Ғәлиәхмәр ауылы имамдары
Ғәлиәхмәр ауылы имамдары
Данлыҡлы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә Учалы районы Ғәлиәхмәр ауылынан Ғәзизйән олатайҙың ике улы белем алған. Гөлдәниә Ильяс ҡыҙы Файзуллинаның яҙмаларынан күренеүенсә, ауыр тормошта йәшәгән Ғәзизйән олатай өс улын да уҡытырға нәҙер алған була. Ошо хыялын тормошҡа ашырыу өсөн ҡаҙаҡтарға барып һарыҡ көтөргә яллана. Бер аҙ үҙенсә байлыҡ туплап, өс улын да, Зәйнулла ишан менән һөйләшеп, уның мәҙрәсәһенә алып барып урынлаштыра. Ун дүрт йәшлек кесе улы уҡып йөрөгән ваҡытында ҡаты ауырып үлеп ҡала. Ағалы-ҡустылы Әхмәтхан менән Хафиз, ауырлыҡтарҙы еңеп, мәҙрәсәне уңышлы тамамлап, тыуған ауылдарына ҡайта.
1867 йылғы Әхмәтхан хәҙрәт, һалдат хеҙмәтенән һуң, ике тапҡыр хаж сәфәре ҡыла. Тәүҙә ул Ғәлиәхмәр ауылында имам булып тора, һуңынан халыҡтың һорауы буйынса Оҙонкүлгә күсә. Өйө мәсет ҡаршыһында була. Ул муллалыҡ вазифаһы менән бер рәттән, эргәһендәге күлдән сыҡҡан Ҡылы йылғаһын быуып, тирмән эшләтә, балыҡ үрсетә. Халыҡ быуаны хәҙрәт күле тип йөрөтә. 1910-1913 йылдарҙа Американан иген елгәргесе лә алдырта. Революция башланғас, тирмәнде Мартынов тигән рус кешеһенә бирәләр һәм күл Мартын күле булып китә.
Зәйнулла ишандан алған белемен файҙаланып, кешеләрҙе лә дауалай. Ауырыуҙарҙың береһен дә буш ҡайтармай, асыҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл була. Йылға ситенә ерек ағасынан бурама төшөрөп, һәр саҡ баҙҙа тере балыҡ тотҡан. Килгән һәр кешене яңы ғына тотолған балыҡ менән һыйлап ебәрер булған.
Районыбыҙҙың әүҙем хәбәрсеһе Нәҡип Әйүпов: “Әхмәтхан олатай бер нисә ауылда тирмән төҙөй. Ул ҡайҙа ғына йөрөһә лә, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, дин өсөн тоғро хеҙмәт иткән”, – тип һөйләне. Ләкин егәрле, уҡымышлы мулланың көнсөл дошмандары өҫтөнән шикәйәт яҙа. Ике ҡатлы өйөнөң аҫҡы яғын мәктәп итәләр, икенсе ҡатынан Ғибадуллин Ғәзизгә өй итеп һалалар.
Хәҙрәт Әхмәтзәки Вәлиди менән дуҫ була. Ул Әхмәтхан имамды үҙ армияһына полк муллаһы итеп ала. Шул дуҫлыҡ хәтирәһе итеп, ҡыҙы Наиләгә, ейәне тыуһа, уның исемен ҡушырға тәҡдим итә. Наилә өсөнсө улына, олатаһының васыятын үтәп, Әхмәтзәки тип исем ҡуша. Әхмәтйән олатай Әхмәтзәкиҙең ҡатыны Нәфисәне (Зәйнулла ишандың ейәнсәре), Үзбәкстанда йәшәгән ҡыҙҙары янына, Фирғәнәгә, алып барып урынлашырға ярҙам итә.
1937 йылда, донъялар болара башлағас, ҡыҙҙарым янына китәм, тип бер тоҡ китабын алып юлға сыға, ләкин барып етә алмай. Юлда ҡулға алына һәм Куйбышев төрмәһендә атыла. Уны кемдер танып: “Оҙонкүлдең муллаһын танып, халаты менән йөҙөн ҡаплап киттем, китаптары туҙып, ә бер нисәһе тоғонда баш аҫтында ята ине”, – тип килеп әйтә.
Юлға сығыр алдынан Тайба килененә: “Заманалар боларып тора, мәхшәр ҡубыр, донъяның аҫты-өҫкә килер, ир-ат ҡалмаҫ, һуғышҡа алыныр, унан һуң шул тиклем матур йәшәрһегеҙ, күктәге ожмах ергә төшөр, иркенәйеп китерһегеҙ, ир – ҡол, һыйыр – бол булыр”, – тип әйтеп ҡалдыра. Балаларығыҙ ауырып китһә, тип Зәйнулла ишан биргән таяғын, ныҡ һаҡлағыҙ, тип килененең ҡулына тоттора. Был таяҡ ишек башында оҙаҡ һаҡлана, башын ысҡындырып, тоҙға тығып балаларҙы ҡойондороп файҙаланғандар.
Әхмәтхан муланың тәүге ҡатыны Рәхимәнән – алты, ә икенсе ҡатыны Файзанан дүрт бала тыуа.
Ҡулға алынғанда, уның егерме дүрт баш һыйыры, ун һигеҙ баш йылҡы малы һәм йөҙләгән баш ваҡ малы теркәлгән. 1921 йылғы аслыҡ йылында утыҙ бер ярлы-ябағаны ашатып-эсереп, ас үлемдән алып ҡала. Нәйбә ҡыҙын “халыҡ дошманы” ҡыҙы тип, Ейәнсура районы Бикбирҙе ауылына мәжбүри эшкә ебәрәләр, унда 1940 йылға тиклем йәшәй. Файза ҡатынының улы 21 йәшлек Тәлғәтте, 1937 йылдың 15 ноябрендә, күрен ҡырҡҡан еренән барып алып, ҡулға алалар, уны ун йылға хөкөм итәләр. Ул, ҡулға алынғас, атаһы менән Куйбышевта осраша. Атай кеше үҙенән яуап алған ваҡытта: “Ул бит йәш кенә, гонаһы юҡ, тоҡомдо, нәҫелемде дауам итеүсе кәрәк, зинһар, ғүмерен һаҡлағыҙ”, – тип, күҙҙәренә йәш алып, ялбара. Тәлғәт һуңынан Печора, Воркутала һөргөндә була. Күп михнәттәр күреп, иҫән-һау тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Артабан Мәскәүҙә төпләнә, ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай, һуғышта ҡатнашып, яраланып ҡайта, хаҡлы ялға полковник дәрәжәһендә сыға. Тыуған яғына һуңғы ҡайтҡанында, бала сағы үткән Тирмән күленә туғандарын йыйып, ҡорбан салып, атай-олатайҙары рухына аят бағышлата. Ҡан-ҡәрҙәштәренә ярҙам итеп йәшәй.
Әхмәтхан хәҙрәттең ҡустыһы Хафиздың яҙмышы бик аяныслы тамамлана. Ул бик белемле кеше була. Мәҙрәсәлә математика, рус теле, тарих һ.б. яңыса уҡыу программаһы нигеҙендә төрлө фәндәрҙе үҙләштерә. Ут сәсрәтеп торған егетте үҙҙәре тирәһендә эшләп килгән алтын эҙләп табыу берекмәһенә эшкә йәлеп итәләр. Юлда, алтын алып китеп барған ваҡытта, үҙен үлтереп, алтынын алып китәләр. Өйләнергә лә өлгөрмәгән йәш, иманлы, рухлы егеттең ғүмере шулай өҙөлә. Йәне Йәннәттә булһын!
Нәҡип Әйүпов үҙенең сығышында, Ғәлиәхмәр ауылында йәшәгән олаталары Мәғәфүр Йәрмөхәмәт улы Йәрмөхәмәтов (1893 йылғы) һәм Рамаҙан Әйүп улы Ҡолшәрипов (1897 йылғы), Ҡобағош ауылы егете Хәләф Минһажетдин улы менән 1913 йылдарҙа бергә Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә уҡығандары тураһында һөйләне. “Минең олатайҙар аҡса яғы, ашау наҡыҫ булыу сәбәпле, ҡаҙаҡтарға һарыҡ көтөргә сығып киткәндәр. Шулай ҙа улар Зәйнулла ишандан дәрес алыуҙары, уның менән аралашыуҙары тураһында ғорур-лыҡ менән, һағынып иҫкә алыр булалар. Икеһе лә төркисә, ғәрәпсә уҡый-яҙа белделәр. Олоғайғас та изге Ҡөрьән ҡулдарынан төшмәне. Намаҙ, аят, сүрәләр уҡып, беҙгә өгөт-нәсихәт әйтеп, тормош һабаҡтарын биреп ултырҙылар”.
Ғәлиәхмәрҙә күптән түгел элекке медпунктты мәсет итергә рөхсәт бирҙеләр. Мәсетте асыуға күп көс һалған Әнисә Фәйзрахман ҡыҙы Хәтипова тураһында ла ауылдаштары оло ихтирам менән иҫкә ала. Мәсет асыуға бәйле бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға үҙ көсөн йәлләмәгән был гүзәл ханымдың, Аллаһ йорттарының ишектәре халыҡ өсөн асылғас, нисек шатланғанын эргәһендә ныҡлы таяныс булған тормош иптәше Әхмәт хажи бөтәһенә ҡарағанда ла яҡшы белә. Тормош тик шатлыҡтарҙан ғына тормай шул. Уҙған йылдың 20 сентябрь көнө ул үҙенең мәңгелек донъяһына юл алды. Ауыр тупраҡтары – еңел, ятҡан ере Ожмах түрендә булһын! Әмин!
Әхмәт Хөснулла улы Шәйәх-мәтов Әбйәлил районы Яйҡар ауылында 1949 йылдың 20 ғинуарында тыуған. Әхмәткә алты йәш тулыуға атаһы дүрт бала менән үҙенең тыуған ауылы Оҙонкүлгә күсереп алып ҡайта. 1957 йылда әсәләре Әғниә ханым ҡаты һәм оҙаҡ сирләгәндән һуң баҡыйлыҡҡа күсә. Әхмәт башта Оҙонкүлдә башланғыс кластарҙы тамамлай, әйткәндәй, ул уҡыған мәктәп Әхмәтхан хәҙрәттең өйө була. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәлгә таянып, тәүҙә Учалы ауылындағы 22-се һанлы ауыл хужалығы училищеһын, артабан Учалы тау-металлургия техникумын тамамлай.
Әхмәт хажиҙең әсәһе Әғниәнең атаһы Фәсҡетдин, Яйҡар ауылының указлы муллаһы була. Олатаһының уҡыған сихри доғалары, бала саҡтан Әхмәттең күңеленә һеңеп, һәр саҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр була. Уға Дилара һеңлеһе ғәрәпсә уҡырға өйрәнеү китабын бүләк итә. Әхмәт, буласаҡ хәҙрәт, үҙаллы ошо китаптан ғәрәпсә уҡырға өйрәнә башлай. Яҙмыш уны Учалы ҡалаһының имам-хатибы Исмәғил хәҙрәт Мөхәмәтйәнов менән осраштыра. Ул хәләл ефете Фәриҙә абыстай менән ғәрәп телен өйрәнеү дәрестәре ойоштора. Был уҡыуҙарға Әхмәт хәҙрәт бар ихласлығын һалып йөрөй.
1992 йылдан Рәсәйҙең Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө Тәлғәт Тажетдиндан фәтихаһы менән Учалы ҡалаһында указлы имам булып эшләй башлай. Ике йылдан, Башҡортостан Диниә назаратының ҡарары нигеҙендә, уны Әбйәлил районында мөхтәсибәт идаралығы ойошторорға ебәрәләр.
Әхмәт хәҙрәт дини белемен камиллаштырыу маҡсатында Өфөләге Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә, Башҡорт дәүләт университетының теология факультетында, Башҡорт дәүләт педагогия университетының көнсығыш халыҡтар теле (ғәрәп теле) факультетында уҡый.
2019 йылдан ғаиләһе менән Ғәлиәхмәргә күсеп килә. Ауыл халҡы уны тынғыһыҙ, бик белемле имам-хатиб тип таный.
Киләсәктә мәҙрәсә ойоштороу хыялы менән янып йәшәгән Әхмәт хажиҙың изге теләктәре тормошҡа ашһын!
Әҡлимә Сафина,
Учалы районы