Яҡшының аты ҡалыр!

Яҡшының аты ҡалыр!

− Атайым менән кейәүегеҙ әле Белорет урамында йөрөп яталар. Улар килгәс, мин тағы ла ныҡ итеп ауырып алам. Ир врачты саҡырып килтерерҙәр, ул миңә укол эшләр. Ул уколдарҙың миңә бер генә файҙаһы ла теймәй. Һеҙ миңә мулланы саҡырып килтерегеҙ, − тимәһенме. Беҙ аптырауға ҡалдыҡ. Белоретта бер кемде лә белмәйбеҙ, ул муллаһын ҡайҙан табырға икән һуң?!

 

Ҡустым менән кейәүе палатаға килеп кереү менән, ҡыҙыбыҙ ныҡ итеп ауырыны ла китте. Быуылып, ҡарағусҡыл сирень төҫөнә керҙе. Ҡустым яһалма тын алдырып ҡараны. Ҡыҙыбыҙ алдан әйткәнсә, ир врач килде, укол эшләне.

Иптәшем менән коридорға сығып, ауыр, аяныслы хәлдә туғандарыбыҙға ярҙам итергә хәлебеҙҙән килмәгәнгә, йөрәгебеҙ әрнеп, өмөтһөҙлөккә бирелеп, шаҡ ҡатып стенаға һөйәлдек. Шул саҡ ҡаршы палатанан оҙон буйлы, тулы ғына кәүҙәле бер ҡатын килеп сыҡты.

− Мин Чечнянан килдем, − тине. Бәлки, исем шәрифен дә әйткәндер, мин ишетерлек хәлдә түгел инем. – Бындай ауырыуҙарҙы больница дауалай алмай, ваҡытығыҙҙы әрәм итәһегеҙ. Белоретта баба Шура йәшәй, уға барһағыҙ, яҡшыраҡ булыр, − тине.

Баба Шура христиан диненән, беҙ мосолмандар бит, улай яраймы икән. Әллә ҡыҙыбыҙҙың һораған муллаһы ошо урыҫ әбейеме икән, тип аптыраштыҡ. Ярар, ни булһа ла булыр, ошо әбейгә барып ҡарайыҡ. Баланың хәле бик ауыр, бәлки, был уның һуңғы үтенеселер, тип, киленде үҙебеҙ менән алдыҡ та баба Шураны эҙләп киттек. Ишекте бәләкәй генә кәүҙәле, ап-аҡ сәсле әбей асты. Әбейҙең йөҙөн асыулы һымаҡ күреп, ҡаушап киттем, бәлки, ял итеп ултырған сағында килеп тынғыһыҙлағанбыҙҙыр ҙа. Көс-хәлгә ни өсөн килгәнебеҙҙе аңлатып бирҙем.

− Дауаханаға килә алмаһағыҙ, бәлки, фотографияға ҡарап булһа ла дауалап ҡарарһығыҙ, − тинем. (Ҡайһы бер кешеләрҙең фотографияға ҡарап та дауалайҙар, имеш тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнем бар ине).

− Кем һеҙгә мине фотографияға ҡарап кеше дауалай, тип әйтте, − тип әбейем мине ныҡ итеп әрләп ташланы. – Баланы бында килтерегеҙ, − тине.

− Баланың хәле бик ауыр шул, уны бында бер нисек тә килтереп булмай, бәлки, беҙҙең туғаныбыҙ булып, дауаханаға барып ҡыҙыбыҙҙы ҡарарһығыҙ, − тип үтендем. Ул ризалашты, транспорт табырға ҡушты. Үҙебеҙгә кисекмәҫтән Учалыға ҡайтырға кәрәк ине. Рәхмәт төшкөрө, бер ҡоҙабыҙ Шура әбейҙе дауаханаға алып барған.

         Ике көн үткәс, ҡыҙҙың хәлен беләйек, тип туғандарыбыҙға шалтыратҡайныҡ, дауаханан сығыуҙары тураһында әйттеләр. Мәҡәләмдең ҡалған өлөшөн ҡыҙымдың үҙенән һөйләтһәм, яҡшыраҡ булыр.

Шура инәй палатаға килеп кергән саҡта йығылып китә яҙған, атайым менән ирем саҡҡа тотоп алып ҡалғандар. Мин, тиргә батып, йәнгә талашып, ныҡ итеп ауырып ятҡанмын шул.

Томан. Миңә шундай рәхәт. Эргәмдә аҡ яулыҡлы, аҡ күлдәкле бик күп ҡатындар йөрөй. Мин шуларға эйәреп оҙон ап-аҡ коридорҙан әллә ҡайҙа китеп барам. Олатайым килеп сыҡты ла:

− Бында нимә эшләп йөрөйһөң, бар ҡайт, − тине. Шул саҡ тәнемдең ауырайғанын тойҙом. Шура инәй:

—Ауырыуы ныҡ көслө, мин, йылға аша килеп, уны дауалай алмайым. Ҡыҙығыҙҙы өйөмә алып килһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр. Башҡа диндә, тип шикләнмәгеҙ. Бог - для всех един!»

Атайым менән ирем, такси яллап, мине Шура инәйгә алып килделәр, носилка менән өйгә кереттеләр. Тәүге өс көндә инәй ишек төбөнән ары үткәрмәне.

Балауыҙҙы иретте лә һыуыҡ һыуға һалып, доғаларын уҡып, баш осомда өйрөлтә башланы. Балауыҙҙа аҡһаҡ әбейҙең, бала имеҙеп ултырған ҡатындың, йәш ҡыҙҙың һындары хасил булды.

− Һине өс көндән үлерлек итеп сихырлағандар. Ауылығыҙҙа яңыраҡ ҡына кем үлде, шул кешенең мәйет һыуын эсергәндәр бит, − тине.

Өс көн шулай доғаларын уҡып, баш осомда балауыҙ ҡойоп дауаланы.

Дүртенсе көн яңы ғына һалған тауыҡ йомортҡаһын алып килергә ҡушты.

Йомортҡаны һытып банкаға һалды ла өҫтөнә һыу ҡойҙо:

− Әгәр йомортҡа аҫҡа төшһә, тиҙ йүнәлерһең, юғары күтәрелһә, оҙаҡһыҙ шәбәйә алмаҫһың, - тине.

Доғаларын уҡып, йомортҡаны баш осомда өйрөлтөп йөрөтә башланы. Йомортҡа тамырланып, ҡарағусҡыл төҫкә инеп өҫкә ҡалҡты, унда ла балауыҙҙағы һымаҡ һындар барлыҡҡа килде. Шура инәй өс көн баш осомда йомортҡаны өйрөлтөп йөрөтөп өшкөрҙө.

− Мин ныҡ арыным, әҙерәк ял итеп алырға кәрәк, − тине инәйебеҙ. Ирем менән бер аҙнаға Учалы районындағы туғандарыбыҙға барып йәшәп килдек.

Шура инәй иремә иртәнге сәғәт 4-тә йылғанан биҙрәне кирегә ҡаратып һыу алып килергә ҡушты. Шул һыуҙы өшкөрөп, мине көн һайын сайындырҙы. Иң һуңынан Шура инәй тағы ла йомортҡаны баш осомдан йөрөтөп өшкөрҙө. Был юлы йомортҡа аҫҡа төштө, төҫө лә үҙгәрмәне.

− Һине сихырлаған кешеләрҙең үҙҙәренең дә тормоштары алға бармаҫ. Бер йылдан һиңә илап килерҙәр, бер үк йәлләй күрмә, әтеү сихырҙары үҙеңә кире ҡайтыр. Ҡулыңды йәшер ҙә күкиш күрһәт тә ултыр. Йәнә сихырлап ҡарарҙар, килерһең, − тине.

Дауалағаны өсөн хәйер итеп аҡса биргәйнек, алманы.

− Миңә был аҡсалар өсөн теге донъяла яуап тотаһы бар, − тине. Май, балыҡ, бал биреп ҡарағайныҡ, ҡулымдың көсөн ҡайтармаҫлыҡ ҡына тип, әҙ генә алды. Беҙ ҡайта торған көндө инәйебеҙ матур итеп өҫтәл әҙерләгәйне. Һыу өшкөрөп бирҙе:

− Ҡайтҡас, ошо һыу менән башыңдан аша ҡойонорһоң да кеше аяғы баҫмаған ергә, берәй ҡайын төбөнә түгерһең.

Ҡайтҡас, ул әйткәнсә эшләнем дә инде. Һыуҙы бер ҡайын төбөнә түктем. Күп тә үтмәне, күҙгә күренеп япраҡтары кибеп ҡойолоп, ҡайын ҡыуарҙы. Хәҙер ул ағас юҡ инде.

Эйе, Шура инәйҙең әйткәне раҫ булды, мине рәнйеткән кешеләр килеп илап ултырҙылар. Тормоштары ла алға барманы. Ишегем алдына тутығып бөткән бысаҡ ырғытып киткәйнеләр. Иремдең бысағы икән тип, һандыҡҡа һалып ҡуйған булдым. Тәүге балам, улым, үлде. Шура инәйҙе башҡа күрергә яҙманы. Беҙ уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, йәне ожмахтың түрендә генә булһын инде. Аллаһҡа шөкөр, дүрт балаға ата-әсә булдыҡ.

− Шунан, ҡыҙым, абыстайға уҡыр инеңме? − тип һораным.

− Һис шикһеҙ, уҡырмын, инәй, – тине.

Күңелдең киңлеге, изгелек-сәнлеге милләтең, диндең ниндәй булыуына ла ҡарамай шул. Ҡайын ағасының бөтөн ауырыуҙы үҙенә алып, тиҙ арала ҡороуы ла хайран итә. Ошо иҫ киткес матур, яҡты донъ-яла, шөкөр итеп, ҡыуанып ҡына йәшәп ятыу урынына, үсле, көнсөл, тар күңелле әҙәм балалары бер-береһен харап итергә төрлө юлдар эҙләйҙәр. «Яманлыҡ ҡылған кешене үҙе ҡылған яманлыҡ сорнап аласаҡ. Ундай кеше йәһәннәмдекелер, улар мәңгегә утта ҡалыр», − тип әйтелә «Баҡара»(Һыйыр») сүрәһенең 81-се аятында. Хоҙай Тәғәлә тарафынан тәбиғәттә бер генә нәмә лә тиккә генә яратылмаған. «Ул һеҙҙең өсөн күктән ямғыр яуҙырҙы. Эсер өсөн һыу бирҙе, хайуандарығыҙ утлап йөрөһөн өсөн үләндәр үҫтерҙе. Һеҙҙең өсөн игендәр, зәйтүндәр, хөрмә ағастары, йөҙөмдәр һәм еләк-емештәрҙең һәр береһен үҫтерҙе. Быларҙа башында фекере булған кеше өсөн, әлбиттә, Аллаһтың барлығына, Уның сикһеҙ ҡөҙрәтенә дәлил бар» («Бал ҡорто» сүрәһе, 10-11-се аяттар).

Беҙ, әҙәм балалары, урмандарҙы, йәнлектәрҙе аяуһыҙ ҡырыу, ғәзиз еребеҙҙең байлыҡтарын йыртҡыстарса талау ғына түгел, хатта тауҙарҙы ла кимерә башланыҡ. Ҡыҙғаныс, был яуызлыҡтарҙың аһы килер быуындарға хәтәр булып төшөр инде бер заман.

                        

(Башы гәзиттең 2-се һанында)

 

 

Шәһүрә Әхмәҙиева,

Учалы районы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...