Йөрәгебеҙ түрендәһең

Йөрәгебеҙ түрендәһең

Бөгөн әсәйемә 80 йәш. Оло юбилейға балалары, кейәүҙәре, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре менән өй шығырым тулды.

 

Киленебеҙ өҫтәлде һығыл-дырып, бик яҡшы итеп ҡунаҡҡа әҙерләнгән, өҫтәлдә тик күгәрсен һөтө генә юҡ. Аллы-гөллө ҡупшы итеп кейенгәндәр. Һәр береһе көр күңелле, ихлас йылмайып, матур һәм һөйкөмлө булып күренәләр.

 

Оло байрам тантанаһын, хужабикә булараҡ, киленебеҙ асты. Тантананы өлкән йәштәрҙән дауам итте. Йөрәккә инерлек телмәр тоталар. Ҡотлауҙар тамамланған һуң, 10-15 минутҡа тәнәфес иғлан ителде, башланды фотосессия. Миңә лә сират килеп етте. Һорап ҡуйҙым әсәйемдән,

 – 80 йәш икәненә ышанаһыңмы?

– Юҡ, миңә һаман да 19-20 йәш тирәһендә кеүек, – тип мөләйем йылмайып ҡуйҙы. Бәлки, шуғалыр әсәйемдең битендә йыйырсыҡтары ла беленмәй. Йөрәгендәге шатлығы йөҙөн алһыуландырып янып тора, ә күҙҙәрендә ҡояш нурҙары балҡый. Әсәйем арҡамдан тупылдатып һөйөп алды ла:

– Теге ике бала ла килдеме? – тип һорап ҡуйҙы.

– Юҡ, әсәй, яңғыҙ килдем. Улар уҡыйҙар, каникул ваҡыты түгел бит.

Миңә нисектер аптырап, ауыр һулап ҡарап ҡуйҙы.

Мин түҙмәнем, әсәйемдең маңлайынан үбеп алдым. Үптем дә бер секундҡа баш әйләнеп, ниндәйҙер рәхәтлек тойҙом.

Аңламайым был ниндәй рәхәтлек, ниндәй таныш еҫтәр... «Әллә хушбуймы? Юҡ… Әллә сабый еҫеме? Юҡ... Әллә һабынмы? Юҡ... Әллә шампунмы? Юҡ».

Ниндәй мөғжизә? Тәндәрем буйынса еңеллек, йылылыҡ йүгерҙе. Әсәйемдең маңлайының йылыһы бөтөнләй икенсе донъяға алып киткән кеүек итте.

Бына-бына иҫкә төштө. Был бала саҡта булған еҫ. Әсәйем сәс үргән ваҡыттар бит. Минең сәсем оҙон булғас, әсәйемдең алдында оҙағыраҡ иркәләп, иреп ултырырға мөмкинселек бар ине, сәс үреү һылтауы менән. Әсәйемдең сәсемә ҡағылған бармаҡтарын иҫләп, үҙемде бәләкәсәйеп киткәндәй тойҙом. Сәс оҙон булғас, толомдарҙы уртаға бөкләп, өҫкә нығытып ҡуя ине. Нығытҡан саҡта, әсәйемә терәлеп ултыра инем.

Шул саҡтағы еҫтәр әле лә әсәйемдә. 58-59 йыл ваҡыт үткән, ә еҫ һаман да саф, йылы, рәхәтлектән, йылылыҡтан башты әйләндерә. Һис тә киткем килмәне янынан. Үҙемде генә уйларға кәрәкмәй. Артта башҡа балалары көтә, фото төшөргә.

Эйе, ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу менән бер бит. Ике йыл ғүмер үтеп тә киткән. «Яман шеш бар», – тине, табибтар. Түшәккә ятты әсәйебеҙ. Балалары ҡайһыһы отпуск алып ҡараны, ҡайһыһы өйҙәренә алып ҡайтып ҡараны, көнө-төнө эргәһендә булдылар.

Һуңғы сират миңә лә етте. Әсәйебеҙ менән күҙ һәм эйәк менән ымлашып һөйләшә башланыҡ.

13 ноябрь – йома көнө. Ҡустыларым ауылға һуғым һуйырға, ә һеңлем Сибайға ҡайтырға юлланды. Әсәйем менән икебеҙ ҡалдыҡ.

– Әсәй, бөгөн йома, Йәсин сүрәһен тыңлайһыңмы? – тип һораным.

– Эйе, тигәнде аңлатып, эйәкте аҫҡа эйҙе. Уҡып бөткәс, һүндерәйемме, – тип һораным.

Юҡ, тағы уҡыһын, тигәнде ымланы. Бөтәһе туғыҙ тапҡыр уҡытты.

Ҡапыл ғына сабырһыҙлана башланы.

– Әсәй, бер нәмә кәрәкме? – тип өндәштем.

– Юҡ, – тип, баш һелкетте.

Күҙҙәре тулы йәш, тик ағып ҡына төшмәй. Йәштәрен күргәс, маңлайынан үбеп алдым.

Ҡатып торған йәштәре эркелеп, ағып китте. Ә миңә баштан-аяҡ берәү боҙло һыу ҡойғандай булды, маңлайындағы йылылыҡ бөтөнләй юҡ, һыуыҡ ине...

Әсәйебеҙ Итәлмасова Зәкирә Ғәҙелша ҡыҙы ныҡлы иманлы, эшһөйәр, намыҫлы, уңған, бөхтә, көслө рухлы, күрше-тирәгә иғтибарлы, туған йәнле булды, барыһын да ҡайғыртып-хәстәрләп, нур сәсеп йәшәне. Тормошто әсәйебеҙ шул тиклем яратты. Тик мәкерле сир аяманы.

Беҙҙе зар илатып, арабыҙҙан баҡыйлыҡҡа китте. Әсәй, һинең юҡлығыңа беҙ әле лә ышана алмайбыҙ. Ишектәрҙе ҙур итеп асып, ҡаршыбыҙға йылмайып, килеп сығырһың төҫлө. Беҙ һинең кәңәштәреңә, йылы һүҙеңә мохтажбыҙ. Һин һәр ваҡыт беҙҙең йөрәк түрендәһең.

Әсәйебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне Фирҙәүес йәннәтендә булһын!

 

Элзилә Кираманова,

Йылайыр районы

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...