Икенсе һулыш өрөп...

Икенсе һулыш өрөп...

Икенсе һулыш өрөп...

Онотолоп барған ҡул эштәрен тергеҙеү, уны киләсәк быуынға еткереү – бик сауаплы ғәмәл. Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы доценты, БР һәм РФ Журналистар берлеге ағзаһы Наилә Әхмәтйәнова ла буш ваҡытында ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Оҫта ҡуллы ханым төрлө конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, йыш ҡына призлы урындар яулай. Бөгөн Наилә Әхмәҙулла ҡыҙының ҡорама ҡорау тураһындағы фекерҙәрен тәҡдим итәбеҙ.

Ҡорама ҡорау – барлыҡ халыҡтарға хас уртаҡ кәсептер ул. Борон замандарҙа туҡымалар етешмәү сәбәпле иҫкерә башлаған, балаларға бәләкәсәйгән кейемдәрҙе ташламағандар, ә икенсе әйберҙәр тегеүҙә ҡулланғандар. Киндерҙән һуғылған туҡыма, әлбиттә, тиҙ туҙмаған. Ә көнсығыш илдәренән, Һиндостандан килтерелгән биҙәкле һәм төҫлө тауарҙар ҡиммәтле булғанлыҡтан, тик хәлле кешеләр генә һатып ала алған. Ҡорама ҡорауға шулай, беренсенән, етешмәгәнлек сәбәп булһа; икенсенән, ҡорама әйберҙәрҙең төрлө сирҙәрҙән, зәхмәттән һаҡлау көсө бар икәнен белгәндәр. Бала тыуғас, 40 ҡораманан тегелгән юрғанға төрөп йөрөткәндәр. Әгәр, ғаиләлә балалар үлеп торған булһа, икенсеһе тыуғас та 40 ҡораманан тегелгән күлдәк кейҙергәндәр, һуңынан: “Сир-сор китһен!” – тип, ағын һыуға ағыҙғандар ул кейемде. Шул рәүешле баланы үлемдән алып ҡалғандар, тигән ырым йәшәй. Ул йола әлеге көндә лә ҡулланыла ҡайһы бер урындарҙа.

Ҡорама ҡорау – ул тәрән фәлсәфә менән һуғарылған шөғөл. Йолаларыбыҙ, телебеҙ менән рухи ҡиммәттәребеҙ ҙә онотола башлаған осорҙа боронғо кәсептәребеҙгә яңы һулыш өрөүҙе мин үҙемдең бурысым, тип һанайым. Халҡыңдың кәсептәрен төптән өйрәнеп, тарихты яҡшыраҡ үҙләштерһәң, икенсе яҡтан хатта ата-бабаларыбыҙҙың уй-хыялдарын да төшөнгән кеүек булаһың. Ҡорама ҡорау кәсебенең техникалары бихисап. Улар төрлө осорҙарҙа (IX быуаттан хәҙерге көндәргә тиклем) барлыҡҡа килеп, был сәнғәт төрөн байыта баралар. Шуғалыр ҙа хәҙерге заманда ҡораманан башҡарылған әйберҙәр аш бүлмәһендә лә, диуарҙарҙы биҙәр паннолар, ҡурсаҡтар, балаҫтар, өҫтәл япмалары формаларында киң таралыу яуланы. Өйҙә ҡорама әйбер булыуы мәртәбә һанала.

Мин ҡорама ҡорау менән бала саҡтан уҡ ҡыҙыҡһына башланым. Өләсәйҙәрем, инәйҙәрҙең теккән буй һәм арҡыры түшәктәре, юрғандары һәр саҡ миндә ошо шөғөлдө үҙләштереү теләген уята ине. Бала саҡта, кистәрен һикеләге ҡорама түшәктәрҙең биҙәктәрен һыйпайһыйпай, өләсәйҙән шул ҡораманың тарихын һораша инем: ҡайһы береһе күлдәк булған, ҡайһыныһы – салбар, итәк, матур, шау сәскәле яулыҡтар ҙа үҙ ғүмерҙәрен шунда дауам иткән ине. Әле булһа шул биҙәктәр күҙ алдымда... Улар хәҙерге ажар биҙәктәр менән ярыша ла алмаҫтар, ҡорама техникаһы ла ябай ғына, сатрашлап тегелгән, әммә уларға һалынған күҙ нуры йылдар аша ла күңелемде йылыта... Ғүмеремдә бер тапҡыр ғына өләсәйҙәрҙең юрған күбегәнендә ҡатнашырға тура килде, ул – боронғо техника, хәҙер бик еңелләштерелгән был ысул. Теген машинкаларында башҡарылғас, был эш бик тиҙ һәм, бәлки, еңел дә тойолалыр. Хәҙерге заманда тауар, кейемгә ҡытлыҡ юҡ, шулай ҙа бер әйберҙән икенсеһен хасил итеү процессы мауыҡтырғыс. Бик күп таныштарым миңә үҙҙәренең кейеп тә туҙҙырып өлгөрмәгән кейемдәренән икенсе әйбер тегеп биреүҙе һорап мөрәжәғәт итәләр. Ул кейемдәрен башҡа әйберҙә күреп, ҡыуаналар. Кейемде бер яурындан икенсеһенә лә күсереп һалырға мөмкин, әммә ул артабан да һине ҡыуандырһа, тағы ла шәберәк. Ҡорама ҡорау ауыр түгел, минеңсә, тик теләк кенә булһын. Һәм түҙемлек. Һәм буш ваҡыт. Һәм эшләгән эшеңде яратыу. Ул саҡта күҙ яуын алырҙай, күңелде йылытырҙай әйберҙәр оҙаҡ йылдар кешеләрҙе ҡыуандырыр.

НАИЛӘ ӘХМӘТЙӘНОВА

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...