Түҙемле һәм сабыр йәнле ҡартәсәйем

Түҙемле һәм сабыр йәнле ҡартәсәйем

Түҙемле һәм сабыр йәнле ҡартәсәйем

Ҡартәсәйем үҙ ғүмерендә иҫ китмәле ауыр тормош, аяуһыҙ яҙмыш кисергән. Уның иңенә көс етмәҫлек ауырлыҡ, ҡайғы- хәсрәт төшкән. Шуларға ҡарамаҫтан, ҡартәсәйем йәшәүгә ынтылышын бер ҡасан да юғалтманы, аңлы һәм зиһенле, кешелекле һәм кеселекле, түҙемле һәм сабыр булыуы менән хайран ҡалдырҙы беҙҙе. Оло йөрәкле, изге бәндә ине.

 

Ҡартәсәйем Ғәфифә Амантаева (ҡыҙ фамилияһы Алғошаева) 1896 йылда Йылайыр районы Матрай ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Атай- әсәй ҡулында бәхетле бала булып үҫә ул. Үҙенең бала сағын иҫкә алып һөйләһә, беҙ әкиәт тыңлағандай, ғәжәпкә ҡала инек. Нәҡ боронғо башҡорттар тормошо менән йәшәгән ҡартәсәйемдең ғаиләһе. Өйөрө менән йылҡы, һыйыр малы аҫрағандар, ваҡ малдарының иҫәбе булмаған.

«Көтөү- көтөү малды аҙбарҙа ҡышлатыуы ла анһаттан түгел бит. Шуға күрә яҙ етер- етмәҫ, апрель башынан ҡара көҙ еткәнсе, ҡай саҡ декабрь тыуғанса, тәбиғәт ҡосағында йәйләүҙә йәшәй инек мал ҡарап», – тип һөйләр ине ҡартәсәйем. Кейеҙҙән ҡоролған тирмәләре мотлаҡ йылға буйында йә шишмәгә яҡын булған. Һыуҙы эсеүгә генә түгел, аҙыҡ- түлек һаҡлауға һыуытҡыс сифатында ла ҡулланғандар.

«Тәпән- тәпән майыбыҙҙы, һөт- ҡатығыбыҙҙы эҫе йәй мәлендә шишмә һыуында һаҡлай инек», – ти ине ул.

Ҡартәсәйемдең атаһы малайҙары менән йәй оҙоно мал ҡараған, ҡышҡылыҡҡа утын, бесән әҙерләгән. Әсәһе ҡыҙҙары менән малының аҡ- түлен эш иткән: бейә һауғандар, ҡымыҙ бешкәндәр, һыйыр һауып май- ҡорот эшләгәндәр. Майҙы тоҙлап эреткәндәр, ҡоротто киптергәндәр. Шифалы үләндәр, еләк- емеш йыйғандар, ҡаҡ ҡойғандар. Күрше йәйләүҙәр менән аралашып, ҡунаҡҡа саҡырышҡандар.

«Боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуға әүәҫтәр ине», – тип иҫләй торғайны ҡартәсәйем ата- әсәһен һәм ололарҙы.

Йәйләүҙән ауылға күсенеп ҡайтҡас, бала- саға мәҙрәсәгә уҡырға йөрөгән. Ағалары – малайҙар мәҙрәсәһендә, бәләкәй ҡартәсәйем – ҡыҙҙарҙыҡында белем алған. Ғәрәп телендә уҡып, дини ғилемгә эйә булғандар.

Ҡартәсәйемдең дини китаптары ҙур ғына таҡта кәштәһендә күп булып һаҡлана торғайны. Беҙгә, ейәнсәрҙәренә, төрлө бәйеттәр, хәҙистәр, доғалар уҡып, мәғәнәһен аңлата торғайны. Беҙҙе тәртипкә өйрәтеп, дини яҡтан тәрбиә бирҙе ул.

«Йоҡонан «бисмилләһ» менән тороғоҙ, йоҡларға ла «бисмилләһ» менән ятығыҙ. Һәр аҙымығыҙҙы, эшегеҙҙе Аллаһ исеме менән башлағыҙ», – тип өйрәтте беҙҙе.

Мәсеттәрҙе ябыу, динде тыйыу, хәллерәк кешеләрҙе ҡулға алыу башланыу менән ҡартәсәйемдең атаһын һәм айырым тормош ҡороп йәшәгән Мөҡсин ағаһын һөргөнгә ебәрәләр. Атаһы кире әйләнеп ҡайта алмай, ағаһы амнистияға эләгеп ҡайта һәм ҡалған ғүмерен тыуған ауылы Матрайҙа йәшәй.

Ҡартәсәйемде 15 йәшендә Юлдыбай ауылы егете – Муллағәләм Амантаевҡа кейәүгә бирәләр. Матур йәшәп, 11 балаға ғүмер бирә улар. Тик донъяға тыуған һәр балаһы бәләкәй сағында уҡ мәрхүм булып торған. Иң кесе Кинйәбулат улы ғына үҫеп еткән. Ул минең атайым. Атайымдың атаһы, Муллағәләм ҡартатайым, герман (Беренсе донъя) һуғышында ҡатнаша. Яраланып, һаулығын юғалтып ҡайтыу сәбәпле, оҙаҡламай донъя ҡуя. Ҡартәсәйем бер бөртөк улы менән яңғыҙ тороп ҡала. Шунда ла киләсәккә өмөтөн өҙмәй, Аллаһу Тәғәләгә һыйынып йәшәй ул.

Бөйөк Ватан һуғышы башланып киткәндә, 14 йәшлек Кинйәбулат улы Юлдыбай мәктәбендә уҡып йөрөгән була. Һуғыш тамамланыуға ыңғайлаған 1944 йыл аҙағында 9- сы синыфты тамамлаған 17 йәшлек егетте Көнсығыш фронты составында япон милитаристарына ҡаршы һуғышҡа оҙаталар. 1945 йыл аҙағына ҡаты яраланған улының тере ҡайтыуына ҡыуанысының сиге булмай ҡартәсәйемдең. Тик шатлығы оҙаҡҡа бармай. Киләсәктә уны тағы ла ҡатыраҡ ҡайғы- һынауҙар көтә.

Һуғыштан һуң илебеҙҙә етемдәр өсөн балалар йорто асыла башлай. Урал аръяғы – Әбделкәрим, Юлдыбай ауылдарында ла асыла. Унда үҫмерҙәр тәрбиәләнә. Яралары төҙәлеп, өйләнеп, яңы йорт һала башлаған Кинйәбулатты балалар йортона бухгалтер итеп эшкә алалар. Йәш ҡатыны – Айытҡолова Дәүләтбикә лә шул йортҡа эшкә төшә. Бер- бер артлы ҡыҙҙары донъяға килә: Әминә апайым һәм мин. Ғәфифә ҡартәсәйем беҙҙең менән бергә йәшәне, ейәнсәрҙәренә күҙ- ҡолаҡ булып, беҙҙе ҡарашты, ҡош- ҡорт үҫтерҙе.

Әсәйемдең һөйләүе буйынса, атайым детдом эштәре менән ай һайын Өфөгә барыр булған. 400 саҡрым соҡор- саҡырлы юлдан балалар йортоноң иҫке генә йөк машинаһы менән аҙналап йөрөп ҡайтҡандар. Һуңғы командировкаһына атайым 1957 йылдың октябрь аҙағында сыға. Атайымдың йөк машинаһының көплө арбаһына менеп ултырыуын күреп (кабинала директор ултырған була), ҡартәсәйемдең ҡото алына.

– Нисек кенә туңмай барып етәһең инде Өфөгә?! – тип хафалана әсә кеше. Өфөгә барып етә алмай атайыбыҙ. Ярты юлда иҫке, боҙоҡ машина түңкәрелә, һәм атайым мәрхүм була. 30 йәшлек Кинйәбулатының үле кәүҙәһен килтереп биргәстәр, ҡартәсәйем ҡаты ауырып китә. Ауыр кисерә ҡайғыһын – күҙҙән яҙа. Оҙаҡламай дөм һуҡыр була. Теүәл ике айҙан һуң әсәйемдең улы тыуа. Атайым иҫтәлегенә Бүләк тип исем ҡушалар. Әсәйем 27 йәшендә ҡулында өс бала, һуҡыр ҡәйнә менән тол ҡала. Атайһыҙ ҡалғанда апайыма – 7 йәш, миңә – 4 йәш була. Әсәйебеҙ атайыбыҙ менән һигеҙ йыл ғына бергә йәшәп ҡала. Артабан әсәйем тормош арбаһын бер үҙе һөйрәй. Ҡартәсәйем һуҡыр килеш 15 йыл йәшәй һәм 76 йәшендә донъя ҡуя.

Күҙҙәре күрмәһә лә, ҡартәсәйебеҙ яҡты зиһенле, теремек, йомарт һүҙле, изге бәндә ине. Өйҙә, ишек алдында үҙе йөрөргә өйрәнде, йырағыраҡ юлға мин етәкләп йөрөттөм. Бар туғандар, күрше тирәләр, ауылдаштар ихтирам итте үҙен. Аятҡа, ҡунаҡҡа саҡырып торҙолар. Доғанан өҙөлмәне, биш намаҙын да ҡалдырманы, ураҙа тотто. Ғаиләбеҙҙә ҡараулы, ихтирамға эйә булыуына ҡыуанып, әсәйебеҙгә һәм беҙгә рәхмәтен әйтеп, фатихаһын биреп ултырҙы. Аяуһыҙ яҙмышына бер ҙә уфтанып, зарланып, ризаһыҙлыҡ белдереп йәшәмәне, сабыр холоҡло, түҙемле, ныҡлы рухлы булды. Беҙҙе лә шулай йәшәргә өйрәтте. Ҡартәсәйемдең фатихаһында бөгөн барыбыҙ ҙа дин юлындабыҙ, Аллаһҡа шөкөр.

– Бер бәндә лә, маңлайына яҙылғанын күрмәйенсә, Аллаһу Тәғәлә ҡөҙрәтенән иңенә төшкәнен үткәрмәйенсә, гүр эйәһе була алмай, – тип әйтер ине беҙгә.

Изге йәнле ҡартәсәйемдең доғалары, өшкөрөүе кескәй балаларға, мал- тыуарға бик килешә ине. Шуға ла уның янынан кеше өҙөлмәне, хәлен белешеп, ярҙам-кәңәш һорап килерҙәр ине. Әсәйебеҙ ҙә донъя мәшәҡәттәрен һөйөклө ҡәйнәһе менән кәңәшләшеп эш итте. Ғәзиздәребеҙгә рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Ожмах түрендә булһын ҡәҙерлеләребеҙ.

 

Гөлшат Зөлҡәрнәева (Амантаева)

Йылайыр районы, Юлдыбай ауылы

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...


Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.   Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике...


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...