Нурлы, бәрәкәтле ине донъялары...
Уларҙы хәҙер һуғыш балалары тип әйтәләр. Әтием 1930 йылғы, һуғыш башланғанда 11 йәшлек сабый. Ә әнием 1934 йылғы. Уға Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда 7 йәш булған.
Әтиемә бер аҙ еңелерәк булғандыр, сөнки, ҡартайымды һуғышҡа алһалар ҙа, уның әсәләре иҫән, ярҙам итешеп йәшәгәндәр. Ә әниемдең әтие Ғилманов Шакирйән Ғилфан улы колхоз председателе булып эшләп йөрөгән еренән, ҡатыны Мәғәфүрә өләсәйебеҙҙе 4 балаһы менән ҡалдырып, һуғышҡа китә. Балалары: Ибраһимға – 12 йәш, Фәүзиәгә (беҙҙең әниебеҙ) – 7 йәш, Исмәғилгә – 4 йәш, иң бәләкәйҙәре Камилға – 2 йәш.
Күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Мең-мең рәхмәт өләсәйебеҙгә, аслы-туҡлы тормошта, күңелдәрен төшөрмәй, тормош яратҡан әниемде, бабайыбыҙҙы, ике абыйыбыҙҙы ысын кеше итеп үҫтергән.
Бөтә ил күргән ҡайғы-хәсрәт әниемдәрҙе лә урап үтмәй. Шакирйән олатайҙан “без вести пропавший” тигән ҡара ҡағыҙ килә. Ә әтиемдең атаһы Шәрәфулла ҡартайыбыҙ һуғыш яландарының әсе һурпаларын эсеп, күп михнәттәр күреп, иҫән-һау әйләнеп ҡайта − яраланып, ярты үпкәһен ҡалдырып.
Бер һөйләгәне иҫтә ҡалған: “Ҡайҙа ғына форсат була, намаҙҙы ҡалдырмаҫҡа тырыштым, баҫып тораһыңмы, ятып тораһыңмы... Башҡалар тәмәке көйрәткәндә ситкә китепме... Кем белә, бәлки, шул аят-доғалар һаҡлағандыр...”
Ярты үпкә менән йәшәүе лә еңел булмағандыр, саҡ ҡына ауырыраҡ эш эшләһә, тыны ҡыҫыла ине.
Һуғыштан һуң бер аҙ ғына донъя көтөүе еңеләйгәс, әтием өйләнергә уйлай. Әрменән ҡайтҡан матур егет Уары һылыуы сибәрҙәрҙән-сибәр әниебеҙҙе һайлай.
Ҡартайым менән ҡәрсәйем килендәрен шул тиклем яратып, хөрмәт итеп, үҙ ҡыҙҙары кеүек ҡабул итәләр. Ике йыл бергә-бергә матур йәшәйҙәр. Әнием һөйләй ине: “Бөтөн эштәрҙе бергә-бергә эшләйбеҙ ҙә, ашарға ултырғас, көлөшә-көлөшә, нисек көн үткәнен йомғаҡлайбыҙ”. Ике йыл бергә йәшәгәндән һуң, әтием менән әнием үҙҙәренә нигеҙ ҡорорға ниәт итеп, урам аша ғына бәләкәс кенә өй һалып ингәндәр.
Бер урамда юл аша ғына торғас, ҡартайымдар беҙгә, беҙ уларға көн дә кереп, хәл-әхүәл һорашып йәшәнек. Беҙ аң белгәндән бирле, ҡартайым да, ҡәрсәйем дә биш намаҙҙы ҡалдырманылар.
Уларҙың өйөндәге һиллек... Мин үҙем намаҙ ваҡытында кереп, берәй мөйөштә тын ғына уларҙың бышылдап, көйләп уҡыған намаҙҙарын тыңларға ярата инем.
Өйҙөң бәләкәй яғында ҡаҙанлы ап-аҡ мейес, уның эргәһендә табаҡ-һауыт ҡуйыр өсөн кәштә, шунан буйҙан-буйға урындыҡ-һике. Уның бер яғында − матур итеп өйөлгән түшәк-мендәрҙәр. Өйҙөң ҙур яғында, ингәс тә уң яҡта − ҡартайым үҙе эшләгән шкаф. Унда матур-матур йоҡа ғына сынаяҡтар. Өйҙә шул тиклем еңел аура. Балауыҙ, ҡорт, үлән өҫтәре сығып торған ул өйгә генә хас еҫтәр... Шул ҙур яҡтың урындығына ултыртып, ҡыштарын ҡәрсәйем балаҫ һуға ине. Уларҙың тик кенә ултырғандарын хәтерләмәйем. Йәйгеһен кирбес баҫалар, көллөгә һалып тигеҙләп киптерәләр. Шул кирбестән мейес сығаралар. Еләк бешкән ваҡытта, кеше тапап киткән ерҙәрҙән дә яйлап ҡына ултырып йыйып, бидондар тултырып ҡайта инек. Ә муйыл нисек шәп була ине! Ҡәрсәйем яҡын тирәләге һәр муйылдың тәмен белеп әйтеп бара: был муйыл эре, ләкин һирәк, был муйыл татлы, әсе түгел. Их, ҡәрсәйем, ҡәрсәйем... Уның бешергән икмәге лә әскелтем, ашап туйғыһыҙ тәмле була ине. Һыйыр ҙа тотҡас, ҡаймаҡ, һөт-ҡатыҡ һәр ваҡыт табында булды. Килеп инһәң, эй балам, маҡтап йөрөйһөң, тип, самауырына йәбешер ине.
Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тиҙәр, әниемдең дә аштары ҡәрсәйем аштары кеүек телде йоторлоҡ була ине. Һағынып, һағынып, иҫкә алабыҙ... Ул аштарҙы ашағанда ла ниндәй күркәмлек – иң тәүҙә ашъяулыҡ (өҫтәлдә түгел, урындыҡта) янына иң оло кеше – ҡартайым, ә өйҙә үҙебеҙ генә булғанда әтием ултырмайса, беҙ ултырмай инек. Ололарҙы хөрмәт итергә бәләкәйҙән өйрәттеләр ҡартай, ҡарсәй, әтей, әнием. Мең рәхмәт уларға! Икмәктең валсығын да ҡалдырмай, тәмле итеп ашап алғандан һуң – һөтлө-баллы тәмле сәй. Беҙ бәләкәй саҡта кәнфит ул тиклем күп булмай ине. Ә шәкәр... Үәт, исмаһам, шәкәр!.. Ҙур киҫәк (комок) менән һаҡлана, уның эргәһендә – ваҡлар өсөн келәшәһе. Бәләкәй генә киҫәктәргә бүлеп, өләшеп сығалар. Шул тиклем татлы шәкәр ине ул! Нимәнән булды икән?..
Муйылды киптереп, тирмәндә тарттырып, он һымаҡ булғас, майҙа әүәләп түңәрәктәр эшләп, сәй һыйы була ине.
Ҡартай менән ҡәрсәйҙең өй эштәрендә кәрәкле бар инструменттары ла үҙҙәренеке була ине. Ҡул тирмәнендә тартып ярма, он эшләүҙәре, көбөлә баҫып айран эшләүҙәре. Ә тәме!..
Һибәтулла ҡартайҙың өс улы булып, өсөһө лә тыуған ерҙәрендә берегеп, өс таған булып, бер ерҙә, бер ишек алдында татыу ғүмер кисерҙеләр. Үҙебеҙҙең аҫыл Тасы йылғаһы буйында теҙелешеп өс өй – Шәрифулла, Әҙелмәрҙа, Ғәйфулла − бер ишек алды...
Шәрифулла ҡартайымдың өйө, унан һуң кәртәләнгән баҡсаһы, унан аласығы. Аласыҡтан һуң тағы баҡса. Унда кишер, һуған һәм шалҡан. Шалҡанды яраталар ине. Мин ҡартай менән ҡәрсәйемдәрҙең тештәре менән проблема булғанын белмәйем. Ҡәрсәйемдең оло йәшендә лә 32 теше лә булғандыр ул. Һәр ваҡыт аҙыҡты яйлап, оҙаҡ сәйнәп ашарҙар ине. Шалҡанды ла шатырҙатып сәйнәй инеләр. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡәрсәйемдең үҙенең “оригинальный зубной пастаһы” була торғайны. Бәләкәй генә матур һауытта йүкә утынының көлө. Эйе, эйе, йомшаҡ ҡына йүкә көлө. Алдан йүкә әҙерләп ҡуйып, айырым ғына яғып, шул көлдө ҡоро көйөнсә һаҡлай. Көндә шул көлдө бармағы менән ала ла тештәрен ышҡып йыуа. Теш щёткаһы тигән нәмә юҡ. Бәлки шул да кариестан профилактика булғандыр, кем белә.
Һыу буйлап Ғәйфулла олатайҙарҙың өйө. Нурлы, бәрәкәтле ине донъялары. Хөппөниса ипәй менән сөкөрҙәшеп, бик матур донъя көттөләр. Шәрифулла ҡартайымдан айырымсараҡ, Ғәйфулла олатай шаталаҡ, йор һүҙле, мәрәкәсел кеше ине. Әҙелмырҙа олатайҙың балалары ситтә уҡып йөрөгән саҡтарында каникулға ҡайтһалар, мотлаҡ бөтәбеҙҙе лә йыйып, ҡунаҡ итәләр ине.
Рәхәтләнеп һөйләшеп, көлкөлө иҫтәлектәрҙе иҫкә төшөрөп, көлөшә-көлөшә, олоһо-кесеһе бер урындыҡ булып ултырып, Хөппөниса инәйемдең “отменный” һалмаларын ашап, унан һуң тәмле-тәмле ит киҫәктәрен Ғәйфулла олатайым һәр кемгә һоғондороп, һыйлай торғайны. Ромбик рәүешендә киҫелгән һалмаларҙың тәмлелеге! Инәйемдеке кеүек тәмлене ошоға тиклем ауыҙ иткән булманы.
Уларҙың өйөндә таҙалыҡ, бөхтәлек... Ап-аҡ мейес, ҡаҙан. Шунда ялтырап торған еҙ самауыр, еҙ ҡомған. Инәйем дә, олатайым да намаҙ уҡыйҙар ине. Мин белгәндә, Ғәйфулла олатай совхоз аттарының, бейәләренең ҡымыҙын эшләп, ҡымыҙсы (почётный) кеше ине. Һирәкләп кенә булһа ла, беҙгә лә эләгә ине.
Ҡарсәйем, инәйемдәрҙең бысраҡ өҫ-башын хәтерләмәйем. Гел бөхтә, таҙа, матур итеп, яулыҡты артҡа төшөрөп бәйләп йөрөрҙәр ине.
Олатайымдың да һарайындағы тәртипте хәҙер бик күптәргә үрнәк итерлек.
Рамаҙан айҙарында ҡартай-ҡарсәйем дә, инәй-олатайҙарым да, бер көн дә ҡалдырмай, ураҙала булалар ине. Ниндәй эҫе селләлә ураҙалы көйөнсә бесәнгә баралар. Алдан бесәнлектә ике ҡыуыш әҙерләп ҡуялар. Улар һәр ваҡыт аҡ күлдәк-ыштанда бер нисә бакуй сабалар ҙа, кейемдәре һығып алмалы, тирләп-бешеп, шул ҡыуышҡа кереп яталар. Бер аҙ һыуынғас тағы сабалар, йәки йыялар. Лысма тирләгәс, тағын кереп ял итәләр ҡыуышта. Кис ҡайтҡанда, күренеп тора − нисек хәлдәре бөткән, ләкин бирешмәйҙәр. Эңер төшкәс, ауыҙ асалар ҙа таң менән тағы сәхәр эсәләр. Бер һуҡраныу тигән нәмә юҡ. Донъя матур, донъя киң... Кинәнеп, ләззәтләнеп, һәр ваҡыт шат күңел менән йәшәнеләр, эшләнеләр. Беҙ ҙә, ҡулыбыҙҙан килгәнсә, ярҙам итергә тырыштыҡ.
Матур итеп баҡса үҫтереп, мал тыуар тотоп, ҡош-ҡорт аҫырап, бик күңелле, матур ғүмер кисерҙе әней-әтием. Әнейем шул тиклем егәрле, етеҙ була торғайны. Ауылға элек Өфөнән докторҙар килеп кешене ҡарай торғайнылар. Иң таҙа өй тип, фатирға беҙгә төшөрәләр ине. Артистар килһә лә. Эшләмәгән эше ҡалманы әнейемдең: ырҙында ла, ферма-һарайҙарҙа һылау-ағартыу, сөгөлдөр утап-алыу һ.б. Алған эш хаҡы ла – ташҡа үлсәйем, тиндәр генә ине. Бер ваҡытта ла зарланманы. Һәр эште еренә еткереп, ихлас эшләй, беҙҙән дә шуны талап итә ине.
Совхоз, урман хужалығы эшенән аҙ ғына бушаһа, беҙҙе, балаларын йыйып ала ла үлән йыйырға алып китә ине. “Айыу балаларын эйәртер булған, шуның шикелле Фәүзиә лә балалары менән китте тағы үлән йыйырға,” – тиерҙәр ине.
Биш балаға ғүмер биргән әниебеҙ менән әтиебеҙҙе көн дә иҫкә алам. Йәндәре Йәннәттә, урындары Ожмахта булһын ғәзиздәребеҙҙең!
Фәриҙә Рафиҡова (Мәүлекәсова),
Күгәрсен районы