Ибраһимовтар нәҫеле

Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылының тарихын төҫмөрләр өсөн күренекле тел белгесе, диалектолог Таһир Ғәлләм улы Байышевтың яҙмаларына күҙ һалырға кәрәк. Ул 1886 йылдың 15 авгусында ошо ауылда тыуып үҫеп, бөтә ғүмерен башҡорт халҡының (төнъяҡ-көнсығыш башҡорттарының) яҙма ҡомартҡыларын, тел байлыҡтарын йыйыуға бағышлай, бер үк ваҡытта тарихи материалдар туплап, Дыуан-Мәсетле, Ғүмәр, Хәлил ауылдарының тәүге шәжәрәһен төҙөй.
Маҙартау
«Ислам дине, – тип яҙа ул, мәҫәлән, Иҫке Хәлил шәжәрәһендә, – Һарт үзбәктәре араһында киң тарала. Артабан үзбәк миссионерҙары ул динде таратыу маҡсатында башҡа төрки халыҡтары, шул иҫәптән башҡорттар иленә барып сыға. Әй йылғаһы ярҙарында йәшәгән башҡорттарға Ҡуйдын тигән үзбәктең Сәйет исемле улы бер төркөм мөриттәре менән килә. Улар башҡорт ҡыҙҙарына өйләнеп, ишәйеп китә һәм йәшәр ер һорап Ҡошсо, Дыуан, Тырнаҡлы, Мырҙалар ырыуҙары бейҙәренә мөрәжәғәт итә. Бейҙәр Хөкөмтауға (хәҙерге Асытау) йыйыла һәм ошо ырыуҙар аралығынан ер бүлеп бирә».
Әбдрәшит, Мәрйәмғол, Арый, Мөлкәт, Түбәнге һәм Үрге Әпсәләм, Ҡаракүл, Иҫке Хәлил һәм Яңы Хәлил ауылдарында бөгөн дә Һарт ырыулы башҡорттар йәшәй. Һарттар үҙҙәре менән Урта Азия яҡтарындағы ҡайһы бер ер-һыу атамаларын да алып килә: мәҫәлән, Яңы Хәлил һәм Иҫке Хәлил эргәһенән ағып килеп, Әйгә ҡушылған йылғаны Тәндәк (үзбәксә Тындыҡ һүҙенән), ә ауыл уртаһынан аҡҡан шишмәгә Шиҙәле тип исем биргәндәр. Ауылдан сыҡҡас, төнъяҡ-көнсығышҡа табан саҡрым ярым алыҫлыҡта Маҙартау тип аталған тауҙар теҙмәһе башлана. Тау итәгендә боронғо зыярат, үрҙәрәк убалар теҙелеп китә. «Маҙар» һүҙе ғәрәп теленән алынып, изгеләр (әүлиәләр) ҡәбере тигәнде аңлата икән. Боронғо ҡурғандарға килгәндә, үткән быуаттың 60-сы йылдарында Нияз Мәжитов уларҙы ентекләп өйрәнә һәм материалдарға бик бай икәнлеген иҫбатлай. Ошоларҙан сығып, Иҫке Хәлилде бик боронғо ауыл тип һанарға хаҡлыбыҙ.
«Ауылығыҙ нурлы, киләһе килеп тора һеҙҙең ауылға», –тип әйткәйне донъя буйлап сәйәхәт итерғә яратҡан бер хажи ҡәрҙәшебеҙ. Ябай кеше күрмәгәнде күрә һәм һиҙә ул көслө дин әһелдәре. яҙаһы данлыҡлы Ибраһимовтар заты ла ауылдың ҡотон һаҡлаған изге Маҙартауҙа ята.
Ибраһимовтар
Ибраһимовтар нәҫеле заманында Ҡазан яҡтарынан көсләп суҡындырыуҙан ҡасып килә. Ауырыу сәбәпле, Ибраһимдың ҡатынын туғандары Ҡазандан ебәрмәй, бер балаһы менән йәшәгән ерендә тороп ҡала. Ибраһим был яҡҡа килгәс, икенсегә өйләнә. Ул ваҡытта Хәлил ауылы Әйҙең түбәнге өлөшөндә урынлашҡан була. Был урынды Сафа ултырышы тиҙәр. Мал аҫырау өсөн йылға буйының йәйрәп ятҡан ҙур төбәге бик уңайлы булған. Тик яҙын, йылға ташып, төбәкте һыу баҫҡанлыҡтан, халыҡ ваҡытлыса тау битләүенә күсеп торор булған, әле лә унда өй урындары һаклана. Ололарҙың хәтер-ләүе буйынса, кү-сеп килеүсе Иб-раһимовтарҙың да яңы тормошо ошо Сафа ултырышында башлана.
1857 йылғы халыҡ иҫәбен алыу кенәгәһенә 65 йәшлек Ибраһим Салиховтың указлы мулла, мөхтәсиб тип теркәйҙәр. Тәүге ҡатынынан тыуған 29 йәшлек Ғәбделфаттах исемле улы ла – указлы мулла. Тағы ла ике улы бар: 26 йәшлек Сәйфетдин, 20 йәшлек Мөхәмәтзариф. Оло быуын кешеләренең хәтерләүе буйынса уларҙың үҙ мәҙрәсәһе булып, шунда һабаҡ биргәндәр.
Һәҙиә абыстай
Ибраһим хәҙрәттең Мөхәмәт-зариф исемле улы ла бик көслө дин әһеле була. Улдары Шамил, Шакир, һәм Закирға ла аталары дини ғилем бирә.
Илдә ҡупҡан репрессия шауҡымы иң нығы оло улы Шакирға төшә.
Тирә-яҡта нисек – бында ла шулай: барлы-гөрлө тыныс ҡына йәшәп ятҡан ауыл муллаһын ҡулдарын бығаулап, конвой менән ауылдан алып сығып китәләр, төрмәгә оҙаталар. Бар булған мал-мөлкәтен тартып алып, һигеҙ балаһы менән Һәҙиә абыстайҙы өйөнән ҡыуып сығаралар. Күп тә үтмәй, Шакирҙы атып үлтереүҙәрен ишетә улар.
Бындай ҡот осҡос хәлдә ҡалған Һәҙиә балалары менән тәүҙә урманда ҡасып йәшәй, бер аҙҙан Ҡазанға, иренең туғандары янына китә. Кире ауылға ҡайтып, балаларына тыуыу тураһында таныҡлыҡ һорай. «Кулак балаларына бер ниндәй ҙә документ бирмәйбеҙ!» – тип ауыл советы рәйесе уны кире бора. Һуңынан, хужа кешенең район үҙәгенә киткәнен аңдып тора ла, Һәҙиә абыстай күстәнәс тотоп, шунда йыйыштырыусы булып эшләгән ҡатын янына керә, буш ҡағыҙға мисәт һуғып биреүен үтенә. Миһырбанлы, батыр йөрәкле ҡатын ауылдашының үтенесен кире ҡаға алмай, әлбиттә.
Ошолай итеп, мисәтле аҡ ҡағыҙға балаларының исем-шәрифтәрен үҙе теркәй инәй кеше. Ҡазанға кире барып, һуңынан тағы оҙон юлға – был юлы күңелдәре кителгән әсә менән атайһыҙ ҡалған балалар киләсәккә яҡты өмөт бағлап сит-ят ергә, Үзбәкстанға, юлға сығалар.
Ҡазағстанды үткәндә, оҙон юлға йонсоп, бәләкәй ҡыҙы Мәрйәм ауырып китә. Бер йүне сығып, ярҙам килә Аллаһтан – балаһыҙ бер йәш ғаилә ҡыҙҙы алып ҡалырға ризалыҡ белдерә. Яңы урынға ерегеп йәшәп китергә йылдар кәрәк була. Һуңынын, Мәрйәмгә һигеҙ йәш тулыуға, ҙур бүләктәр алып, ҡыҙын барып алыу бәхетенә ирешә Һәҙиә абыстай. Һигеҙ балаһын да уҡытып, үҙаллы тормош көтөргә әҙерләй тырыш ҡатын: балалары уҡытыусы, табип, баш бухгалтер кеүек һөнәр алалар.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, биш улы ла фронтҡа китә. Зәки менән Әхсән улдары яу ҡырында батырҙарса һәләк булып ҡала. Ҡалған өсәүһе –Жәүдәт, Рәшит, Әнүәр һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайталар. Өсөһө лә Үзбәкстанда йәшәй, шунда донъя ҡуялар.
Һуғыштан һуң, илдә һәр яҡлап тыныслыҡ урынлашҡас, Балаҡатай районы Монас ауылы ҡыҙы Һәҙиә абыстай, уның балалары ла тыуған яҡтарына ҡайтып йөрөй башлайҙар. Ҡайҙа барһа ла, ғилем таратып йөрөгән мөслимәне яҡташтары шатланып ҡаршы ала, өйҙән-өйгә йөрөтөп ҡунаҡ итә.
Минең үҙемә лә ололарҙан: «Һәҙиә абыстай бик күпте белә ине, бына ошоларҙы ул һөйләп ҡалдырҙы», – тигәндәрен йыш ишетергә тура килә ине. Урынығыҙ ожмахтың түрендә булһын, Һәҙиә абыстай һәм шаһит киткән Шакир хәҙрәт! Иләһи әмин.
Закир мулла
Мөхәмәтзариф хәҙрәттең икенсе улы Закирға, уның ҡатыны Маһираға ла золом һөрөмө ныҡ ҡағыла. Уны ни ғиллә менәндер ҡулға алмайҙар. Ләкин тотҡан баҫыуын, мал-мөлкәтен шулай уҡ тартып алалар. Юғарынан ҡыҫым көслө була: бер туғаны менән дә аралашмай, бер ни сәсеп-урмай, хатта йортондағы баҡсаны ла ҡулланмай көн күрергә тейеш була дүрт балалы ғаилә: оло ҡыҙы Миндиямал, улы Хәмиҙулла, тағы Минсылыу һәм Рәйсә ҡыҙҙары. “Урам эсендә бер өй генә ултыра, башҡа бер нимә лә ҡалмаған, хатта мунсабыҙ ҙа юҡ ине, – тип хәтерләй һуңынан Минсылыу апай. – Атайым муллалығын ташларға мәжбүр булды, ләкин ул намаҙын ҡалдырманы, башҡаларға һиҙҙермәй генә ураҙаһын да тота ине. Халыҡ беҙгә ситһенеп ҡарай башланы. Атайым дәфтәргә “Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим” тип яҙып ҡуйғайны. Беренсе класҡа уҡырға барғанда директор, яҙыуҙы күреп ҡалып, ҡулыма указка менән һуҡты. Дәрестә дер ҡалтырап ултырҙым. Атайыма ҡайтып түгелеп илағаным ғүмерлеккә иҫемдә ҡалды. Килем алырҙай бүтән шөғөл булмағас, атайым йылғанан балыҡ тотоп (ул заманда Әй йылғаһының балығы күп ине), Мәсәғүткә алып барып һатып йөрөнө. Аслыҡҡа интеккән саҡтар йыш булды беҙҙең. Барыбер үлмәнек! Инәйем ауылда берҙән-бер кендекәй ине, бының да ярҙамы тейгәндер”, –тип хәтерләр булған Минсылыу апай.
Ауылда етенсе класты тамамлау менән, Миндиямал Ташкентҡа Һәҙиә әбеһе янына китә. Атай тәрбиәһе һәм Үзбәкстанда булған дини мөхит уны хаҡ мөслимә итә. Унда тормошҡа сыға, ике ҡыҙ үҫтерә: ҡыҙҙары Римма менән Миңлегөлдө лә иман юлына күндерә.
Йәшерәк булыу сәбәпле, һуғышҡа бармай ҡалған Хәмиҙулла Закир улының хеҙмәт юлы урманда ағас киҫеп башлана. Һуғыш бөткәнгә саҡлы ололар эшләй торған ҡатмарлы ауыр эштәрҙе башҡара йәш үҫмерҙәр. Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар колхозда бригадир булып эшләй, ауылдаштарының ихтирамын яулай. Ҡатыны Нәҡиә Харис ҡыҙы менән улар балаларын да хеҙмәттә сыныҡтырып үҫтерәләр. Күпте күргән ил уҙаманы ғүмеренең аҙағына тиклем актив тормош алып бара, йәштәргә яҡшы кәңәшсе булып ҡала.
Закир ҡыҙы Минсылыу ҙа ауылдан сығып китә. Ташкентта йәшәгән Миндиямал апаһының ҡыҙҙарын ҡарашам тип, улар янына бара. Иманлы ғына егеткә кейәүгә сыға, ҡартайғансы Ташкент ҡалаһында йәшәй. Тормош иптәше баҡыйлыҡҡа күскәс, тыуған ауылына ҡайта. Үҙенә күҙ терәп ҡайтҡан апаһының йыш ҡына хәлен белешеп, уға ярҙам итеп йөрөй Фирҙәүсә Хәмиҙулла ҡыҙы. Апаһының фатихаһын алып ҡала.