Иманға әйҙәүсе ветеран

Иманға әйҙәүсе ветеран

 

Афған һуғышы ветераны Марат ҡусты Ишбаев тураһында һүҙем. Ул 1961 йылда иҫ киткес матур тәбиғәтле Нөғөш йылғаһы буйындағы (икенсе Швейцария тип тә атайҙар) Мәләүез районы Һәргәй ауылында тыуған. Ауылыбыҙҙа башланғыс белем алғандан һуң, артабан Нөгөш ҡасабаһына ете саҡырым араны йәйәү йөрөп, урта мәктәпте 1978 йылда тамамлай. Һыуыҡта ла, бысраҡта ла дәрес ҡалдырмай, тырышып уҡый ул. Шул ныҡышмаллығы менән һөнәргә, төрлө ғилемгә эйә була.

 

Әрмегә саҡырылғас, күп тә үтмәй Афған һуғышына ебәрелә, хәрби хеҙмәтенең тәүге көндәренән үк тиерлек һуғышта ҡатнашырға, ҡан-ҡойош, үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә уға. 1979 йылдың 27 декабрендә Афған еренә аяҡ баҫып, ил алдындағы бурысын үтәп, йыл ярымдан һуң – 1981 йылдың июнендә тыуған Башҡортостанына әйләнеп ҡайтырға насип була. Хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн бик күп наградалар менән бүләкләнә.

Һуғышта ниндәй ауырлыҡтар күреүе тураһында республикабыҙ матбуғатында күп тапҡыр яҙылған. Ул турала артыҡ туҡталмайынса, ҡустымдың тыныс тормоштағы ҡаһарманлығы хаҡында яҙмаҡсымын. Һуғыштың ҡот осҡос ауырлығын үҙ елкәһендә татып, яраланып ҡайтҡан һалдат тыныс тормошта юғалып ҡалмай, күркәм ғаилә ҡора, ҡатыны – Минира Миңлехан ҡыҙы менән балалар үҫтерә. 1983 йылда тәүге улдары Азат, 1986 йылда Булат тыуа. Хәҙер улар үҙҙәре матур ғаилә ҡороп, атай булғандар, тыуған илде һаҡлау бурыстарын күптән инде үтәп, икешәр бала үҫтерәләр.

Өлкән улдары Салауат ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. «Йәш ғаилә – 2019» конкурсында ҡатнашып, Гран-приға лайыҡ булһа, Салауат ҡалаһындағы республика этабында ла һынатмай, өсөнсө урынға өлгәшәләр.

Кесе улдары Булат Стәрлетамаҡты үҙ иткән. Ата-әсәһен ҡыуандырып, намыҫ менән эшләп, матур донъя көтә.

Тормош, йәшәү йәмен аңлаған Марат Ишбаев бар ерҙә лә, бар эшендә лә маҡтаулы, абруй ҡаҙанған шәхес. Донъя көткән арала дини белемен даими үҫтерергә тырыша һәм тыуған районы, ауыл халҡы өсөн ихласлыҡ, тырышлыҡ күрһәтә. Дини белемде ул тәүҙә үҙ аллы, унан Мәләүездә мәҙрәсәлә, Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге дини колледжда һәм Рәсәй ислам университетында ала.

Иң тәүҙә әсәһенең тыуған ауылы – Иштуғанда мәсет төҙөй, унда бик күп шәкерттәр уҡытып сығара. Шунан тыуған ауылы – Һәргәйҙә мәсет төҙөргә ниәт ҡыла һәм 2018 йылдың 4 авгусында, яҡташтарыбыҙҙы ҡыуандырып, мәсетте асыу тантанаһы үткәрә. Рәсәйҙең юғары мөфтөйө Тәлғәт Сафа улы Тажетдин һәм башҡа күп ҡунаҡтар йыйыла. Үҙем дә Баймаҡ районынан был сараға килеп етеп, ҡыуана-ҡыуана ҡатнашып, мөнәжәт менән сығыш яһаным. Өфөнән ғаиләһе менән ҡыҙым Рәмилә лә килде.

Әлхәмдүлилләһи шөкөр, хәҙер мәсетебеҙ эшләй, күҙ яуын алған гөл-сәскәгә күмелеп, тәрбиә эшен даими дауам итә. Үҙенең йәшәү рәүеше менән Марат Мөбәрәк улы иманға, айыҡ тормошҡа ынтылыуҙа, изге ғәмәлдәр башҡарыуҙа барыбыҙ өсөн өлгө булып тора.

Хеҙмәттәштәре менән хәрби дуҫлыҡтары ныҡ. Һәләк булған иптәштәрен онотмайҙар, ғаиләләренең хәлен даими белешеп, үҙ-ара аралашып йәшәйҙәр. Быйыл йәй мәсет ихатаһында Афған һуғышы ветерандарына иҫтәлек итеп музей асты. Быға тиклем Иглин районында ла һәләк булған иптәштәренә һәйкәл астылар, «Ветерандар» журналында был турала яҡтыртылды.

Шулай уҡ Марат Мөбәрәк улы мәсетебеҙ янында ауыл хужалығы эшсәндәренә һәйкәл асыу ниәте менән көҙҙән фундамент һалдыртты. Ин шәә Аллаһ, имам-хатибыбыҙ, һис шикһеҙ, был ниәтен дә тормошҡа ашырыр. Мин уны бик яҡшы беләм: ул шундай ышаныслы ир аҫылы, булдырасаҡ! Яҙмыш ҡушыуы буйынса, Баймаҡ районында йәшәһәм дә, әленән-әле һөйләшеп, аралашып торабыҙ.

Атаһы – Мөбәрәк Ишбаевтың ғаиләһендә дүрт ҡыҙ араһында берҙән-бер егет булып үҫкән бит ул. Былтыр ауыл халҡы менән Һәргәй уртаһынан аҡҡан йылғаның башын кәртәләп алды. Өс йыл элек Ғәрәбстандан килгән Пәйғәмбәрҙең ﷺ 41-се быуыны – бүләһе – профессор, доктор, шәйех Абдурраззаҡ Әс-Сәиди менән Өфөлә осрашып, уны Һәргәйгә мәсеткә саҡырып, ҡунаҡҡа Нөгөш һыуһаҡлағысы буйлап сәйәхәт ойошторҙо.

Марат ҡустының ябай, аҡыллы, тырыш һәм эшлекле булыуына һоҡланам! Тик изгелектән генә туҡылған уның йөрәге! Аллаһу Тәғәлә бар ниәттәрен тормошҡа ашырырға уға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ насип итһен.

 

Миңлегөл Усманова

Баймаҡ районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...