Мал тотоу – ҡот тотоу

Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)

 

Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр инде.

 

Әсәйемдән бер миҫал: ауылдаш ҡатындың һыйыры, көтөүҙән ҡайтһа ла, нисәмә көн һауҙырмай ҙа, бер нәмәгә лә алданмай ҙа, биҙрәне осора тибеп, күҙе тоноп, ата шайтан кеүек йөрөй икән. Һөтөн гөбөрҙәтеп биҙрә тултырып һауған һыйырға ниҙер булған. «Май-ҡаймаҡтан бигерәк һыйыр үҙе йәл, елене китте шеше-е-еп, Сәғиҙә апай, барып ҡына ҡара әле», – ти теге ҡатын. Минең студент саҡ, мал-тыуарға бик үк иҫем китеп бармай, бөтмәҫ һыйыр бәләһе, һауҙырыр әле, быҙауы имер әле, тип вайымһыҙ ғына йөрөгән ваҡытым. Был юлы, әйҙә һин дә бар, тип әсәйем мине лә эйәртеп алып китте. Теләмәһәм дә, һүҙҙәрен йыҡмаҫ өсөн генә уларға тағылып барып ҡарап торғайным. Һарай эргәһенә етмәҫерәк, арттараҡ ҡалдым, ялан кәртәлә таҫырайып торған һыйыр, башын сайҡап, былар кемдәр, тигән һымаҡ, беҙҙең килгәнде яратмай аҡайып, тыпырсынып тора. Мал тигәнең шул инде: холоҡһоҙланһа, эргәһенә яҡын барырлыҡ түгел һымаҡ. Әсәйем, үҙ донъяһының ялан кәртәһенә ингәндәй итеп, һыйырҙың ҡушаматы менән өндәшеп, матур һүҙҙәрен әйтеп, бер ни булмағандай, яҡыная бара, доғаларын уҡый… Имләүенән, доға уҡып өрөп ебәреүенән, һыйпаҡлап һөйөп алыуынан бигерәк, кешегә әйткән кеүек һөйләнеүенә аптыранып ҡарап торһам да, ғүмер буйы мал араһында йөрөгән кеше, улар менән шулай һөйләшә инде ул, – тим эстән генә. Йылдар үткәс кенә, үҙең мал тотһаң-тотмаһаң да, белеп ҡалыуың, өйрәнеүең тормошта һинең аша башҡаларға кәрәклеген аңланым. Ваҡытында вайымһыҙыраҡ булһаң да, ата-әсәңдең һүҙен йыҡмаҫ өсөн, теләмәйенсәрәк эйәреп йөрөһәң дә, улар эшләгәнен ҡарап ҡына торһаң да, ҡандан килгәс, төпкө аңға барыбер йоға икән. Үҙем мал-тыуарҙы әсәйем һымаҡ әлегә доға менән тәрбиәләгәнем юҡ, әммә теләүсе берәүгә рәт-сиратын күрһәтергә тәүәккәлләр һымаҡмын. Мал да йән эйәһе бит, кеше тәрбиәләгәндән әллә ни айырылмай, уртаҡ яҡтары күп икән. Етмәһә, доға көсө кешегә ҡарағанда, малға нығыраҡ тәьҫир итә! Бәлки, малҡайҙар беҙҙең кеүек гонаһҡа, ҡаралыҡҡа батмағанға, үҙҙәре бәндә бағыуына мохтаж булғанғалыр? Бабаларыбыҙҙың мал хаҡын, йәғни, баһаһын ҙурлап-хөрмәтләп, ваҡыты менән үҙҙәренән дә алдын ҡуйыуҙары, үҙе генә түгел, хатта ырыуы бәрәкәтле йәшәһен өсөн, малға бәйле йола үтәүҙәре юҡҡа түгел бит.

Әллә ни ҙә бер түгел, ә йыл һайын әрүахтарға, үҙебеҙҙең баш-күҙ һаулығына ҡорбан салдырыу, һарай-кәртә эйәһен ризалау, мал ҡотон һаҡлау, далан арттырыу кеүек ышаныу-йолаларыбыҙ үҙебеҙҙең шәхси тормошобоҙға ла бәйле. Сөнки, мал тотоу – ҡот тотоу.

 

Венера Ситдиҡова,

Өфө ҡалаһы

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...