Почтальон апай

Почтальон апай

Ауыл ерендә бөтәһе лә ус төбөндәгеләй күренеп тора. Һәм ауыл ерендә барыһы ла бер-береһен таныпбелеп йәшәй. Сабит ағай менән Зөбәйлә апайҙың өйҙәре беҙгә ике өй аша ғына ҡапма-ҡаршы, Тәндәк йылғаһына яҡыныраҡ урынлашҡайны. Эшсән, тырыш, ғәләмәт асыҡ күңелле кешеләр ине улар. Мәүлиҙә, Зәйтүнә, Фатима исемле өс ҡыҙ, Сәғит һәм Ғәбит исемле ике ул үҫтерҙеләр.

Икеһе лә бала йәнле кешеләр булғандарҙыр, тим. Сөнки бер заман 2-3 йәшлек мин уйнап йөрөгән еремдән, һыуға төшкән кеүек, юҡҡа сыҡҡанмын. Ҡобараһы осҡан инәйем (әсәйем) менән әтейем туғандарым зыҡ ҡуптарып эҙләйҙәр икән мине. Шиҙәле, Тәндәк буйҙарына инде нисәнсе тапҡыр барып әйләнгән инәйемә Сабит ағай тәҙрә аша өнләшә икән: «Нәфисә апа (уҡытыусыларға беҙҙә шулай өндәшәләр), әллә ҡыҙығыҙҙы эҙләйһегеҙме? Беҙҙә бит ул!» Инәйем инһә, мин рәхәтләнеп, Сабит ағай менән йомортҡа ашап ултырам икән.

«Эй, бер үҙем ризыҡланһам, тамағыма аш бармай, бына Зөлфиә менән һөйләшә-һөйләшә сәй эстек әле, исмаһам», – тип ҡыуана ти үҙе. Бына шулай, бала саҡтан ылығып үҫтем был ғаиләгә. Бигерәк тә Зөбәйлә апайҙы яраттым. Беҙ үҫкәндә ауылыбыҙҙан Мәсәғүткә маршрут автобустары йөрөмәй ине, транспорт та һирәк булды Район үҙәгендә йомошо булһа, инәйем мине Зөбәйлә апайға ултыртып ебәрә, сөнки Зөбәйлә апай почта ташый. Көн дә атын егеп, Мәсәғүткә барып ҡайта. Уның янында ултырып барыуы һәләк рәхәт, төрлө ҡыҙыҡ ваҡиғаларҙы иҫкә ала, ҡайтышлай баҙарҙағы мәрйәләрҙән әллә ниндәй мин бығаса ашап ҡарамаған үләндәр һатып алып, мине һыйлай. Емешеләккә, бәшмәккә барырға булһа ла иптәшкә мине саҡыра ине Зөбәйлә апай: «Был урындарҙы үҙең генә бел, кешегә әйтмә!» – тип, нығытып та ҡуя ине. Гәзит - журналдарға яҙыша башлағас, Зөбәйлә апай тағы ла яҡыныраҡ булып китте. Уның почта таратып, ауылды урап сыҡҡанын көтөргә түҙемлегем етмәй бит! Ә бәлки «Башҡортостан пионеры"нда минең мәҡәләм баҫылып сыҡҡандыр?! Йүгереп өйҙәренә барам. Ҡыуанып-шатланып гәзитжурналдарыбыҙҙы алып ҡайтып китәм.

Исмаһам, бер тапҡыр ҙа ҡаты һүҙ әйтмәне Зөбәйлә апай. Килеп ялҡытаһың тип тә өндәшмәне, ә бит кешенең төрлө сағы булғандыр. Бала күңелен барыбер ҙә аяй белгән. Кейәүгә сығып, алыҫҡа киткәс, һирәк ҡайта башланым. Ҡайтҡан һайын, янына инеп, хәл белергә тырышам. «Зөлфиә ҡайтты, Кисәбай терелде!» – тип көлөп ҡаршылар ине. Иҫке Хәлилдең беҙ йәшәгән осон Кисәбай тип йөрөтәләр. «Ниңә, улай тиһең, Зөбәйлә апай?» – тиһәм. «Һин ҡайтһаң, өй алдығыҙға машина килеп тула, беҙҙең урамда кешеләр күүүп йөрөй башлай, – тигән булыр ине. Зөбәйлә апай менән Сабит ағайҙың балалары ла бик изгелекле булды. Өфөлә интернатта уҡыған сағым. 14 - 15 йәшлек ҡыҙ бала. Мәсәғүттә Иҫке Хәлил боролошонда машина көтәм. Төн. Ҡурҡыта. Ә шулай ҙа тиҙерәк тыуған йортҡа ҡайтып етке килә. Бер машина туҡтай. Ғәбит ағай икән. Ултыртып ала ла мине еңелсә генә шелтәләй: «Саҡ ҡына ҙурыраҡ булһаң, былайтып ҡараңғы төндә юлға сығып баҫмаҫ инең!»

Мин ул саҡта уның ниңә шул тиклем борсолоп өндәшкәнен бик аңламайым да. Ғәбит ағайға бәләкәйҙән өйрәнгәнбеҙ. Әхирәтем Гөлнур менән уның бензовозына ултырырға көтөп кенә йөрөйбөҙ. Төшкө ашҡа ҡайтһа, уға ултырып Лукерья сауылына тиклем барабыҙ ҙа, машинала йөрөгәнебеҙгә ҡыуанып, кире ауылға йүгереп ҡайтып киткән булабыҙ. Аҙаҡ, саҡ ҡына ҙурайғас, мин, ысынлап та, ул боролошҡа төнгә ҡарай сығып баҫырға ҡурҡа инем һәм боролоштан йыраҡ түгел ерҙә йәшәгән Зәйтүнә апайҙарға барып ҡунып, иртән генә ҡайтып китә инем. Әйткәндәй, һылыуҙарҙан - һылыу Зәйтүнә апай ҙа – Зөбәйлә апайҙың ҡыҙы. Әсәһе һымаҡ ғүмер буйы элемтә бүлегендә эшләне. Олоғая килә Зөбәйлә апай дингә килде. Намаҙҙар уҡыны, доғалар ятланы. Уның әсәһе Өммөгөлсөм әбей ҙә ныҡ диндар ине. Уның үлер алдынан, Зөбәйлә мин үтә башлаһам, эргәмә генә баҫ та бер туҡтауһыҙ: Ләә иләһә илләЛлаһ, тип, ҡабатла, тигән үтенесен һөйләп, бик тетрәндергәйне Зөбәйлә апай. Ни тиклем тәрән ғилемле булған Гөлсөм әбей, ни тиклем иманлы булған! Иман кәлимәһен әйтеп, яҡты донъя менән бары тик Йәннәт әһелдәре генә хушлаҡанын белеп, хәйерле үлем менән китергә теләгән.

«Бәндәнән үлер алдынан Ләә иләһә илләЛлаһ» кәлимәһен әйттермәҫ өсөн шайтандың бар көсөн һаласағын да һәйбәт белгән. Зиһене буталып, кәрәкле һүҙҙәр онотолмаһын өсөн, туҡтауһыҙ ҡабатларға ҡушҡан. Йә әйт инде шунан боронғо ҡарсыҡтарҙы наҙан тип?! ... Бер ҡайтҡаныбыҙҙа Зөбәйлә апай ике апайым менән мине сәйгә саҡырып алды. Өсөбөҙгә лә бер иштән аҡ матур яулыҡтар бүләк итте.

«Һеҙ намаҙлы ҡыҙҙар, һеҙгә бер үтенесем бар. Мин үлгәс, миңә доғалар бағышлап торорһоғоҙ, йәме?» – тине... Аҙаҡ шул яулыҡтарҙы ябынғаныбыҙҙы күрһә, бала кеүек шатлана ине. Ә мин уның үҙен Хаждан күлдәк алып ҡайтып биреп, ҡыуандырҙым. Күңеле тулышып, күлдәген ҡосаҡлап, түгелеп-түгелеп иланы Зөбәйлә апай.

«Аллаһу Тәғәлә был тиклем хөрмәткә нисек мине лайыҡ итте икән?» – тигән булды. Тағы әллә нисектәр итеп хөрмәт итер инем һине, Зөбәйлә апай, үҙең генә белгән тарихтарҙы бәйнәбәйнә һөйләтеп, тулайым ғына яҙып алыр инем. Гүр эйәһе булыуыңа йылдан ашыу ваҡыт үтте. Мин һинең аманатыңды онотманым. Намаҙ уҡыған һайын, Мөхәмәтулла ҡыҙы Зөбәйлә рухына, тип доғаларымды бағышлайым. Ҡәберең – нур эсендә, урының Ожмах түрендә булһын, Зөбәйлә апай!

ЗӨЛФИӘ ХАННАНОВА

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Әбүзәр Ғифари ислам ҡабул итә

Әбүзәр Янбу ерҙәрендә йәшәүсе Ғифар ҡәбиләһенән була. Ғифарҙар тирә-яҡҡа даны таралған кеше талаусылар була. Улар хатта хәрәм айҙарында ла юлсыларҙы баҫып алып талар булған. Ырыуҙаштарының ошондай ҡырағай ғәҙәтен Әбүзәр ҡабул итә алмай һәм ул ғаиләһе менән сит яҡтарға күсеп китергә мәжбүр...


Сабир хәҙрәт

Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең йөҙ йыллыҡ юбилейы сараларын уҙғарғанда, ауылда, был мәктәптең башланғысы булып, 1906 йылда асылған мәҙрәсәнең дә тарихы һәм уны ойоштороусы Мөхәммәтсабир Халиковтың эшмәкәрлеге тураһында мәктәп етәкселәре хөрмәтләп иҫкә...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...