Суд ғәйепһеҙ тип таба
Суд ғәйепһеҙ тип таба
(Башы 2024 йылдың 12-се һанында)
Олатай ҡайтҡас, Әүбәкер ҡарт үҙе лә, улдары: Астанғәле, Шаһиғәле, Мәһәҙей ҙә олатайға киләләр. Судҡа бирмә инде, ана бурабыҙ тора, ал шуны, тип үтенгәндәр. Олатай уларҙы тыңлаған. Бураларын алып, кешегә һатырға уйлаған. Урланған һыйыр өҫтөнә күпме түләгәнен судта күрһәтә. Мәһәҙей, олатайҙың биргәнен ашап, ҡышты сыға ла, 1912 йылғы малайы Ялалетдин менән ситкә сығып китә. Ә олатай бураны һата алмай. Алыусы юҡ. Бола, һуғыш ваҡыты, аслыҡ... 1920-21-се йылдар башлана, уның һуңынан да халыҡҡа яҡшы тормош юҡ. Бура оҙаҡ тора. Олатайҙың малайҙары үҫәләр. Бураны Мәһәҙейҙең өйө янынан үҙенең янына күсереп ултыртып, башын ябып, эшләй башлай. Үҙе оҫта булғас, үҙе эшләй. Бер бүлмәһен бөтөрә. Арҡалап эшләнгән ике тәҙрә, ауылда, минең белеүемсә, ундай тәҙрәләр булманы. Мәһәҙей малайы менән ҡайҙа, күпме йөрөгәндәрҙер, Ялал ҙурайып, комсомол булып, Мәһәҙейгә ҡатын алып ҡайталар. Һөйләүҙәренсә, Аҡъярҙан Сафура инәйҙе аслыҡ ваҡытында ағалары биреп ебәргәндәр. Сабира исемле ҡыҙҙары булды. Сабира апайҙы Әбделғәзе ауылына кейәүгә бирҙеләр. 1960-сы йылдарҙа Сафура инәйҙең ағалары, Өфө радиоһына хат яҙып, инәйҙе эҙләгәндәр. Радио тыңлаған берәү килеп инәйгә әйткән. Инәй илай икән, мине кем эҙләһен дә, кем һораһын, тип. Ҡыш көнө кейәүе ат егеп, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла райондарын үтеп, Сафура инәйҙе Аҡъярға, ағаларына ҡунаҡҡа алып барып ҡайтҡан. Инәй ҙә ҡыуанып ҡайтты, ағалары ла ҡыуанышып ҡалғандар, тип һөйләнеләр.
Комсомол Ялалетдин милицияла эшләй, колхоз председателе лә булған. Олатайҙан бураны кире алырға эш башлай. Репрессия, суд ошонан башланғандыр, тип уйлайым. 1927-28-се йылдарҙа ликпункт ойоштороу эше килеп сыҡмағас, 1930 йылдың февралендә олатайҙы Совет власына ҡаршы тип, ғәйепләргә сәбәп тапҡан. Был эшкә 11, әллә инде 12 йыл элек булған Мәһәҙейҙең енәйәтен ҡушып, урланған һыйырҙы быҙау тип, хаҡын түләп алған бураны, хужаһын туҡмап, тартып алды тип, Совет власына ҡаршы агитацияны беренсе урынға ҡуйып, енәйәт эше башланғандыр инде. Ауылда Әбүбәкеров Мәһәҙей батрак булып йөрөмәгән, тип уйлайым. Сөнки, бубылдар үҙҙәрен шәп кешеләр тип, бик ҡупырыш йөрөгәндәр. Ҡыҙыл билбау, бейек үксәле итек кейгәндәр. Мәһәҙей ҙә батрак булып көн итмәй, бурлыҡ менән йәшәүҙе һайлаған инде. Сит яҡтарҙа, Аҡъярҙа йөрөгәндә батрак булғандыр. Беҙ ҙә, Иблиәминев – Йәһүҙә тоҡомдары Мырҙағолдың улы Мырҙабайҙан, икенсе улы Мырҙагилденән Әбүбәкеров, Йәнбирҙин, Ниғмәтуллин-Сәйфуллиндәр – бубылдарбыҙ. Олатайым һуңынан, Әүбәкер ағайымдың балаларынан күргән интегеүҙәрем, тип зарлана торған булған. Шулай ҙа был юлы насар ниәттәре, йәғни тағылырға торған енәйәт эше улар файҙаһына тамамланмай.
Таҡтаташ ҡуйылды
Беҙ, Ғәбделкәбир Йәһүҙиндең балалары, 1992 йылдан 5 йыл һайын шәжәрә байрамына йыйылабыҙ. 2007 йылда үткәрелгән шәжәрә байрамында Өфөнән килгән кеше: «Олатайығыҙ Муса Мортазин полкында мулла була. Блюхер армияһында юл күрһәтеүсе (проводник) булған Ягудин тигән кеше. Ул һеҙҙең олатай булғандыр әле, тикшерәбеҙ»,– тине. Мин, һеҙ кем, тип һораманым. Тикшерерҙәр, белербеҙ, тип уйланым. Мин уйлағанса ғына булманы. 2019 йылдың октябрендә Үтәгәндә Ғәбделкәбир мулланың нигеҙендә йәшәүсе Мәжит Фәйезовтың ҡапҡаһына был нигеҙҙә 1918-1919 йылдарҙа Башҡорт ғәскәренең полк муллаһы, Үтәгән ауылының имам-хатибы Ғәбделкәбир Йәһүҙин йәшәгән, тигән яҙыулы таҡтаташ ҡуйып киттеләр.
Тарихсы Азат Ярмуллиндан ошо хаҡта һорашҡас; әлегә Муса Муртазиндың эше, документтары асылмайынса, ул ваҡыттағы ваҡиғаларҙы белеп булмаҫ, тип яуапланы.
Әлегә шулар билдәле: ғәскәр 10,5 мең кеше иҫәпләнгән, ул юлда 20 саҡрымға һуҙылған тип яҙалар. Белореттан Көнгөргә тиклем 54 көндә 1500 км юл үткәндәр. Ике тиҫтәгә яҡын алыш булған. Шакша, Иглин тирәләрен үткәндә, Ҡариҙел, Эҫем йылғалары аша күпер төҙөргә кәрәк булған. Халыҡ һарайҙарын, башҡа ҡорамалдарын боҙоп, күперҙе өс көндә әҙер иткәндәр, тип яҙалар. 1975-76 йылдарҙа, Белореттан, тирә-яҡтағы ауыл-ерҙәрҙән армия йыйынып сыҡҡанда, халыҡ, ҡорамалмы, транспортмы − нимә кәрәк тип һораһалар ҙа, бөтөнөһөн йәһәтләп биреп, тиҙерәк үҙҙәренән ебәрергә тырыштылар, тип кешенең һөйләгәнен үҙем ишеттем. Улар үҙҙәре лә халыҡ өсөн – афәт, һуғыша башлаһалар, ҡайҙа ҡасырға, ни эшләргә белмәҫ инеләр.
Олатайым нәсихәттәре
Ауылда Сафин Мөхтәр апа уҡытыусы булды. Шул бола йылдар заманынан уҡ коммунист ине. Уның ҡыҙы Ғәмбәрә минән һорай: мулла олатай төнөн беҙгә килеп, атайым менән ниҙер яҙа торғандар ине, нимә яҙҙылар икән, ти. Унан алдараҡ Фатима апайымдың, Мөхтәр ағай төндә килеп, нимәлер яҙып ултыра торғандар ине, тигәне булды. Ауылдың муллаһы һәм беренсе коммунисы төндә, кешенән йәшенеп, ауылда барған хәл-ваҡиғаларҙа яҙҙылармы икән?
Ғәмбәрәгә әйттем, атайыңдың яҙыуҙарын ҡара, тиеп. Ҡустыһы Сафин Таһир ике бит ҡағыҙ ғына табыуын әйтте. Унда Ғәбделкәбир Йәһүҙиндың Дәүләтшаның яңы өйөндә йәштәрҙе уҡытыуы, дин дәрестәрен уҡытыу эше 1924-25 йылдарға тиклем дауам ителеүе тураһында яҙылған. Дин дәрестәрендә кешеләрҙе изгелеккә, ғәҙеллеккә, бер-береһен ҡәҙерләргә, ярҙамсыл булырға, алдашмаҫҡа, урлашмаҫҡа, кешеләргә ҡарата намыҫлы булырға, кәмһетмәҫкә, хурламаҫҡа, әгәр ҙә үҙ-ара бәхәс тыуһа, бер-береһенән ғәфү үтенергә өндәүе тураһында әйтелгән.
Олатай үҙенең яҙыу, китаптарын Өфөгә, мәсеткә ебәргән. Нисек ебәрә, почта менәнме, берәй юлаусы ашамы, белмәйем. Ике-өс тоҡ булған ине, тиҙәр. Ике тоҡ менән ауылда ла ҡайҙалыр алып барып күмгән. Ул хәл 60-сы йылдарҙың аҙағы булырға тейеш. Рәзифә еңгәй әйтә, мин үлһәм, кешенең аяғы аҫтында тапалып йөрөрҙәр, тип ике тапҡыр йылға аша алып сығып китте, ти. Ҡайҙа икәнлеген бер аҙ сырамытам. Еүеш ерҙә материал оҙаҡ һаҡлана тиҙәр. Ул материал табылһа, нисек эш итергә?
Олатай 1979 йылдың 29 апрелендә үлде. Ул үлгәс, Асҡарҙан өләсәйгә әйтеп ебәрәләр, Өфөнән кешеләр килә, олатайҙың китаптарын алырға, тип. Өләсәй Хәлит ағайҙың ҡыҙы Сафияны саҡыртып ала. Кәштәләрҙән алып, һөртөп, әҙерләп ҡуялар. Ике сәйер кеше булдылар, йүнләп һөйләшмәйҙәр, ымлашып ҡына аңлашалар, әллә ҡаҙаҡтар булдылар инде, ти Сафия. Шулай ҙа булырға мөмкин. Олатай ул яҡҡа ла йөрөнө, ҡаҙаҡтар ҙа уға килде. Мин Туҡай урамындағы мәсеткә барып һораным. Осона сыға алманым. Милли архивка ла барҙым. Улар бындай документтарҙың йәмиғ мәсетендә һаҡланыуына һылтанды. Фатима апайымдың улы Йәүҙәт Өфөлә уҡығанда, лектор Әхәт Вилданов Башҡортостанда граждандар һуғышы тураһында Йәһүҙин Ғәбделкәбирҙең яҙыуҙарын мәсеткә барып ҡарарға була, тигән. Йәүҙәт йөрөүҙе кәрәк тапмаған. 1990-сы йылдарҙа яҙыуҙарҙы күрергә мөмкинлек, бәлки, булғандыр, барып ҡарағыҙ тигәс. Буш һүҙ түгелдер. Олатай ауылдың, илдәге һуғыштың ысын тарихын яҙып ҡалдырғандыр, тип уйлайым. Нисек табырға?
«Тормош был көйө генә бармаҫ, беҙҙе эҙәрләкләүселәр кире арттарына төшөрҙәр, тик ул ваҡытта һуң булыр. Беҙ булмабыҙ, беҙҙең кеүектәр бөтә. Беҙҙең белгәндәребеҙ үҙебеҙ менән китер. Ваҡыт үтер. Эҙләрҙәр, һорашырҙар, таба алмаҫтар, беҙҙең белгәндәргә мохтажлыҡ кисерерҙәр, аңларҙар, тик һуң булыр», – тип әйтә торған булған олатай.
Эйе, беҙ архивтарҙа эҙләндек, тарихты өйрәнгән кешеләр менән осраштыҡ, олатайымды күреп-белгәндәр менән аралаштыҡ, әммә уның хаҡында тулы мәғлүмәт йыя алманыҡ. Әле күп түҙемлелек менән эҙләнергә лә, эшләргә.