Сабырлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө

Сабырлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө

Сабырлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө

Аллаға шөкөр, туғандарым араһында ла ныҡлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө бар. Әлбиттә, донъяға ҡарашы һәм күркәм фиғеле менән тормошобоҙға дөрөҫ йүнәлеш биреүсе Венера апайыбыҙ − барыбыҙға ла иң матур үрнәк күрһәткәндер. Әсәйемдән бер йәшкә өлкән булһа ла, ул миңә өс туған апайым булып сыға. Ғүмер буйы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Бер ниндәй ауырлыҡҡа ҡарамай, ең һыҙғанып эшләне һәм балаларына күркәм тәрбиә бирҙе.

Күптәрҙең, хеҙмәткә мөкиббәнлек, эшһөйәрлек менән кемде аптыратырға йыйынаһың, тип әйтеүе бар. Венера апайҙың 14 йәшенән башлап ауыр сир менән айҡашып йәшәүен белгән кешеләр генә уның уңыштарын һәм еңеүен баһалай ала. Етенсе синыфты тамамлағас, ҡыҙҙы ҡаты ауырыу аяҡтан йыға. Табиптар оҙаҡ диагноз ҡуя алмай. Полиомиелит икәнлеген аҙаҡ ҡына аңлап ҡалалар, әммә һуңлап башлаған терапия һөҙөмтә бирмәй: Венера түшәктән башын да күтәрә алмай, гел хәрәкәтһеҙ ятырға мәжбүр, әммә шуға ҡарамаҫтан уҡыуын өйҙә дауам итергә көс таба, тик бишлегә генә өлгөрә.

Венера апайымдың атаһы, Тәлғәт бабайым (Асҡын төбәгендә әсәйҙән йә атайҙан өлкәндәргә шулай өндәшәләр), дүрт йыл түшәктә ятҡан ҡыҙы өсөн борсолоп, Дәүләт секретары Никита Хрущевҡа хат яҙып, ярҙам һорай. Атай һөйөүе тауҙар аҡтарырлыҡ көскә эйә шул! Был ваҡиғанан һуң күп тә үтмәй, Мәскәүҙең клиникаһына саҡырыу хаты алалар. Оҙайлы дауалау курсынан һуң Венера ҡултыҡ таяҡтары менән аяҡҡа баҫа! Дүрт йыл буйына бүлмәнән сыға алмай йонсоп ятҡан ҡыҙ өсөн оло еңеү ине был! Ишек алдына үҙ яйыңа сығып, күкрәк киреп саф һауа һулауға бер ни ҙә етмәй бит! Әсәһенә ярҙамы тейә башлай, хәҙер инде үҙ көнөн үҙе ҡарарлыҡ була. Яҡындарының ярҙамын тойғанға ла, зирәк Венера Урмияз мәктәбен гел бишлегә тамамлай. Башҡортостандың төнъяҡ райондары өсөн уҡытыусы кадрҙар әҙерләүсе Бөрө педагогия институтына һынауҙы еңел генә үтә. Юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай.

Иҫ киткес түҙемлеге һәм ныҡлығы өсөндөр инде Аллаһу Тәғәлә Венера апайҙы яҡшы, мәрхәмәтле ир менән ҡауыштыра. Еҙнәм Нәзиулла Зарипов йәшел күҙле ҡыҙға бәләкәйҙән үк ғашиҡ булып йөрөгән икән, оҙаҡ йылдар Венераға хат яҙған. «Минең аяҡтарым икебеҙ өсөн дә йөрөр, янымда ғына бул», − тип өндәшә уға Нәзиулла өйләнешеү тураһында тәҡдим яһағанда. Ысынлап та, һүҙендә тора хәләл ефете, һөйгәненә ел-ямғыр тейҙермәй. Ике малайға ғүмер бүләк итә Зариповтар. Бер көндө Венераның туғандары кескәй Илшатты Солтанбәккә ҡунаҡҡа алып ҡайтып китә. Биш кеше моторлы кәмәгә ултырып, Муллаҡайҙан ағымға ҡаршы йөҙөп китәләр. Кәмә түңкәрелә, һәм Илшат һыуға батып, зымзыя юғала. Үле кәүҙәһен бер айҙан ғына икенсе районда табып алалар. Венера апай һынмай-бөгөлмәй, өлкән Ришатҡа бауырын баҫа, мәктәптәге эшенә әүрәргә тырыша. Бер йыл да үтмәй, мунса һөрөмөнә ағыуланып, Нәзиуллаһы мәрхүм була. Һөйөклө Нәзиуллаһы ҡәбере янында ҡултыҡ таяҡтарына саҡ таянып торған, йөҙө ҡарайған ҡыҙына яҡын килеп, атаһы, Тәлғәт бабайым, ҡосаҡлап ала ла ҡолағына шыбырҙай: «Барыһы ла Аллаһу Тәғәләнән, матурым.

Раббы бөтәһенә лә һынау бирә, берәүгә ғибрәт итеп, икенсеһенә гонаһтары кисерелһен өсөн! Беҙ күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар ебәрмәй Ул. Хөснийәр хәҙрәт ҡартатайың да шулай тип әйтер ине. Фани донъя менән хушлашҡанда, ул барыбыҙ өсөн оҙаҡ итеп доға ҡылған. Бәрәкәтле бәндәнең һорағаны быуаттар буйына йәшәй, ҡыҙым, был һынауҙы ла үтерһең, Аллаһ бойорһа!» Атаһының һүҙҙәре Венераны терелтеп ебәрә, үҙен тиҙ генә ҡулға ала ул. Әлбиттә, совет заманында дингә бәйле һорауҙарҙы белеп бөтмәһәләр ҙә, Венераның ғаиләһендә был мөһим нәмәгә хөрмәт һаҡланып килде. Кем белә, бәлки, Зәйнулла ишандың мөрите булған ҡартатаһының бәрәкәте булышлыҡ иткәндер. Апайыма көс-ҡеүәт биреүсе тағы бер сәбәп бар ине. Уның йөрәк аҫтында.... 40 йәшендә Венера апайым тағы бер малай таба. Кескәй Вадимды Ришат үҫтерешә. Әлхәмдүлилләһ, сикһеҙ ҙур сабырлығы, рух ныҡлығы өсөн Раббыбыҙ Венера апайымды матур холоҡло, изгелекле балалар менән бүләкләне.

Икеһе лә яҡшы уҡыны Өлкәне, нефть институтын тамамлап, − Өфөлә, төпсөгө Мәскәүҙә тамыр йәйҙе. Карьералары ла уңышлы, етеш матур донъя көтәләр. Ғәзиз әсәләрен ныҡ ҡараны улар. Ахыр көндәренә саҡлы әҙәпле һәм миһырбанлы балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәне Венера Тәлғәт ҡыҙы. Туғандар ҙа уны сикһеҙ сыҙамлы, яҙмышына күндәм кеше итеп иҫкә ала. Атайым уға бағышлап «Һуңғы бейеклек» повесын ижад итте, был әҫәр күбеһен тетрәндерҙе, тиһәм, яңылышмаҫмын. Сөнки ижади осрашыуҙарҙа атайымдан гелән шул Зөбәржәттең прототибы, уның ысын яҙмышы менән ҡыҙыҡһыналар ине. 58 йәшкә саҡлы мәктәптә уҡытты. Хаҡлы ялда ла ул уҡыусыларын, хеҙмәттәштәрен һағына торғайны. 75 йәшендә яҡты донъя менән хушлашты Венера апай. Кесе йәшенән баҡыйлыҡҡа күскәнсе йөрөү мөмкинлеге сикләнгән Венера апай яҙмышына зарланманы, риза булды, сөнки ул Ғаләмдәр Хакимының рәхимлеге менән оло сабырлыҡҡа, иҫ киткес рухи көскә, аҡыл ҡеүәтенә һәм бөткөһөҙ күңел матурлығына эйә булды!

СВЕТЛАНА ӘБСӘЛӘМОВА

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


«Хажда үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың...»

Изге ерҙәрҙә оло хаж ғибәҙәтен имен-аман үтәгән мосолмандар төркөм-төркөм булып тыуған яғына ҡайта башланы. Бөгөн телевидение һәм радио журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр изге ерҙәрҙә булып хаж һәм ғөмрә ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан Морат Нәжип улы Лоҡманов менән ошо оло яуаплылыҡ талап иткән...


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...