда эшләй инем.

1996               йыл. Беҙҙең ғаилә Тирлән ҡасабаһынан Яңы Байрамғолға күсенде. Бында мине яңы һөнәр – хеҙмәт уҡытыусыһы булыу, уҡытыу-тәрбиә эшенең серҙәренә төшөнөү бурысы тора ине. Барыбер, ят һөнәр булһа ла, уҡыусыларыма тегеү-сигеү, бешеренеү серҙәрен өйрәттем. Ун дүрт йыл мәктәптә эшләнем. Бер мәл ата-әсәләр йортҡа килеп инде: милли кейемдәр тегеүҙе башларға ниәттәре.

Шулай итеп, ауылдағы «Әхирәттәр» клубы ағзалары ла әүҙемлек күрһәтте. Минең шөғөлөмдө аңлағандары, күтәрмәләп алғандарына бик тә рәхмәтлемен.

Ҡул эштәрем район һәм республика кимәлендәге төрлө бәйгеләрҙә әленән-әле призлы урындар яулап тора. Эшемдең емешен күреү үҙе бер ҡыуаныс. Үҙеңдең өҫтөңдә эшләү, белемемде камиллаштырыуға ваҡыт бүлергә тырышам. Әбейҙәрҙең һандыҡ төптәрендә ятҡан боронғо камзул, түшелдеректәрен аҡтарып, уларҙың тәғәйенләше тураһындағы әҙәбиәт менән танышам. Дөйөмләштереп әйткәндә, тулы ҡанлы тормошта, үҫтергән сәскәләремә һөйөнөп, хеҙмәтемдең емешен күреп, һәр атҡан таңға ҡыуанып ғүмер кисерәм.

Әйткәндәй, динде үҙ иткәнем өсөн, атайыма рәхмәтлемен. Остазым Гөлгөл Һарун ҡыҙынан дәрестәр алыуым үҙе бер Аллаһ бүләге. Намаҙға баҫыуым менән дә Гөлгөл ханыма бурыслымын».

 

 

 

Зөбәйҙә Ҡәләмова, Учалы районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...