Әсәйем имсе ине

Әсәйем имсе ине

Әсәйем Хәлфийыһан Кашапова ғаиләһе менән 1941 йылдың һуғыш башланған айында Илеш районынан 41 ғаилә менән берлектә Баймаҡ районына күсеп килгән. Улар барыһы ла еңел тормош эҙләп күсмәгән, ә Хөкүмәттең (Совнарком) 3832-се номерлы 1940 йылда сыҡҡан ҡарары нигеҙендә күсеп килгәндәр. Ул ҡарарҙың йөкмәткеһе буйынса Башҡортостанда ерҙәре күп, халҡы әҙ булған райондарға, киреһенсә, ер биләмәләре әҙ булып, халҡы күп булған райондарҙан ғаиләләрҙе күсереп килтереү нигеҙендә республиканың иҡтисади торошон тотороҡло итеп үҫтереү күҙалланған. Беренсе төркөм март айында күсенһә, икенсе төркөм юлға июнь айында сыға. Илештән Ағиҙел аша Өфөгә еткәндә һуғыш башлана. Шулай ҙа улар кире боролмай, Баймаҡ ерҙәренә барып етә. Шундай ауыр ваҡыт килеп баҫһа ла, район хужалары һәм "Таналыҡ " хужалығы етәкселәре уларҙы тантаналы шарттарҙа ҡаршы ала. Тантаналы шарт, әлбиттә, тышҡы биҙәк кенә, ул ваҡытта һәр береһенең күңелендә күптән инде ҡара ҡайғы үҙ мисәтен һалған була. Был осорҙа күсеп килеүсе ғаиләләр өсөн ер биреп, айырым колхоз төҙөү күҙ уңында тотола. Шуға күрә килеүселәрҙең үҙҙәренең механиктары, бригадирҙары, председателе, иҫәпсеһе, бухгалтеры, тирмәнсеһе, игенселәре – тулы колхоз кадрҙары билдәләнгән була.

Әсәйемдәрҙең ғаилә яҙмышы аяныслыраҡ була, тик ул бөгөлөп төшмәй. Бирелгән һынауҙы ире Аҡмалетдин менән бергә Аллаһ һынауы тип ҡабул итә. “Аллаһу Тәғәлә, яратҡанымды ҡат-ҡат һынармын, тигән” – ти торғайны өләсәйем.

Ул үҙе Саҡмағош районы Тамъян ауылында хәлле ғаиләлә 1908 йылда тыуған. 6 йәшенән абыстайға уҡырға барған һәм бөтә дини йолаларҙы шунда өйрәнгән. 1927 йылда Илеш егете (өс туған ағай) Аҡмалетдин Кашаповҡа әтейе "бик егәрле, тырыш егет" тип кейәүгә биргән. Шул мәлдән алып улар Юғары Манчар (Үрге Маншыр) ауылында нигеҙләнеп йәшәйҙәр. Баймаҡ районына күсенеп килеү осоронда ауыр сир арҡаһында бер-бер артлы ике балаһы донъя ҡуя, ғөмүмән, үҙ ғүмерендә биш балаһын ер ҡуйынына һала. Ошолай бик ҡайғылы мәлендә бала сағында ғына күргән әсәһенең атаһы төшөнә инеп: "Кешеләргә изгелек ҡыл: ҡулыңдан да, көсөңдән дә килә. Ҡөрьәнеңде тот!" – ти ҙә юҡ була. Бына шул ваҡыттан алып әсәйем кешеләргә хәленән килгәнсә ярҙам итә, бер ваҡытта ла берәүгә лә "юҡ" тигән яуап бирмәй. 1942 йылдың авгусында һуғышҡа киткән ире Аҡмалетдин Ленинградты һаҡлағанда батырҙарса һәләк була. 1948 йылда ул тағы ла икенсегә һуғыш ветераны Миҙхәт Саҡин менән яҙмышын бәйләй. «Тормошта бит һин бер төрлө уйлап, план ҡораһың, ә Аллаһ үҙенсә урынлаштырып ҡуя", – ти торғайны әсәйем. Улар оҙаҡ йәшәй алмай. Был хәлгә лә әсәйем: "Һуғыш ғәйепле, ирҙәр аҙ ҡалды, ә ҡатын-ҡыҙҙар күп, күптәре хатта кейәүгә лә сыҡмаған. Ни эшләйһең?!" – тип кенә ҡуя ине. Тормош йөгөн ун йәшендә генә хеҙмәт юлын башлаған Рәшит ағайым һәм Рәшиҙә апайым менән тарттылар. Мин уларҙы өйҙә яңғыҙ көтөп ултырам. Мине улар, "Өй ҡарауылсыһы", – ти торғайны.

Ирһеҙ ҡатынға етеш тормош алып барыу ауыр ҙа булғандыр инде. Быны мин бер миҫалда иҫбатламаҡсымын. Ул Маншырҙа ҡалған өйөн Илешкә кире күсеп ҡайтырға йыйынған Рауил ағайҙарға ике атҡа һата. Ләкин әсәйемдең ике атын колхоз председателе колхозға тартып ала. Шулай итеп, донъя бөтәйтергә тигән ике ат та колхоз ҡаҙнаһына күсә.

Әсәйем киң күңелле кеше ине. Күҙ йәшен түкмәне, бер генә һүҙ әйтте, тине апайым: "Мал өсөн күҙ йәше түгергә ярамай, унан ҙурыраҡ ҡаза килер. Түҙәйек әле!"

Миңә өс йәштәр самаһы булғандыр. Бәләкәй генә кәҫтән һалынған өйөбөҙ, тик беҙ унда үҙебеҙ генә тормайбыҙ. Унда Хәнифә Йосопова инәй ике балаһы менән өйҙәш тора. Беҙ үҙебеҙ биш кеше. Шулай ҙа ашау бергә булды, талаш-тартыш булманы. Ололар эштә, мин бер үҙем өйҙә ҡалам. Шулай бер йылдан ашыу торғас, улар сығып китеүгә, беҙгә ике ҡыҙы менән тағы Шәмсинур тигән туған тейешле апай өйҙәш булып күсенде. Тағы шуныһы хәтерҙә: баҙар булһа, Байым, Ҡуяндар, Этҡол ауылынан баҙарға барыусылар беҙҙә туҡталып ял итеп китәләр. Әсәйем уларҙы ҡунаҡ көткәндәге кеүек ҡаршы алып, оҙатып ҡала. "Саҡырылмай килгән һәр кеше – Тәңре ҡунағы. Уға яҡты йөҙ күрһәтергә, ризығыңды алдына ҡуйырға кәрәк. Аллам шулай ҡуша", – тип беҙҙе лә өйрәтә.

1954 йылдар башында Ниғәмәт ауылына күсеп килдек. Бында беҙҙе үҙҙәренә өйҙәш итеп индергән Зөлҡәғиҙә инәйҙе әсәйем: "Туғаныңдай күр! Аллам шулай ҡуша. Һор (уҫал) ҡарама, ҡаршылашма!" – тип, туған итергә ҡушты. Эйе, беҙ барыбыҙ ҙа уны үҙ туғаныбыҙҙай күрҙек, әсәйемдең һүҙенән сыҡманыҡ – динебеҙ ҡушмай. Әсәйем беҙгә шулай дин нимәне ҡуша, нимәне ҡушмай, тәфсирләп өйрәтә килде. Шуға ла нисек кенә ауыр булмаһын, ағайым да, апайым да ғаилә тарҡатырға, низағлашырға тырышманы. Улар тормошо миңә өлгө булды. Күп ауырлыҡты үткәрергә, ялғанды тыңламаҫҡа, әһәмиәт бирмәҫкә өйрәндем.

Ниғәмәт ауылына килеп йорт һалып сыҡҡас та әле беҙ өйҙәш ғаиләләрҙән байтаҡ ҡотола алманыҡ. Әсәйҙән шул турала һорағас, ул: "Беҙ күсеп килгәс, Мерәҫ ауылы муллаһы Ғарифтың ғаиләһе менән өйҙәш булдыҡ. Шул мулла беҙгә динебеҙҙә нисек йәшәргә кәрәклекте аңлата алды. Мин әсәй-атайымдан алмаған аҡылды ошо мулланан алдым. Мин нимә эшләһәм дә, һеҙ риза булығыҙ, – тине. – Дин шулай ҡуша, атай менән әсәйгә ҡаршы бармайҙар, улар үҙҙәре лә өлгө булып торорға тейеш,"– тигәнде аңғартты. Беҙгә өс йыллап рәттән өс ғаиләне өйҙәш итеп индереп йәшәргә тура килде.

Тормошонда нимә генә булмаһын, әсәйем бар хәлде лә дин тәғлимәте менән баһаланы, шунан ситкә тайпылманы.

Ул бала сағында ҡартинәйе менән күп тапҡыр ҡатындарға бала тыуҙырырға эйәреп йөрөгән булған. Бөгөн шуның балаһы тыуымға килер, миңә ҡамасауламағыҙ, теләк-доғаларымды ниәтләйем әле шул ҡатын менән балаһына, тип ултыра. Беҙ тауыш сығармайбыҙ. Эйәреү юҡ. Кискә йә таңға улы йәки ҡыҙы бар, тип хәбәр һала. Ауылда улар Сәкинә инәй менән икеһе генә кендек инәһе булдылар. Ауыл ерен ауыл кешеһе генә белә. Фельдшер юҡ, йә икенсе ауылдан килеп бер көн генә булып китә. Яҡында больница, бигерәк тә бала тыуҙырыу бүлеге лә юҡ.

Әсәйем мин иҫ белгәндән алып өшкөрөп имләү йолаһын белә ине, миңә лә өйрәтергә тырышты.

Ауырыуҙарҙы күберәк яндарына алып ҡайтып дауалата инеләр. Шулай өйөнән сыға алмай баш өйәнәге менән яфаланыусыларҙы ла, балаларҙың, хатта ололарҙың эпилептик сирҙәрен дә дауалай (имләй) ала ине. Ҡайһы бер оло кешеләрҙең әйтеүенсә: "Хәлфийыһан апай ауырығандың юлын өс ҡыйып та дауалай ала ине".

Уның тағы бер һәләте: халыҡ медицинаһын ныҡ белде. Ҡырмыҫҡа иләүе, ат тиҙәге, арпаны дымлы көйө һалып, йылыһына муйындан күмелеү, 41 энәне иң көслө уксусҡа һалып, 41 көн дауамында һыҙлаған аяҡҡа буҫтама һалыу, үләнгә, тирегә, мәтрүшкә ҡатыш яҙғы үлән көлөнә һалыу, көл һелтеһе менән дауалау, ғөмүмән, һәр төрлө үләндәрҙең сихәт көсөн кеше файҙаһына ҡулланыу менән бер рәттән, һарыҡтың эс майын, ҡаҙ майын дауаға ҡулланыуҙы ла яҡшы белә ине. Бынан тыш, ул ҡатыуҙы һылау һәм үлән менән дауалау, һөлөк ҡулланыуҙа ла оҫта булды. Бөтә ошо имләү-дауалау алымдарының һәр береһен өшкөрөү менән бергә башҡарҙы.

Яҙмамды уҡығандар, бәлки, был әбей тик шуның менән генә шөғөлләнгән, тип уйлауы ихтимал. Бер ҙә улай түгел, Ниғәмәт ауылына килгәс, ҡатындарҙы өйгә йыйып, уларҙы дебет шәл бәйләргә, сатраш (крестик), тамбур, шыма сигеүҙәргә өйрәтте. Ул шул тиклем бешеренеүгә лә оҫта ине. Беҙгә: "Ун минут көтөгөҙ, хәҙер бәрәмәсем (өсбосмағым, асығауыҙым һ.б.) бешә, шунан сәй булыр",– тип, көттөрә ине. Ауырый башлаһаҡ та башта ыумас бешереп ашата. Уның сихәте бар, ти ине. Ағайымдың алты балаһы булды. Улар эштә саҡта, әсәйем шуларҙы ашата-эсерә, тәрбиәләй. Хатта һыуға барғанда ла ҡулынан энә төшөрмәй, бәйләп бара, бәйләп ҡайта. Бер эште лә ауырһынып эшләмәне. 81 йәшендә вафат булды. Аллаһу Тәғәләне ихтирам итеп йәшәгәнгә лә уға ятып хаста булырға тура килмәне.

Ул ауылда оло ихтирамға лайыҡ булып йәшәне. Уға берәүҙәр "түтәй" тип татарсалап өндәшһә, икенселәр "апай" тип олуғланылар. Юлын да ҡыйып үтмәнеләр. Үҙе әйткәнсә: "Ауыл халҡына рәхмәт инде, үҙем ишетмәгәндә "килмешәк" тиһәләр ҙә, алдымда яҡты йөҙҙәрен күрһәттеләр. Кеше бит ул ҡырҡ ҡырлы, ҡырҡ сыраҡлы, күңелдәре лә ҡырҡ ҡыллы,"– ти торғайны.

Мин дә әсәйемә, рухы шат булһын, тип аяттар уҡытып, доғалар бағышлатып торам.

 

Рәйсә Иҫәнбаева, Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...