Яҡты хәтирәләр

Яҡты хәтирәләр

Яҡты хәтирәләр

Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе. Оло һүҙен тыңлау, ололар кәңәшенә ҡолаҡ һалыу, ололарҙан фәтиха алыу – төпкөлдә генә ятҡан Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында йәшәгән Игебаевтарҙың һәр береһенә әсә һөтө менән ингән, атай һүҙе менән йоҡҡан, ҡандарына һеңгән ҡанун, йәшәү рәүеше.

 

 

Тәбиғәттең матур бер ерендә, тирә-яҡтан бәләкәй генә өс шишмә уралып аҡҡан: береһе – Ҡорайыр – йылы һыулы, Бирмәҫе –болаңғырт, Аҙырашҡаны – саф, таҙа һалҡын һыулы. Ҡартөйәҙ битендә эйәле ике ҡарама, Дәүләт түшенә яҡын Бирелекүл, Ҡартөйәҙ итәгендә ҡолон убылған Ҡолонбатҡан – һаҙлыҡлы, тәмле һыулы ҡоҙоҡло ер. Тәбиғәт мөғжизәһе булған ошо ауылда ауыл тотҡаһы, алтын бағанаһы ике ҡарт Хәсән һәм Зариф Игебаевтар ырыулы-түлле булып ғүмер итте.

Хәсән олатай Зариф ҡартатайҙан 15 йәшкә оло ине. Икеһе лә ҙур мөһабәт кәүҙәле, олпат инеләр. Хәсән олатай кесе улы Нуретдин һәм килене Йомабикә менән, Зариф ҡартатайым кесе улы Хөснөлхаҡ һәм килене Шәкирә менән ғүмер итте.

Өй янында мәңге йәшел ҡарағайҙар үҫкән Хәсән олатай йортонда кесе улының 11 балаһы буй еткерҙе, үҙ ояларын ҡороп тарала барҙы. Зариф ҡартатай өйөндә 7 бала, тағы ла бер ейәнсәре буй еткерҙе. Ике йортта ла ихата тулы ишле мал, ҡош-ҡорт. Көн дә килеп хәл белеп китеүсе туғандар, сәй эсеп китеүсе юлаусылар, кәңәшкә килеүселәр, йылдың ниндәй миҙгеле булыуы ҡарамаҫтан, тормош гөрләй, тормош ҡайнай. Байрамдар етһә, 3-4 дуға атлы ҡунаҡ саҡырып, ҡунаҡ булышыуҙар...

Тормоштоң тәмен – донъяның йәмен белеп йәшәнеләр, ҡәҙерен белделәр. Хәсән олатай ҡул эшенә оҫта булды. Ауылдың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙары ул яһаған көйәнтәләр менән һыу ташыны. Көнөнә тау аҫтына нисә тапҡыр һыуға барылған – шунса тапҡыр сауаплы булған оҫта. Тәбиғәт мөғжизәһе булған һыу ташыу өсөн яһалған көйәнтәгә, уйлап ҡараһаң, күпме аҡыл, аң һалынған. Бүләк көйәнтә ысын күңелдән үҙ ҡулы менән тапшырылған. Өләсәйем Файзаға Аҙырашҡан алыҫ ҡына. «Иртәнсәк ас ҡарынға, хәлле саҡта ташып ҡалам, таң һыуын», – тиер ине.

Зариф ҡартатайым өй өсөн тәҙрә рамдары, ишектәр, умарталар яһаны. Бал айыртҡанда кешегә йылылай өләшер ине. Күпме сауап алғандыр!?

Хәсән олатай бер ваҡыт ҡыш көнө урманға бесәнгә бара. Барып, кәбәненә етһә, кәкүк ҡысҡырған тауыш ишетә. Яҡында ғына, ап-асыҡ итеп. Тыңлап ҡараһа, тағы ишетелә кәкүк тауышы. Өс тапҡыр ҡысҡыра кәкүк. Аптырай, бик ныҡ ғәжәпләнә. Уйлап-уйлап, «Кәкүк» бейеүен сығара. Улар Миһырман инәйҙән тектереп матур, билле, киң оҙон итәкле кара кәзәкей кейерҙәр ине. Кәкүк ҡойроғо кеүек итеп кәзәкейҙең артҡы яҡтан итәген тотоп, бер урында ҡанат ҡаҡҡан кеүек ҡулдарын талпындырып «кәкүк» тип саҡырып ҡунаҡтарҙа бейер ине. Бер-береһенән ниндәй ҙә булһа бейеү, ниндәй ҙә булһа йыр һорап башҡарттылар, ихлас итеп көй күтәреп тыңланылар.

Зариф ҡартатайым тормош ауырлығын күреп, бер йыл сит илдә йәшәп, унан һуң 9 йыл хеҙмәт армияһында булып, Магнитогорск металлургия комбинаты төҙөлөшөндә эшләп, балалар бәхетенә, ҙур дини белемле атаһы Саҙиҡ ҡартатай доғалары ярҙамында иҫән-һау ҡайтып килгән кеше. Уның тауышы бик матур ине, оҙон көйҙәрҙе, бигерәк тә «Уйыл», «Әбделвәхит», «Урал»ды яратып йырлар булды.

Матур итеп йыл миҙгеленә ярашлы кейенеп, бер урам булып ҡунаҡҡа китерҙәр ине. Оҙон матур плащтар, затлы яғалы оҙон пальтолар, өләсәйҙәр өҫтөндә ҡыш көнө пальто өҫтөнә ҡалын һуғылған сәсәкле дебет шәл, аҙаҡтан ҙур шаҡмаҡлы шәлдәр бөркәнеп ябындылар. Бер йылды улдары Нуретдин олатай менән атайым ҡыш көнө Пермь ҡалаһына барып «Дружба» бысҡыһы алып ҡайттылар. Бер йылы ике йортта ла мотоцикл алынды.

Мәңгелек йорттарына күсеүҙәре лә бер үк йылда булды. Зариф ҡартатайым алдан ауырый башланы бауыр сиренән. Хәсән олатай, бөйөрҙән ҡыҫҡа ғына ваҡыт ауырып, йәй көнө мәрхүм булды. Был ваҡытта Зариф ҡартатай түшәккә ятҡайны. Өйҙә: «Әйтмәҫбеҙ, насар хәбәрҙе белгертмәҫбеҙ», – тип һөйләште ололар. Зариф ҡартатайым бик һиҙгер күңелле кеше ине. Үҙе әйтте атайыма: «Нимәгә һаман һуҙылып йөрөйһөң, ҡәбер ҡаҙырға киттеләр бит, ярҙам ит», – тип. «Өй тышына, рәшәткә буйына сығарып ултыртығыҙ мине», – тине. Фәғилә ҡәрсәйем менән әсәйем ике яҡтан етәкләп, түшәк түшәп сығарып ултырттылар. Күҙҙәре яҡшы күрҙе. «Йәсин» уҡып ултырҙы.

Күрше хәлен һаҡлау, ололарҙы хөрмәтләү, туған ҡәҙерен белеү быуындарҙан быуындарға күсеп дауам итһен. Рухтары шат булһын. Ырыу ағасын йәшәтеүсе, һуғарыусы аҡыллы балалар тормош ҡотон дауам итһен, Раббым!

 

Фәриҙә Әбсәләмова-Игебаева,

Өфө районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....