Яҡшының аты ҡалыр!
Ҡарттар ҡара аҡылға бай, йәштәр яңы аҡылға бай, тигән боронғолар. Борон-борондан ололар үҙҙәренең ҡара аҡылдарын, донъяуи белемдәрен, тәжрибәләрен быуындан-быуынға йәштәргә тапшыра килгәндәр.
Элек ололар халыҡ медицинаһын һәйбәт белгән. Киҫкен мәлдәрҙә бер-береһенә ярҙам итергә ашыҡҡандар. Бигерәк тә ауылдарҙа кендек әбейҙәренең күп булыуы һоҡландыра. Улар, йөклө йәш килендәрҙе үҙҙәренең ҡарауы аҫтына алып, кәңәштәрен биреп торғандар. Бала тыуғас та, әжәл ҡырҡ көн, ҡырҡ төн әсәһен дә, балаһын да аңдып тора, тип, өҙлөгөүҙән һаҡланыу юлдарын өйрәткәндәр. Үҙебеҙ ғаиләлә туғыҙ бала үҫтек, туғыҙыбыҙҙың туғыҙ кендек инәйе булды. Ул замандарҙа бер баланың да зәғиф булып тыуғанын, ДЦП менән ауырығанын хәтерләмәйем. Һыу ағыр ҙа таш ҡалыр, яҡшынан иҫкә алып, һағынып һөйләрлек исем ҡалыр, тигән ата-бабаларыбыҙ. Яңы Байрамғол ауылында ла тәрән донъяуи белемле, изгелекле, ҡулдары имле 1935-1939 йылғы балаларҙың кендек инәйе булған Мифтахова Бәҙеғол инәйҙе, Ғилмисафа инәйҙе (халыҡ уны «Һымыс әбей» ти ҙә ҡуя ине) ауылдаштары һаман да һағынып иҫкә ала. Ғилмисафа инәй ҡот ҡойған, йөрәк һылаған, элек, муллалар булмағанлыҡтан, уны балаларға исем ҡушырға ла саҡырғандар.
Шаһизатова Факиһа инәй алсаҡ, киң күңелле кеше булып хәтерҙә ҡалған. Бөтә ейән-ейәнсәрҙәренең изге күңелле, хәстәрлекле өләсәһе булды. Ауылдаштары йөрәк һылатырға уға килерҙәр ине.
Шаян, йор һүҙле, күңелсәк Шаһизатова Мәнфүзә инәй ҙә күп кенә балаларҙың кендек инәйе булған, ноҡот һалған, йырларға яратҡан. Ҡуш яулығын ябынып, биҙрә, батмус сиртеп, ҡумыҙ уйнап ултырғаны хәтерҙә.
Күп кенә балаларҙың кендек инәйе Нәбиуллина Роза апай йөклө ҡатындарҙың бәпәйҙәре төшөргә булып киткәндә, эстәрен һылап, сабыйҙарын ҡотҡарып алып ҡалған. Эстәре түбәнләгән ҡатындар эс һылатырға, мейе ҡаҡтырырға, кернә тарттырырға, йөрәкте ҡағып һылап урынына ултырттырырға йыш ҡына уға килер булғандар.
− Инәйем, Иҙелбаева Менәүәрә, беҙ − балалар, әҙ генә сөскөрһәк тә, тиҙ генә мунса яғып ебәрер ҙә шарылдатып сабындырыр ине. Ҡатыҡ, көл һыуы менән йыуындырҙы. Өйҙә һәр саҡ тондоролған көл һыуы ултыра торғайны. Ул да мейе ҡағыр, йөрәк ултыртып һылар ине. Ҡатындар бәпәйләгәндә, һуңғылығы төшмәһә, инәйемде килеп алып китер булдылар.
Әзәйем (был яҡта өләсәйҙе «әзәй» тиҙәр) Мәхмүтова Мөхтәримә Сорағолда йәшәне. Беҙҙе йоҡларға һала ла доғалар өйрәтә торғайны. Биш ваҡыт намаҙ уҡыны. Быума сирлеләрҙе дауалай торғайны. Доғаларын уҡып-уҡып, ашъяулыҡҡа бөтә төр ризыҡтарҙы теҙеп ултырта ла уртаһына баланы һала. Ашъяулығы, ризыҡтары менән баланы һыуға сумырып ала. Баланы ала, ә ашъяулыҡ ризығы менән һыуға ағып китә. Бер ағайҙың алты балаһы ла быума ауырыулы булды. Әзәйем алтыһын да шәбәйтте, әле дүртеһе тере, − тип һөйләне Роза апай.
Яңы Байрамғол ауылы ҡыҙы Закирова Миңзирә Аллабирҙе ҡыҙы ла өләсәһе тураһында үҙенең яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.
− Мин, ике әзәйгә һыйынып, иркәләнеп кенә үҫкән баламын. Йылдар үткән һайын, бик йыраҡта ҡалған бала сағым, тормоштоң әсе-сөсөһөн елегенә үткәнсе татыған, күпте күргән, күпте белгән Мәүлиха, Ғәйникамал әзәйҙәрем һағындырып иҫкә төшә лә тора.
Мифтахова Мәүлиха әзәйем 1881 йылда тыуған. Ул бик изге күңелле, уҡымышлы кеше ине. Күҙ алдымда: бәләкәй генә өйҙә әзәйем, атайым, инәйем, беҙ, береһенән-береһе бәләкәй генә биш бала йәшәп ятабыҙ. Элек шампунь тигән нәмәләр булманы бит инде, һабын да әле ул тиклем мулы менән эләкмәне.
Бер ваҡыт беҙҙең баштарыбыҙҙы ҡутыр йәки шире тигән нәмә баҫты. Әзәйем уҡынып дарыу эшләп алды ла беҙҙең баштарға һөрттө. Бер-ике көндән ул эшләгән дарыу ҡутырҙы бөтөнләй һыпырып алды. Әзәйем тондоролған көл һыуы менән баштарыбыҙҙы таҙартып йыуҙы ла бал ҡортоноң балауыҙынан эшләнгән дарыуын һөрттө. Ике аҙна үткәс, беҙ был ҡутырҙарҙан бөтөнләйгә таҙарындыҡ.
Дүртенсе синыфта уҡый инем, ноябрь каникулында бәйләргә өйрәнергә уйланым. Йомғаҡ алдым да энәне керетеп ебәргән булдым. Беҙҙең тимер карауат була торғайны, шуның башынан менеп тороп һикергәйнем, күҙ асып йомғансы, энәләр минең тубыҡ аҫтына ҡаҙалды ла торҙолар. Ул донъя яңғыратып аҡырып илау. Әзәйем ҡаушап ҡалманы, доғаларын уҡып, энәләрҙе һурып алып, аяғымдың яранан өҫкө яғын ат ҡылы менән бәйләп ҡуйҙы. Атайым эштән килде, берҙе миңә уҫал итеп ҡарап алды. Тик тормауҙың касафаты шулай була, тигәндер инде. Инәйем тиҙ генә Уральскигә дауаханаға алып барырға ҡушты. Атайым врачҡа хәлде аңлатып бирҙе. Аяғым шешкәндән-шешә бара. Врач нимә тип әйткәндер инде, мин уны ишетерлек, аңларлыҡ хәлдә түгел инем, атайымдың кәйефе төшкәнлеген күреп, хәлемдең шәптән түгеллеген тойҙом. Беҙ ҡайтып кереү менән, әзәйем: «Үҙем беләм», − тине лә атайыма тиҙ генә ат тиҙәге йыйып алып килергә ҡушты. Әзәйем, ат тиҙәгенә үләндәр ҡушып, йылытып аяғыма һалды. Шеш таралып китмәһен өсөн, аяғымды ат ҡылы менән өс урындан бәйләп ҡуйҙы. Көн һайын шул процедура ҡабатланып торҙо. Ат тиҙәген алыштырған һайын, ҡылдарҙы ниндәйҙер доғалар уҡып алмаштырып бәйләне. Ҡырҡ көндән һуң минең аяҡтағы шеш һытылды. Ни йәнем менән түҙгәнмендер инде, атайым ширҙеккә ҡуйып аяғымды бөктө, яранан һүл аҡты ғына. Әзәйем үлән һыуы менән ярамды йыуып торҙо. Ауыртыуҙы һиҙмәһен, тигәндер инде, аяғымды дауалар алдынан мәк сәскәһенең орлоғон ашатты. Күпмелер шулай маташа торғас, аяғым үҙ хәленә керә башланы. Әзәйем яйлап ҡына атлап йөрөргә ҡушты. Көн дә бал ҡортоноң балауыҙынан эшләгән шыйыҡсаһын аяғыма һөрттө. Был аяҡ менән мартҡа тиклем шулай ыҙаланым. Бер көндө атайым мине тағы ла Уральскиға дауаханаға алып барҙы. Врач бик ныҡ иғтибар менән аяғымды ҡараны ла: «Әзәйең әүлиә булған икән», − тине. Ҡаны ағыуланған, тип, аяғымды ҡырҡырға булғандарын аҙаҡ ҡына белдем. Тиктормаҫ бала сағым хәтирәһе булып, тубығым аҫтында тәрән соҡор тороп ҡалды. Һау булыуыма, зәғифләнмәй ҡалыуыма әзәйемә мең-мең рәхмәтлемен.
Күпмелер ваҡыт үткәс, мин тағы ла ауырып киттем. Был юлы күҙемде трахома баҫты. Әзәйем ҡараны ла атайыма: «Был ауырыу ныҡ йоғошло, ҡыҙыңды Учалыға алып бар. Унда врач Баһауетдинов бар, ул дауалар», – тине. Шулай итеп, мине Учалыға больницаға алып барып һалдылар. Әзәйемдең был ауырыуҙың йоғошло икәнен белеп, больницаға һалырға ҡушыуы ла һоҡланырлыҡ бит. Мин дауаханаға киткәс, өйҙө көл һыуы менән йыуып, ағартып ҡуйған. Хәҙерге тел менән әйткәндә, дезинфекция эшләткән. Әзәйем эңер төшкәс, шайтандар йөрөй тип, беҙҙе урамда йөрөтмәҫкә тырыша торғайны. Йоҡлар алдынан ауыҙҙарыбыҙҙы сайҡатып, аяҡ-ҡулдарыбыҙҙы йыуырға ҡуша ине. 1966 йыл, тәбиғәттең иң матур мәлендә, муйыл сәскә атҡан ваҡытта әзәйем, был яҡты донъяны ташлап, мәңгелеккә китеп барҙы.
Халыҡ табиптары, имсе инәйҙәр тураһында яҙғас, үҙебеҙ шаһит булған бер хәл-ваҡиға тураһында ла һөйләп китмәй булдыра алмайым.
2000 йыл. Белорет районында йәшәгән һеңлем шылтыратты:
− Апай, еҙнә, тиҙ генә килеп етә һалығыҙ. Ағайым Бөрйәндән ҡыҙын алып килеп, Белоретҡа дауаханаға һалды. Хәле бик ауыр, килеп күреп ҡалығыҙ, − тине.
Тиҙ генә йыйындыҡ та Белоретҡа килә һалып еттек. Ҡыҙҙың хәле бик ауыр, боролоп та ята алмай. Әсәһе эргәһендә ултыра. Ҡустым менән ҡыҙҙың кейәүе кәрәк-яраҡтар алырға, тип магазинға сыҡҡайнылар. Бер яҡ ҡабырғаһынан икенсе яғына әйләндереп һалдыҡ. Ҡыҙыбыҙ тәүге тапҡыр үҙенең туйы барған ваҡытта ла йығылған икән. Мин, аптырап:
− Ҡыҙым, әллә араҡы эскәйнеңме? – тип һораным.
− Юҡ, инәй, мин эсмәйем ул. Беренсе тапҡыр йығылғаным нисек тә үтеп китте. Башҡа сығып, айырым йәшәй башлағас, тағы ла йығылдым. Бер мыйыҡлы ир килә лә муйынымды һыға. Бөрйән дауаханаһында ике көн реанимацияла яттым. Белоретҡа нисек килтергәндәрен белмәйем, − тине.
Шул саҡ әсәһенә үпкә һүҙҙәрен әйтеп ташланы:
− Күпме әйттем мин һеҙгә, абыстайға уҡыйым, тип. Рөхсәт итмәнегеҙ бит, шулай уҡыу буламы, тинегеҙ. Абыстайға уҡыһам, былайтып, ауырып ятмаҫ инем, эсем ҙурая ла ҙурая, ярау итеүе бер бәлә, − тине. Уның һөйләгән хәбәрҙәрен тыңлайбыҙ ҙа бер-беребеҙгә ҡарап аптырашабыҙ. Беҙҙең килен хәбәрҙе ҡысҡырып һөйләргә ярата.
− Әсәй, шымыраҡ һөйләш, ишеттермәйһең бит. Эргәмдә ике әбей хәбәр һөйләй. Береһе: «Үләһең», − ти, икенсеһе: «Йәшәйһең», − ти. Тағы ла үҙе менән нимә булырын алдан әйтеп ятҡаны иҫте килтерҙе.
(Дауамы бар)