Берәүгә лә түбәнһетеп ҡарама

Берәүгә лә түбәнһетеп ҡарама

Берәүгә лә түбәнһетеп ҡарама

Ошондай риүәйәт бар: Ғайса пәйғәмбәр халыҡ араһында “тәҡүәле” тип иҫәпләнгән бер дин әһеле менән сәфәргә сыҡҡан. Ә арттарынан, уларҙан ояла-ояла, халыҡта “насар” тигән исеме сыҡҡан икенсе берәү эйәргән. Ял итергә туҡтағас, теге бахыр, үҙенең гонаһтары өсөн оялып, улар янына яҡын бармаған, ситкәрәк китеп ултырған. Һәм ул, ҡулдарын күтәреп, Аллаһу Тәғәләгә ялбарған: “Йә Аллаһ! Үҙеңдең пәйғәмбәрең хаҡына минең гонаһтарымды ғәфү ит!” Бөтәһе лә тәҡүәле тип иҫәпләгән дин әһеле иһә, был меҫкен гонаһ эйәһенә ерәнеп ҡарай ҙа, ҡулдарын күтәреп, былай ти: “Йә Аллаһ! Ҡиәмәт көнөндә ошо гонаһлы бәндә минең эргәмдә булмаһын!”

Аллаһу Тәғәлә Ғайсаға вәхи ебәрә: “Йә Ғайса! Минең ҡолдарыма, яныңдағы юлдаштарыңа, әйт: Мин икеһенең дә доғаһын ҡабул иттем. Минең ҡаршымда түбәнселек менән башын эйеп, ихлас күңелдән үкенеп, тәүбәгә килгән гонаһ эйәһен ғәфү иттем һәм уны Ожмахҡа индерәсәкмен. Ә теге, бөтәһе лә тәҡүәле тип иҫәпләгән кешене, Мин ғәфү иткән әлеге ҡолом янында булырға теләмәгәнлектән, Ожмахҡа индермәйәсәкмен”.

Кешеләрҙе кәмһетергә ярамай. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ әйткән: “Кешегә, гонаһлы булыр өсөн, үҙенең имандаш ҡәрҙәшенә түбәнһетеп, мыҫҡыллы ҡараш ташлауы ла етә” (Мөслим).

“Нур-ул Ислам” календарынан (2020 йыл)

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....