Улар һәрсаҡ дин юлында булдылар

Улар һәрсаҡ дин юлында булдылар

РӘБИҒӘ ИНӘЙ

Рәбиғә менән Мәхмүт икеһе лә колхозға инәләр. Рәбиғә колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй: бесән саба, иген утай, торф ҡырҡа, колхозсыларға аш бешерә, һыйыр ҙа һауа. Иптәше Мәхмүтте Ырымбурға уҡырға ебәрәләр. Килгәс тә, Кичкасс ауылы йәштәрен тракторсылар эшенә өйрәтә. Уларҙың дүрт балаһы тыуа. Матур ғына, бәхетле тормошта йәшәп ятҡанда Германия илебеҙгә баҫып инә. 1942 йылда Мәхмүтте фронтҡа алалар.

1943 йылда бар ауылға ҡурҡыныс ауырыу тарала. Был сирҙән ауыл халҡы, балалар ҡаты сырхап үлә башлай. Рәбиғәнең ун бер йәшлек Иҙел исемле улы, унан күп тә үтмәй дүрт йәшлек ҡыҙы Рәйхәнә үлеп ҡала. Фронттан килгән “ҡара ҡағыҙҙарҙан”, хәсрәтле, ауыр хәбәрҙәрҙән янып-көйөп-йөрөгән әсә ғәзиздәрҙән-ғәзиз балалары үлемен ауыр кисерә. Әсәһенең һығылып илауҙарын, ул саҡта алты йәшлек кенә ҡыҙы Разия әле лә онота алмай, күҙҙәренә йәш алып иҫкә өшөрә:

– Әсәйем һуғыш ваҡытында, унан һуң да күргәндәренә нисек кенә түҙҙе икән, тип йыш ҡына иҫкә алам, − ти Разия апай. Шулай булыр ҙа шул. Һуғыш ваҡытында ирҙәр эшен үҙ иңдәрендә күтәргән әсәйҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙарға, быуындары ла ҡатып бөтмәгән балаларҙың, атай-әсәһенә иркәләнеп кенә йәшәр урынына, төрлө ауыр эшкә егелеүҙәренә дан йырлау ғына аҙ. Улар ил тотҡаһы, тыл батырҙары булды. Рәбиғәнең Роза ҡыҙы ун өс йәшенән торф ҡырҡырға егелә, тиҙҙән, тракторсылыҡҡа уҡып ҡайтып, ер һөрә, яғыулыҡ ташый. Рәбиғә, эштән көс-хәлдән тайып ҡайтһа ла, намаҙын ҡалдырмаҫҡа тырыша. Минең намаҙҙан һуң теләгән изгетеләктәрем еңеү көнөн тиҙерәк яҡынайтыр, тип әйтер була һәр саҡ.

Ятһа ла, торһа ла, Аллаһу Тәғәләнән тиҙерәк Мәхмүтенең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын һорай. Һуғыш йылдарында ла (күп булмаһа ла) донъяға бала килтереүсе ҡатын-ҡыҙҙар бар ине. Рәбиғә улар өсөн иң кәрәкле, ҡәҙерле абыстай була. Исемдәрен дә ҡуша, “ҡара ҡағыҙ” килгәндәргә күҙ йәштәренә күмелеп ясин да уҡый, йыназа намаҙы уҡып һуңғы юлға ла оҙата. Рәбиғә инәйҙең Хоҙайҙан үтенеп һорағаны ҡабул була. Тормош иптәше Мәхмүт, Берлинғаса барып етеп, 1945 йылдың август айында ҡайтып төшә. Ауыр тормош еңеләйгәндәй тойола. Мәхмүт тәүҙә комбайнсы була, һуңынан бригадир итеп ҡуйыла. Ике йыл ярым һә тигәнсе үтеп тә китә. Тик Рәбиғә иренең булмышында ниндәйҙер ауыр кисерештәр барғанын тоя. Уғаса ауыл халҡы Мәхмүттең үҙенән байтаҡҡа йәш ҡатын менән сыуалғаны тураһында һүҙ ҡуйырта. Ауыр аҡыллы Рәбиғә:

– Ҡыҙ баланың исемен сығарҙың, бар, уға өйлән! – ти. Шуны ғына көткәндәй, бер кис Мәхмүт, әйберҙәрен төйнәп, шул ҡатынға күсеп сыға. Рәбиғәне ике яҡтан ике ҡыҙы йыуатырға уйлайҙар һәм әсәләрен ҡосаҡлап: “Әсәй, беҙ хәҙер атайһыҙ нисек йәшәрбеҙ һуң? – тип илап уға һыйыналар. Әсә ғәзиздәренең арҡаларынан тупылдатып һөйөп: – Балаҡайҙарым, иламайыҡ. Аллаһу Тәғәлә билдәләгән, маңлайыбыҙға яҙған яҙмышыбыҙ, күрәсәгебеҙ шулай, тимәк. Сыҙамлы булайыҡ. Күрәһегеҙ бит, ауылда һәр өйҙә тиерлек йәтим балалар, тол ҡатындар, бармаҡ менән һанарлыҡ ир заттары, аяҡһыҙҡулһыҙ ғәриптәр. Аллаһу Тәғәләнең рәхмәте киң, беҙгә ярҙамын, ҡеүәтен бирһен. Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ ҙә намаҙға баҫып, изгетеләктәр теләйек. Тиҙҙән Мәхмүт йәш бисәһен яманлап, Рәбиғәһенән ғәфү үтенеп, кире килә. Ләкин бер аҙҙан кире сығып китә. Бер килеп, бер китеп, байтаҡ ҡаңғырып йөрөй Мәхмүт. Бер килгәнендә, яңғыҙ һауын һыйырын һатып, сығып китә. Әсәләренең кисерештәрен, уның менән көн күргән ҡыҙҙары Роза менән Разия ғына аңлай. Уның өҙгөләнгәнен күреп, нисек булһа ла ярҙам итергә тырышалар.

“Атайым икенселәй ғәфү үтенеп килһә лә, башҡаса аяғын да баҫтырма, әсәй! − тип туҡтауһыҙтылҡыйҙар. – Хоҙай берәй әмәлен бирер әле, – ти әсә ҡыҙҙарын тынысландырып. Ысынлап та, колхоз идараһы алдынғы тракторсы булып эшләп йөрөгән Роза ҡыҙына һауын һыйыр бирә. Эш хаҡы ла күпкә арта. Алған аҡсаһына Ырымбурға барып әсәһенә, һеңлеһенә бүләктәр алып ҡайтып ҡыуандыра. Яҡшы уҡыған Разияға ла мәктәп төрлө яҡлап ярҙам итә. Класс етәксеһе уны, үҙ балаһылай күреп, сын яһау итеп кейендерә. Яратҡан фәне математика була. Киләсәктә бухгалтер булырға хыяллана ул. Хыял хыял менән, ләкин яҙмыш үҙенекен итә. Роза апаһының күҙе насарайғанлыҡтан, табиптар тракторсы булып эшләүҙе тыя. Шулай ҙа, ураҡ етһә, ул йә комбайнсы ярҙамсыһы, йә, тракторға үҙе ултырып, ер һөрә. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, дәртләнеп, ең һыҙғанып, маҡталып эшләй. Ғаилә ҡора, тормош иптәше менән биш балаға ғүмер бирәләр. Тик уларҙың икеһенең дә йөрәге илле йәштән ашыу менән иртә туҡтай. Разия бала саҡта башаҡ сүпләй, үлән сәйе әҙерләй, әсәһенең уң ҡулы, ярҙамсыһы була. Колхозда бесән әҙерләүҙә, ашлыҡ таҙартыуҙа йөрөй. Ун һигеҙ йәшендә һыйыр һауа башлай. Утыҙ биш йылдан ашыу һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Үҙенең яратҡан егетенә тормошҡа сыға, өс бала үҫтерә. Тик тормош иптәше Ғайфулла утыҙ һигеҙ йәшендә генә мәрхүм була.

– Разия апай, әйт әле, әсәйең үҙен бәхетле һананымы? – тигән һорауыма:

– Уны һоратып килгәндәргә һәр саҡ, юҡ, никахымды боҙмайым, мин Аллаһу Тәғәләнең юлындамын, ата-әсәйем, өләсәйемдең юлын дауам итәм, мин шуның менән бәхетлемен, – тиер ине.

– Ҡыҙҙарым да уңған, мине ҡәҙер итәләр. Балаҡайҙарымдың балалары ла итәғәтле, миһырбанлы. Заманалар үҙгәрһә лә, аяттарын уҡытып, динебеҙгә һүҙ тейҙермәй, ҡанундарын үтәп йәшәйҙәр. Миңә шунан артығы кәрәкмәй. Бөтәһе лә өләсәй, тип өҙөлөп тора. Хоҙайым! Уларға һаулыҡ, тәүфиҡ, иман ғына бирһен, − тип, изге теләктәр теләп ултырҙы. Рәбиғә инәй 85 йәшенә тиклем үҙенең һәм иренең ҡанҡәрҙәштәренә һәр саҡ хәленән килгәнсә ярҙам итеп, изге уйҙар, теләктәр менән ғүмер кисерә. Разия апай әсәһен һуңғы минуттарына тиклем тәрбиәләп уны мәңгелек йортҡа оҙата. Дин әһелдәренең бик матур һүҙҙәрен ишеткәнем һәм уҡығаным бар: “Ата-әсәйеңә изгелек күрһәтһәң, уларҙы яҡшы итеп тәрбиәләһәң, был хажға барыу ғәмәленә тиң була!” Разия апай! Олатайөләсәйҙәреңде онотмай, уларға аят уҡытып, матур ағинәй булып йәшәүең өсөн һиңә ҙур рәхмәт!

ӘҠЛИМӘ САФИНА

ИЛАҺИ МИНУТТАР

Көндөң сихри мәле. Ауыл тып-тын. Ҡояш байый. Ихата алдында ҡосаҡлашҡан икәү, әсә менән ул, көн оҙата. Һарғылт, һары,күгелйем һәм башҡа матур төҫкә мансылған офоҡтоң яйлап ҡына ҡуйы ҡыҙылға алышыныуын күҙәтә улар.

– Әсәй, ни өсөн һин ҡарайып барған күккә түгел, ә ҡояш байыған яҡҡа ҡарайһың? − тип һораны малай. Ҡатын өсөн көтөлмәгән һорау булды, буғай.

− Ысынлап та, ни өсөн икән? − тип уйлана башланы. Шулай ҙа яуабын һуҙманы, улын тағы ла нығыраҡ ҡосаҡлап:

− Һәр бер йән эйәһе, һәр бер кеше асылда яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа, яҡшы ғәмәлгә ынтылып йәшәй. Насар эштәр тураһында хыялланмай, ынтылмай. Шуғалыр, − тине.

− Әле нимәләр тураһында уйланып тораһың, әсәй? – тип ныҡышыуын дауам итергә булды малай. − Ҡояш батыуын бала сағымда күҙәткәндә башымда бер уй ҙа булмаған кеүек ине! Тәүҙә илаһи мәлдең хозурлығынан ләззәт кенә алғанмындыр, ахырыһы. Һинән әҙ генә ҙурыраҡ сағымда ҡуйырып барған ҡараңғылыҡтан ҡасырға теләп,ҡояш артынан йүгереп,уны ҡыуып етеү тураһында хыяллана инем. Көндөң тыныс һиллегендә яйлап шулай уйлана башланым. Һәм бер көндө яҡтылыҡҡа ынтылышым мине дингә алып килде.

Әлхәмдүлилләһ!.. − Ҡыҙыҡ икән! Күптән бит ҡояш оҙатҡаның юҡ!

Ҡыҙыҡһыныуың һәм һөйөүең һүрелдеме әллә хәҙер?

− Улым, һөйөүем бер ҡайҙа ла юғалманы. Эйе, киске шәфәккә бер ҡарауым етә, оҙаҡ һоҡланып тормайым. Ҡояш тиҙ байый бит. Шуға беҙгә тиҙерәк намаҙыбыҙҙы уҡырға кәрәк, аҡшам ваҡыты башланды. Киттек тәһәрәт алырға! Аллаһу Тәғәләгә хәйерле сәғәттә үткән матур көн, иҫ китмәле күркәм һәм бәрәкәтле мәл өсөн рәхмәт әйтергә ашығайыҡ!

СВЕТЛАНА ӘБСӘЛӘМОВА

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Хаж ҡылыусыларҙы исламға саҡырыу

Пәйғәмбәрлек килгәндең ун беренсе йылында, хаж ҡылыу мәле еткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Әбүбәкер менән Ғәлиҙең оҙатыуында, хажиҙар туҡталған урынға бара.   Мина яланында ул үҙ-ара бирелеп һөйләшеп ултырған алты кеше эргәһенә килә. Улар Йәсрибтән килгән Хазрадж ырыуы кешеләре булып сыға. Үҙҙәре...


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...